+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2020, 11:30

“Беҙҙең Фәүзиә”

– Әлдә шул ваҡытта йөрөп, клуб итеп юллап алып ҡалғанмын әле, сөнки һуңғы йылдарҙа олигархтар ташлап ҡасҡан биналарҙы һәм башҡа мөлкәтте осһоҙ ғына хаҡҡа һатыу башланды. Ваҡытында яуланып алынмаһа, халыҡ әле мәҙәни усаҡһыҙ булыр ине. Клуб яулап алыу – минең халыҡ өсөн булған тәүге оло еңеүем, – тип ҡыуана был ир-егет йөрәкле апай.

Староста, сәсәниә, әүҙем йәмәғәтсе, Ватан (Родина) ауылы ағинәйҙәре етәксеһе... Районда һәр эште башлап йөрөгән, тынғы белмәҫ был ханымды яратып “Беҙҙең Фәүзиә” тип тә йөрөтәләр. Фәүзиә апай Ҡотлогилдина – Ишембай районының Иҫәкәй ауылы ҡыҙы. 1975 йылда Ғафури районының Ташбүкән ауылы егете Әнүәр менән тормош ҡорған ханым бына ҡырҡ дүрт йылдан артыҡ Ватан ауылында йәшәй. Улар Зөлфиә һәм Әлфиә исемле ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Балалары хәҙер үҙ ғаиләләре менән татыу донъя көтә. Фәүзиә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы “Родина” агрофирмаһының автомашиналар паркында диспетчер булып эшләй. Шиғриәт иленә ғүмер көҙөндә генә аяҡ баҫһа ла, уның 40-тан ашыу шиғырына композиторҙар йыр яҙған. Ышаныс күрһәттеләр Теүәл ете йыл элек Фәүзиә Әбделғәним ҡыҙын ун милләт вәкиле йәшәгән Ватан ауылына староста итеп һайлап ҡуялар. Иң тәүҙә ауылдаштарына мәҙәниәт усағы юллау эшенә тотона ул, сөнки республикаға билдәле “Родина” совхозы тарҡалғас, ремонтҡа тип туҡтатылған клуб емерек көйө ҡалған, ауылда хужаһыҙлыҡ урынлаша.– Беҙҙең “Родина” совхозының бөтә милке олигархтар ҡулына күсте, ауыл халҡы бер нәмәһеҙ тороп ҡалды, йыйылыш үткәрерлек тә урыныбыҙ юҡ ине. Мин шул саҡта элекке совхоз хакимиәте бинаһының икенсе ҡатын клуб итеп юллап район юлын тапай башланым һәм суд аша үҙебеҙгә алыуға өлгәштек. Ул саҡтағы беҙҙең шатлыҡты әйтеп бөтөрөрлөк түгел ине! Клуб мөдире эҙләй башланым, эште булдырырҙай кеше кәрәк. Ауылда ысын мәҙәни усаҡ булырға тейеш ине минең хыялымда, ә иртәнсәк асылып, кис ябылған түгел. Эҙләй торғас, ундай кеше табылды. Клубҡа эшкә Гөлнара Рәхимова килде. Беҙ икәүләп төрлө саралар ойоштора башланыҡ. Яңы 2015 йылды үҙҙәренең клубында ҡаршы ала ауыл халҡы. Яйлап кешеләр ылыға башлай. Әхирәте Фәнүзә менән халыҡтан китап йыйып, бер бүлмәлә йәмәғәт китапханаһы асып ебәрәләр. Былтыр уның нигеҙендә ысын китапхана асылып, эш урыны булдырыла, совхоз милкенә хужа булыусыларҙың эштәре хөртәйгәс, ике ҡатлы бина тотош уларға тороп ҡала. Бөгөн унда ауыл клубы, медпункт, почта бүлексәһе, тегеү цехы, китапхана, Ғафури районының сәсәндәр мәктәбе урынлашҡан. Балалар ҙа, ололар ҙа бик теләп йөрөй. Клуб ауылдың гөрләп эшләп торған мәҙәни үҙәгенә әйләнгән.– Әлдә шул ваҡытта йөрөп, клуб итеп юллап алып ҡалғанмын әле, сөнки һуңғы йылдарҙа Ватан ауылындағы олигархтар ташлап ҡасҡан биналарҙы, тауыҡ корпустарын һәм башҡа мөлкәтте ҡуртымға биреү йә иһә осһоҙ ғына хаҡҡа һатыу башланды. Ваҡытында клуб итеп яуланып алынмаһа, халыҡ әле мәҙәни усаҡһыҙ булыр ине. Клуб яулап алыу – минең халыҡ өсөн булған тәүге оло еңеүем, – ти Фәүзиә апай. Һәйкәлдәр тереләр өсөн Заманында “Родина” алға киткән агрофирма булһа ла, ауылда Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына һәйкәл ҡуйырға оноталар. Клубтың баҡсаһында үҫкән мәңге йәшел шыршылар янында яу батырҙарына обелиск ултырыуын күреү старостаның яҡты хыялы була. 2015 йылдың ҡышында ошо ниәтен тормошҡа ашырыу эшенә тотона.– Уны Еңеүҙең 70 йыллығына башҡарып сығырға ниәтләнем. Юллай башланым, район хакимиәте лә, хәрби комиссариат та был эшкә ярҙам итә алмайбыҙ, тине, – тип һүҙен дауам итә йәмәғәтсе. – Һуғышта ҡатнашҡан 41 кешенең исемдәре ауыл әүҙемселәре менән асыҡланды, уларҙың күбеһе менән бергә эшләнем, ҡайһыларын күреп беләм. Әлеге ваҡытта инде уларҙың береһе лә иҫән түгел. Район үҙәгендә иҫтәлекле мемориаль эшләгән Денис исемле оҫта менән һөйләштем, ул 85 мең һумға Карелиянан алдырған сифатлы мәрмәрҙән ләлә сәскәһе формаһында обелиск эшләп, унда 41 яугирҙең исемен яҙып бирергә ризалашты. Хәҙер ауыл старостаһының алдында 85 мең һум аҡса йыйыу бурысы тора. Ҡайҙан алырға, кемдән һорарға? Ауылда ярҙам итеүсе генә түгел, ә кәңәш биреүсе лә юҡ. Шулай ҙа был изге эште башҡарып сығырға кәрәк бит! Күп (ред.) милләтле ауыл халҡына мөрәжәғәт итмәксе була. Үҙе яҡын күреп ышанған бер нисә әхирәтенә исемлек тоттороп, урамдарҙы бүлеп бирә. Тик улар, был эште башҡара алмайбыҙ, кешеләр асыулана, аҡса бирмәйҙәр, тип баш тарта. Өй беренсә аңлатып йөрөй ул, кемдер бирә, кемдер бирмәй, ҡайһы берәүҙәре әрләп тә сығара. Өйгә ҡайтып кергәс, ниңә башланым был ауыр эште, тип илап та ала. Тормош иптәшенең, һин бик кәрәкле һәм изге эш башланың, нисек тә аҙағына еткер, ул ҙур иҫтәлек буласаҡ, тип әйтеүе уға йәнә дәрт өҫтәй.– Ошо һүҙҙәрҙән көс алып тағы сығып китәм. Шул ваҡытта янымда миңә рухи көс биргән ирем Әнүәр булмаһа, был ауырлыҡты нисек еңеп сығыр инем икән, әйтә алмайым, – тип хәтер йомғағын тарата староста. – Ул һәр яҡтан да иң ышаныслы ярҙамсым булды. Обелиск ултыртаһы урынды шыршылар янынан ғына ирем менән икәүләп һайланыҡ, ул нигеҙен ҡаҙҙы һәм ауыл эшҡыуары Александр Вечерин биргән цементтан нигеҙен ҡорҙо, уға ауылыбыҙҙың кейәүе Николай Лубин ярҙам итте. Ауыл хакимиәте башлығы Әмир Ғәйнетдин улы ла хәлемде аңлап, белешеп торҙо. Беҙ ваҡытында өлгөрҙөк. Шул саҡта кемдәр ярҙам иткән – барыһына ла ҙур рәхмәт! Үҙем йәшәгән ауыл халҡы өсөн тағы бер изге эш башҡара алыуым менән бәхетлемен! Был минең икенсе оло еңеүем булды. Ватан ауылының ҡасан барлыҡҡа килеүен эҙләп табып, 2018 йылда уның тәүге байрамын – 90 йылын киң билдәләү – барыһы ла ауыл старостаһы башлаған эштәр. Ә староста эшенә бер кем бер тин дә түләмәй! Был эште үҙең йәшәгән ауылды яратыу хаҡына ғына башҡарып була. Ауылдың тирә-яғын сүп-сарҙан таҙалауға ла ҙур көс һала староста. Нисәмә йыл өмәләр ойоштора торғас, ниһайәт, сәскәләр үҫә башлай ауыл урамдарында. Ватан үлеп бөткән еренән яңынан тыуҙы тип әйтергә була. Уның төҙөкләнеүендә, йәнләнеүендә Фәүзиә апайҙың оло хеҙмәте ята. Ауыл старостаһы әле ике йыл башланғыс кимәленә төшөрөлгән ауыл мәктәбен яңынан туғыҙ йыллыҡ итеүҙе юллай, атай-әсәйҙәр менән һөйләшеүҙәр алып бара.– Бөтәһе лә балаларының үҙебеҙҙең ауылда белем алыуын теләй. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов был тәҡдимгә ҡаршы түгел, сөнки беҙҙә мәктәп йәшендә 60-тан артыҡ бала иҫәпләнә, мәктәп бинаһы матур, капиталь ремонт та үткәрелгәйне, ашханаһы ла бар. Ғөмүмән, Фәнзил Фәиз улы эшләй башлағас, күп мәсьәләләрҙе хәл итеү еңелләште, – ти Фәүзиә апай. Сәсәниә Фәүзиә Ғафури районында Сәсәндәр мәктәбе ойошторолоуға быйыл дүрт йыл тула. Фәүзиә апайҙы 2016 йылда Өфөнән Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе итеп тәғәйенләп ҡайтарғас, районда йәмәғәт башланғысында әүҙем эш башлай ул.– Мине Көгөш йылғаһын Усолка тип йөрөтөүҙәре борсой ине. Был йылғаның бит башҡорт телендә тарихи исеме бар, – ти был хаҡта әүҙем йәмәғәтсе. – Үҙем ошо йылға буйындағы ауылда йәшәйем. Район етәкселегенә йөрөй торғас, республиканың 100 йыллығы алдынан дөрөҫ атамаһын яҙҙырыуға өлгәштем. Ғафури районының Сәсәндәр мәктәбе халыҡ араһынан ижадсылар табыуға ҙур иғтибар бүлә. Ул ике йыл рәттән район исемен йөрөткән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнөнә арналған бәйгеләр ойоштороп, байтаҡ ижадсыларҙы асыҡланы. Шулай уҡ 2019 һәм 2020 йылдарҙа Сәсәндәр мәктәбе тарафынан интернетта мәктәп уҡыусылары араһында “Ҡышҡы йәйғор” исемле ижад бәйгеһе ойошторола. Был бәйгеләр туған телдә ижад итеүселәрҙе асыҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индерә. Венер Исхаков
Читайте нас: