Йылы иҫтәлектәр менән бүлешәбеҙ: һеҙ беренсе май байрамын нисек, ҡайҙа үткәрә инегеҙ?
Бына бер матур иҫтәлектәргә тап булдыҡ:
Беренсе май таңында иртә торҙом тағын да…
Беренсе май онотолмаҫлыҡ иҫтәлектәр ҡалдырған көн ул. Бәләкәй саҡта ошо көндө 1 ай алдан башлап көтә башлайбыҙ. Төркөмдәргә тупланабыҙ, кәңәш ҡорабыҙ: кем нимә алып сыға? Апрель урталарында урманға барып, ҡайһы бер йылы бот төбөнән ҡар кисеп, урын билдәләйбеҙ. Мотлаҡ йылға эргәһен һайлайбыҙ. Эргәһенә ағас ботаҡтары ташып ҡуябыҙ. Иртәгеһенә мәктәпкә барып башҡа балаларға иғлан итәбеҙ: шул-шул ерҙә беҙ ултырабыҙ, яҡын барып йөрөмәгеҙ.
Беренсе май алдынан 1-2 көн ҡалғас ныҡ әҙерләнәбеҙ, шарҙар, таҫмалар алдырабыҙ әсәйҙәрҙән. Ҡаҙан белешәбеҙ, сөнки һәр кемгә усаҡ өҫтөнә ҡаҙан биреп бармайҙар. Ҡоромлайһығыҙ тиҙәр.
Ә бере килеп еткәс иртә таң һикереп тораһың, уятыусы ла кәрәкмәй. Түҙемһеҙләнеп сумка төйнәйбеҙ. Әсәйем таң менән бәләкәй банкаға ҡаймаҡ ағыҙған, һуған ҡабығы һалып ҡыҙартып күкәй бешергән. Сумкаға шулай уҡ ҡалаҡ, тәрилкә, сей картуф, тоҙ, балыҡ консерваһы, бысаҡ, шырпы, магазиндың кәбеҫтә солянкаһы, икмәк, ултырырға покрывал һымаҡ әйбер инеп китә. Кәбеҫтә солянкаһын бәшмәклеһен алдырып ҡуябыҙ алдан уҡ. Баҙарға киткән һымаҡ йөкмәнеп сығып китәбеҙ. Ошо хәтлем әйберҙе күтәреп 1 (2,3,4) класс балаһы урманға китә. Тик ҡыҙҙар ғына. Малайҙарҙы үҙебеҙ менән алмайбыҙ.
Билдәләнгән урында осрашып, урманға күмәкләп барабыҙ. Килеп етеү менән эш ҡайнай башлай. Кемдер усаҡҡа тип утын ташый, картуф әрсей, төбөнә ултыра торған ағасты шар, таҫмалар менән биҙәй. Яулыҡ та тағып ҡуялар. Берәүебеҙ усаҡ тоҡандырып маташа. Усаҡ яғылып ҡаҙандағы һыу ҡайнағас унда картуф, солянка, һуған төшөп ята. Уртаға ашъяулыҡ түшәп кем өйҙән нимә алып килгән барыһын да бушатабыҙ. Хан ҡыҙының туйына әҙерләнгән һымаҡ була ашъяулыҡ өҫтө. Ул пирожкиҙың ғына ниндәй төрө юҡ: эремсектән дә, картуфтан да, күкәйҙән дә…
Ҡаҙандағы аш бешкәнсе уйынға тотонабыҙ. Геү киләбеҙ. Йырлап та ебәрәбеҙ.
Эргә лә генә усаҡ ләүкей. Сылтырап йылға аға. Ә беҙгә- бәләкәй ҡыҙҙарға, донъя түңәрәк, бер ҡайғы-хәсрәтһеҙ шаярабыҙ.
Көтөлгөн мәл дә килеп етте- усаҡта аш бешеп сыҡты. Ашъяулыҡ тирәләй ултырышабыҙ. Ҡыҫыр ғына ашты шыйыҡ ҡына ҡаймаҡ менән тәмләтеп ебәрһәң, м-м-м-м-м, тәмлелелеге….Консерваларҙы асып, эстәр ташҡансы һыйланабыҙ. Һәм тынып та ҡалабыҙ. Биш -ун минут тирәһе һөйләшкән кеше булмай. Саф һауа, тәмле ризыҡ, бер хәсрәтһеҙ бала-саҡ үҙенекен итә. Бәхеттең аръяғына сығып аяҡ һәлберәтеп ултырабыҙ…
Инде ҡайтырға ла ваҡыт, тағы ла шаулашып -гөрләшеп һәр кем үҙенең әйберен барлай башлай. Арып-талып ҡайтыу яғына ыңғайлайбыҙ.
Үтте бала саҡ. Ҡайтһаң икән бер минутҡа ошо бала-саҡтың усағының эргәһенә…
P.S. Нисек ата-әсәйҙәребеҙ ҡурҡмайынса ебәрҙе икән бәләкәй генә ҡыҙсыҡтарҙы урманға, бысаҡ, шырпы тоттороп. Донъялар ышаныслы булғандыр.
Ә минең өсөн балыҡ консерваһы беренсе май хәтирәһе һымаҡ. Ә кәбеҫтә солянкаһы шул бала-саҡтағылайҙы һаман осратҡан юҡ. Ныҡ тәмле ине ул. Ә теге ҡаймаҡлы аштың тәме һаман да тел осонда тора һымаҡ…