Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры коллективы яңы постановка өҫтөндә эш башланы. Т.Миңнуллиндың «Диләфрүзгә төрт кейәү» спектакле БЕРҘӘМ Рәсәй партияһы проекты сиктәрендә ҡуйыла, ҡуйыусы режиссер - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Закир улы Ханов. Спектаклдең премьераһын тамашасылар март айында ҡарай аласаҡ.