Әсә, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, май шәм ала ла тоҡандырып ебәрә. “Бына – май шәм, ә был – мин! Май шәмдең уты – минең һеҙгә булған һөйөүем”, – ти.Шунан тағы ла бер май шәм ала ла үҙенең шәменән ут ҡабыҙа.– Был – минең баш балам, мин уға утымды бирҙем, үҙемдең уға булған һөйөүемде. Минең ут биреүемдән май шәмдә ут кәменеме әллә? Элеккесә ҡалды!Шулай тигән дә әсә, нисә балаһы бар, шунса май шәм яндырған… Ә үҙенең шәмендәге уты һаман да шул көйө ҙур, яҡты булып балҡып яна биргән…