Юлайға “Карманнай” ҡушаматы балалар баҡсаһында уҡ тағылды. Сытырман йәбеште. Дегәнәк кеүек. Бөргәктәй һырыны. Салбарыңа, итәгеңә йәбешкән дегәнәкте, бөргәкте таҙартып була, тик бер йәбешкән ҡушаматтан ғына ҡотолормон тимә. Ҡушамат – ғүмерлек. Мәңгелек. Шуға күрә уға күнергә генә ҡала. Йә булмаһа, холҡоңдо үҙгәртеп, кешеләрҙең хәтеренән, теленән ҡушаматыңды алып ташлатаһың.
Малайҙар үҙен “Карманнай” тип эләкләп, ныҡ ыҙалатҡас, бер көн урамдан, кәйефе төшөп, илар сиккә етеп ҡайтҡан Юлай өләсәһенән:
– Өләсәй, ниңә улар миңә “Карманнай” тип әйтә ул? Мин бит хәҙер ул һүҙҙе әйтмәйем, ҡулъяулыҡ тип һөйләшәм... – тип һораны.
– Әйтһендәр, әйткәндән ни булған, балам. Тел һөйәкһеҙ, – өләсәһе уны яурынынан ҡағып алды. – Әйтерҙәр ҙә, телдәре талғас, туҡтарҙар...
– Туҡтамайҙар бит, өләсәй, хәҙер мәктәптә исемем менән уҡытыусылар ғына өндәшә. Ҡалғандары барыһы ла – “Карманнай ҙа карманнай”. Шунан башҡа һүҙ белмәйҙәрме икән?
– Белмәһендәр, ә һин уларҙы ишетмә лә, күрмә лә, балам…
– Ә ҡулъяулыҡты ниңә карманнай тип әйтәләр һуң, өләсәй? Һин бит һаман да шулай тип һөйләшәһең. Атайым менән әсәйем ҡулъяулыҡ, ти...
– Карманнай карманнай инде. Беҙ шулай әйтеп өйрәндек инде бала саҡтан. Ҡулъяулыҡ тигәнен белмәнек. Ниңә улай килеп сыҡҡанын ғына әйтә алмайым. Һин бер нәмә лә өндәшмә, балам, улай тип әйтһәләр, үсекмә лә, туҙынып та китмә...
– Бер туҡтауһыҙ үсекләһендәр ҙә, нисек инде үсекмәҫкә инде, өләсәй?
– Карманнай тип әйтә торғас, күрерһең, ҡушаматы шулай тип әйткән кешеләрҙең үҙҙәренә йәбешәсәк. Һине онотасаҡтар...
– Нисек йәбешәсәк, өләсәй? – Юлайҙың күҙҙәре янып китте.
– Нисек, тип ни, беҙ ни өсөн кәкүкте – кәкүк, ҡарғаны – ҡарға, айыуҙы айыу тип атайбыҙ һуң?
– Әллә? Белмәйем, ни өсөн һуң?
– “Кә-күк” тип саҡырғаны, “ҡар-ҡар” тип ҡарҡылдағаны, “ау-ау” тип үкергәне өсөн...
– Бына ҡыҙыҡ буласаҡ, өләсәй. Атыу миңә бынан һуң ишетмәмешкә һалышырға кәрәк инде. Бына ҡыҙыҡ буласаҡ. Беҙҙең мәктәптә күүүп “карманннай”ҙар синыфы барлыҡҡа киләсәк...
Ейәнен тынысландыра алғаны өсөн уғата ҡыуанды өләсәһе. Ни тиһәң дә Юлайға ошондай ҡушамат тағылыуына ул сәбәпсе. Тап шул арҡала мәктәптә һәм урамда тиҫтерҙәренең саҡма теленә ҡалып ныҡ ыҙалағанын күрә-һиҙә ине. Әле яйын тапты өләсәһе. Юлай, бер ни булмағандай, елдереп, кире урамға уйнарға сығып китте.
Сәбәпсе тигәндән, ейәне тәүҙә ясли төркөмөнә йөрөнө. Әсәһе алып барҙы. Унан айырылырға теләмәне улы. Тәрбиәсе апаһы малайҙы ҡабул итеп алды. Юлай, әсәһенә ҡулын һуҙып, иларға тотондо:
– Әсәй, әсәй, мине бында ҡалдырма... – Юлай әсәһенә йәбеште.
– Юҡ, ҡалдырмайым, улым, мин хәҙер эшемә генә барып киләм. Һин бында, ана, малайҙар һәм ҡыҙҙар менән уйнап тор, йәме. Әгәр оҙаҡлаһам, атайың йә өләсәйең килеп алыр…
– Ҡасан килеп алаһың, әсәй?
– Әсәй, өләсәйемә әйт, мине хәҙер ул килеп алһын...
Әсәһе Юлайҙан көскә айырылып инде төркөмдән сыҡтым тигәндә улы итәгенә йәбешә.
– Әсәй, әсәй, минең карманнайым ҡайҙа?
Әсәһе кеҫәһенән уға ҡулъяулыҡ алып бирә:
– Бына, балам, карманнайың. Юғалтма, йәме. Ҡулыңда ғына тотоп йөрө…
– Әсәй, атайым менән өләсәйемә хәҙер үк телефондан әйт. Мине килеп алһындар…
Карманнай һүҙе – өләсәһенеке. Яҡты донъяға тыуғанынан алып үҙенән бер минутҡа ла айырылмаған өләсәһе ҡулъяулыҡты шулай атай. Ауылса. Мәҙәк итеп. Карманнайына әүрәне Юлай. Шул арала әсәһе сығып та йүгерҙе. Эшенә ҡабаланды.
Әсәһенең янында юҡлығын һиҙеп ҡалған малай түгелеп иланы. Тыбызыҡланы. Бейеп-бейеп алды. Яҡын кешеһенән тәүге тапҡыр айырыла ине ул. Тәрбиәсе апайҙары нисек тымыҙырға белмәне. Башҡа бер нәмәгә лә әүрәмәне ул. Айыуҙар ҙа ҡыҙыҡ түгел. Ҡуяндар ҙа. Машиналар ҙа. Уйынсыҡ компьютеры ла кәрәкмәй. Ярай әле ҡулында карманнайы бар. Шуға һыйынды. Оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. Еҫкәне. Өләсәһе, әсәһе, атаһы менән бәйләүсе карманнайы. Илап арығас, күҙ йәштәрен дә шуға һөрттө. Ашағанда ла ҡулынан төшөрмәне. Йоҡлағанда янына һалды. Тертләп уянып китһә, ҡапыл тороп:
– Ҡайҙа минең карманнайым, карманнайым, – тип, илай-илай, эҙләргә тотондо.
Төркөмөндә шуҡ малайҙар бар. Шулар ыҙалатты. Ҡарап ҡына торҙолар. Йоҡлап ятҡанында, йәки ҡулъяулығын ҡайҙалыр һалып торған арала, алып ҡасып, йәшерер булды шулар. Эҙләп зыҡ ҡупты. Табалмаһа, иланы. Апайҙары алмашҡа икенсе ҡулъяулыҡ бирһә, алманы. Үҙенекен таптырҙы. Хатта талап итте. “Карманнайым, карманнайым”, тип күҙ йәше түгеүсе Юлай күптәргә көлкө ине. Йәл һымаҡ та тойолдо.
– Һиңә карманнай түгел, бына ҡулъяулыҡ бирәбеҙ, – тип өндәшеп ҡараны Әлфиә исемле тәрбиәсе, көлөмһөрәп.
– Юҡ, миңә ҡулъяулыҡ түгел, үҙемдең карманнайым кәрәк, – булды апаһына уның яуабы.
– Юҡ, түгел, һинеке – ҡулъяулыҡ, ә минеке – карманнай…
Ете йәше лә тулды Юлайҙың. Мәктәпкә барҙы. Ҡушаматы ла эйәреп килде. Балалар баҡсаһына бергә йөрөгән малайҙар һәм ҡыҙҙар менән “карманнай”ы ла мәктәп буҫағаһын аша атлап үтте. Балалар баҡсаһында Юлай тигән исеме булһа, бында тора-бара тик “Карманнай”ы ғына тороп ҡалды.
Бигерәк тә малайҙар оторо шашты. Улар ҡағыҙ киҫәктәренә “карманнай” тигән һүҙ яҙып, тәнәфестә Юлайҙың китап, дәфтәрҙәре араһына, сумкаһына, күрмәгәндә генә кеҫәләренә тултырҙы. Был эш менән булышҡандарын күреп ҡалған малай шундуҡ улар менән һуғышырға тотондо. “Карманнай” өсөн бик күптәрҙең танауын ҡанатты Юлай. Ҡушаматы үҙенә лә мул ғына туҡмаҡ эләгеүгә сәбәпсе булды.
Алтынсы синыфта уҡығанда ҡушаматы Юлайҙы артабан түҙеп тора алмаҫлыҡ хәлгә еткерҙе. Араларында шиғыр яҙыусылар ҙа бар ине. Улар Юлай хаҡында төртмә шиғыр ижад итеп, мәктәпкә таратты. Тиҙ арала барлыҡ уҡыусылар шиғырҙы ятлап алды. Һәр береһе Юлайҙы күреп ҡалыу менән шиғырҙы һөйләй башланы:
Был шиғырҙы яҙыусы малайҙың Әхмәт икәнлеген белә ине Юлай. Тешен ҡыҫып, ике көн түҙеп йөрөнө. Өләсәһенең “күрмәмешкә һалыш” тигән кәңәшен дә онотманы. Әммә ғәрләнеүе еңде. Спорт залында яйы сыҡты. Физкультура дәресендә. Әхмәттең әпәй шүрлегенә менеп төштө. Танауы ҡанаған “шағир”, илай-илай, туп-тура директор бүлмәһенә йүгерҙе. Әҡсән Сәғит улы малайҙар менән бик ҡаты итеп һөйләште:
– Юлай, һин ни өсөн синыфташың Әхмәттең танауын ҡанаттың? Аңлат, барыһын да һөйләп бир?
– Ул мине “карманнай” тип үсекләй. Мына, шиғыр ҙа яҙған. Мәктәпкә таратты…
Юлай усындағы бөгәрләнеп бөткән ҡағыҙ киҫәген директорға һуҙҙы. Мәктәп хужаһы, күҙлеген кейеп, ҡағыҙҙы йәйеп, уҡырға кереште. Унда яҙылғандар ҡапыл ғына аңына барып етмәне, булһа кәрәк. Ҡабат-ҡабат уҡып сыҡты. Ни асыуланырға, ни көлөргә белмәгән ҡиәфәттә бер аҙ торғас:
– Карманнай… һе… Беҙ ҙә бәләкәй саҡта ҡулъяулыҡты карманнай тип әйтә торғайныҡ. Ниңә, улай ғына мәрәкәләүҙәр була инде, Юлай, һин юморҙы аңлап етмәгәнһең бит… – тине, малайға боролоп.
Директорҙың был һүҙҙәренән һуң Юлайға бөтә мәктәп, директор, уҡытыусылар – барыһы ла уға ҡаршы берләшкән һымаҡ тойолдо. Ул хәтһеҙ ваҡытҡа өнһөҙ ҡалды. Шулай ҙа үҙендә директорға ҡаршы әйтерлек көс тапты.
– Әҡсән Сәғит улы, һеҙ ҙә минән көләһегеҙ. Бөтә мәктәп көлә. Етмәһә, мине мыҫҡыл иткән Әхмәтте яҡлайһығыҙ…
Мәсьәләнең етди төҫ ала барғанын тойоп өлгөргән директор ҡапыл тактикаһын үҙгәртте. Хәҙер инде Әхмәткә һөҙөп ҡараны:
– Әхмәт, һин ни өсөн синыфташыңды мыҫҡыллап был шиғырҙы яҙып тараттың?
– Мине ней, мин... – Әхмәттең теле тотлоҡто, шулай ҙа башлағанын әйтеп бөтөр ҙө, – мин генә түгел бит, бөтә мәктәп уны “Карманнай” тип үсекләй бит...
– Үсекләһә һуң, бына һинең үҙеңдең ҡушаматың нисек?
– Шунан, һине бер тапҡыр булһа ла Юлайҙың “Кәтүк” тип үсекләгәне, көлөп шиғыр яҙғаны булдымы?
– Шулай булғас һуң. Бынан был яғына һабаҡташыңдан көлөп шиғыр яҙыр булһаң, атай-әсәйеңде мәктәпкә саҡырып, тәртибеңде тикшерәбеҙ. Бүтән шиғыр яҙаһыңмы?
– Яҙмайһың, хәҙер Юлай алдында ғәфү үтен һәм ҡулыңды бир...
– Ғәфү ит мине, Юлай, бүтән ундай шиғыр яҙмайым...
Малайҙар бер-береһенең ҡулын ҡыҫышты.
– Ишетһен ҡолағығыҙ, һеҙ хәҙер донъялағы иң яҡын дуҫтар
…Мәктәп директоры Юлай менән Әхмәт араһындағы был низағы шулай икеһенең араһында ғына хәл итергә, ғәм алдына сығармаҫҡа бар көсөн һалһа ла, ваҡиға башҡа юҫыҡ алды. Илдең ауыҙын ябып булмай. Кемдер Әхмәттең Юлайға төрттөрөп яҙған был шиғырын Интернеттағы социаль селтәргә ҡуйған. Өҫтәүенә малайҙар уҡыған синыфтың махсус төркөмө – “Карманнайҙар синыфы” – барлыҡҡа килгән. Бер төн эсендә байтаҡ ҡына репостар яһалып, 10 меңдән ашыу лайк ҡуйылған.
Шулай итеп, малайҙар уҡыған синыф, мәктәптәре бер төн эсендә райондағы, республикалағы, илдәге, донъялағы “иң данлыҡлы” мәктәпкә әүерелгән. Бер-бер артлы район мәғариф бүлегенән, республика Мәғариф министрлығынан, гәзит-журналдар, радио һәм телевидение редакцияларынан шылтыратыуҙар китте.
Юлайҙың ахмалға төшкән ата-әсәһе иртәгеһенә үк мәктәп директорына үҙ талабын ҡуйҙы:
– Улыбыҙҙы ниңә улай мыҫҡылларға юл ҡуяһығыҙ, Әҡсән Сәғит улы? – булды Салауат ағайҙың дәғүәһе.
– Әгәр ҙә был мәсьәләне юлға һалмаһағыҙ, Әҡсән Сәғит улы, беҙ юғарыға ялыу менән барасаҡбыҙ. Улыбыҙ һеҙҙең мәктәптә башҡа бер көн дә уҡымаясаҡ, – булды Гөлсирә апайҙың дәғүәһе.
Ата-әсәләр, уҡытыусылар, район мәғариф бүлеге инспекторҙары ҡатнашлығында киңәйтелгән мәктәп йыйылышы үтте. Унда ҡатнашыусылар барыһы ла үҙ фекерҙәрен әйтте. Һуңғы һүҙ Юлайға бирелде. Уның телмәре бик ҡыҫҡа булды:
– Мин был мәктәптә уҡымаясаҡмын...
Дөйөм тынлыҡ урынлашты. Йыйылышҡа килеүселәр бер-береһенә ҡарашты. Шул саҡ район мәғариф бүлегенән килгән вәкил:
– Әгәр ҙә Юлайҙың, ата-әсәһенең теләге булһа, бәлки, уны Өфөләге берәр башҡорт гимназия-интернатына уҡырға ебәрербеҙ. Уларҙы күндереү, Юлайҙы урынлаштырыу мәсьәләһен район мәғариф бүлеге үҙ өҫтөнә ала...
Күренекле шағир исемен йөрөткән республика гимназия-интернатына Юлай шул рәүешле барып эләкте. Нимә тиҙәр әле: “Бәхет юҡ ине, бәхетһеҙлек ярҙам итте”ме? Күптәр хыялында ғына йөрөткән, төшөндә генә күргән мәктәпкә ул, шулай итеп, аҙна эсендә барып урынлашты. Тәүге мәлдә генә ҡыйын булды уға. Аҙаҡ яңы дуҫтар тапҡас, барыһы ла онотолдо.
Шиғриәттең сихри көсөмө, әллә әлеге лә баяғы “карманнай” һүҙенең хикмәтеме, ул уҡып киткән ауыл мәктәбе донъялағы иң данлыҡлы, иң таныулы мәктәпкә әүерелде. Элегерәк төрлө кимәлдәге әһәмиәтле саралар үткәреп тә, улар хаҡында гәзит-журналдар ҙа яҙып сығып та өлгәшә алмаған абруйҙы мәктәптәре “карманнай” ға төрттөрөп яҙылған шиғыр ярҙамында яуланы. Һуңыраҡ социаль селтәрҙәге “Карманнайҙар синыфы” төркөмөндә Вәли Әхмәтов тигән тел ғалимының шундай яҙыуы пәйҙә булды:
“Карман” һүҙенең нигеҙендә төрки тамыр – “бармаҡ” ята. Башҡа телдәрҙәге “армреслинг”, “арматура” һүҙҙәрендә лә шул уҡ тамыр. Уларҙың “арм” өлөшө “бармаҡ”та бар. Тимәк, нимә ул “карман”? Ул – “бармаҡ”ты, йәғни ҡулды, һала торған урын. Шуға күрә ҡайһы бер төбәктәр ҙә ҡулъяулыҡты ололар һаман да “карманнай” тип әйтә икән. Был күренеш урыҫ телендәге “карман”дың “бармаҡ”тан килеп сығыуына тағы бер дәлил...”
“Карманнай” тип әйтә торғас, күрерһең, ҡушаматы шулай тип әйткән кешеләрҙең үҙҙәренә йәбешәсәк. Һине онотасаҡ тар...” – тип әйткәйне Юлайҙың өләсәһе теге саҡта. Ул бит хаҡлы булған. Малайҙың ҡушаматы ауыл мәктәбендә тороп ҡалды. Улай ғына ла түгел, ул уҡыған синыфты – “Карманнайҙар синыфы”, мәктәпте “Карманнайҙар мәктәбе” тип атап йөрөтә халыҡ. Халыҡтың теленә бер эләктеңме, бөттөң тигән һүҙ. Ҡушамат йәбешә. Дегәнәк кеүек. Бөргәктәй һырый.