Өфө ҡалаһында йәшәүсе Александр Иванов осраҡлы рәүештә популяр блогер Юрий Дудьтың яңы сығарылышына эләгә. Юрий Ҡабарҙы-Балҡарҙа тапшырыу төшөрөп йөрөгөндә велосәйәхәтсе менән һөйләшеп киткән, ул иһә Өфөнән булып сыҡҡан. Йәйге ял мәлендә Мостай Кәрим исемендәге тау сусағына менеү маҡсаты менән велосипедта Өфөнән Кавказға юллана. Александр 17 көн инде юлда булыуы, 2500 саҡрым самаһы үтеүе һәм данлы яҡташыбыҙ Мостай Кәрим исемен йөрөткән тау түбәһенә артылырға йыйыныуы хаҡында һөйләгән. Өфөлә ул заводта слесарь булып эшләй икән. Һуңынан Александр UTV телеканалына интервьюһында Юрийҙы танымауын әйтте.— Уға ҡарап торам, йөҙө таныш икәнен аңлайым, ләкин уны иҫемә төшөрә алманым. Хушлашҡандан һуң ғына уның кем булыуын аңланым, - тине ул. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: Александр «вДудь» шоуының тамашасыларын хайран ҡалдырҙы һәм һоҡландырҙы.