+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2020, 00:00

ӨФӨ ЕГЕТЕ 1-2 ЙЫЛ ЭСЕНДӘ ИҪ КИТКЕС ҘУР ПОПУЛЯРЛЫҠ ЯУЛАНЫ

Уның йырҙары һәм клиптары - наян сатира өлгөһө, башты иҫәргә һалыу, "башҡа тай типкән" булып күренеү, мәғәнәлене мәғәнәһеҙлеккә, мәғәнәһеҙҙе мәғәнәлегә әйләндереү булып тойола. Уға түләгән гонорарҙарға ул үҙе лә аптырай икән - сәғәт ярымлыҡ бер интервьюһы өсөн музыкантҡа 5 млн түләгәндәр.

Моргенштерн тигән хип-хоп йырсыһы тураһында һүҙ бара.
Алишер Таһир улы Вәлиев - Өфө егете, 1998 йылдың 17 февралендә тыуған, мәрхүм атаһы, үҙе ҡайҙалыр әйтеүенсә, башҡорт булған, әсәһе - йәһүд. Өфөнөң 91-се гимназияһын тамамлай. Апаһы бар. Атаһы менән әсәһе балалар бәләкәй саҡта уҡ айырылыша. 11 йәшендә саҡта атаһы үлә, быны үҫмер бик ауыр кисерә. Аҡса етмәй, айырыуса студент сағында. Ул 16 йәшенән гәзит таратыусы, машина йыуыусы булып эшләй. Студент сағында ер аҫты үткәүелдәрендә гитара уйнап йән аҫрай.
Бер музыкаль төркөмдә ҡатнашып ҡарай ҙа ташлай. Үҙенең Mamavirgin тигән төркөмөн ойоштора, тик аҡсаһыҙ уны ла үҫтерә алмай. Тауыш яҙҙырыу студияһы асып ҡарай, әммә бурысҡа бата, табыш килмәй. Мәктәптән һуң педагогия университетына инә.
Ютьюбта Morgenstern (таң йондоҙо; әсәһенең фамилияһы, Алишер хәҙер паспортына ошо фамилияны алған тиҙәр) тигән канал асып, видеояҙмалар һала башлай. Тиҙ арала билдәлегә әйләнә. Тик үтә мауығып китеп, университеттан ҡыуылғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Унан һуң авиация университетының информатика һәм робототехника факультетына инә.
2017 йылдың сентябрендә #изирэп тигән канал аса, унда төрлө билдәле кешеләргә пародиялар йырлай. Бер нисә айҙа канал иң популярҙарҙың береһенә әйләнә. Һәр видеоролигы миллиондарса тапҡыр ҡарала. Быйыл 8 июндә Элджей тигән хип-хоп йырсыһы менән яҙҙырған Cadillac тигән йыры селтәргә сығарған көндө үк Genius Америка сайты чартының беренсе юлын яулай.
Алишерҙың ғаилә хәлдәренә килгәндә, уның биографияһын һөйләгән төрлө сайттар яҙыуынса, әсәһе, аҡсалы улы ярҙамындалыр инде, ҡыҙы менән Европаға, ҡайҙалыр Испанияға, күсеп киткән.
Алишер үҙе йырҙар яҙа, Рәсәйҙә гастролдәрҙә йөрөй, альбомдар сығара, клиптар төшөрә. 2020 йылда «Форбс» баҫмаһы уны музыка категорияһында «30 самых перспективных россиян до 30 лет» рейтингына индерҙе. Интервьюһында ул ютьюб-каналда беренсе йылында 15 млн һум эшләүе тураһында әйткән.
Артист ҡайһы бер гонорарҙар уны бик аптыратыуы тураһында һөйләгән. Мәҫәлән, сәғәт ярымлыҡ бер интервьюһы өсөн музыкантҡа 5 млн түләгәндәр. Әле ютьюб-каналдан айына уртаса $ 10 мең ала.
Алишер ҡиәфәте менән айырылып тора. Ҡашы өҫтөнә 666 тигән татуировкаһын ғүмерҙә лә офис эшендә эшләмәҫкә тигән антының билдәһе тип аңлата, ҡәтғи дресс-кодлы урындарға ундай тамғалы кешене алмайҙар бит инде.
Мәскәүгә ҡарағанда Өфөнө яҡын күрә, шуға йышыраҡ бында йәшәй. Дилара тигән Өфө ҡыҙы менән йөрөй икән. Дилара, уның сәхнәләге образы арҡаһында тәүҙә ҡурҡып ҡалһа ла, тормошта егеттең бөтөнләй башҡа кеше икәнен күреп, дуҫлашырға ризалашҡан, тип яҙа селтәр сығанаҡтары.
#ЫсынмыМоргенштерн#ЫсынмыЙәштормош
Читайте нас: