-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2020, 16:20

Тамыры ныҡтың япрағы күп

«Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу – йәшәү нормаһы. Кешенең әүҙем йәмәғәт позицияһын һәм граждан булараҡ өлгөрөүен раҫлаусы дәлил. Беҙҙең барыбыҙҙы ла лайыҡлы хеҙмәт шарттары, социаль тәьминәт, сифатлы һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡыҙыҡһындыра икән, беҙ дәүләткә дөрөҫ һәм ғәҙел ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итергә тейешбеҙ», – тип иҫәпләй рәссам, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры декораторы Буранбай Сирғәли улы ИШЕМҒОЛОВ.
Бөгөн башҡорт халҡының милли мәҙәниәте донъя кимәлендә яңырыу кисерә. Әҙәбиәттә, театр һәм эстрада сәнғәте өлкәһендә мәҙәниәтте, телде һаҡлап ҡалыу өсөн тырышлыҡ һалған, мөһимлеген аңлаған шәхестәребеҙ күп. Үҙ халҡының тарихын, нәҫелен хөрмәт итеүсе, илдең, милләттең киләсәге өсөн янып йәшәүсе бөгөнгө геройыбыҙ – рәссам, Буранбай Ишемғолов. Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған егеттең ата-әсәһе алыҫ Себер тарафтарына юлланғас, ике йәшенән алып улар Сорғот ҡалаһында йәшәй. Мәктәпте тамамлағас, тамырҙары тартып, Башҡортостанға ҡайта. Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Йәш рәссам үҙ нәҫеле өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур эш башҡара – араларында бик күп данлыҡлы зыялылар – врачтар, уҡытыусылар, рәссамдар булған Ишемғоловтар шәжәрәһен төҙөй.
– Буранбай Сирғәли улы, үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тигәндәр. Тамырҙарын белгән, хөрмәт иткән кеше киләсәктә ныҡлы баҫып ышаныслы йәшәй ала. Шәжәрә ағасы төҙөү менән ҡасан мауыға башланығыҙ?
– Үҙ шәжәрәңде өйрәнеү мауыҡтырғыс шөғөл генә түгел, ә кешелек бурысы ла, киләсәк быуында тарихи хәтер тәрбиәләү, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау яуаплылығы ла булып тора тип әйтә алам. Шәжәрә – ырыу тарихы, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Шәжәрә – борон-борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бер туған кешеләрҙең танытмаһы ла булып һаналған. Сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән-нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән. Ошо яғы менән шәжәрә – ижтимағи-сәйәси документ, тарихи сығанаҡ та. Бына шуның өсөн дә башҡорт балаһы кәмендә ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш булған.
Архив материалдарын файҙаланып, эҙләнеү эштәре алып барып, ололарҙан һорашып туғыҙ быуынға тиклем нәҫел тармаҡтарымды таба, өйрәнә алдым. Ишемғолов фамилияһын барлыҡҡа килтергән шәхес – Аҫҡаров Ишемғол – 1749 йылғы бабам була. Ҡатынының исеме Аҡыҡ. Байһары һәм Ишһары исемле улдары булған. Батыр холоҡло уҙаман башҡорт халҡын иҙеүгә ҡаршы баш күтәреүҙәрҙә ҡатнашҡан. Батша ярандары тарафынан ҡулға алынып, ғүмерлек һөргөнгә оҙатылған саҡта, ауылдаштарына аманат итеп әйтеп ҡалдыра: «Минең исемде онотмағыҙ, фамилияғыҙҙы Ишемғолов тип атағыҙ!»
Ишемғол Аҫҡаровты архивтан эҙләп тапҡан саҡта, тамырҙарымда ҡаным йүгереп, тәндәрем зымбырҙап китте. Арабыҙҙа 250 йылдан ашыу арауыҡ ята! «Ҡан хәтере» тигән нимә ошо булалыр инде.
– Был изге, фәһемле эшкә тотонорға нимә этәргес булды? «Шәжәрә ағасы» тигән сәнғәт әҫәрен эшләүҙең үҙенсәлектәре бармы?
– Шәжәрә ағасы – нәҫел-ырыуҙың тармаҡланып китеүен күрһәткән һыҙма. Был мауыҡтырғыс та, яуаплы ла эшкә тотонорға этәргес – шәжәрәләрен матур итеп биҙәкләп, сәнғәт әҫәре итеп эшләп бирергә үтенгән кешеләр булды. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған саҡта уҡ был эш менән шөғөлләнә башланым. Шәжәрә төҙөү үҙе бер мөһим эш булһа, уны матур итеп биҙәкләп сәнғәт әҫәре итеп эшләү ҡулы белгән кешегә рухи һәм матди ҡәнәғәтләнеү сығанағы ла булып тора.
Үҙеңдең туған-тыумасаларыңды билдәләү, нәҫелеңде бер ағасҡа теркәү – боронғо халыҡтарға ғына хас. Дәүләтселек барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк шәжәрә яҙмалары үҙенә күрә архив булып торған. Хатта бындай документтың үҙәһәмиәте юғары була, ни өсөн тигәндә, әгәр ҙә шәжәрәң боронғо аҡын, уңышлы хәрби етәксе йәки ил етәксеһенә барып тоташһа, нәҫел затыңды танытып тороусы дәлил булып тора. Юҡҡа ғына ололар, улым, ҡыҙым, һин ҡайһы яҡтан, кемдең балаһы булаһың, тип хәстәрлек күрмәй бит. Ҙур тармаҡлы Ишемғоловтар шәжәрәһен барлаған саҡта ла, нәҫелебеҙҙә арҙаҡлы шәхестәр – фән кандидаттары, шағирҙар, атҡаҙанған рәссамдар, уҡытыусылар, врачтар барлығын асыҡлап оло ғорурланыу тойғоһо кисерҙем.
Туғандар менән даими аралашып, йыл һайын тыуып торған балалар тураһында мәғлүмәт менән «Шәжәрә ағасын» тулыландырып торам.
– Бына бит ниндәй әһәмиәтле, бөтә Ишемғоловтар өсөн генә түгел, ғөмүмән милләт өсөн мөһим булған эш башҡараһығыҙ! Быйылғы 2020 йылдың октябрь айында илебеҙ тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үткәреләсәк. Һеҙ үҙегеҙ һәм ғаилә ағзаларығыҙ халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашасаҡмы?
– Мотлаҡ ҡатнашасаҡбыҙ. Һәм республикабыҙҙа йәшәүсе барлыҡ кешеләрҙе шуға саҡырам. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу – йәшәү нормаһы. Кешенең әүҙем йәмәғәт позицияһын һәм граждан булараҡ өлгөрөүен раҫлаусы дәлил. Беҙҙең барыбыҙҙы ла лайыҡлы хеҙмәт шарттары, социаль тәьминәт, сифатлы һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡыҙыҡһындыра икән, беҙ дәүләткә дөрөҫ һәм ғәҙел ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итергә тейешбеҙ тип иҫәпләйем.
Халыҡ иҫәбен алып, мәғлүмәт туплау – һөҙөмтәле социаль-иҡтисади сәйәсәт, тотороҡлолоҡ һәм кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыртыу нигеҙе булараҡ бик тә мөһим эш ул. Беҙҙең һөйләшеүгә өҫтәп халыҡ иҫәбен алыу тураһында тарихҡа бер аҙ байҡау яһап ҡыҙыҡлы дәлилдәр килтерергә мөмкин.
Халыҡ иҫәбен алыу бик борон ваҡытта, дәүләттәрҙең һалым йыйыу һәм хәрби эшмәкәрлегенә бәйле барлыҡҡа килә. Мысырҙа халыҡ иҫәбен алыу, боронғо батшалыҡ (беҙҙең эраға тиклем 2800–2250 йыл) заманынан башланған. Ошо уҡ ваҡытҡа Боронғо Месопотамияла үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы мәғлүмәт тура килә. Боронғо Ҡытай һәм Боронғо Японияла ла иҫәп алып барылғанлығы тураһында мәғлүмәт бар.
Халыҡ иҫәбен алыу хәрби һәм ҡаҙнасылыҡ маҡсатында файҙаланыла. Характеры буйынса бындай иҫәп алыуға Европа колонияһына тиклем Американың иртә феодал дәүләттәре үткәргән саралар яҡын.
Тәүге тулы халыҡ иҫәбен алыу 1790 йылда АҠШ-та үтә.
1718 йылда йән башына һалым түләүгә күсеү менән Петр I халыҡ иҫәбен алыу тураһында указ сығара. Рәсәйҙә беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу 1897 йылдың 9 февралендә, ә һуңғы халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылдың октябрендә
үткәрелә.
– Рәсәй гражданы булараҡ, башҡорт халҡының киләсәгенә битараф булмаған илһөйәр булараҡ, ғөмүмән, Республикабыҙҙағы халыҡ һаны менән ҡыҙыҡһынаһыңмы?
–Республикала өсөнсө йыл инде даими халыҡ иҫәбенең арта барыуы күҙәтелә. Халыҡтың тәбиғи үҫеше буйынса Башҡортостан – Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында лидер.
Башҡортостан Республикаһындағы иң күп һанлы этник төркөмдәр –рустар, башҡорттар һәм татарҙар араһында башҡорттарҙа тыуымдың юғарыраҡ булыуы үҙ сиратында халыҡтың ыңғай тәбиғи үҫеше һаҡланып ҡалыуын билдәләүсе күрһәткес булып тора.
Бөгөн донъяла башҡорттарҙың һаны 2 миллионға яҡын. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәйҙә 1 584 554 башҡорт иҫәпләнә һәм халыҡ һаны буйынса дүртенсе урынды биләй. Башҡортостан Республикаһында 1 172 287 башҡорт йәшәй һәм төбәктәге дөйөм халыҡ һанының 29,5 процентын тәшкил итә. Бөтә башҡорттарҙың өстән бер өлөшө республиканан ситтә төпләнгән. Милләттәштәребеҙ Рәсәйҙең бик күп төбәктәренә таралған. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск, Төмән, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында башҡорттарҙы күпләп осратырға мөмкин.
Башҡорт халҡының милли мәҙәниәте донъя кимәлендә яңырыу кисерә. Уны таратыу, яңыртыу, башҡорт йәмғиәтен үҫтереү йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: