+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2020, 19:50

1 сентябрҙән балалар түңәрәктәре һәм секциялары үҙ эшен башлай

Тиҙҙән юғары әҙерлек режимы тураһында указға тейешле үҙгәрештәр индерелә.
«Театр миҙгелен асыу буйынса ла тәҡдимдәр көтәм», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республика Мәҙәниәт министрлығы башлығына.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 августа Башҡортостанда хроник сирҙәре булған 65 йәштән өлкәндәр өсөн изоляция режимы бөтөрөлдө.
1 сентябрҙән балалар түңәрәктәре һәм секциялары, шулай уҡ кинотеатрҙар үҙ эшен башлай. Төп шарт – санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү.
Бынан тыш, 1 сентябрҙән Башҡортостанда балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм балаларға өҫтәмә белем биреү ойошмалары асыла.
Ошо уҡ көндән колледждарҙа беренсе һәм сығарылыш курстары студенттарының көндөҙгө уҡыуҙары башлана, шул иҫәптән улар ятаҡҡа урынлаштырыла.
Ҡалған курстар өсөн уҡыу (производство) практикаһы йәшәгән урын буйынса ойошторола. 2 октябрҙән колледждарҙың бөтә студенттары көндөҙ уҡый башлай, шул иҫәптән Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡарары буйынса дистанцион уҡыу менән аралаштырыла.
Юғары уҡыу йорттарында бакалавриат, белгеслек һәм магистратураның беренсе курс студенттары 1 сентябрҙән 1 ноябргә тиклем көндөҙ уҡый, ятаҡҡа урынлаштырыла, башҡа курстар өсөн дистанцион белем биреү ойошторола.
2 ноябрҙән беренсе семестр тамамланғансы беренсе курстар дистанцион режимға күсерелә. Ҡалған курстар көндөҙ уҡый башлай, шул иҫәптән ятаҡҡа урынлаштырыла.
https://www.bashinform.ru/news/1487041-v-bashkirii-otkryvayutsya-bani-i-sauny-khabirov/
Галина Бахшиева
Теги: Хәбиров
Читайте нас: