-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь , 13:27

"ШЫПА" НИМӘНЕ АҢЛАТА?

Элекке уҡыусыларҙың белемгә ынтылышы шул ҡәҙәр көслө булдымы икән, әллә балаларҙа аң үҫешкәнерәкме, һәр хәлдә нисек тә күберәк белергә, уҡытыусының һәр һүҙен аңлап ҡабул итергә тырыштыҡ. Урыҫ класында уҡытыусы булып эшләгән еңгәйем менән булған хәл быға асыҡ миҫал.

Бер көндө кис быларҙың йортона уҡыусы малай килә лә, уҡытыусы апаһын тышҡа саҡырып сығарып:
– Мирфәйезовна, бая дәрестә һеҙ һөйләнегеҙ-һөйләнегеҙ, ә мин шыпа бер нимә лә аңламаным... төшөндөрөп кенә ебәрегеҙ әле, зинһар? – ти икән. Уҡыусыһының шулай һәр нәмәне аларға, белергә тырышҡанына бик ныҡ ҡыуана уҡытыусы, тик бер һүҙҙең нимә аңлатҡанын белмәй баҙап ҡала. Уҡыусыһына көтөп торорға ҡушып, кире өйгә инә лә, дәрес әҙерләп ултырған ағайыма өндәшә:
– Фәрит, “шыпа” тигән һүҙ нимәне аңлата ул?
– Ул һүҙ нимәгә ул һиңә? – Үҙҙәренә килгән малайҙы тәҙрә аша күреп ултырған ағайым еңгәйемде ҡыҙыҡ итергә була. – Вася һораймы әллә?
– Юҡ та... Дәрестә шыпа бер нимә лә аңламаным, яңынан төшөндөрөп кенә ебәрегеҙ әле, тип килгән...
– Аһ, урыҫ малайы белгән һүҙҙе башҡорт ҡатыны аңламаһынсәле... – Ағайым, ғәҙәтенсә, яйлап ҡына, тәмләп кенә һүҙ башлай. – Уҡыусыңдан һораһаңсы, аңлатып бирер ине...
– Фәрит, тиҙ генә әйт тә, Васяға теманы аңлата һалам... былай ҙа эшем күп...
– Һе, “шыпа” һүҙе ни башҡортса “сәпсим” була инде... урыҫсалап әйтһәк, “совсем”...
– Ә-ә-ә, тәүгә ишетәмсе ул һүҙҙе...
– Шулай, уҡыусың һин һөйләгәндәрҙе сәпсим аңламаған! Урыҫтың малайы ла белгән һүҙҙе, башҡорт бисәһе һин белергә тейешһең инде... – Ағайым ҡәнәғәт төҫ менән көлөп ҡуя...

Мотал РӘМОВ

Автор:
Читайте нас: