+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2020, 16:17

Эттәр боролоп ҡарарлыҡ булмаһын

- Әсәй, ниңә урамдағы бөтә малайҙар ҙа мине һыуытҡыс тип үсекләй ул?- Аристон, уларға иғтибар итмә, йәме! Заманға эйәреп, моданан артта ҡалып булмай инде тип, балаларыбыҙға ҡолаҡҡа ятмаған исемдәрҙе ҡушмайыҡ! Кеше тыуғас та алған исемен ғүмере буйы йөрөтә. Хатта исем-шәрифтәре әҙәм балаһының яҙмышында ҙур роль уйнай, уның бар булмышын билдәләй, ти ололар. Шуға күрә лә сабыйығыҙға исем һайлағанда үтә лә яуаплы ҡарағыҙ, йәмәғәт. Урамда балағыҙға өндәшкәндә эттәр боролоп ҡарарлыҡ булмаһын. Нил тигән Африка йылғаһы исемен йөрөтә бәғзеләр, ә бына берәй ҡара тәнлегә Ағиҙел тип ҡуштылармы икән? (Әйҙәгеҙ бергәләп матур башҡорт исемдәрен атап китәйек).

МЕНЕП ЯТ БУЛЫР ИСЕМЕҢ,БАЛАМ
йәки Заманға эйәреп, балаларыбыҙға ҡолаҡҡа ятмаған исемдәрҙе ҡушмайыҡ!Элегерәк Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында Хәйернас мулла була торғайны, тип һөйләй ололар. Мулла тигәс тә, әлепте таяҡтан айыра белгәс, йөрөгәндер инде шунда ҡайҙандыр отоп алған бер-ике сүрәне яттан һөйләп. Был ҡарт, етмәһә, ҡолаҡҡа ла ҡатыраҡ, имеш. Бер шулай, Ялсыҡайҙың бер уҙаманы ғаиләһендә ир бала донъяға килгән. Сабый тыуғас, ата-бабалар­ҙан килгән изге йола буйынса, исем ататырға кәрәк. Мәле еткәс, ғаилә башлығы, ике йыл рәттән ҡыҫыр ҡалған кәзәһен һуйып, мулла бабайҙы исем туйына саҡыра.ҡарт әбейен етәкләп саҡырылған ваҡытҡа бала тыуған йортҡа килә. Хәл-әхүәл һорашып, шартына килтереп ҡул сайып, ҡабартылған мендәргә менеп ҡунаҡлағас, тауышын ҡалыныраҡ сығарырға тырышып, Хәйернас ҡарт һорап ҡуя:− Йә, хуш. Уландың исеме нисек буласаҡ инде, балалар?− Ринат була, бабай, Ринат тип ҡушырһығыҙ инде. − Мирфәйез дә, ҡатыны ла, малайҙарын ҡосаҡлап, Хәйернас ҡарт алдында өтәләнеп тора.Был мәлдә йәш кәләштең аҡҡоштоҡолай ҡабарынҡы түштәрен, сейәләй һутлы иренен, тал сыбығылай һығылмалы билен, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡаштарын, һөйөү наҙы ғына бөркөп торған сөм ҡара күҙҙәрен күргән мулла бабайҙың тәненән электр тогы йүгергәндәй була. Ул асҡан ауыҙын яба алмай байтаҡ ҡына ултырғас, ниһайәт, иҫенә килеп, һүҙ башлай.− Ярай, улай булғас, Хоҙайға тапшырайыҡ, эһем…Хәйернас ҡарт рәтенә килтереп, Ғәлиәбаныу көйөнә һалып, белгән аяттарын теҙеп алып китә. Шунан эйелеп мендәргә һалынған баланың ҡолағына өрә, ә үҙенең ике күҙе − йәш килендә.− Атай-әсәйең бик матур исем һайлаған икән, иншалла, атың менеп ят булыр, балам, өф-өф…− Ринат тигәйнек бит, бабай, Ринат...− Эйе-эйе, ишетәм, балалар. Менеп ят, собханалла…Йылдар үткән, Ринат үҙе лә хәҙер ҡырҡ йәшен йүгәнләп, иллеһенең арҡаһына эйәр һалырға йыйынған ир уҙаманы. Үҙенең дә ғаиләһе бар, балалары менән итәк тулған. Шулай ҙа эш көнөнән һуң арманһыҙ булып, йортона ҡайтҡан саҡтарында ҡатыны:− Бауыр киҫәгем, тамаҡ ялғап ал да, менеп ят, урын йәйелгән, − тиһә, ҡыҙа ла китә, имеш.Был булған хәлде миңә ҡайным һөйләгәйне. Әле исемдәр донъяһына сәйәхәт ҡылырға уйлағанда, ҡапыл ғына иҫемә төштө. Юҡ-бар туҙға яҙмаған исемдәр менән тулып китте һуңғы ваҡытта тормошобоҙ. Элекке Аҡсулпан, Зөбәйҙулла, Мәүлетхан, ҡарлуғас, Нурзидә, Һәҙиәләрҙе хәҙер ишетермен тимә.Һәр замандың үҙ исем-атамаһы, тиер бәғзе берәүҙәр. Ана бит Октябрь түңкәрелешенән һуң тыуған сабыйҙарға ниндәй исемдәр биргәндәр: Вилен (Владимир Ильич Ленин, йәнәһе), Марлен (Маркс – Ленин), Лелюд (Ленин любит детей), Роблен (Родился быть ленинцем), Ким (Коммунисти­ческий интернационал молодежи), Лес (Ленин – Сталин) һәм башҡалар. Тағы әллә ниндәй бөтөнләй ҡолаҡҡа ятмағандары ла бар әле уларҙың. Лориэрик тигәнен таптым яңыраҡ интернет селтәрен гиҙгәндә. Кеше ҡолағына аңлайышлыраҡ итеп әйтһәк, Ленин, Октябрь революцияһы, индустриализациялау, электрификациялау, коллективлаштырыу тигән һүҙ була инде был.Ул осорҙа ата-әсәләр ҡыҙҙарына ла шундай “күркәм” исемдәр биргән. Нинель (Ленин һүҙенең киреһе), Изаида (иди за Ильичем, детка), Изила (исполняй заветы Ильича), Эрлена (эра Ленина), Даздрапермая (да здравствует Первое мая!) һәм Энгельсина егеттәрҙең күңелдәренә мөхәббәт ойотҡоһо һалған.Энгельсина тигәс, бер мәрәкә иҫкә төштө, һөйләйем әле һеҙгә лә. Көйөргәҙе районының ҡотлоюл ауылында йәшәгән бер ғаиләлә ир бала донъяға килгәс, ата-әсәһе теге бисараны Маркс тип нарыҡлаған, имеш. Бер нисә йылдан, быларҙы ҡыуандырып, тағы бер малай тыуған. Быныһына инде Энгельс исеме биргәндәр. Моданан артта ҡалмайыҡ, тигәндәрҙер инде.Сабый хәжәтен үтәгән һайын ата-әсәһе ярайһы ғына ҡул араһына инеп барған өлкән улдарына ҡысҡыра икән: “Маркс улым, ана, Энгельс мырҙаң кәкәй иткән, бар, аҫтын һөрт!”Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдары ауылдарҙа урта хәлле крәҫтиәндәрҙе ҡыйратып, ярлы-ябағаны колхоздарға туплау, сәнәғәт өлкәһендә индустриялаштырыу үткәреү һымаҡ сәйәси ваҡиғалары менән тарихҡа уйылып ҡалған. Төньяҡ ҡотопто ныҡлап үҙләштереү ҙә тап ошо йылдарға тура килә. Был ваҡиғалар әҙәм балаларының исем-шәрифтәрендә лә асыҡ сағыла. Мәҫәлән, Оюшминальда (Отто Юльевич Шмидт на льдине), Лагшмивара (лагерь Шмидта в арктике), Панальдина (Папанин на льдине) һәм башҡалар. Был исемдәрҙе ир-атҡа ҡушҡандармы, әллә гүзәл заттарғамы – быныһын Хоҙай үҙе генә белә.Әсәйем һөйләгәйне. Утыҙынсы йылдар аҙағында уларҙың ауылында бер малайға Адольф тигән исем биргәндәр. Бирһәләр ҙә биргән­дәр­ҙер, ни тиһәң дә, фашистар беҙҙең илгә ҡоторған эттәр шикелле ябырылғанға тиклем, Сталин менән Гитлер араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булғанлығын барыбыҙ ҙа белә. Һуғыш башланғас, теге баланың исемен Айратҡа үҙгәрткәндәр. Кескәй Адольф йөрөр ине юғиһә ауыл малайҙарынан туҡмалып.Дәүләт менән бөтөн совет илен ҡара диңгеҙҙән алып Аҡ диңгеҙгә ҡәҙәре кукуруз менән тултырырға хыялланған Никита Сергеевич Хрущев етәкселек итә башлағас, йәнә береһенән-береһе ғәжәйеп исемдәр барлыҡҡа килә. ҡыҙҙарға Нисерха (Никита Сергеевич Хрущев), малайҙарға Кукуцаполь (Кукуруза – царица полей) тип ҡуша ҡайһы бер ағай-эне.Алтмышынсы йылдар башында илдә Юралар күбәйеп китә. Был аңлашыла ла, сөнки Юрий Гагарин тәүге тапҡыр йыһанға оса.Һикһәненсе йылдар аҙағында, туҡһанынсы йылдар башында ҡыҙ балаларға Изаура тигән исем биреү модаға инде. Хәтерегеҙҙә булһа, тап ошо ваҡытта “ҡол ҡыҙ Изаура” исемле Бразилия сериалы “зәңгәр экран”дарға сыҡҡайны. Хатта был исемде бәғзе берәүҙәр балаларына ғына түгел, һыйырҙарына, эттәренә, бесәйҙәренә, ҡош-ҡорттарына ла ҡушты шикелле.СССР тигән бөйөк дәүләт тарҡалып, ил менән хакимлыҡ итеү Борис Ельцинға һәм уның тирәһендә өйрөлгән ялағай ҡуштандарына күскәс, кешеләр йәнә яңы исемдәр уйлап табырға кереште. Шулай Мафибесна (мафия бессмертна) һәм Ебелдос (Ельцин, Белый дом, свобода) тигәнерәк ҡолаҡҡа бөтөнләй ят исемдәр барлыҡҡа килде. Бындай исемдәр бер рустарҙа ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа халыҡтарында ла, шул иҫәптән башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа ла булды. Әле лә бар беҙҙең милләттәштәребеҙ араһында туҙға яҙмаған исемдәр. Һуңғы йылдарҙа ҡыҙ балаларға Анжела, Ангелина, Алина, Розалина, Анжелина, Сабина, Инга, Рузанна, Эльвелина, Жасмина, Зарема, Ракель тип ҡушыу айырыуса киң таралды. Малайҙар араһында Эмир, Валерик, Радмир, Адис, Тимур, Руслан, Эдуард, Альберт, Марсель, Фларис, Эмилдәр күбәйҙе. Балаға исем ҡушыу ифрат яуаплы бурыс. Кеше тыуғас та алған исемен ғүмере буйы йөрөтә. Хатта исем-шәрифтәре әҙәм балаһының яҙмышында ҙур роль уйнай, уның бар булмышын билдәләй, ти белгестәр. Шуға күрә лә сабыйығыҙға исем һайлағанда үтә лә яуаплы ҡарағыҙ, йәмәғәт. Урамда балағыҙға өндәшкәндә эттәр боролоп ҡарарлыҡ булмаһын.Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Читайте нас: