+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2020, 12:51

20-се быуат башында башҡорт ҡымыҙы

Ҡымыҙ борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе булып тора. Башҡорттар элек яҙ етеү менән йәйләүгә сығып, йәй буйы ҡымыҙ эскән, шуның арҡаһында ла уларҙың һаулығы ныҡ булған, төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармағандар. Сөнки ҡымыҙ еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Был шифалы эсемлек ашҡаҙан, үпкә, йөрәк ауырыуҙарын, нервы һәм эндокрин системаларын дауалауҙа, матдәләр алмашыныуын көйләүҙә, иммунитетты нығытыуҙа яҡшы дауа булып тора.

XIX быуаттың уртаһында ҡымыҙҙың кеше һаулығына шифаһын Рәсәйҙә лә аңлап ҡалалар. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Башҡортостанға башҡорт ҡымыҙы менән дауаланырға халыҡ ағыла башлай. Ҡымыҙ һәм Башҡортостандың хозур тәбиғәте тынсыу ҡалаларҙан килгән кешеләргә һаулығын нығытыу өсөн шифахана ролен үтәй. 1890 йылда яҙыусы Сергей Аксаковтың ейәнсәре Ольга Аксакова Башҡортостанда (хәҙерге Бәләбәй районында) тәүге ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы төҙөй (хәҙерге «Аксаков» шифанахаһы). Ул саҡта шифахана «Кумысная колония О.Г. Аксаковой», тип атала. Артабан Шафран тимер юл станцияһы (хәҙерге Әлшәй районы) тирәләй башҡа «Ҡымыҙ колониялары» селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский шифаханаһы асыла.
Ольга Аксакованың шифаханаһындағы ҡымыҙ тураһында бына нимә тип яҙалар: «Кумыс здесь, настолько нам известно, всегда был хорошим, благодаря хорошему пастбищу, хорошему подбору дойных маток и опытности приготовляющего кумыс башкир, работающих в колонии с самого ее основания». Революцияға тиклем башҡорт ҡымыҙының даны бөтә Рәсәйгә генә түгел, сит илдәргә лә тарала. Инглиз Дж.Каррик башҡорт аттарын Англияға ла алып ҡайтып, унда ошо бәрәкәтле эсемлекте етештереүҙе юлға һалырға уйлай. Әммә Англия ерендә Башҡортостандағы кеүек тәмле ҡымыҙ килеп сыҡмай. Сөнки башҡорт ҡымыҙы, башҡорт далаһында үҫкәндән генә шундай бәрәкәтле, шифалы сифаттар ала.
Башҡорт ҡымыҙын билдәле рус яҙыусылары үҙ итә. Лев Толстой Ҡаралыҡ йылғаһы буйындағы Һамар башҡорттарына килеп ҡымыҙ менән һыйланырға яратҡан. Антон Чехов Башҡортостанға килеп ҡымыҙ менән дауалана. Әйткәндәй, ул дауаланған шифахана бөгөн Чехов исемен йөрөтә (Әлшәй районында Чехов исемендәге шифахана).
Ҡымыҙ менән дауаланырға килгән кешеләрҙе «кумысник», тип атағандар. Әлбиттә, Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән килгән меңләгән «кумысниктарҙы» шифаханалар һыйҙыра алмаған. Шуға ул улар тимер юлға яҡын булған башҡорт ауылдарында (мәҫәлән, Дәүләкән, Шишмә, Әлшәй райондарындағы) ҡымыҙ менән дауаланғандар. Бынан тыш, башҡорттар ҡымыҙҙы тимер юл станцияларында юлаусы халыҡҡа һатҡан. Һамар-Златоуст тимер юлы буйынса юлъкүрһәткестә (путеводитель) «Летом у каждой станции можно купить кумыс от башкир, приносящих этот напиток в бутылках для продажи ко всем поездам», – тип яҙылған.
Ҡымыҙ етештереп, уны һатыу тимер юл буйында урынлашҡан башҡорт ауылдарының кәсебенә әүерелә. Шуға күрә лә башҡорттар ҡымыҙҙы шешәләргә тултырып, һатыуға сығарыр булғандар. Бындай ҡымыҙҙы һаҡлау буйынса үҙенсәлекле технология барлыҡҡа килгән. 1915 йылда доктор М.Л. Хейсин башҡорттарҙың шешәлә ҡымыҙ әҙерләү ысулы тураһында бына нимә яҙа: «После закупорки несут бутылки в теплую комнату и ставят их на полки. Под влиянием теплоты молоко бродит. Всю ночь с небольшими промежутками взбалтывают руками одну бутылку за другой... К 6 часам утра уже готов средний кумыс. Теперь его переносят в погреб, где охлаждают. Там его или кладут прямо на лед, если хотят прекратить в нем брожение, или на заранее постеленную солому, чтобы брожение продолжалось, хотя и очень медленно».
Шиңгәккүл станцияһы (Шишмә районы) тирәһендә башҡорт ауылдары (Ябалаҡлы, Суҡраҡлы, Әлибай) ҡымыҙ кәсебе менән ярайһы уҡ яҡшы килем алыр булғандар. 1912 йылда Станкеевич тигән кеше: «Для деревень, расположеных в кумысном районе, кумысный промысел составляет серьезный заработок. От 4000 кумысников, поселяющихся в деревнях, считая расход на каждую не менее 100 рублей и расход на разъезды каждого по 2 р., получим весь заработок для местного населения в сумме 408 000 рублей. Так что общий заработок от кумысного промысла почтенной суммы, приближающейся к полумиллиону рублей в лучший сезон», – тип яҙа.
Башҡортостанда ҡымыҙ хәҙерге көндә яңынан популярлыҡ яулай башланы. Уны ҡала супермаркеттарында йыл әйләнәһенә һатып алып эсергә була. Йәй көнө ҡымыҙ бигерәк тәмле. Йәйге каникулдарҙа халҡыбыҙҙың борондан килгән бәрәкәтле, шифалы эсемлеге – ҡымыҙҙы эсеп тәндәрегеҙгә көс-ҡеүәт алырға онотмағыҙ.
Азат ЮЛАН
Читайте нас: