+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2020, 21:00

ИР-ЕГЕТТЕҢ, халыҡ кәсептәренең баһаһын күтәрер проект

«Ҡурай» телеканалы тамашасыларын әленән-әле ҡыҙыҡлы, фәһемле, рухлы проекттары менән ҡыуандырып тора. «7 егет» – шуларҙың береһе. Үткән миҙгелдә ул иң популяр тапшырыу булғандыр, моғайын. Сөнки

ул башҡаларға оҡшамағайны, үҙенә күрә ҙур яңылыҡ булды. Тамашасылар ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, быйылғы йәй тапшырыуҙың яңы миҙгеле төшөрөлдө.
Проект халыҡ кәсептәрен популярлаштырып ҡына ҡалмай, йәмғиәттә ир-егеттәрҙең абруйын да күтәрә, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән проект авторы Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаеваның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Һынауҙарға әҙер егеттәрҙе, уларҙы эшкә өйрәтер һөнәр оҫталарын, тапшырыуға бағыусылар, ярҙамсылар табыу еңелдән түгел. Кадр артында ҡалған йоҡоһоҙ төндәр, тормошҡа ашырылмай ҡалған идеялар, һәр ҡатнашыусы өсөн янып-көйөүҙәр һәм тамашасыларҙың тапшырыуҙы нисек ҡабул итерен көтөү – был тойғоларҙы проект өҫтөндә эшләүселәр генә беләлер. 11 октябрь, Республика көнөндә яңы телевизион миҙгелде башлап ебәргән «7 егет» конкурсының беренсе тапшырыуы иһә көткән өмөттәрҙе тулыһынса аҡланы. Хәҙер инде беҙ түҙемһеҙлек менән дауамын ҡарап, еңеүсенең кем булырын юрайбыҙ.
Егет кеше ниндәй булырға тейеш? Уның тәрбиәһе кемдән тора? Ғөмүмән, кемдәр улар, төп бүләк – башҡорт тоҡомло атты йүгәнләргә тырышыусы егеттәр? Улар менән яҡынданыраҡ танышып үтәйек.
Материалды тулы килеш “Тамаша”ның яңы 5-се һанында уҡырға була.
Дуҫтар, журналға яҙылырға онотмағыҙ. “Тамаша” инде иң арзан һәм иң уҡымлы ла журнал. (345 һум ғына – яҙылыу хаҡы).
Читайте нас: