+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2020, 18:20

Сейә, слива, алманан Ҡойолғандар ҡаҡтарым. Ҡояш нурында киптереп Ҡышҡылыҡҡа һаҡлармын.

- Мин ҡайҙа ғына булһам да ғорурланып үҙем теккән башҡорт кейемен кейәм,- ти Фәнүзә Аллағолова.

Ейәнсура районының Байыш ауылында, йәмле Ҡаҫмарт һыуҙарын һыулап үҫкән Үҫәргән ырыуы ҡыҙы Фәнүзә Аллағолова. Һәр яҡтан да килгән, оҫта ҡуллы, киң күңелле, әүҙем тормош алып барыусы башҡорт ҡатыны. Ҡулынан килмәгән эш юҡ. Оҫтабикә милли кейемдәр тегә. Ул боронғо кейемдәрҙең тарихын, үҙенсәлеген өйрәнеп кенә ҡалмай, эште еренә еткереп, яратып башҡара. Башҡорт халҡының иң боронғо милли баш кейеме "Ҡашмау" тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.- Үҙемдә ата-бабаларым рухын байытҡым килде. Күңелдәге дәртте, изге ниәтте ҡәнәғәтләндереп, “Селтәрҙәргә” осраным да - сумдым. Терлө район оҫтабикәләре менән аралашыу, һүнмәҫ дәрт өҫтәне, тағы ла кейем тегеү серҙәрен төптәнерәк өйрәнге килде. Мин ҡайҙа ғына булһам да ғорурланып үҙем теккән башҡорт кейемен кейәм, - ти Фәнүзә Аллағолова. "Селтәр" студияһында шөғөлләнеүҙән тыш, “Өләсәйем Һандығы” оҫтабикәләр клубында, “Ауаз” башҡорт фольклор төркөмөндә шөғөлләнә.Матур итеп шиғырҙар һөйләргә, йырлап- бейеп китергә лә, таҡмаҡтар ҡойорға ла аптырап тормай был илһөйәр ҡатын. Бына бит, баҡсаһының емештәренән шифалы ҡаҡ әҙерләп, таҡмағын да яҙып ҡуйған: Сейә, слива, алманан Ҡойолғандар ҡаҡтарым Ҡояш нурында киптереп Ҡышҡылыҡҡа һаҡлармын.
Һай, Афарин, Фәнүзә апай, ижад ҡомарың һүрелмәһен!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: