-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь , 10:03

Духтыр Ғәйшә

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙҙа Ғәйшә, Фатима, Мәрйәм исемле ҡатындар күп булды. Һәр береһе бишәр – алтышар инде. Халыҡ уларҙы бутамаҫ өсөн ирҙәренең исемдәре менән атап йөрөттө: Мансур Мәрйәме, Йосоп Ғәйшәһе, Зәкир Фатимаһы һ.б. Мин һөйләйәсәк Ғәйшә инәйҙең бер үҙенә өс исем: Баймөхәмәт Ғәйшәһе, оҙон буйлы булған өсөн, оҙон Ғәйшә, малдарҙы, кешеләрҙе тәрбиәләгән өсөн, “ духтыр” Ғәйшә тип йөрөттөләр. Ҡайғыны ла, ауырыуҙы ла күп күргән был инәй мәрәкәселлеге, кешеләрҙе көлдөрөп, күңелдәрен күтәреп йөрөүе менән хәтерҙә уйылып ҡалған.

Таҡмаҡ сығарырға ла бик оҫта ине ул. Бер кеше таҡмаҡ әйтһә, уға ҡаршы тиҙ генә яуабын да таба торғайны. Атайымдың яҡын ғына ағаһының ҡатыны булараҡ, ул беҙгә йыш ҡына килеп йөрөнө.

Ғәйшә инәй 1907 йылдың 16 ноябрендә Ишембай районы Ҡолғона ауылының уҡымышлы кешеләре Хәмзә һәм Зөлҡағиҙә Дилмөхәмәтовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килә. Инәй дүрт-биш йәштәр тирәһендә бик ҡаты ауырып китә.

- Бер мулла ғына йәнемә керә алды, бауыр ашатырға ҡушты, гел мәте балсыҡты һурып ашап йөрөй торғайным,- тип хәтерләр ине ул.

Илдә граждандар һуғышы бара. Ауылға берсә ҡыҙылдар, берсә аҡтар баҫып килеп керәләр ҙә, халыҡты талап, ас-яланғас итеп, миктәтеп ҡалдырып китәләр. Ғәбделвәхит ағаһын, олораҡ булғас, үҙҙәре менән һуғышҡа алып китәләр. Атаһы, Хәмзә олатай, ғаиләһен ҡурсып, уларҙы йә баҙ аҫтында, йә һарай башында йәшереп алып ҡала торған булған. Граждандар һуғышынан һуң аслыҡ башлана. 1921 йылда Ғәйшә инәйҙең атаһы ҡапыл ғына вафат була. Етем балалар өсөн Иҫке Һәйеттә приют асалар, бик күп бала-сағаны шунда алып киләләр, араларында ололар ҙа була. Күп кенә балалар аслыҡтан шешенеп үләләр. Ғәйшә инәйҙең Файза апаһы, аяғына саңғы кейеп, балаларға йөкмәп аҙыҡ-түлек ташый. Хәлһеҙ, ас бала-сағаға тимер мейестә ҡар иретеп эсерәләр, иретелгән һыуҙа ризыҡ бешереп ашаталар. Ғәйшә инәй Фатима исемле һеңлеһен тимер мейес өҫтөндәге ябылмаған һыуҙы эсеп үлде, тип һөйләй торғайны, шуға ла, кис булһа, ризығығыҙҙы “бисмилла” итеп ябығыҙ, тип иҫкәртеп торор ине.

Ун алты йәше тулғас, инәйҙе бер муллаға көсләп, икенсе бисәлеккә кейәүгә бирәләр. Әсәһе лә:

- Бар ҙа ҡуй, ҡыҙым, мулла кеше бит, аслыҡтан интекмәҫһең, туҡ булырһың, - ти.

Совет власы урынлашҡас, мулланы саҡ төрмәгә ултыртмайҙар. Уны төрмәнән алып ҡалыу өсөн ауыл кешеләре:

- Көн итеүҙәре үтә лә ауыр булғанлыҡтан, туғандарҙы аслыҡтан алып ҡалыу заруратынан барҙым, тип әйт, - тип аҡыл бирәләр Ғәйшә инәйгә. Шулай итеп, мулла төрмәгә ултырыуҙан ҡотолоп ҡала.

1929 йылда инәй Ғәлиәкбәр ауылы кешеһе Йомағолов Баймөхәмәт бабайға тормошҡа сыға. Тәүге балаһы, Әлмөхәмәт исемле улы, кинәт балҡып янып атылған йондоҙ шикелле, ни бары туғыҙ ай ғына йәшәп, был яҡты донъянан китә. 1932 йылда - Әхтәм, 1936 йылда Ғәбиҙә исемле ҡыҙы донъяға килә. Ғәбиҙәһенә ике йәш булғанда, Ғәйшә инәй ҡаты ауырыуға һабаша.

- Сәсемде ҡырып ташланылар, түшемә, күкрәккә тик боҙ һалдылар. Баймөхәмәткә:” Балаларым янына алып ҡайт, өйөмә ҡайтып үләм”, - тип иланым. Ике-өс ай больницала ятҡандан һуң ғына өйгә ҡайтарҙылар. Абдрахман мәзин ете тапҡыр Ҡөрьән сыҡты, шунан һуң ғына арыуланып, аяғыма баҫтым, - тип хәтерләр ине инәй.

1941 йылда Баймөхәмәт бабай һуғышҡа киткәндә, өсөнсө балаһы Байрамғәлигә ни бары бер генә йәш була. Ҡолғонанан әсәһе балаларҙы ҡарашырға ярҙамға килә. Ғәйшә инәйҙең әсәһе халыҡ ижадын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белгән, боронғо йырҙарҙы матур итеп башҡарған ағинәй була. Халыҡ медицинаһын тәрәндән белгән кеше булараҡ уға тиңләшеүсе булмағандыр. Ғәбитова Мәрйәм инәйҙең түше ҡап-ҡара булып шешә, Зөлҡәғиҙә инәй уны тәрбиәләп шәбәйтә. Хәҙерге заман булһа, һис шикһеҙ, операция яһарҙар ине. Ғәйшә инәй әсәһенең теленең бер яғына еп, икенсе яғына энә һалып, теле менән энә һаплағанын һөйләп аптырата торғайны.

Ире яуға киткәс, бөтә ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәрергә тура килә инәйгә: өс баланы ҡарау, хөкөмәткә ҡап, септә һуғыу, арҡан үреү, һалабаш төшөрөү, һал ағыҙыу һ.б. Исмаһам, аты ла юҡ бит. Күпселек осраҡта утынын да, бесәнен дә ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бала-сағаларҙың үҙҙәренә һөйрәп ташырға тура килә. 1943 йылда, Үмәр ыҙмаһында, йыла һыҙырып, мал аҫырап ятҡан ваҡытта, Баймөхәмәт бабай һуғыштан ҡаты яраланып ҡайта. Ғәйшә инәй, унда ирен тәрбиәләрлек мөмкинселектәр булмағас, санаға ултыртып һөйрәп ауылға алып килә. Дарыу үләндәре эсереп, гел үләнгә урап, бабайҙы аяҡҡа баҫтыра.

- Баймөхәмәтте һунарға йөрөрлөк итеп шәбәйтеп алдым, - тип ҙур ҡәнәғәтлек менән йылмайып һөйләгән була торғайны инәй.

1947 йыл Ғәйшә инәй өсөн бик фажиғәле йыл була: ире, Бикташҡа апаһына бура бурашырға китеп барғанда, юлда һәләк була, күп тә үтмәй, әсәһе лә был яҡты донъя менән бәхилләшә. Ауыр замандарҙа бер үҙенә биш баланы аяҡҡа баҫтырыуҙар үҙе ҙур ҡаһарманлыҡҡа тиң бит.

“Духтыр” инәй, Совет власы йылдарында традицион булмаған дауалау алымдары тыйылһа ла, мал хаҡы, бала хаҡы, уларҙың гонаһы юҡ бит, тип кешеләргә ярҙамға ашығыр ине. С. ағайҙың тәнен экзема баҫа. Уны нисек шәбәйттең, ауырыуы ҡурҡыныс бит тиҙәр уға:

- Мин уны ҡулым менән тәрбиәләмәйем, кеше үҙен-үҙе тәрбиәләй. Тал ҡайыры алып, уны ҡайнатып, мунсала йыуынырға, ҡатыҡ һыуына тоҙ һалып сайҡанырға ҡуштым, унан май өшкөрөп бирҙем. Ә Сәлимгәрәйгә әсегән ҡаймаҡ өшкөрөп бирҙем, - тип яуаплай.

Кеше тәрбиәләгәндә артыш, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡарағат япраҡтары, бәгәнәш, әлморон тамыры, емеше, йәмшегән емешен, бөрөләрен, һарыҡтың эс майын, имән бәшмәген ҡуллана торғайны. Имән бәшмәген күҙ тейеүҙән быҫҡытыр ине, һыҙлаған ерҙәргә һөртөргә балауыҙлы майҙы ҡулланғаны иҫтә. Әлморондо күҙ тейеүҙән ҡайнатып эсерер ине, баланы ҡойондорорға һәйбәт, ти торғайны.

Уға Абдрахман мәзин, Уйылдан мулла, Хәлил бабай:

- Ғәйшә килен, һинең тының килешә бит, кеше тәрбиәләр инең, - тигәндәр.

- Рөхсәт алмайынса, кеше тәрбиәләргә ярамай, һәр ауырыуҙың үҙ доғаһы бар, мине төшөмдә өйрәтәләр, - ти торғайны.

Ғәйшә инәй әллә ҡасанғы хәл-ваҡиғаларҙы кешеләрҙең исемдәрен әйтеп тороп һөйләһә, нисек барыһын да хәтерләй икән тип, беҙ аптырай торғайныҡ.

- Мин бала саҡта ҡуҙғалаҡты күп ашаным, ул хәтерҙе яҡшырта. Ҡөрьәнде лә бер-ике тапҡыр уҡыһам, ятлап алам, - ти торғайны. Йәйен, үҙе һымаҡ фронтовик ҡатыны, Дәғиә инәй, менән икәүләп, һаулыҡтарын сәләмәтләндереп, май үләне, таҡыябаш, ҡайын, йүкә япрағына; ҡом бешкәс, ҡомға ятырҙар ине. Уның да үҙ ваҡыты була шул.

Ғәйшә инәйгә, Өфөнән бер профессор килеп, ауырыуҙарҙы нисек тәрбиәләүе, нимәләр ҡулланыуы тураһында һораша. Репрессияның шауҡымы кешеләр аңында уңалмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырған шул, ул йылдарҙа бер йыр, таҡмаҡ өсөн дә кешене төрмәгә ултыртҡандар бит. Үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән инәй бик асылып китмәй, кешеләрҙе өшкөрөп дауалауы тураһында өндәшмәй, төрлө үләндәр менән дауалауы тураһында ғына әйтә. Ауылда бик күп балаларҙың кендек әбейе лә булды Ғәйшә инәй. Бала-сағаны бик ярата ине, әкиәт һөйләр, кәнфиттәр таратыр, уйындар өйрәтер ине. Һуғыштан һуң тыуған кесе балалары Рамаҙан ағай, Фәйрүзә апай үҫкәндә, уларҙың өйөнән бала-сағалар өҙөлмәне. Балаларҙың өҫтәре бысранһа, әсәйегеҙ әрләп ҡуймаһын тип, кейемдәрен йыуып, киптереп, сәйҙәр эсереп ҡайтарыр ине. Һыуҙың сауабы ҙур тип, ҡыҙҙарҙан оло кешеләргә һыу ташыта торғайны. Ғәйшә инәйҙең:

- Кешегә яҡшы, изгелекле булығыҙ. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара. Кешенең әйберенә теймәгеҙ. Үлгәс, төймә урлаһаң – төймә аша сығырһың, энә урлаһаң – энә аша сығырһың. Үлсәүгә кермә, ғәйбәткә кермә, етем ризығын ашама, шунан да ҙур гонаһ юҡ, -тип балаларға титкеп әйтеп ултырғаны хәтерҙә. Ауылыбыҙҙа Ғәйшә инәйҙе олоһо ла, кесеһе лә бик яраттылар, хөрмәт иттеләр. Ул тормош тәжрибәһен үҙенән йәшерәктәр менән уртаҡлашып, хәленән килгәнсе өйрәтеп ҡалдырырға тырышты.

Уйлайым да, хайран ҡалам: шул тиклем дә көслө ихтиярлы кеше булған икән ул Ғәйшә инәй. Һуғыш ваҡытында аслыҡта ла ураҙаларын ҡалдырмай, әсе ҡатыҡ эсеп, билен һыға быуып, план-нормаларын да үтәгән, хатта кәбән һалғанда, бүҫере килеп сығып, яулыҡ менән эсен бәйләп йөрөгән. Ғәйшә инәй тик ултырырға яратманы, хәрәкәттә бәрәкәт тип, гел йәйәү йөрөнө. Ни хәтлем ауыр эштәрҙә эшләһә лә, шөкөр, 88 йәш йәшәне инәйебеҙ.

 

Шәһүрә Әхмәҙиева

Автор:
Читайте нас: