+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2020, 18:25

Башҡортостан ирекмәндәренең эш тәжрибәһе башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ

Ирекмәндәр урман янғындары ваҡытында, йорттарға ут тоҡанғанда ла, кешеләр юғалғанда ла, юл фажиғәләре килеп сыҡҡанда ла тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙа, башҡаларҙың бәләһенә бер ваҡытта ла битараф ҡалмай.

Был турала Өфөлә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә белдерелде. Ирекмәндәр хәрәкәтенә арналған сарала Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереү буйынса баш идаралығы начальнигы Валентин Нелюбов, Башҡортостан идаралығы етәкселәре ҡатнашты. Ирекмәндәр урман янғындары ваҡытында, йорттарға ут тоҡанғанда ла, кешеләр юғалғанда ла, юл фажиғәләре килеп сыҡҡанда ла тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙа, башҡаларҙың бәләһенә бер ваҡытта ла битараф ҡалмай. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәте айыруса киң үҫеш алған. Белгестәр фекеренсә, ирекмәндәрҙең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге эште дөрөҫ итеп ойоштороуға бәйле. Башҡортостанда был хәрәкәткә яңы ағзаларҙы йәлеп итеү, уларҙың белемен камиллаштырыу, тәүге ярҙам алымдарын өйрәтеү уңышлы бара. Башҡортостандың эш тәжрибәһе иғтибарға лайыҡ, ирекмәндәрҙе туплау, берләштереү, уҡытыу эше яйға һалынған. Тағы шул мөһим-республикала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөүгә генә түгел, профилактикаға эшенә ҙур иғтибар бирелә. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереү буйынса баш идаралығы етәксеһе Валентин Нелюбов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы линияһы буйынса 500-ләп ирекмән эшләй, улар төрлө быуын вәкилдәре, һөнәр эйәләре. Әммә был кешеләрҙең барыһын да уртаҡ сифат – бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙыу теләге берләштерә. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ирекмәндәрҙең сафы артҡан һайын ҡотҡарылған ғүмерҙәр һаны ла күберәк буласаҡ тип иҫәпләй.
Читайте нас: