-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2020, 19:05

Башҡорт йорто

Ағас һәм саман кирбес өйҙәр. Һыңар йорт һәм ҡушйорт. Ҡунағөй менән ашөй. Кем ул Хоҙай ҡунағы? Дауамы - сайтта

Борон-борондан һәр халыҡтың милли кейемендә, хужалыҡ итеү ысулында ғына түгел, ә йорт ҡороуҙа, уны йыһазлауҙа ла үҙенсәлектәре булған. Замандар алмашынған һайын улар әкренләп юғала бара. Башҡорт йортона XIX-XX быуаттарҙа хас булған әйберҙәр бөгөн замана йыһаздары менән алмаштырыла. Шуның менән, үкенескә күрә, элекке башҡорт йортоноң атамалары ла әкренләп халыҡ теленән китә. Борон башҡорт йорто нисек булған һуң? Тарихтан белеүебеҙсә, башҡорттар өйҙәрен төрлө материалдарҙан төҙөгән. Урман яҡтарында ағастан һалһалар, ялан яғында саман кирбестән (һалам ҡушып, балсыҡтан эшләнгән) ҡорғандар. Ҡайһы бер урындарҙа балсыҡ менән һыланған ситән (талдан, селектән үрелгән) өйҙәр булған. Ағас йорттарҙың төп формаһы дүрт диуарлы булған. Уны дүрт мөйөшлө өй, йәки һыңар йорт тип атағандар. Хәллерәк кешеләр һыңар йортто төкөтмә яһап киңәйткән. Бындай өй ҡушйорт тип атап йөрөтөлгән.Башҡорт өйөнөң эске ҡоролошона килгәндә, ул, ғәҙәттә, икегә бүленгән: ир-егет яғы һәм ҡатын-ҡыҙ яғы. Ғәҙәттә, өйгә ингәс тә үк, уң яҡта мейес, йәки сыуал торған. Эргәһендә – ҡаҙан.Сыуалдың, мейестән айырмалы рәүештә, ауыҙы киң булған. Уны башҡорттар өйҙө йылытыу өсөн генә түгел, ә яҡтылыҡ сараһы итеп тә ҡулланған. Йәғни оҙон ҡышҡы кистәрҙә сыуалдағы ут өйҙө яҡтыртып торған. Сыуалдың янында ҡушлатып һалынған тағы бер усаҡ ҡаҙан менән бергә булған. Бында өй хужалары аш бешергән. Усаҡ башҡорт йортонда йәшәү сығанағы билдәһе булараҡ урын биләгән. “Өйөгөҙ ҡотло булһын. Усаҡтарығыҙ һүнмәһен”, – тип, йорт хужаларына изге теләктәр әйткәндәр. Сыуал, усаҡ, мейестәрҙең алды көлдөксә тип аталған. Көлдөксәгә ҡомған, самауыр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҡуйылған.Сыуал өйҙө мейескә ҡарағанда тиҙерәк йылытҡан, бынан тыш, уның алдында кейем-һалымды тиҙ генә киптереп булған. Шулай уҡ сыуал өйҙө һәйбәт елләткән. Эсенә оҙон утындарҙы һөйәп ҡуйып яндырыр булғандар. Ауыҙы киң булыу сәбәпле, сыуал өйҙө кирбес йылыһы түгел, ә ялҡын менән йылытҡан. Әммә өйҙө йылы тотор өсөн уны бер туҡтауһыҙ яғып торорға кәрәк булған.Һуңынан инде башҡорттар сыуал менән бергә мейесте лә файҙалана башлаған. Мейес менән стена араһында, оло кешенең күкрәге тәңгәлендәге бейеклектә таҡталарҙан яһалған урын һәндерә тип аталған. Уның аҫты ҡыш көнө бәрәс, быҙау индереп ҡуйыуға уңайлы булһа, өҫтө кәрәк-яраҡ һалыу, йоҡлау өсөн файҙаланылған. Өйҙөң төп яғында йоҡлау һәм ашау өсөн иҙәндән тубыҡ тирәһенә тиклем ҡалҡыу итеп таҡтанан йәйеп эшләнгән оҙон урын – урындыҡ торған. Уның өҫтөнә кейеҙ, кейеҙ өҫтөнә балаҫ түшәгәндәр. Бер яҡ ситендә өҫтөнә юрған, түшәк, кейеҙ, яҫтыҡ йыйылған ағастан эшләнгән урын аяғы торған. Өҫтөндәге урын кәрәк-яраҡтары, ҡаралды түшәк таҫмаһы, йәки урын бауы менән стенаға беркетеп ҡуйылған. Өйҙөң ишеккә ҡаршы төп яғы түр тип аталған. Ҡунаҡтарҙы, түргә үтегеҙ, тип, өйҙөң иң ҡәҙерле урынына – урындыҡҡа – ултыртҡандар. Урындыҡтың төп (өҫкө) яғыла түр тип аталған. Борондан килгән ҡунаҡсыллыҡ йолаһы буйынса башҡорттар ҡунаҡты түргә ултыртыр булған.Өйҙөң ике яҡ стенаһына яҡын, түбәнән 10-20 сантиметр аҫҡараҡ төшөп, оҙон ике урҙа (ағас һайғау) торған. Унда, ғәҙәттә, кейем-һалым элер булғандар. Ҡыҙ кейәүгә оҙатылғанда урҙаға тәңкә йә суҡ бәйләп киткән, урынына ен-бәрей килмәһен тип. Урҙанан бейегерәк урында, түбәгә бер ҡарыш ҡына етмәй, стенаға оҙон ике сөй ҡағып, таҡта һалып, өҫтөнә Ҡөрьәнде һалып ҡуйыр булғандар. Сөнки дин ҡушыуы буйынса Ҡөрьән иң бейек ерҙә ятырға тейеш. Изге китапты түбәнгә һалып ҡуйыу гонаһ һанала. Борон стеналар аҡланмаған, ә сигеүле таҫтамалдар менән биҙәлгән.Ҡатын-ҡыҙ яғында мейес, аш-һыу әҙерләү кәрәк яраҡтары булһа, ир-ат яғында ҡунаҡ ҡабул иткәндәр. Ҡатын-ҡыҙ яғында һауыт-һаба өсөн урындыҡ менән усаҡ араһына ҡуйылған тәпәшәк өҫтәл торған. Ул һике тип атала. Башҡорт йортонда шулай уҡ һауыт-һаба, йәки китап өсөн кәштә (төрлө нәмә һалыу өсөн һикәлтәләп эшләнгән буй таҡта) булған.Ике яҡ таҡта йәки шаршау менән бүленгән булған. Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ яҡтары ҡунағөй һәм ашөй тип тә аталған. Бында ҡунаҡҡа булған хөрмәт-ихтирам сағыла. Йәғни башҡорттарҙа өйҙөң иң ҡәҙерлеөлөшөн ҡунаҡ өйө тип атау ошонан килә.
Ислам ҡанундары буйынса һәр кеше ҡунаҡты өс көн һыйларға бурыслы. Ә инде ул тағы ла күберәк торһа, хужаға сауап яҙыла. Шуға күрә лә башҡорттар һәр ҡунаҡҡа ҙур ихтирам күрһәткән. Таныш булмаған мосафирҙы Хоҙай ҡунағы тип атағандар. Ҡунаҡҡа ихтирам күрһәтеп, өй хужаһы Аллаһ Тәғәләнең ризалығына ирешкән. Ҡунағөй менән ашөйгә айырым ишектәр булған. Борон ҡатындар ирҙәр менән бер табынға ултырмаған. Ҡунаҡ килһә, хужабикә һый әҙерләгән дә, ашөй яғынан, шаршау артынан сыҡмаған. Шулай итеп, башҡорт өйө борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнеп ҡоролған. Ундағы һәр бер йорт йыһазының үҙ урыны, тәғәйенләнеше булған. Улар быуаттар буйына үҙгәрешһеҙ һаҡланып бөгөнгә тиклем килеп еткән, әлеге ваҡытта тарихыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Азат ЮЛАН, тарихсы
Читайте нас: