-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь , 09:58

АУЫЛ ҠАТЫНЫ

Ауылдан сығып, ҡалала торған бер ҡатынға яуап

АУЫЛ ҠАТЫНЫ
АУЫЛ ҠАТЫНЫ

“Ауыл ҡатыны” тип минең
Зитҡа теймәгеҙ бүтән!
Ҡалала кеүек йәшәйем
Ауылда тороп күптән!
Мҽйҽс яҡмайым — газ ингән,
Һыуым аға крандан,
Бөтә уңайлыҡтар өйҙә,
Өшөмәйбҽҙ буранда.
Атайым – ауыл балаһы,
Ауылдыҡы әсәйем,
Ете быуыным ауылдан,
Мин ауылда йәшәйем.
“Ауыл ҡатыны” тигәнгә
Ни эшләп оялайым?
Һыйыр һауам иртән тороп
Йыл буйына, таң һайын.
Йәй буйына себеш, өйрәк,
Ҡаҙҙар көтәм урамда,
Иртәнән кистәр еткәнсе
Эшем бөтмәй ҡурамда.
Ике аҫыл ул үҫтерҙек,
Уҡыттыҡ, әҙәм иттек.
Өйләндерҙек, туй яһаныҡ,
Уларҙы өйлө иттек.
Ейән-ейәнсәрҙәр тыуҙы —
Нур инде өйөбөҙгә.
Дүртәүләшеп шау-гөр килеп
Ҡайтып инәләр өйгә.
Эшем бар бәхетле иткән —
Ауыл уҡытыусыһы!
Кәрәк булһа, мин әртисмен,
Булам шиғыр яҙыусы.
Ауыл бисәһе тип мине
Үпкәләтә алмаҫһыҙ,
Һеҙ ҙә ауылда тыуғастын,
Ҡаланыҡы булмаҫһыҙ.
Ҡалала ут күршеләрен
Белмәйҙәр ғүмер буйы,
Ауылда билгеле һәр бер
Аҙымың, хатта уйың.
Бер аҙым да ҡыйыш баҫа
Алмайһың, халыҡ күрә:
Иртән бер оста сөскөрһәң,
Кискә бар ауыл белә.
Күрше күршеһенә инә,
Берҙәм йәшәй туғандар.
Тик ауылда ғына йәшәй
Сыҙамдар һәм уңғандар.
Ауыл бисәһе тигәнгә
Үпкәләп тә тормайым,
Мин бер ҡатлы булһам булам,
Ике йөҙлө булмайым.
Хәйләләшеүҙе белмәйем,
Юҡ ике йөҙлөләнеү,
Маникюрым да юҡ әле,
Хас түгел көйәҙләнеү.
Эйҽ, ҡай саҡ калуш кҽйәм,
Яулыҡ ябынам сөйөп,
Кәрәк тапһам, таҡмаҡ әйтҽп
Һикҽрҽп төшәм бҽйҽп.
Ҡаш буятып, күҙҙәр эшләү,
Үҫтереүҙәр юҡ ирен,
Ең һыҙғанып донъя көтә
Ауыл ҡатыны бөгөн.
Ауыл ҡатыны тигәнгә
Хатта ҡыуандым әле:
Ауыл ҡатындары кеүек,
Беҙҙең кеүек бул әле!

Миңзәлә Хәлилова.

Автор:
Читайте нас: