-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль , 14:50

"Берҙәм фольклор көнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк.

-

17 июлдә дүртенсегә Рәсәй Федерацияһының күп милләтле этномәҙәни ҡаҙанышын һаҡлауға һәм актуалләштереүгә йүнәлтелгән "Берҙәм фольклор көнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк. 2024 йылда акция Ғаилә йылына арналған һәм ғаиләне һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Шуға бәйле "Атайсал" мәҙәни үҙәге "Ғаиләбеҙҙә туй йолалары" онлайн-конкурсын иғлан итә. Акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ. Бының өсөн 16 июлгә тиклем "Атайсал" мәҙәни үҙәгенең ВК-һындағы - https://vk.com/topic-160777365_51638825,  фекер алышыуҙа ниндәй фольклор йолаларының ҡулланылыуы тураһында бәләкәй генә эссе яҙырға кәрәк. Фотоһүрәттәрҙе беркетеү мотлаҡ шарт. Еңеүселәрҙе (1, 2, 3 урындар) лайктар буйынса билдәләйәсәкбеҙ. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Тауыш биреү 17 июлдең 23.00 сәғәтетнә тиклем дауам итә.

https://vk.com/wall-160777365_3301

 

"Берҙәм фольклор көнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк.
"Берҙәм фольклор көнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк.
Автор:
Читайте нас: