+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2020, 15:00

Тәбиғәттең матурлығын бәләкәй саҡтан уҡ күреп, тойоп йәшәнек

Бөрйән ҡыҙҙары Нурзилә һәм Инзирә һылыуҡайҙар тәбиғәттең һәр миҙгелен, һәр мәлен шундай оҫта итеп тотоп алып, фотоға төшөрәләр. Ул матурлыҡ интернет киңлектәренә таралып, меңдәрсә дуҫтарҙың күҙен наҙлай, шифалы һут булып, ҡорғаҡһыған күңелен һуғара. Ҡайҙан уларҙа был һәләт?

Ошо турала был игеҙәк илгәҙәктәрҙең береһе Инзирә Баязитова менән әңгәмәләштек.- Йылылыҡ бәреп, тормош йәме тиртеп торған илаһи кадрҙар юҡтан ғына бар булмай. Ижадығыҙға ниндәй йылға һыуын эсеп, ҡайһы яҡтың һауаһын һулап илһам тирәһегеҙ?- Беҙ сығышыбыҙ менән Бөрйән районы, Килдеғол ауылынанбыҙ. Әлеге мәлдә икебеҙ ҙә декрет ялында: Нурзилә - ҡыҙ, мин - малай үҫтерәм. Үҙ районыбыҙҙың тәбиғәте беҙҙе ситкә ебәрмәне, тормош иптәштәребеҙ ҙә Бөрйәндеке.- https://vk.com/wall-64139721_59415 "Инну фотолары" тип аталған төркөмгә инеп, күңел дауаһы алып сығыусылар бихисап. Төркөм нисек барлыҡҡа килде?- Тәбиғәттең матурлығын бәләкәй саҡтан уҡ күреп, тойоп йәшәнек. Был һөйөү ғаиләнән киләлер. Игеҙәгем Нурзилә менән үҙебеҙҙе тәбиғәт балалары тип йөрөтәбеҙ, тәбиғәтһеҙ йәшәй алмайбыҙ. "Инну фотолары" төркөмө лә игеҙәгем менән уртаҡ. Фотоға төшөрөргә бәләкәй саҡтан хыяллана инек, уҡыусы саҡта фотоаппарат пленкалы булғанлыҡтан, фотоны рәхәтләнеп төшөрөп булмай ине, аҙаҡ цифрлы, хәҙер яртылаш профессиональ "Кэнон" маркалыға төшөрәбеҙ. Бөрйән районында йәшәп, тәбиғәттең матурлығын күрмәү, тыуған яҡ тәбиғәтен башҡаларға күрһәтмәү яҙыҡ булыр ине.- Ябай мауығыу ғынамы был шөғөл, әллә киләсәккә оло һөнәргә нигеҙме? Фотокүргәҙмәләрҙә ҡатнашаһығыҙмы?- Фото төшөрөү тәбиғәткә икенсе күҙлектән ҡарарға, матурлыҡты тойорға өйрәтте тип әйтергә лә була. Һөнәребеҙ буйынса икебеҙ ҙә психолог. Бөрйән районындағы "Ғаилә" үҙәгендә мин - психолог, Нурзилә - социаль эштәр буйынса белгес. Районыбыҙҙа үткәрелгән бер нисә фотокүргәҙмәлә ҡатнашып урын алдыҡ, республика кимәлендәге фотоконкурстарҙә ҡатнашырға әлегә йөръәт иткән юҡ. Шулай уҡ, фотоларыбыҙ бер-нисә йыл рәттән "Мәктәп календары" биттәрен биҙәне. Үткән йылда радио һәм телевидениеға саҡырыу булғайны, күңелле тормош мәшәҡәттәре арҡаһында осрашыу килеп сыҡманы (бала табыу мәле тура килде икебеҙҙең дә).Фото төшөрөү менән бер рәттән, күп кенә ҡул эштәре менән булырға (ырғаҡ менән уйынсыҡ, ҡорамыш түшәктәр эшләү, сәйләндән сәскәләр теҙеү), баҡса тултырып йәшелсә,емеш-еләк, гөл-сәскәләр үҫтерергә яратабыҙ, бәшмәк йыйыу күңелгә яҡын.- “Тамаша” журналы биттәрендә, төркөмдөң диуарында һеҙҙең матур фотолар дуҫтарыбыҙҙы тағы ла күп тапҡырҙар ҡыуандырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Әлеге мәлдә бәләкәс бала тәрбиәләү кеүек иң мөһим шөғөл менән мәшғүл булған фотограф һылыуҡайҙарға тик уңыштар ғына теләйбеҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: