-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2020, 14:28

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Тәбиғәттәге бәрелешеүҙәр...

Март айында Хәйбулла яҡтарына барып ҡайтҡансы (1000 саҡырым тирәһе) юлда машина тәгәрмәсе аҫтында тапалып үлгән ете төлкө һананым. Ул арала ике генә тере төлкө осраны. Кешеләр машина тәҙрәһенән ташлап киткән ҡалдыҡтарға әүрәй икән улар. Ә бер ауылдан сыҡҡан саҡта сәйер күренешкә юлыҡтыҡ: юл өҫтөндә, аҡ ҡарҙа үле турғайҙар һибелешкән!.. Водителебеҙ, ҡоштар белгесе, әлеге хәлде былай тип аңлатты: машина бик шәп килгән, шуға юл аша осоп үтеп барыусы ҡоштар тубы уның тиҙлеген самалап өлгөрмәй, маңлайға-маңлай төкөшкәндәр. Аэропорттарҙа ҡоштар менән самолет бәрелешеүен булдырмау өсөн махсус хеҙмәт бар икәнен дә беләбеҙ. Кеше йәшәйеше менән ҡырағай тәбиғәт араһында көрәш, ҡапма-ҡаршы торош мәңге барасаҡ. Был кеше үҙен был донъяла беренсел тип иғлан итеп, ҡалған йән эйәләрен күпкә кәм һанай башлаған замандан бирле килә. Хәҙер инҡар итерлек түгел – кеше был көрәштә еңеп сыҡты, бөгөн башҡа тереклек беҙҙең ярҙамға һәм ҡурсалауға мохтаж. Дәғүәселәр юҡ түгел. Өфөлә әленән-әле машина менән мышы, болан һымаҡ эре кейектәрҙең бәрелешеүе тураһында мәғлүмәт килеп сығып тора. Һуңғыһында хатта ике кеше үлеүе тураһында хәбәр иттеләр. Кем ғәйепле булыуын асыҡлауы ҡыйын – атта ла, тәртәлә лә, ти халыҡ был турала. Сағыштырып ҡарағанда, шуны әйтергә мөмкин: поезд менән мышы “осрашҡанда”, мәҫәлән, икеһе лә харап буласаҡ. Сөнки мышының һөйәге поезд тәгәрмәсе аҫтына эләкһә, ул тотош составты юлдан сығарып ебәрерлек ҡатылыҡта. Тимер юлға шартлатҡыс һалыуға тиң был. Европаға, Скандинавия илдәренә барып ҡайтҡан кешеләр унда ҡырағай тәбиғәт менән кеше тормошоноң шундай тигеҙ көйләнеүенә хайран ҡала. Түтәлдәр араһында алйырҙандар һыҙғырып ултыра, йөҙөм плантациялары буйлап ҡоралайҙар йөрөй... Бер кем икенсеһенә теймәй. Биология фәнендә симбиоз тип аталған күренешкә беҙ ҙә килеп етербеҙ берәй ҡасан. Юғалтыуҙар аша түгел, аңлы рәүештә килһәк ине лә бит. Бының өсөн башта кешенең аусы, һунарсы тигән ҡарашынан арынып, ҡурсалаусы тигәнде аңға һеңдереү кәрәктер. Европалағы һымаҡ: балыҡ тоторға рөхсәт алыу өсөн аҡса түләйһең дә, аҙаҡ табышыңды кире һыуға ебәрәһең...
Читайте нас: