-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар , 13:50

Ошо “компактлы” ҡалалағы “компактлы” ғына ғаилә театры оҡшай миңә

Институтта уҡығанда уҡытыусыларым: “Һин бит классик образдар башҡара торған кеше, Рөстәм. Мәскәү, Питер театрҙарында уйнай торған актер”, -  тиҙәр ине. Әммә  классиканы үҙебеҙҙең тетарҙарҙа ла ҡуялар хәҙер. Ә беҙҙең Салауат  тетары  –  уникаль театр. Әйткәндәй, байрамдар ойошторорға ла яратам мин.  Яңы йыл булһынмы, 8 мартмы тигәндәй... Сөнки байрамдар коллективты берләштерә.  Миңә театрҙа, ғәҙәттә, “Рамазаныч”  тип өндәшәләр. Бер мәлде  шаяртып “Байрамыч”  тип тә йөрөтә башланылар.

Рөстәм Фазылов:

Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамалағандан һуң, 1977 йылда Салауат театрына килдем. Бына 25 йыл инде ошо коллективта арымай-талмай эшләп йөрөйөм.  Хәтеремдә, беҙҙе 1 июлдән приказ менән эшкә алдылар.  Ул ваҡытта театрҙың художество етәксеһе Вәзих Кашаф улы  Сәйфуллин ине. Ул, Өфөгә килеп, беҙҙән ғаризалар  алып киткәйне. Мотлаҡ эшкә барырбыҙ, тип вәғәҙә биреп ҡалдыҡ. Сөнки ул осорҙа Салауат театрының күп кенә артисатры Стәрлетамаҡ театрына күсте һәм  коллектив йәш көстәргә  ҡытлыҡ кисерә ине. Беҙҙән ике йыл алда Салауат театры өсөн махсус курс уҡытылды. Беҙҙең төркөм Сибай театры өсөн әҙерләнһә лә, бәғзеләрбеҙҙе Салауатҡа саҡырҙылар.  Институтта профессор Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев уҡытҡан һуңғы төркөм беҙ. Дүртенсе курста уҡығанда ул мәрхүм булып ҡалды. Артабан уның уҡыусылары Әхтәм Абушахманов, Рәфил Нәбиуллиндар уҡытты. Диплом спектаклен Сибай сәхнәһендә яҡланыҡ. Беҙ эшкә килгән осорҙа театр  оҙайлы гастролдәргә сыға ине. Бындағы эшбеҙ  шул гастролдәрҙән башланды ла. 

Театрға килеп алты йыл самаһы актер булып эшләгәндән һуң, директорыбыҙ  Наилә Әбделхәй ҡыҙы Сәфәрғолова мине үҙенә урынбаҫар итеп саҡырҙы. Башта был тәҡдимгә бөтөнләй ҡаршы инем, ни тиһәң дә, мин актерлыҡҡа уҡыным һәм ошо йүнәлештә эшләргә, карьера яһарға теләй инем. Әммә Наилә Әбделхай ҡыҙы үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. “Был эште һин генә алып бара аласаҡһың, Рөстәм. Күреп торам, ойштороу һәләтең дә юҡ түгел, һиңә ышанам. Артистарҙы артист  кеше генә аңлай ул”, - тине.  Беҙҙең арала даими рәүештә ошондайыраҡ һөйләшеүҙәр булып торҙо. Уның тәҡдименә ризалашмай ҙа сарам юҡ ине. Етәксе вазифаһында 20  йылға яҡын эшләнем һәм бына әле яңынан сәхнәгә ҡайттым. Ана шул  ойоштороусы, етәксе булып эшләүемә һис үкенмәйем. Сөнки бик әһәмиәтле проекттар уйлап табып, шуларҙы тормошҡа ашырып, хеҙмәттең емешен татый башлағас, ул эш тә оҡшап китте. Ул саҡта, ысынлап та,  ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ беҙ. Йәш саҡ, көс-дәрт ташып тора. 2003 йылда “Тетар яҙы” фестивален дә беҙ башлап  ебәрҙек. Рәсәй буйлап турнелар эшләнек. Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Ҡырығыҙстанға гастролдәр ойошторҙоҡ. Шөкөр, әле лә театрыбыҙ гөрләп тора, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша, яңынан-яңы заманса премьералар  сәхнәләштерә, балалар өсөн әкиттәр ҡуя. Үҙебеҙҙең театрҙың төрлө проекттары ла бар. Әйтәйек, “Инвалид балалар өсөн театр”  проекты хәҙер ун йылдан ашыу дауам итә. Беҙ йыл да Яңы йыл байрамы алдынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булып кейенеп, бүләктәр таратабыҙ. Инвалид балаларҙы яйлап театарға ла ылыҡтырабыҙ. 

Әле бына ана шул ойоштороу эштәренән бер аҙ бушап, яңынан сәхнәгә ҡайттым. Һағындырған. Әммә мин сәхнәне бөтөнләй үк ташлап ҡуймағайным. Тетарҙың художество етәксеһе булып эшләгән йылдарҙа спектаклдәрҙә ҡатнашҡылай инем. Шулай ҙа тураппа өсөн яуаплылыҡ һинең иңдә  булғас, сәхнәлә тыныс ҡына уйнай алмайһың, актерҙар ваҡытында сығырҙармы, декорацияларҙы ваҡытында алмаштырырҙармы тип хафаланып йөрөлә. Ә иңдән ундай яуаплылыҡ төшкәс, хәҙер, һис ниндәй  борсолоуһыҙ ғына, сәхнәлә ирәүенләп йөрөп роль ижад итергә мөмкин. Сәхнә, ысынлап та, һағындырған. Тағы ла бер аҙ ойоштороу эшендә йөрөһәм, бәлки, актер оҫталығын онота ла башлар инем. Остазыбыҙ Гөлли Арыҫлан ҡыҙы мине күргән һайын: “Рөстәм, беҙ һеҙҙе юҡҡа акткрлыҡҡа уҡыттыҡмы ни, урының  сәхнәлә һинең”, - тип  шелтәләп ала торғайны. Әммә һис нигә үкенмәйем. Актерға бер аҙ эшмәкәрлеген үҙгәртеп алыу ҙа ҡасамуламай. Был файҙаға ғына. Аллаға шөкөр, һағынып һөйләрлек ролдәрем булды, әле лә бар һәм буласаҡ та. Институтта уҡығанда уҡытыусыларым: “Һин бит классик образдар башҡара торған кеше, Рөстәм. Мәскәү, Питер театрҙарында уйнай торған актер”, -  тиҙәр ине. Әммә  классиканы үҙебеҙҙең театрҙарҙа ла ҡуялар хәҙер. Ә беҙҙең Салауат  театры  –  уникаль театр.

Миңә йыш ҡына дуҫтар, ижадсылар: ”Рөстәм, Салауат тетары, Салауат ҡалаһы һинең өсөн бәләкәй хәҙер. Ниңә башҡа ҙурыраҡ ҡалаға күсмәйһең?” -  тиҙәр. Ә минең нисектер театрға хыянат иткем килмәй. Ошо “компактлы” ҡалалағы “компактлы” ғына ғаилә театры оҡшай. Йөрәгемде биләп алған ул. Уға ҡарата һөйөүем көндән-көн арта. Ҡатыным да, үҙем дә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынанбыҙ. Хәләл ефетем  – рус теле һәм әҙәбиәте уҡтыусыһы. Улыбыҙ бар, ул техник йүнәлештәге  юғары уҡыу йортон һайланы.

Коллегаларымдың барыһын да ошо матур, олпат юбилейыбыҙ менән ҡотлайым. Әйткәндәй, байрамдар ойошторорға ла яратам мин.  Яңы йыл булһынмы, 8 мартмы тигәндәй... Сөнки байрамдар коллективты берләштерә.   Миңә театрҙа, ғәҙәттә, “Рамазаныч”  тип өндәшәләр. Бер мәлде  шаяртып “Байрамыч”  тип тә йөрөтә башланылар. Хәйер, беҙ былай ҙа бик татыу коллектив. Байрамдарҙа ғына түгел, эштә лә, ҡайғыла ла, кемгәлер ярҙам талап ителгәндә лә берҙәмбеҙ. Тиҙ генә йыйыла һалабыҙ. Ана шул берҙәмлек юғалмаһын, ижад ҡомары һүнмәһен, Салауат театры һәр ваҡыттағыса  иң алдынғылар иҫәбендә булһын тип теләйем!

Театрҙың 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан Гөлшат Ҡаһарманова яҙып алды. 

2023 йыл. 

 

Ошо “компактлы” ҡалалағы “компактлы” ғына ғаилә театры оҡшай миңә
Ошо “компактлы” ҡалалағы “компактлы” ғына ғаилә театры оҡшай миңә
Автор:
Читайте нас: