– Эй, бәләкәс, һин аңламаҫһың шул, – тип ҡул һелтәгән.Малайға теге апай тағы ла нығыраҡ илап ебәргән төҫлө тойолған.– Апай, һинең берәй ерең ауыртамы? Шуға илайһыңмы? Мә, һиңә уйынсығымды бирәм, – тип йыуатырға тырышҡан.Был мәрхәмәтле һүҙҙәрҙән һуң ҡатын үкһергә тотонған.– Эй, малай, – тип яуаплаған ул, – мин берәүгә лә кәрәкмәйем, мине берәү ҙә яратмай...Малай етди итеп ҡараған да:– Ә һин ысынлап бөтәһенән дә һораныңмы?... – тигән аптырап.
Ҡайһы саҡта өлкәндәргә тормошто аңлау өсөн ошондай балаларса, әммә мәғәнәле һорау, балаларҙағы эскерһеҙлек етмәй шул. күп уйлап, хәлде ҡатмарлаштырабыҙ ғына. баҡһаң, бәғзе ваҡыт күңел менән тойоу ғына кәрәк.