+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 21:14

Талха Ғиниәтуллин . "Әсә һәм бала"

Ҡатын баланы ҡулына алды, һикертте, үпте, нисә айлыҡ, исеме нисек, тип һораны. Сафия, үҙенең балаһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, ҡатындың бөтә һорауҙарына ла яуап бирҙе, үҙе, бының балаһы юҡтыр, ахыры, тип уйлап хатта йәлләп тә ҡуйҙы. — Ҡана, мин уны иремә күрһәтеп киләйем, ә? Мөмкинме? Ул да бәләкәйҙәрҙе бик ярата, — тине ҡатын. — Беҙ бына күрше вагонда ғына. Бик оҡшағас, ярар, күрһәтһен һуң, тип уйланы Сафия, мөләйем, ихлас ҡатындың күңеле булыр. Ҡатын малайҙы алды ла күрше вагонға ире янына китте, ә Сафия туалетҡа барып килде, йыуынды, сәсен тарап үрҙе. Урынына килгәндә теге ҡатын балаһын алып килмәгәйне әле, “Әйҙә кинәнһендәр”, — тип уйланы битараф ҡына, шул уҡ ваҡытта кеше өсөн ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләй алыуына ҡыуанып. Байтаҡ ваҡыт үтте, ярты, бәлки бер сәғәт тә булғандыр, Сафия, бер ниндәй насарлыҡ тоймай, малайын килтереүҙәрен көттө. Әммә уның күршеһендәге ҡатын тынысһыҙлана башланы һәм Сафияға: — Ҡыҙым, балаң артынан бар инде. Нишләптер оҙаҡланы лаһа, — тине. — Килер әле. Кеше балаһын нишләтһен ул? — Кем белә... Төрлө кеше бар. Сафия күрше вагонға китте. Унда ла туп-тулы кешеләр — ултыралар, яталар, һөйләшәләр, кәрт һуғалар, тәҙрәнән ҡарап баралар. Ул бөтә вагонды үтте, әммә теге ҡатынды таба алманы. Кейеменән сырамытып, бер башҡорт ҡатынынан, йәш кенә балалы ҡатын ҡайһы яҡҡа китте икән, күрмәнеңме, тип белеште. Теге, беҙҙең вагонда йәш балалы кеше тойолмай шикелле ул, балалы бер ҡатын үтеүен үтеп китте, әммә ул беҙҙең вагонда түгел, бәлки алдағыһындалыр, тип яуапланы. Сафия күрше вагонға атланы — ҡатын унда ла булмай сыҡты. Күрше вагонда булмағас, ниңә улай ундабыҙ тип әйтергә инде, тип аптыраны үҙе. Ҡатын артабанғы вагонда ла күренмәгәс, ул борсола, ҡурҡа башланы, әммә үҙе һаман, уға сит бала нимәгә кәрәк һуң, килтермәҫ микән ни, тип уйлауын белде. Әллә биш, әллә алты вагон үткәс кенә ҡатынды тапты Сафия. Ул погонһыҙ китель кейгән ир янында Сафияның малайын тотоп ултыра ине. Иң ғәжәбе һәм аңлашылмағаны шул: малайы рәхәтләнеп әлеге ҡатындың имсәген имә — имеҙгән һәр ҡатындың һөтө булған кеүек уның да һөтө бар икән дәһә! Сафия былар эргәһенә килде лә: — Баламды бир! — тине. Ҡатын Сафияға боролдо, ҡарашы бөтөнләй ят кешенеке, беренсе күргәндәге ише ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы ине. Ирҙең ирендәрендә йылмайған төҫ сыҡты, әммә ҡарашы ҡаты һәм һынсыл. Ҡатыны иренә русса ниҙер әйтте, шунан Сафия яғына боролдо ла үкереп ебәрҙе: — Һиңә нимә кәрәк? — Баланы бир! Был минең бала! — Ни-мә-ә? Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? — Баламды бир! Ҡатын, йылмайған төҫ сығарып, эргәһендәгеләргә ҡараны, йәнәһе, бындай ҙа оятһыҙлыҡты күргәнегеҙ бармы, көпә-көндөҙ минең бала тип ныҡыша. Әммә күршеләре өндәшмәне.

Тыуған ауылыма ҡайтҡан һайын, мин ҡасандыр йәшләй генә белгән, уларҙың эшләп йөрөгәненә үҙем шаһит булған ҡарттарҙың бер-бер артлы үлә барғанын күрәм. Ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында ғына өлкән йәшкә еткән һуғыш ветерандары тормоштан туҙып, ерҙә эшләүҙән бөгөлөп үлә, көнөн-төнөн тигәндәй мал-тыуар ҡараған ҡатын-ҡыҙ, һалдат ҡатындары ҡырыла, ҡайһы саҡ уларҙың был үлеме ауыр тормоштан ҡотолоу ҙа һымаҡ — атай ҡәберенә барғанда мин зыяратта әле үлән дә ҡаплап өлгөрмәгән әллә күпме өр-яңы ҡалҡыулыҡ күрәм.
Быйыл япа-яңғыҙ, бөтәһе, шул иҫәптән берҙән-бер улы тарафынан да онотолған Сафия апай үлде. Уйлап ҡараһаң, йәштән үк ирҙәр эшенә егелгән, аслыҡты, һыуыҡты үткәргән һәм, әйтергә яраһа, үҙҙәренең һалдат ирҙәре менән кешелек донъяһының ҡан дошманын еңгән Рәсәй һалдаттарының береһенең үлеме ине был.
Иҫтә, ошо Сафия апай, йәки ир Сафия, уны ауылда шулай тип йөрөтәләр ине, миңә, маңҡа ғына малайға, шул йылдарын уҡ оло кеше булып күренә ине. Яңы ғына ирегән һалҡын бураҙна буйлап һабан тотоп бара, ялан аяҡ бара (ҡай саҡ йоҡа ғына ҡар яуып үткән саҡтар ҙа була), илай-илай, инәлә-ялбара, күтәртер хәлгә еткән колхоз аттарын ҡыуа; бригада ерҙәренә барыр өсөн Яйыҡ аша сығырға кәрәк, Сафия апай боҙло һыуға төшөп арбаны этә; орлоҡ игене тултырылған ауыр тоҡтарҙы ташығанын да, тишек-тошоҡ сарыҡтар кейеп, бәләкәй сана менән йылға аръяғынан сей ерек ташығанын да бик яҡшы хәтерләйем. Эйе, барыһы ла кисә генә булған кеүек.
Һуғыш ауырлығын ирҙәрҙән кәм күрмәгән ошо һалдаткалар, Рәсәйҙең тарихи ҡатындары, награда, бүләктәр, льготалар алып өйрәнмәгән, юбилей йылдарында ла уларға бүләк тәтемәй, улар иҫтәлегенә обелискылар ҙа ҡуйылмай. Улар үҙҙәренең йәшәйешенең ысын бейеклеген аңламайҙар, был хаҡта уйлана ла белмәйҙәр, көнкүрештәре лә бүтәндәрҙән әллә ни айырылмай, хөртөрәк булмаһа әле; колхоздың бәләкәй генә пенсияһына һәм һирәкләп бушҡа килтерелгән утынға ҡәнәғәт булып көн итәләр.
Быға тиклем ҡайтҡандарымда мин Сафия апайҙың гел генә үҙенең бәләкәй өйөнөң тәҙрәһенән ҡарап ултырғанын күрә торғайным. Быяла аша уның тәрән йыйырсыҡтар менән телгеләнгән һары йөҙө лә, күҙҙәренә үк төшөрөп ябынған бигүк таҙа булмаған аҡ яулығы күренер ине. Урам буйлап кем үтһә лә, кипкән ҡулын ҡаштары өҫтөнә ҡуя ла, тәҙрә быялаһына терәлеп тигәндәй, һуҡырая башлаған күҙҙәре менән ҡарап оҙатып ҡала. Ул улын көтә.
Юҡ, уның улы, берҙән-бер улы, һуғышта үлмәгән, һуғыштан һуң тыуған кеше, төрмәлә лә ултырмай, сит илгә лә сығып китмәгән. Ул күптән инде армияла хеҙмәт иткән, армиянан һуң вербовка менән әллә Төньяҡҡа, әллә Себергә сығып киткән дә кеше диңгеҙе эсенә сумған. Дөрөҫ, һирәкләп, биш, ете йылға бер ауылда күренә торғайны, ул саҡта инде Сафия апай үҙенең берҙән-бер байрам күлдәген кейә, сыбар кәшмир яулығын ябына ла, дермантин сумкаһын тотоп, магазинға йөрөй. Эсеп алғас, йомро күкрәгендә “Үләм, әммә газды кәметмәйем!” тип яҙылған татуировкаһы күренһен өсөн, нейлон күлдәген кендегенә тиклем ысҡындырған улы ауыл ҡыҙыра, тиҫтерҙәре менән осрашып, уларҙың ҡулын ҡыҫа, фильтрлы сигареттар менән һыйлай һәм, нимәлер эҙләгән кеше булып, бер кеҫәһенән икенсе кеҫәһенә аҡсалар төргәген күсереп һала, йәнәһе, күрегеҙ, бына минең аҡса ниндәй күп. Тиҫтерҙәрен, күрше ирҙәрҙе үҙҙәренә саҡырып эсерә, бөтһә, әсәһен яңынан араҡыға йүгертә. Иҫергәс, оҙон аҡсалары менән маҡтана, аҡса нимә ул, тфү, минең өсөн ул сүп, мең һумды күҙҙе лә йоммай кәрткә һалып уйнай алам, тип һөйләнә. Һәм ҡапыл, иҫерек йөҙөн етдиләндереп, әсәһенең өйө бик тә иҫкергәнлеге, яңыны һалырға кәрәклеге хаҡында һөйләргә керешә, иртәгә үк ағас белешергә сыға, транспорт килешә, оҫталар таба, хәйер, иң яҡшыһы, ауылда берәйһе өй һатмаймы икән, тип ныҡырға тотона. Һатыусы табылһа, яңыны һалғанға ҡарағанда тиҙерәк тә булыр ине. Көн артынан көн үтә, аҙналар үтә, ә үҙе китмәй эсә, яңы өй тураһында бөтөнләй онота, аҡса төргәге йоҡарғандан-йоҡара, һәм ниһайәт, бер көн һуҡыр тин дә ҡалмағас, юлға әсәһенең пенсия аҡсаһын ала ла йәнә юғала. Оҙаҡҡа юғала.
Бер ваҡыт ул ғаиләһе менән ҡайтып төштө. Йоп-йомро, ҡыҫҡа аяҡлы ҡатыны һәм ике малайы. Малайҙарының береһенә өс йәш, икенсеһенә — биш. Көньяҡҡа китеп барыуҙары икән, үтеп барышлай өс көнгә туҡтағандар. Килен кеше ҡәйнәһенә мыҫҡыллы-һауалы ҡараны, ә малайҙар оҙон күлдәкле сәйер генә ҡарсыҡ үҙҙәренең өләсәләре икәнлегенә һис ышана алманы. Балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә үҙ-ара тик русса ғына һөйләште. Балалар иһә башҡортса бөтөнләй аңламайҙар ине, әсәләре татар, аталары башҡорт булһа ла. Өләсәләре урыҫса бер һүҙ ҙә белмәй, ҡысҡырыбыраҡ өндәшһә, ейәндәре аңларҙар һымаҡ ине уға, шуға ла ул яратыу, иркәләү һүҙҙәрен тауышын күтәреберәк әйтте, ә ейәндәре уға бүре һымаҡ ҡараны һәм бер көн биш йәшлек ейәне тотто ла өләсәһенең йөҙөнә уйынсыҡ пистолеттан атты ла ебәрҙе — пластмасса пуля уның күҙенә саҡ теймәне. “Ниңә аттың?” — тигән һорауға малай: “Ә ниңә ул миңә ҡысҡыра?” — тип яуапланы.
Һуңғы тапҡыр улы бынан биш йыл элек ҡайтҡайны. Бер үҙе генә ҡайтҡайны. Ҡартайғайны, башы ла пеләшләнгәйне. Сафия апай хәҙер һыйыр ҙа, ҡаҙ ҙа, тауыҡ та тотмай ине инде, пенсияһына ғына йәшәп ята. Утынды колхоз килтереп бирә, күршеһе Шәйхелислам ҡатыны менән бысып, ярып ҡуя. Өйө шиңде, бер яҡҡа ҡыйшайып сүкте. Улы, әсәйҙең ғүмеренә ошо йорт етер, яңыһы менән булашып тормам инде, тип уйланы, ахыры, ул турала бүтән һүҙ ҡуҙғатманы. Тағы аҙна буйы эсте һәм китер алдынан күршеһе Шәйхелисламға йөҙ һум тотторҙо: “Әсәй үлеп-маҙар китһә, ерләрһең”. Шәйхелислам уның адресын һораны, теге-был булһа, телеграмма һуғырмын, тине, ҡунаҡ бер ҡағыҙ киҫәгенә адресын сыймаҡланы, әммә ҡайтырын-ҡайтмаҫын ныҡлы ғына әйтмәне.
Сафия шым ғына үлде. Күршеләре ҡәбер ҡаҙҙы, кипкән кәүҙәһен йыуып аҡ сепрәккә төрҙө, Шәйхелислам ҡалдырған адрес буйынса телеграмма бирҙе. Уны көттөләр, ике көн ҡарсыҡтың мәйете үҙ өйөндә ятты, көтөп ятты, әммә улы ҡайтманы.
Ә бит уның улы булмауы ла ихтимал ине. Юҡ, ул тыуҙы, законлы иренән тыуҙы, шулай ҙа малайҙың булмауы бар ине; эйе, икенсе кеше булыр, икенсе тарафта көн итер, икенсе атай, икенсе әсәй менән йәшәр һәм, бәлки, алыҫ башҡорт ауылында үҙенең ысын әсәһе йәшәүен башына ла килтермәҫ ине.
Сафия апайҙың ире Ғәзиз ағай, ҡырҡ бишенсе йылда икенсегә яраланып, өс ай госпиталдә ятҡандан һуң, ауылға ҡайтып төштө. Аяҡ-ҡулы иҫән, ә бына үпкәһенә немец снарядының цинклы ярсығы инеп ултырғайны. Ауыл ас һәм һуғыштан арыған, ә аслыҡтан йонсоған һалдаттың ҡанын туберкулез бациллалары тиҙ еңеп алды. Ул йүткерә, үпкәһен ҡаҡыра башланы. Ғәзиз ағай менән Сафия апай һуғышҡа тиклем үк өйләнешкәйнеләр, әммә балалары булманы, дөрөҫөрәге, тыуып торҙо, бәләкәй көйө үлеп торҙо. Ғөмүмән, балалар үлеме ул йылдарҙа ауылда ғәҙәти хәл ине. Һәм бына дүрт йыл айырылышып йәшәгәндән һуң, яңынан өйләнешкән йәштәр кеүек, улар йәнә бер бала яһаны. Аслыҡ булыуға, үлмәҫлек кенә туҡланып йәшәүгә ҡарамаҫтан, йәштәрҙең балалары таҙа булып тыуҙы. Бала биш айлыҡ булғас, Ғәзиз ағайҙы сереп бөтөп барған үпкәләре менән ҡалаға дауаханаға һалдылар. Ул өйөнә йылы, өмөтлө хаттар яҙҙы. Ҡатын-ҡыҙ йөрәге менән Сафия апай иренә ауыр икәнен аңланы һәм уның янына барып ҡайтырға ниәтләнде.
Уның бер ҡасан да ауылдан сыҡҡаны, район үҙәгенән дә алыҫыраҡ йөрөгәне юҡ, бер тапҡыр ҙа поезға ултырғаны булманы. Ҡатындар уның ниәтен һүндерергә тырышты, күкрәк балаһы менән ҡайҙа йөрөйһөң, харап ҡына булырһың бит, тинеләр. “Юҡ, барам!” — тине ул ҡаршы килеүселәргә. Йыйған әҙерәк аҡсаһы бар, ләкин йөрөгән кеше, ул ғына поезға етмәй тигәс, туғандарынан алып торҙо, идарала биш килограмм он яҙҙылар, табикмәк, ҡоймаҡ, кипкән алма менән пирог әҙерләне, бер литрлы банкаға май тултырҙы, ике тиҫтәгә яҡын йомортҡа бешерҙе лә арҡаһына киндер тоҡ аҫып, одеял ишаратына ураған балаһын ҡулына тотоп, юлға сыҡты. Күршеләр, мәрхүм Исламгәрәй ағай, Шәйхисламдың атаһы, һуғышта булған, үҙебеҙҙең, унан сит илдең ерҙәре буйлап атлап Эльбаға тиклем еткән кеше, нисек барырға икәнен өйрәтте. “Поездар төрлө яҡҡа йөрөй, тегеләй ҙә, былай ҙа, тегендә лә ҡала, бында ла ҡала, һин Өфө яғына киткәненә ултыр, поезға эләгер өсөн билет алырға кәрәк. Касса янына бар ҙа әйт: “Уфа” — аңларҙар. Поездар өс кенә минут туҡталып тора, өлгөрөргә тырыш. Һин былай ит. Берәй башҡорт янына бар, ул тирәлә беҙҙең халыҡ күп була торған, берәй ир кешегә өндәшһәң бигерәк тә яҡшы булыр, билет алырға, поезға ултырырға ярҙам ит әле, тиң. Аңлат, шулай, шулай, тиң. Барып етерһең, табырһың, бөтә ерҙә лә кеше, ҡурҡма, һораш...”
Район үҙәгенә тиклем эш буйынса районға барырға сыҡҡан колхоз рәйесе Фазыл ағай ултыртып алып барҙы. Артабан йәйәү китте, сөнки ул йылдарҙа Миәскә автобустар йөрөмәй ине әле. Бер ылау ҡыуып етте — ҡарт район үҙәгенән совхозына ҡайтып бара икән, Поляковкаға ҡәҙәр алып килде, унан тағы йәйәү. Йәй аҙағы, көҙ башы, ямғырҙар ҙа яуып китә. Ҡараңғы төшөүгә бер башҡорт ауылына барып етте, юлда яландан ҡайтып килеүсе бер бисәне тап итте лә шунан ҡундырып сығарыуын һораны. Иртән иртүк йәнә юл. Көнө буйы барҙы, төн уртаһы еткереп бер ауылға керҙе, һыуланып бөткән, аяғында саҡ баҫып торған көйө иң ситтәге өйҙөң ишеген шаҡыны. Урыҫ ауылы икән. Хужабикә, оло ғына йәштәрҙәге мәрйә, ҡайҙа китеп бараһың тип һорағас, аңланы ла ҡулын һелтәп: “Уфа”, — тип яуапланы һәм үҙе белгән бер нисә рус һүҙе араһынан бер һүҙ табып өҫтәп ҡуйҙы: “Мужик, мужик”. Хужабикә төшөндө шикелле, тимәк, Өфөгә, ире янына китеп бара. Ул тағы әллә нимәләр һорашты, һөйләнде, әммә Сафия уның борсолоп “Батюшки, батюшки” тигәнен генә аңғарҙы.
Таң һарыһы беленеү менән, ул торҙо ла йәнә юлға сыҡты һәм төш ауыуға Миәскә барып етте. Ҡаланы үтеп, урманлы тау битләүендә ултырған станцияны тапты.
Был уның тимер юл вокзалын, ике оҙон тимер өҫтөндә ултырған паровозды, вагондарҙы беренсе күреүе ине. Паровоз уға оло тауыш сығарып ҡурҡыныс үкергән тимер аждаһа кеүек тойолдо, хатта тере лә һымаҡ бит әле үҙе. Ә вагондар өй ише ҙур. Шуға ултырып йөрөйҙәрме икән ни? Ул, ят, битараф кешеләр менән лыҡа тулы вокзал бинаһына ингәс, бөтөнләй юғалып, аптырап ҡалды. Әллә ни ҙур ҙа түгел, әммә Сафияға ифрат дәү тойолған вокзал әсе кешеләр тауышы, өйрәнелмәгән-күнегелмәгән еҫ, тәмәке, хлорка, дымлы кейем, тағы әллә ниндәй еҫтәр менән тулы — сит-ят ер шундай еҫтә булалыр инде, күрәһең. Төрлө ҙурлыҡтағы тоҡсай, тоҡ, сумаҙандар тотҡан, төрлөсә һәм ярлы ғына кейенгән кешеләр бер нисә рәткә теҙелгән эскәмйәләрҙә ултыра, баҫып тора, тегеләй-былай йөрөй, һыулы бак янына бара ла тимер сынйырға бәйләнгән көрөшкә менән һыу алып эсә; сыға, керә, пружиналы ишекте шарт та шорт яба, шул арала вокзал эсенә һалҡынса һауа керә, көҙгө ямғыр еҫе тула. Станция эргәһенә дөбөр-шатыр поездар килеп туҡтаһа, вокзалдың цемент иҙәне һелкенә, кешеләр урындарынан һикерешеп торалар ҙа тоҡтарын, сумаҙандарын һөйрәп тышҡа йүгерәләр. Ауылда көн һайын гел таныш йөҙҙәрҙе генә күреп өйрәнгәс, Сафияға иң ауыры сит һәм битараф ҡараштарҙы күреү ине. Үҙенең бер кемгә лә кәрәкмәгәнен, үҙенең бындағыларҙың барыһына ла ят икәнен һиҙеп, эскәмйәлә аптырап ултырҙы-ултырҙы ла йәһәт кенә балаһын имеҙҙе, йүргәген алмаштырҙы. Хәҙер билет хаҡында уйларға кәрәк ине. Бәләкәй генә тәҙрә ауыҙына халыҡ йыйылған, тимәк, касса тигәндәре шулдыр, тип уйланы. Бар кешенең дә йөҙө күңелһеҙ, ҡайғылы. Ул ҡыйыуһыҙ ғына сират аҙағына баҫты. Исламгәрәй ағай өйрәткәнсә, берәй башҡорт кешеһенән ярҙам һорарға кәрәк ине. Башҡорттар бар кеше араһында, күренә, тик уларҙың да йөҙҙәре, вокзалдағы бөтә кешенеке һымаҡ, уйсан-ят, шуға кемгәлер барып ярҙам һорарға ҡыйыулығы етмәне. Шинель кейгән, буш еңле, ҡиәфәте менән башҡорт уның артынан күптән инде күҙәтә ине. Сит ҡараштарға өйрәнмәгән Сафия һағайҙы: “Был кеше нимәһенә шул ҡәҙәре итеп ҡарай икән һуң?” — тип уйланы. Ниһайәт, теге кеше урынынан ҡалҡынды ла уның янына килде һәм башҡортса:
— Һеңлекәш, ҡайһы яҡҡа бараһың? — тип һораны.
Сафия ояла-тартына, был кешенең ихлас уй менән янына килеүенә һаман ышанмай, үҙенең Өфөгә, дауаханала ятҡан ире эргәһенә китеп барыуын һөйләп бирҙе.
— Бир аҡсаңды, — тине кеше, әммә ҡатындың шикләнгәнен, үҙенә бик ышанып етмәгәнен һиҙеп өҫтәп ҡуйҙы: — Ҡурҡма, миңә һинең аҡсаң кәрәкмәй.
Аҡсаларын алғас, ир кеше туп-тура касса янына барҙы, русса нимәлер әйтте, унан Сафияға боролоп күрһәтте лә аҡсаны бәләкәй тәҙрәгә һондо.
— Миңә икенсе яҡҡа китергә, шулай ҙа һине ултыртышырмын, — тине ихлас кеше, уға билет һәм ҡалған аҡсаны биреп.
Бер аҙ һөйләшеп торҙолар. Бер сәғәттән поезд килде, ярҙамсыл кеше уны поезга ултыртышты. Ошо һәйбәт, ихлас кеше менән айырылышҡас, Сафияға нисектер күңелһеҙ булып китте, үҙенең исемен дә әйтмәне, Сафия ла уның кемлеген белмәй китеп барҙы.
Поезд ҡуҙғалғас, уның башы әйләнде, күңеле болғанды. Буш урынға барып ултырҙы ла күҙҙәрен йомдо һәм байтаҡ ваҡыт шулай барҙы. Күҙҙәрен асҡас, алыҫта артҡа йүгергән өйҙәрҙе, баҫыуҙарҙы, тауҙарҙы күрҙе, тәҙрә янынан ғына ағастар, телеграф бағаналары ялтлап үтте һәм ул үҙенең өйөндә ултыра, ә йорто ниндәйҙер мөғжизә менән ер өҫтөнән үҙе бара һымаҡ булып китте.
Тәгәрмәс өҫтөндәге өйҙөң хәрәкәт итеүенә Сафия яйлап күнекте, тышҡа хәҙер тынысыраҡ ҡарай башланы. Тәҙрәнән сит-ят ерҙәр, урмандар, туғайҙар, тауҙар йүгереште. Вагонда өйҙәге ише йылы һәм ҡоро ине, сисенергә лә, баланың аҫтын алыштырырға ла, ашарға һәм бәләкәй өҫтәл артында сәй эсергә лә мөмкин икән. Вокзалда саҡта ят, ҡурҡыныс булып тойолған кешеләрҙең йөҙҙәре лә, күҙҙәре лә икенсе, нисектер йылы, иғтибарлы ине хәҙер.
Әллә ялҡытҡыс юлдан, әллә алыҫта ҡалған яҡындарын һағыныуҙан кешеләр, шул вагонда ултырған күршеләре, Сафияның балаһына йылмайып ҡаранылар, күпмелек тип һоранылар һәм үҙҙәренең балаларын, ейәндәрен хәтерләнеләр. Сафия һаман тартына, ят кешеләрҙән уңайһыҙлана ине, шунлыҡтан һүҙгә бик ҡушылманы, үҙенә төбәлгән һорауҙарға ғына яуап бирҙе, унда ла башҡортса һораһалар ғына. Өфөлә дауаханала ятҡан ирем эргәһенә китеп барам, тип бер үк һүҙҙе ҡабатланы.
Бәпесен биләүенән ысҡындырып, вагон һикеһенә һалды, уныһы ни, аяҡ-ҡулы ысҡынғас, тибенде, тирә-яғына ялт-йолт ҡаранды, тауыш бирҙе.
Вагон буйлап ниндәйҙер бер ҡатын китеп бара ине, ул Сафия янында туҡтаны ла сәйер генә ҡарашы менән балаға баҡты. Ул Сафиянан өлкәнерәк, ҡаласа һәйбәт кейемдә. Ярар, ҡараһын, уның ҡарауында әллә нәмә юҡ, бөтәһе лә бәләкәстәргә ҡарарға ярата инде ул, берәй һүҙ әйтер йәки ҡағылыр ҙа ары китер. Әммә ҡатын китергә ашыҡманы, тора торғас, хатта татарса һөйләшә лә башланы (тышҡы ҡиәфәте һәм ҡаласа кейенгәнлегенә ҡарап, Сафия уны мәрйәлер тип уйлағайны).
— Ой, ниндәй матур бала, ой, ниндәй һөйкөмлө малай! — тине ул һоҡланып, үҙе һикенең бер мөйөшөнә ултырҙы. — Тотоп ҡарарға мөмкинме? Мин бәләкәйҙәрҙе шул тиклем яратам. Был ҡәҙәре лә һөйкөмлө бала булыр икән!
Ҡатын баланы ҡулына алды, һикертте, үпте, нисә айлыҡ, исеме нисек, тип һораны.
Сафия, үҙенең балаһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, ҡатындың бөтә һорауҙарына ла яуап бирҙе, үҙе, бының балаһы юҡтыр, ахыры, тип уйлап хатта йәлләп тә ҡуйҙы.
— Ҡана, мин уны иремә күрһәтеп киләйем, ә? Мөмкинме? Ул да бәләкәйҙәрҙе бик ярата, — тине ҡатын. — Беҙ бына күрше вагонда ғына.
Бик оҡшағас, ярар, күрһәтһен һуң, тип уйланы Сафия, мөләйем, ихлас ҡатындың күңеле булыр. Ҡатын малайҙы алды ла күрше вагонға ире янына китте, ә Сафия туалетҡа барып килде, йыуынды, сәсен тарап үрҙе. Урынына килгәндә теге ҡатын балаһын алып килмәгәйне әле, “Әйҙә кинәнһендәр”, — тип уйланы битараф ҡына, шул уҡ ваҡытта кеше өсөн ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләй алыуына ҡыуанып.
Байтаҡ ваҡыт үтте, ярты, бәлки бер сәғәт тә булғандыр, Сафия, бер ниндәй насарлыҡ тоймай, малайын килтереүҙәрен көттө. Әммә уның күршеһендәге ҡатын тынысһыҙлана башланы һәм Сафияға:
— Ҡыҙым, балаң артынан бар инде. Нишләптер оҙаҡланы лаһа, — тине.
— Килер әле. Кеше балаһын нишләтһен ул?
— Кем белә... Төрлө кеше бар.
Сафия күрше вагонға китте. Унда ла туп-тулы кешеләр — ултыралар, яталар, һөйләшәләр, кәрт һуғалар, тәҙрәнән ҡарап баралар. Ул бөтә вагонды үтте, әммә теге ҡатынды таба алманы. Кейеменән сырамытып, бер башҡорт ҡатынынан, йәш кенә балалы ҡатын ҡайһы яҡҡа китте икән, күрмәнеңме, тип белеште. Теге, беҙҙең вагонда йәш балалы кеше тойолмай шикелле ул, балалы бер ҡатын үтеүен үтеп китте, әммә ул беҙҙең вагонда түгел, бәлки алдағыһындалыр, тип яуапланы. Сафия күрше вагонға атланы — ҡатын унда ла булмай сыҡты. Күрше вагонда булмағас, ниңә улай ундабыҙ тип әйтергә инде, тип аптыраны үҙе. Ҡатын артабанғы вагонда ла күренмәгәс, ул борсола, ҡурҡа башланы, әммә үҙе һаман, уға сит бала нимәгә кәрәк һуң, килтермәҫ микән ни, тип уйлауын белде.
Әллә биш, әллә алты вагон үткәс кенә ҡатынды тапты Сафия. Ул погонһыҙ китель кейгән ир янында Сафияның малайын тотоп ултыра ине. Иң ғәжәбе һәм аңлашылмағаны шул: малайы рәхәтләнеп әлеге ҡатындың имсәген имә — имеҙгән һәр ҡатындың һөтө булған кеүек уның да һөтө бар икән дәһә!
Сафия былар эргәһенә килде лә:
— Баламды бир! — тине.
Ҡатын Сафияға боролдо, ҡарашы бөтөнләй ят кешенеке, беренсе күргәндәге ише ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы ине. Ирҙең ирендәрендә йылмайған төҫ сыҡты, әммә ҡарашы ҡаты һәм һынсыл. Ҡатыны иренә русса ниҙер әйтте, шунан Сафия яғына боролдо ла үкереп ебәрҙе:
— Һиңә нимә кәрәк?
— Баланы бир! Был минең бала!
— Ни-мә-ә? Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә?
— Баламды бир!
Ҡатын, йылмайған төҫ сығарып, эргәһендәгеләргә ҡараны, йәнәһе, бындай ҙа оятһыҙлыҡты күргәнегеҙ бармы, көпә-көндөҙ минең бала тип ныҡыша. Әммә күршеләре өндәшмәне.
— Был минең бала! — Иҫ киткес битһеҙлекте күреп, Сафия юғалып ҡалды, тулҡынлана башланы. — Һин бит, уны тотоп ҡына ҡарайым, иремә күрһәтәм дә килтерәм, тинең. Беҙ күрше генә вагонда, тинең.
— Нимә һөйләйһең һин? Мин һине беренсе тапҡыр күрәм, — ул иренә русса нимәлер әйтте, йөҙө боҙолдо, ағарҙы, ире өндәшмәй Сафияға ҡараны. — Мин бит уны имеҙеп ултырам, күрмәйһеңме ни!
— Бир баламды!
Сафия малайын тегенең ҡулынан тартып алырға теләп эйелгәйне, ҡатын баланы күкрәгенә ҡыҫты, ә ире Сафияны ҡаты итеп этеп ебәрҙе. Тауышҡа, шау-шыу сығаһын һиҙеп, пассажирҙар йыйылды, юлды ҡапланылар, арттағылар, эй, унда нимә бар ул, тип ҡыҙыҡһындылар.
— Баламды бир! — тип йәнә ҡабатланы Сафия. Ул хәлдең етдилеген аңлай-төшөнә ине инде.
— Был ниткән эш, ә? Ниндәйҙер аҡылынан яҙған бисә минең баланы алырға йыйына! — тип ҡысҡырҙы ҡатын, тирә-яғындағыларҙан ярҙам һорағандай, әле береһенә, әле икенсеһенә ҡаранып. Иң ҡурҡынысы һәм сәйере шул, ике башҡорт ҡатынынан башҡалары, эштең нимәлә икәнен аңламаған пассажирҙар яһил ҡа Тауышҡа проводница күренде. Теге ҡатын, бынау иҫәр бисә минең баланы алырға итә, тип аңлатты. Ә проводница уға ышанмай булдыра алмай — офицер кителе кейгән олпат ир, ҡатын үҙе лә матур кейемле, дәрәжәле кешеләр икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора, минең бала тип бәйләнгән ҡатын йолҡош ауыл бисәһе, етмәһә, русса ике һүҙҙе лә бәйләй белмәй — уға кем ышанһын? Ул да, был ир менән ҡатын поезға бала менән ултырҙы, тип һөйләй башланы. Ҡыҫҡаһы, тегеләрҙе яҡлап, проводница Сафияға бәйләнеп алды ла китте: ҡайҙа ултырҙың, ниндәй вагонда бараһың, бар, үҙеңдең урыныңа кит, юҡһа киләһе туҡталышта төшөрөп ҡалдырам! Ул Сафияны вагондан көс менән этеп сығарырға маташты, әммә Сафия эскәмйә янындағы тимер тотҡаға йәбеште лә торҙо, ҡуҙғатып ҡара һин уны!
— Баламды бир! — тип ҡабатланы ул йәнә үҙенең бәләкәсенән күҙен алмай. Шым ғына әйтте, сөнки ҡурҡышынан, тулҡынланыуынан уның ҡысҡырырға, иларға көсө ҡалмағайны. Йөҙө ағарған, балаһына текәлгән Сафия ысынлап та аҡылын юғалтҡан кешегә оҡшап тора ине.
Шул арала поезд ҙур станцияға яҡынлашты. Ситтәге ағас өйҙәр йүгереште, боролоштан сыҡҡас, ҙур-ҙур йорттар, завод торбалары күренде. Былар, Сафияның балаһын алған ҡатын менән ир, йыйына башланы. Кем белә инде, бәлки, үҙҙәренең ҡалаларына килеп еткәндәрҙер, бәлки, ошо станцияла төшһәләр, Сафия улар артынан йөрөмәҫ, йөрөһә лә, унан күҙ яҙлыҡтыра һәм вокзал ығы-зығыһы араһында эҙ яҙҙырабыҙ, тип уйлағандарҙыр. Сумаҙандары ла, төйөнсөк-маҙарҙары ла күренмәй, ҡатын бала менән алдан атланы, ир, һикеләр араһындағы юлды бикләп, ҡатыны артынан төшөргә ынтылыусы Сафияның юлын ҡаплап барҙы. Поезд туҡтағас, ҡатын етеҙ генә төштө лә ҡалаға ашыҡты — улар ире менән ҡайҙа осрашырға алдан уҡ һөйләшеп ҡуйғандарҙыр, күрәһең, һәм шунда Сафия, әгәр ҙә хәҙер вагондан сыға алмаһа, үҙенең балаһын мәңгегә юғалтасағын аңланы; үҙендә ярһыу әсә көсө тойоп, ул йәштән үк ер эшендә, һәнәк, көрәк, балта тотҡан, ер һөргән (уны юҡҡа ғына ир Сафия тип атамағандар шул), ирҙәрсә көслө һәм еңел Сафия үҙенең алдында барған ирҙе ситкә һирпте лә вагондан һикереп төштө, йүгерә-атлай китеп барған ҡатынды ҡыуып етте, тегене ҡыпһыуыр ише эләктерҙе лә ҡысҡырып ебәрҙе:
— Баламды бир!
— Ебәр, юҡһа хәҙер милиция саҡырам, — тине ҡатын сәрелдәп.
Был һүҙ Сафияны айнытып ебәргәндәй булды, ысынлап та, бында милиция, закон һаҡсылары, тәртип һаҡсылары, кәмһетелгәндәрҙең яҡлаусыһы булырға тейеш тәһә!
— Милиция! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Сафия. — Милиция!
Әммә яһил ҡатын милиция менән бик осрашҡыһы килмәне, ахыры, тартылды, килеп еткән ире Сафияның ҡулдарынан тотоп ҡатынынан йолҡа башланы. Сафия балаһының йүргәгенә шундай ныҡ итеп йәбешкәйне, уны ҡатындан тик бала менән бергә генә ысҡындырырға мөмкин ине.
— Бир баламды! Милиция!
Тауышҡа кешеләр йыйылды, бер нәмә лә аңламай, бер-береһенә йәбешкән, ҡысҡырышҡан ике ҡатынға, уларҙы айырырға маташҡан иргә ҡарап тора башланылар.
Ниһәйәт, милиционер пәйҙә булды, йыбанып ҡына ҡулын козырек тәңгәленә тейҙерҙе лә йөҙөнә уҫаллыҡ сығарып һораны:
— Ниндәй тауыш ул, ә?
— Беҙ әле генә поездан төштөк. Бынау иҫәр бисә бәйләнде лә беҙҙең баланы алырға итә, оятһыҙ. Һис ҡотолорлоҡ түгел, — тип аңлатты ҡатын.
Милиционер Сафияга русса ҡаты ғына итеп нимәлер әйтте, күрәһең, теге икәүгә шундуҡ ышанды ла Сафияға быларҙы ебәрергә ҡушты. Әммә Сафия үҙенең балаһына, дөрөҫөрәге, йүргәк хеҙмәтен үтәгән йыуылған иҫке сепрәк киҫәгенә тағы ла нығыраҡ йәбеште.
— Әйҙәгеҙ, бүлеккә, шунда асыҡларбыҙ, — тине милиционер. — Граждандар, таралышығыҙ, таралышығыҙ, кеше күргәнегеҙ юҡмы әллә?
— Беҙ бынау поездан төштөк, һуңлауыбыҙ бар. Бына был ҡатынды алып барығыҙ, ә беҙҙе ебәрегеҙ, — тине ҡатын.
— Поезд егерме минут тора, өлгөрөрһөгөҙ, — тип яуапланы милиционер ҡырҡа ғына.
Бүлеккә киттеләр. Сафия балаһының йүргәген ҡулынан ысҡындырмай, ҡатын эргәһенән бара.
Милиция бүлегендә уға ҡысҡырырға керештеләр: ебәр, наконец, баланы. Ул аңланы, ҡулын ысҡындырҙы, әммә, был минең бала, был икәү минең баланы тартып алды, тип ҡабатланы ла ҡабатланы. Уның әйткәндәренә төшөнмәнеләр, аңламанылар, шуға күрә башҡорт милиционерын саҡырҙылар. Сафия уға был ҡатындың нисек эргәһенә килеп ултырыуын, шунан, иремә күрһәтәм тип, баланы күрше вагонға алып китеүен һәм кире килтермәүен, әле килеп минең бала тип ныҡышыуын һөйләп бирҙе. Башҡорт милиционеры уға ышанды, ул Сафияның хәбәрендә хаҡлыҡ барлығын тойҙо һәм һынсыл ҡарашы менән баланы ураған йүргәктең иҫке, бигүк таҙа булмаған сепрәктең ҡала ҡатынының таҙа кейемдәренә тура килмәгәненә лә иғтибар итте. Үҙенең шиген иптәштәренә лә әйтте — тәүге ҡатынға ышанған йәки ышана яҙған тегеләр икеләнде.
— Һеҙ кемгә ышанаһығыҙ? — тине яһил ҡатын. — Беҙ бына өсәү, ирем, үҙем, бала, ә ул кем, ҡайҙан килеп сыҡҡан бисә һуң?
— Иптәштәр, ҡатынға бәйләнеүегеҙҙе туҡтатаһығыҙмы, юҡмы? Борсолоуҙан уның һөтө юғалыуы ихтимал, — тип ҡыйыу ғына әйтеп ҡуйҙы ҡатындың ире. — Беҙ поезға һуңлайбыҙ.
Офицер кителе кейгән олпат ир һүҙе милиционерҙарға тәьҫир итте — улар Сафияға шиксел ҡаранылар ҙа теге икәүгә:
— Һеҙгә китергә мөмкин, — тинеләр, шунан Сафияға: — Ә һиңә бер аҙ тотҡарланырға тура килер. Ҡайҙан киләһең, ҡайҙа китеп бараһың, документтарың бармы?
Ир менән ҡатын милиция бүлегенән поезға ашыҡтылар. Балаһын алып киткәндәренән Сафия бер мәлгә генә ҡатып ҡалды, аяҡтары иҙәндән ҡуҙғалмаҫ булды, күҙ алдары ҡараңғыланды, әммә шундуҡ тигәндәй әсәлек хисе, әсәлек тойғоһо, үҙенең бәләкәй генә сабыйын һаҡлап йыртҡысҡа ташланған турғай шикелле, үҙендә ғәйрәт табып, алдындағы милиционерҙы ситкә этәреп ебәрҙе лә, бүлмәнән атылып сығып, теге икәүҙең артынан йүгерҙе. Әммә ир, бының килгәнен күреп, уға боролдо, уны тотто, ҡосағына алды. Сафия унан ысҡынырға тырышып быны этте, һуғышты, ә шул мәлдә поезд ҡуҙғалды. Ҡатын бала менән ишектән инеп китте. Ир бөтә көсөнә Сафияны артҡа этте лә поезға йүгерҙе. Сафия уның артынан. Ир ишеккә һикерҙе, Сафия ишеккә еткәйне генә, проводница ишекте шарт япты ла асҡысҡа бикләп тә ҡуйҙы. Сафия тотоноп менә торған тимерҙе эләктерергә генә өлгөрҙө һәм поезд уны шул килеш алып китте — тәүҙә ул йүгерҙе, поезд шәбәйгәс, әлеге тимергә аҫылынып барҙы, аяҡтары ергә һөйрәлде, әммә ҡулдары, көслө крәҫтиән ҡулдары, тимерҙе ысҡындырманы. Бер ҡулы менән генә эләгеп, аҫылынған көйө ул байтаҡ юл үтте, унан көс-хәл менән аяҡтарын баҫҡысҡа һалды. Көҙгө ҡаршы ел уны кескәй генә баҫҡыстан бәреп төшөрөргә тырышты, үтә һуҡты, өҙгөләне, йолҡто. Ямғыр яуырға кереште, ауыр, тимер кеүек ауыр тамсылар уның ҡулдарына, йөҙөнә һуҡты, йоҡа ғына кейемен лысма һыу итте, һөйәктәренә тиклем һалҡын үтте.
Оҙаҡ, бик оҙаҡ сәғәттәр барҙы Сафия шул килеш. Поезд саҡрым артынан саҡрым һананы. Сафия ошо саҡрымдарҙы иҫен юғалтҡан ҡулдарында тотоноп үтте. Бармаҡтарын айырҙымы, кеше тормошо, улының тормошо икенсе юлдан китәсәк, кем белә, бәлки бәхетлерәк юлдан да китер, әммә ул ҡатын-ҡыҙ, ул әсә, тормоштоң ғәҙелһеҙлегенә, аяуһыҙлығына буйһонорға теләмәй, уның ҡулдары, бармаҡтары тимергә шул ҡәҙәре ныҡ йәбешкән, уны әйтерһең, ҡуша йәбештереп йәки бәйләп ҡуйғандар.
Ниһайәт, алыҫта, яуған ямғыр ҡараңғылығы аша, ҡаланың яҡтылары күренде, оҙаҡламай поезд тиҙлеген кәметте һәм күпмелер ваҡыттан һуң станцияға килеп туҡтаны. Вагондың ишеге асылыу менән Сафия проводницаны ситкә этте лә вагон эсенә йомолдо һәм уның балаһын күтәреп сығырға йыйынған теге икәүҙең алдына килеп тә баҫты. Башынан аяғына ҡәҙәр һыу, ағарған, эскә батҡан, әммә мөхәббәт, ҡыйыулыҡ менән тулы асыулы күҙҙәр менән баҡты. Тегеләр шаҡ ҡатты, сөнки уны һис көтмәйҙәр ине. Ҡатын юғалып ҡалды, ағарҙы-буҙарҙы, ҡото алынды, ирҙең йөҙөнә ҡараңғылыҡ ятты, ул күҙҙәрен ситкә алды.
— Баламды бир! — ҡалын, ҡалтыранған тауыш менән ҡаты итеп өндәште Сафия.
— Бир! — тип бойорҙо ир быларға ҡарамай ғына. Баланы күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, ҡатын ҡапыл түгелеп илап ебәрҙе, күҙ йәштәренә быуыла-быуыла һөйләй башланы:
— Тыңла мине, тыңла, зинһар! Ниңә шулай ҡыланғанымды, бәлки, аңларһың. Балам үле тыуҙы. Бүтән бер ҡасан да балаң булмаясаҡ, тине табип. Беҙ Өфөгә барҙыҡ. Унда, детдомдан бала алып була, тигәйнеләр. Беҙ үҙебеҙ Силәбенән. Мин һинең балаңды күрҙем дә оҡшаттым, яраттым. Бир һин уны миңә! Һин әле йәш, тағы ла табырһың, берҙе түгел, бер нисәне. Аҡса ла бирербеҙ, һағынһаң, беҙгә килеп йөрөрһөң, туғанлашырбыҙ. Мин үтенеп һорайым, инәләм, теләйһеңме, тубыҡланам. Бала таба алмаһам, ирем минең менән йәшәмәйәсәк, китәсәк!
— Бир баламды! — аҡылынан шашыр сиккә еткән Сафия шул уҡ һүҙҙе ҡабатланы.
Шул саҡ ир ҡатынының ҡулынан баланы тартып алды ла Сафияға бирҙе. Сафия балаһын алды, йә тағы тартып алырҙар тигән һымаҡ, ҡабаланып вагондан сыҡты, ҡатын уның артынан эйәрҙе һәм һаман һөйләнеүен белде:
— Ғәфү ит, кисер инде, зинһар!
Һуңынан, тол ҡалғас (Ғәзиз ағай дауаханала үлде), Сафия улын үҙе үҫтерҙе һәм, тағы урлап ҡуймаһындар, берәй бәхетһеҙлек килеп сыға күрмәһен тип, улы өсөн мәңге ҡурҡып йәшәне. Матур, бөтөн киҫәк — уға, үҙе тишек-тошоҡта йөрөнө, малайы өҫтөндәге кейем таҙа һәм ямауһыҙ булды, аяғында ла гел рәтле кейем ине. Балаһын юғалта яҙған ваҡиға әленән-әле иҫенә төшөп торҙо, һуңлап булһа ла үҙенең вагон тышында барған сәғәттәрен хәтерләп, тәндәре зымбырҙап ҡуйғыланы, саҡ ҡына йомшаҡлыҡ күрһәтһә, бармаҡтарын асһа — ул булмаҫ ине. Уйлай-уйлай төрлө хыялдарға ла бирелә: бына теге икәү уның малайын алып китте, ул япа-яңғыҙы тороп ҡалды, бала ла юҡ, ир ҙә юҡ, яратырҙай бер кем юҡ, ә улы, йөрәк майы, үҙенең әсәһе тураһында бер нәмә лә белмәй, сит-ят кешеләрҙә үҫә, әсәй тип бөтөнләй икенсе кешегә өндәшә — бындай саҡтарҙа Сафияға ифрат ҡыйын, ысынлап та, тап шулай килеп сыҡҡан тиерһең. Йыш ҡына, поезға ултыра алманым, поездан йығылып төштөм, имеш, тип төштәр күрҙе, ә поезд китте, уны һис ҡыуып етерлек түгел, шулай ҙа ул поезд артынан йүгерә, ҡысҡыра, илай, унан ҡото алынып уяна ла, улының янында икәнен күреп, хәҙер инде бәхетенән иларға керешә.
Улы тураһында татлы хыялдары менән йәшәне. Бына ул үҫә, армияла хеҙмәт итеп ҡайта, яңы йорт һала, өйләнә. Килене шул ҡәҙәре һәйбәт, егәрле, күп итеп балалар таба һәм ул тыныс, етеш тормошҡа ҡәнәғәт булып ҡартайғансы ейәндәрен ҡарай. Тормоштан уға бүтән бер нәмә лә кәрәк түгел.
Ул улын ярата, һаман ярата, өмөтөн аҡламаһа ла ярата ине, үҙен ташлаһа ла, хаттар яҙмаһа ла, иҫерек көйө ауыл урамы буйлап йөрөгән һәм, пенсия аҡсаһын эсеп бөтөрөп, яңынан оҙаҡҡа юғалған ваҡыттарында ла ярата ине. Ул үҙенең һуңғы һулышына тиклем улын яратты, тәҙрә төбөндә ултырып һаман көттө лә көттө...
Читайте нас: