-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2020, 15:35

Йәнәш йөрөгән бәхет

Бер йылда, бер айҙа, бер көндә тыуып, бер урамда уйнап, бер класта уҡып, 30 йыл бергә-бергә ғүмер кисергән кешеләрҙе беләһегеҙме?Унан ҡалһа, бәләкәс ҡыҙҙары ла шул уҡ көндә тыуған!

Ул миңә тәүге тапҡыр мөхәббәтен белдергәндә, беҙгә 6 йәш ине... Урам яңғыратып:
- Миләүшә, мин һине яратам! - тип ҡысҡырған малайҙың ҡылығына үсегеп, уйнап йөрөгән ерҙән илап ҡайтып киттем.
Һылыуҙарҙан һылыу, күҙҙәренән осҡон сәсеп торған Әнәс класташымдың тойғоларының ысынлығына мәктәптә уҡыған йылдарҙа әллә ни ышанманым, сөнки уның иғтибарын, йөрәген яуларға теләгән ҡыҙҙар бихисап күп ине... Кистәрен сығып йөрөмәйем, йәштәр йыйылған ергә лә ҡәтғи атай-әсәй бик сығармай ине. Шуға күрә сығарылыш класында уҡып йөрөгән саҡта асыҡтан-асыҡ һөйөүен тәҡдим иткән, үҙемдең дә йөрәгемә үтә ныҡ яҡын булған класташыма булған хистәремде һаман да ныҡ ауыҙлыҡлап тота инем. Төндәрен уны һағынып йоҡлай алмаһам да, осрашҡан мәлдәрҙә тәккәберлегемдең сигенә сығып йылы һүҙемде, яҡты йөҙөмдө йәлләп аптыратып бөтә инем. Артынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөгән ҡыҙҙарға үсегеп, оҙатыусылар минән башҡа ла етерлек, тип, армияға ла оҙатырға барманым хатта.
Ул армияла, мин Өфөлә уҡыйым. Бер-беребеҙҙе һағыныуыбыҙ Өфө менән Венгрия алыҫлығында ла һиҙелә ине. Кем башлап яҙғандыр, хәтерләмәйем, һаумы класташ, тиеп кенә, әллә ни һыр бирмәгән йылы хаттар араларҙа бик йышлай башланы. Армиянан ҡайтышлай, туп-тура мине күрергә тип ингән егет берҙән-берем, тәүге һәм һуңғы мөхәббәтем икәненә бер шигем дә ҡалманы.
Бына шулай, бер йылда, бер айҙа, бер көндә тыуып, бер урамда уйнап, бер класта уҡыған тормош иптәшем менән 30 йыл инде бергә-бергә ғүмер кисәбеҙ. Атай-әсәй тип өҙөлөп торған өс балабыҙҙың иң кесеһе, кинйәтәй ҡыҙыбыҙ Нурия ла үҙебеҙ кеүек маймул йылында, үҙебеҙ кеүек сентябрҙең 7 донъяға килде. Был көндә беҙҙең өйҙә өсләтә байрам.
Элегерәк, ололар 30 йыл бергә йәшәнек, тип әйтһә, аһ, ниндәй күп, тип уйлай инем. Баҡһаң, 30 тапҡыр күҙ асып йомған ара ла түгел икән ул...
РЕДАКЦИЯНАН: Коллегабыҙ Миләүшә ҠЫҘРАСОВАны һәм уның тормош иптәше Әнәс ҠЫҘРАСОВты ынйы туйҙары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!!! Һаулыҡта, байлыҡта, мөхәббәттә, балалар, ейәндәр шатлығын күреп, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә насип итһен Хоҙай!!!
Читайте нас: