Рәнйеш ул — берәүҙең икенсе кешегә ҡарата хаҡһыҙға, заяға, бер сәбәпһеҙ кәмһетеүе, ҡыйыртыуы, йәберләүенә ҡарата йән-күңелдә ҡуҙғалған асыу, ғазап, әрнеү, һыҙланыу. Рәнйеш төшөү — кемде лә булһа рәнйеткән, кәмһеткән, түбәнһеткән кешенең берәр төрлө бәлә ҡаза күреүе, ауырлыҡ-бәхетһеҙлеккә дусар булыуы, йән һәм тән ғазабы, йөрәк-күңел язаһына төшөү тигән һүҙ. Беҙ үҙебеҙ аңғармаҫтан эш-ғәмәлебеҙ менән, йәки тел-күңелебеҙ менән кемделер ошо рәнйеү хәленә төшөрәбеҙ. Әлбиттә, рәнйегән кеше үҙенең хәлен әллә ни һиҙереп бармай, күңелендә йәшерә. Әммә йөрәгендә асыу ҡала. Халҡыбыҙ: «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ», — тигән бит. Ошо, бәлки шаярыу менән әйткән һүҙебеҙгә лә Аллаһ алдында яуап бирәһе, үпкәләгән кешенән рәнйеш яуабы ҡайтарып алаһы ҡала. Ата-бабабыҙ борон-борондан: «Рәнйеш ҡарғыш кеүек төшә», - тип әйтә килгән. Ана шул беҙгә әйткәнгә яуап бирмәгәндәр, телдәре менән ҡарғамаһалар ҙа, йөрәк-күңелдәре менән бик ҡаты рәнйейҙәр. Кеше рәнйеше төшә тигәндәре хаҡ. Аллаһы Тәғәләнең: “Рәнйетелгән кешенең күҙ йәштәренән ҡурҡ, сөнки ул Минән ярҙам һораһа, Мин уға ярҙам итәсәкмен!"– тигән һүҙҙәрен онотмайыҡ.Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе яҙмыш тарафынан рәнйетелгән тибеҙ. Яҙмышҡа өҫтәп үҙебеҙ ҙә рәнйетмәйбеҙ микән бер ғәйепһеҙ йәндәрҙе? Ана шул ғәрип бәндәләрҙең етешһеҙ яҡтарын күрһәтеп мыҫҡыллау ҙа, уларҙан өҫтөнлөгөбөҙ менән маҡтаныу ҙа, уларға кәрәк ваҡытта ярҙам итмәү ҙә хәсрәт килтерә. Етем, етешһеҙ балаларҙы йәберләү ҙә үҙенә рәнйеш килтерә торған яман ҡылыҡ. «Ата-әсәһен рәнйетеп, уларҙың ризалығын алмаған кешенең урыны тамуҡта булыр», - тигән Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм. Ғаиләлә оло кешеләрҙе ҡыйырһытыу, хатта туҡмау бөгөн көндә лә йыш осрай.Бындай миҫалдар күп. Бына берәүен Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Ике төрлө ҡарғаусынан һаҡланығыҙ», — тине. Кешеләр: «Кемдәр һуң улар?» — тип һораны. Ул: «Береһе кешеләрҙең юлдарына, икенсеһе ял итә торған күләгә урындарына йомош үтәүсене ҡарғай», — тине. Матур тәбиғәт ҡосағында ял итәм, урман буйҙарынан йөрөп ҡайтам тиһәң, ҡарғыштың шундай сәбәптәре тулып ята шул. Күл-йылға, тәбиғәт ҡосағын сүплеккә әйләндергәндәр буш ҡалмаҫ. Рәнйеш ҡайтарыу кешеләрҙә генә түгел, хатта хайуандарҙа ла була. Мал-тыуар-хайуандарҙы, буштан-бушҡа бәргеләп-һуҡҡылап, уларҙы рәнйетергә ярамай. Мәрхәмәтһеҙ булып эт-бесәйҙәрҙе тибеп осорорға күнеккәнбеҙ, ҡош-ҡортто ла бәргеләп, ҡарғап алабыҙ. Аҙаҡ йорт-ҡурала мал уңмай тип әйтәбеҙ. Улар, кемделер ҡарғап, бәддоға ҡылһалар, ҡарғыштары һис шикһеҙ төшә. Ҡырағай ҡоштарға килгәндә лә, кемдер аҡҡош атып ҡарғыш ала, йә берәй хайуанға бәйле башҡа миҫалдар әҙме? Кешегә рәнйергә ярамай... Әгәр кеше берәй кешегә рәнйенеме, ул рәнйеш уның ауыҙынан сыҡты – күктәргә менә, күктәр уны ҡабул итмәй, йән әсеүе ергә төшә, ер ҙә ҡабул итмәй уны, тигән Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм. Хәҙер инде кемгә рәнйегән, шул кешегә бара. Әгәр ул кешенең ғәйебе булмаһа – рәнйегәндең үҙенә ҡайтыуы мөмкин. Шуға күрә «Кешегә ҡәбер ҡаҙыма, үҙең төшөргә мөмкинһең», – тигән әйтем барлыҡҡа килгән. Күңелегеҙгә бик ауыр ваҡыттарҙа ла: «Мин мосолман кешеһе, һис бер ваҡытта ла кешене рәнйетмәм», – тип йөрөр кәрәк. Рәнйегән осраҡта ла: «Йә Раббым, был бәндәнең ҡәлебтәрен ислам нурҙары менән нурландырып, дөрөҫ юлға күндерһәң ине», – тип теләргә кәрәк. Сөнки фәрештәләр һәр саҡ әйтеп торор: «Һиңә лә шул артығы менән булһын». Әгәр инде: «Дөрөҫ юлға күндер», – тип теләһәк, фәрештәләр ҙә: «Һине Аллаһы Тәғәлә артығы менән нурландырһын», – тип теләр. Кеше хаҡына ҡул һуҙмағыҙ, кешелеклеген кәметмәгеҙ, уларға бушҡа ауыр һүҙ әйтмәгеҙ, сәбәпһеҙгә асыуын сығармағыҙ. Әгәр һеҙ быларҙың береһен генә эшләгән булһағыҙ ҙа, ул кеше, һеҙгә асыуы килеп, ҡарғап бәддоға ҡылғансы, тиҙерәк ғәфү үтенегеҙ. Кеше, теле менән ҡарғамаһа ла, күңеле менән рәнйеүе бар. Барыбыҙ ҙа тәүфиҡ нурын күңелдәребеҙгә һеңдереп, тән яғынан ғына түгел, рухи яҡтан да кеше булып йәшәйек..