-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2020, 13:42

«Minzifa» бренды ҡайҙан килеп сыҡҡан?

"Халҡыбыҙға, бигерәк тә йәштәргә, сәхнәлә генә түгел, ә көндәлек тормошта ла кейерҙәй, башҡорт милли һыҙаттарын сағылдырған заманса әйберҙәр кейемдәр тегәбеҙ", - ти "Minzifa" брендының авторҙары илгәҙәк - игеҙәктәр Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар. "Minzifa" тигән матур тамғалыҡ исем ҡайҙан килеп сыҡты икән?

«Minzifa» исеме ҡайҙан килеп сыҡты тиеп күптәр ҡыҙыҡһына.
Беренсенән, Миңзифа - ҡыҙҙарҙың һөйөклө әсәләренең исеме.- Уның фатихаһы, уның изге кәңәштәре һәм ярҙамынан башҡа беҙҙең эшебеҙ алға бара алмаҫ ине, - ти ҡыҙҙар. Икенсенән, “Мин зифа” тигән исем үҙе үк кешеләрҙе, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙы зифа буйлы, матур кейемле, нәфис булырға өндәп тора. Өсөнсөнән, ҡыҙҙар үҙҙәре ижад иткән кейемдәр коллекцияһына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матур исемдәрен ҡушыуҙы йола итеп алған, «Minzifa»нан башҡа тағы ла бик күп матур исемле кейемдәр коллекцияһы теккән улар. Барыһы тураһында ла “Тамаша” журналының 5-се һанында уҡырһығыҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: