-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2020, 13:45

ИҢ ҠИММӘТЛЕҺЕ

Ике аҙнанан уға посылка килеп төшә. Эсендә – теге ҡумта. Асып ҡараһа – «Минең менән уҙғарған ваҡытың өсөн рәхмәт!» тип яҙылған алтын кеҫә сәғәте...

Бер кеше бала сағында күрше бабай менән дуҫ булған. Йылдар үтә торған, уҡыу башланған, егеттең шөғөлдәре барлыҡҡа килгән, артабан – эш һәм шәхси тормош... Йәш ирҙең бер минуты ла буш булмаған,
үткәне хаҡында уйларға ла, яҡындары өсөн дә ваҡыты ҡалмаған.
Бер мәл ир күрше ҡарттың вафаты хаҡында ишеткән – һәм, көтмәгәндә, малайҙың үлгән атаһын алмаштырырға тырышҡан бабайҙың уны күп нәмәгә өйрәтеүен иҫенә төшөргән. Ғәйебен танып, күршеһен ерләшергә ҡайтҡан.
Кис көнө ир бабайҙың бушап ҡалған өйөнә юлланған. Барыһы ла элеккесә – үҙ урынында. Тик, ҡарт әйтмешләй, уның өсөн иң ҡиммәтле нәмә һаҡланған алтын ҡумта юҡҡа сыҡҡан. Туғандарының берәйһе алғандыр, тип уйлап, ир өйҙән сыҡҡан. Ә ике аҙнанан уға посылка килеп төшкән. Эсендә – теге ҡумта. Асып ҡараһа – «Минең менән уҙғарған ваҡытың өсөн рәхмәт!» тип яҙылған алтын кеҫә сәғәте, ти. Аңлаған: бабай өсөн иң ҡиммәтлеһе бәләкәй дуҫы менән уҙғарған мәл булған икән. Шунан башлап ул ҡатынына һәм улына күберәк ваҡытын бүлергә тырышҡан.
ҒҮМЕР ҺУЛЫШ АЛЫУ ҺАНЫ МЕНӘН ИҪӘПЛӘНМӘЙ. УЛ ЯҠЫНДАРЫБЫҘҒА БАҒЫШЛАҒАН ВАҠЫТ, БҮЛГӘН ИҒТИБАР, ЯҠШЫ ЭШТӘР МЕНӘН ҮЛСӘНӘ.
Читайте нас: