Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ғайсаров республикала ғына түгел, Рәсәйҙә киң танылған музыкант, мультиинструменталист. Уның ҡурай, ҡумыҙ моңон, борондан килгән ҡатмарлы өзләү алымдарын бик яратып ҡабул итә тамашасы. Артур традицион башҡорт музыка ҡоралдары – ҡурай һәм ҡумыҙ өсөн бихисап композициялар, импровизациялар ижад иткән талантлы композитор, импровизатор.
31 октябрь филармония сәхнәһендә Артур Борхан улының Башҡортостандың визит карточкаһы булған Халыҡ ҡоралдары милли оркестры менән берлектә үткән «Илаһи ҡурай» исемле бай эстәлекле концерт программаһы алда әйтелгән һүҙҙәрҙе тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Моң байрамын ул Урал тауҙарында үҫкән ете тажлы үләндән ҡурай эшләп, башҡорт халҡының милли гимны «Урал»ды уйнап башланы.
Үҙе ижад иткән «Ҡаҫмарт буйы» импровизацияһы, бихисап халыҡ йырҙары, виртуоз башҡарылған композитор әҫәрҙәре күңелдәрҙе арбаны, хисләндерҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Халыҡ ҡоралдары милли оркестры солисткаһы, думбырасы Гүзәл Үмәрғалина менән Мифтахетдин Аҡмулла ҡобайырын йырлап, Артур оҫта йырсы - ҡобайырсы булараҡ та асылды.
Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестрының (художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов) алтын фондына ингән халыҡ йырҙары, көйҙәре менән бер рәттән танылған композиторҙар Нур Даутов, Ләйлә Исмәғилева, Морат Әхмәтов, Урал Иҙелбаев, Ринат Камалов, Шәүрә Сәғитова, Айһылыу Сәлмәнова, Урал Мөхәмәтйәров, Ильяс Камал, Марат Фәйзуллиндарҙың төрлө жанрҙағы музыкаль әҫәрҙәрҙен юғары профессиональ кимәлдә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнаған Артур Ғайсаров киң даирәле, күп яҡлы һәләткә эйә талантлы музыкант икәнлеген раҫланы.
Концертта ҡурайсының ижадташ дуҫтары: Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гүзәл Үмәрғалина, Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселегендәге Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айрат Ҡарасов етәкләгән Халыҡ ҡоралдары милли оркестрының Ҡурайсылар ансамбле ҡатнашты.
Ейәнсура районының йәмле Ҡаҫмарт йылғаһы буйҙарының йәшел хәтфә болондарында баласаҡтан ҡурай уйнап үҫкән Артур бөтә ғүмерен ҡурай сәнғәтенә бағышлаған. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы - педагог Артур Борхан улы Ғайсаров талантлы ижадсы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ оло ихтирам һәм хөрмәт яулаған шәхес. Быны Ейәнсура район хаҡимиәте башлығы Дәмин Юланов, тамашаның хужаһы Артур Ғайсаровты ҡотлап әйткән һүҙҙәрендә лә билдәләне.
«Бөгөн беҙ – ейәнсуралар ҙур ғорурлыҡ хистәре кисерәбеҙ. Артур Борхан улы, һеҙ данлы яҡташтарыбыҙ Мәғфирә Ғәлиева, Абдулла Солтанов, ҡурай уҡытыусыһы Нәжметдин Хәсәновтарҙың эшен лайыҡлы дауам итеүсе икәнегеҙҙе күптән инде иҫбатланығыҙ. Районда эшләгән осорҙа бик күп балаларға, үҫмерҙәргә ҡурайға оло һөйөү тәрбиәләп, уйнарға өйрәттегеҙ. Үҫәргән ерен данлап башҡалабыҙҙа ижад иткән талантлы яҡташыбыҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ!», – тине Дәмин Марат улы.
Ижад кисәһенең уңышында, Артур Ғайсаровтың быға тиклем тамашасы белмәгән һәләттәрен асыуҙа концерттың режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарованың өлөшө ҙур. Программаның оҫта итеп төҙөлөүе, кисәнең бер тында үтеүе ул етәкләгән ижад төркөмөнөң берҙәм эшләүенән килә лә инде.
Ҡурай моңон тормошоноң асылы, мәғәнәһе, йәме иткән Артур Ғайсаровтың күп яҡлы ижады, эшмәкәрлеге һоҡландыра, хайран ҡалдыра. Сит төбәктәрҙә лә уның сығыштарын тамашасылар алҡыштарға күмә. Бына инде өсөнсө йыл рәттән Артур Борхан улы Башҡортостан этнобренды – Халыҡ ҡоралдары милли оркестры менән Рәсәй мәҙәниәт министрлығының «Беҙ-Рәсәй» Федераль программаһы сиктәрендә илебеҙ төбәктәрендә гастролдәрҙә йөрөй. Быйыл улар Урал һәм Волга буйының 11 ҡалаһы тамашысылары менән осраша. Ижади сәфәрҙәр Яр-Саллы, Йошкар-Ола, Ҡорған, Түбәнге Тагил ҡалаларында үтте лә инде. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа оркестрҙы, уның солистарын ихлас, йылы ҡаршы алалар, алҡышлап оҙаталар.
Ошо оҙайлы гастролдәр араһында ойошторолған, илаһи ҡурайҙы данлаған тәрән рухлы, халыҡсан ижад кисәһе тамашасылар күңеленә хуш килде, яҡты, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Әлфиә Ғимаҙиева,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы