Артур Батыршин менән әңгәмәгә рәхим итегеҙ.- Артур, фотоларҙа тәбиғәт һәм әйләнә-тирә мөхит менән гармонияны бик оҫта сағылдыраһың.Ҡайҙан һиндә был һәләт?- Һәләт тип, һәләт түгелдер ул, күрә белеү оҫталығын һәр кем үҙендә көйләй алалыр. Ә хәҙерге заманда тирә-яҡ матурлығын күрә белгән кеше йәһәт кенә смартфон аша фотоға төшөрә ала, шуныһы отошло. Был замандың икенсе яғы ла бар: беҙ матурлыҡты күреп өлгөрмәй, ныҡ ҡабаланабыҙ - эшкә, өйгә, тиҙерәк тегене-быны эшләргә ашығабыҙ. Йәшәү тиҙлеге бигерәк тә ҡалаларҙа артҡандан-арта. Ошо йүгергән-сапҡан ваҡытта тирә-яҡҡа, уның матурлығына ҡарап һоҡланып, илһамланып йөрөргә ваҡыт, теләк етмәүгә зарланабыҙ. Ә мин бының менән ризалашырға теләмәйем, тирә-яҡҡа күберәк иғтибар бирергә тырышам, күп йөрөйөм, минең өсөн яңы булған урындарға барам, тауҙарҙан тирә-яҡты күҙәтергә яратам! Һәм һоҡланам, һоҡланам, һоҡланам!!! Ошо гүзәллектәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күрә алыуыма ҡыуанам! Ҡыуанысым менән социаль селтәрҙәрҙә, бигерәк тә инстаграмда, бүлешергә тырышам.
- Ябай мауығыу ғынамы был шөғөлөң, әллә киләсәктә оло һөнәргә нигеҙме?- Был, әлбиттә, ябай мауығыу. Фото төшөрөүҙе һөнәр итеп ҡараным, оҡшап етмәне. Һәр кеше үҙ эшендә профессионал булырға тейеш тип иҫәпләйем, яҡшы килеп сыҡмай икән, көн һайын үҙ эшеңде камиллаштырыу өсөн көс һалырға тейеш. Үҙ эшенә еңел-елпе ҡараған кешеләрҙе күрә алмайым. Бәлки, шуғалыр, фотограф һөнәре мине ҡыҙыҡһындырып етмәй, мин уға еңел ҡарайым. Икенсе шөғөлдәрем күп, фотограф булараҡ камиллашырға иғтибарым, ваҡытым етмәй.- Ғөмүмән, үҙең менән тулыраҡ итеп таныштырып үтсе әле. Ниндәй йылға һыуын эсеп, ҡайһы яҡтың һауаһын һулап үҫтең? Нимәләр менән шөғөлләнәһең?- Мин Урал аръяғында, Сибай ауылында (хәҙер Иҫке Сибай) тыуып үҫкәнмен. Атайым - ҡул эштәре оҫтаһы, рәссам. Мине уратып алған һәр нәмәгә ижади ҡараш нәҡ унан күскәндер. Әсәйем - матур, дөрөҫ һөйләргә, үҙ фекеремде аңлатырға өйрәткәндер. Ә бына өләсәйемдән мин рух көсө, үҙ халҡыма, тыуған төйәгемә һөйөү һеңдергәнмен. Ябай ауыл мәктәбендә уҡып, БДУ-ның филиалы, Сибай институтының математика һәм информатика факультетына уҡырға барҙым. Институтты тамамлап, һөнәр үҙләштергәс, Өфөгә күсеп килдем. Өфөлә график дизайн менән мауығып киттем. Һөнәремде лә шул йүнәлеш менән бәйләнем.- Фотоларҙы кем төшөрә?- Күп фотоларҙы үҙем төшөрәм, әлбиттә. Ә үҙем төшөргә кәрәк булғанда - смартфонды йә тормош иптәшемә бирәм, йә фотограф дуҫтарыма мөрәжәғәт итәм. Инстаграмды ҡараһағыҙ (instagram.com/arthurbatyr), бәлки, минең турала, минең фотолар, стиль тураһында күберәк мәғлүмәт ала алырһығыҙ.- Күренеүенсә, төрлө яҡтан үҫешкән, үҙ-үҙен һынауҙан ҡурҡмаған егетһең. Киләсәккә (сер булмаһа) ниндәй пландар, маҡсаттар менән йәшәйһең?- Яңыраҡ ҡына өйләндем, Әлхәмдулилләһи. Тормош иптәшем менән бергәләп, донъя нығытыу, нигеҙ ҡороу менән мәшғүлбеҙ. Киләсәктә лә күп йөрөргә, донъялар гиҙергә, тик ятмаҫҡа тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Ғөмүмән, сәйәхәт итергә яратабыҙ, мөмкинлек булғанда, башҡа ерҙәр матурлығын, сит ил кешеләрен, сәнғәтен, йолаларын күреп үҙең өсөн ниндәйҙер һығымталар яһап, фәһем алыу кәрәктер. Пандемия ваҡытында үҙ еребеҙгә, уның тәбиғәтенең матурлығына иғтибар арта төштө. Башҡортостан буйлап һоҡланғыс, иҫтәлекле урындарҙан илһам алып, күп йөрөнөк. Күрә белһәң - матурлыҡ һәр ерҙә лә бар! Уны күрергә, танырға, һаҡларға һәм арттырырға кәрәк. Миләүшә ҠЫҘРАСОВА