-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль , 16:00

Кейәүҙә булыу ғәләмәт рәхәт!

-

... Мин тормоштан артыҡ бер ни ҙә көтмәйем, булғанға шөкөр итеп, баш баҫып эшләүҙе генә беләм. Ә тормош мине көтмәгәндә йә сикһеҙ яратҡан Алия-Алешкамды, атайымды, әзәйемде алып китеп, упҡындарға һелтәй, йә ҡыуаныслы ваҡиғалары менән иркәләтә, яҡшы кешеләр менән осраштырып, һөйөндөрә, уйламағанда һөйөү менән ҡауыштыра... Аллаһы Тәғәләгә мең рәхмәт тәүфиҡлы, уңған, аҡыллы балаҡайҙарым, бар яҡтан килгән туғандарым, һоҡланып туйғыһыҙ шәп дуҫтарым һәм иң-иңдәр араһында берҙән-берем булған һөйгәнем өсөн! Бөгөн беҙҙең ситса туй! 365 көн элек эш араһында ғына ЗАГС-ға барып, зыҡ ҡубып йөрөлгәйне. Шунан бирле һаман зыҡ ҡубып, йәшәп ятабыҙ, шөкөр.  Кейәүҙә булыу ғәләмәт рәхәт! Нимә яҙһам да, иркәмде баҫтырып йөрөп, яҙғанымды уға ҡысҡырып уҡыйым; төндәрен юрғаным иҙәнгә төшөп, өшөп-туңып ятмайым - иркәм төнө буйы мине, тулағысты, һуҡранмай ғына яба; нимә бешерһәм дә - маҡтай-маҡтай ашай; күҙем аҡайғансы эшләргә хут бирмәй, урамға етәкләп алып сығып китә... Батарейкаларым бөтөп, хәлдән тайһам, көслө, сабыр, яғымлы хәләлемдең алдына ултырып, башымды күкрәгенә терәйем дә, бошонҡо ғына тауыш менән, мөмкинме зарланып алырға, тим. Бер тапҡыр ҙа, юҡ, тимәне, рәхмәт яуғыры. Шундай ҙа рәхәт, Аллаҡайым...
Изгелеккә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырға тырышам, ыңғайына торам, сабырлыҡҡа өйрәнәм.
Беҙҙең ҡыуанысты уртаҡлашҡанығыҙ өсөн рәхмәтлемен, ҡәҙерле дуҫтарым!
Парлыларға ғаилә бәхете, именлеге теләйбеҙ, яңғыҙҙар үҙ ишен табып, йәмле оя ҡорһон! Бәхетле булығыҙ, дуҫтар! Көн һайын ҡыуаныстар яуып торһон, муллыҡта, татыулыҡта йәшәгеҙ! Беҙҙән һеҙгә аманат шул бөгөнгә.

Баныу Ҡаһарманова

https://vk.com/wall445972280_27578

 

Кейәүҙә булыу ғәләмәт рәхәт!
Кейәүҙә булыу ғәләмәт рәхәт!
Автор:
Читайте нас: