-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2023, 12:20

Дамир Тайыпов: "Хәрби кеше булыу теләге ҙурыраҡ ине"

«Башҡорт халыҡ йыры «Сибай»ҙы йырлаһам, кескәй генә улым илауҙан туҡтай» тигән үҙе илаһи, үҙе ябай бер һөйләм, береһенән-береһе шәп йәш йырсыларыбыҙ араһында нәҡ Дамир Тайыповҡа иғтибарымды йүнәлтергә сәбәп булды. Ә баҡһаң, «Сибай»ҙы тыңларға яратҡан сабый, теле асылырға ла, ағай булырға ла өлгөрөп, үҙенең саф башҡортса матур итеп һөйләшә белеүе менән халыҡты ҡыуандырып үҫеп килә икән. Баязит исемле был шәп егеттең атаһы ла мотлаҡ шәп ир-уҙаман булырға тейеш, тип, Дамир менән бәйләнешкә индем. Һәм, яңылышмағанмын! Әлхәмдулилләһ, күкрәк киреп ғорурланырлыҡ, яҡты йондоҙҙарыбыҙҙың береһе, башҡорт сәхнәһенең баритоны, йырсы Дамир Тайыпов менән ҡыҙыҡлы әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Әбйәлил районының йәмле Буранғол ауылында, Рәфис һәм Вәсилә Тайыповтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә Дамир. Атаһы Рәфис Ғәффәр улы Тайыпов һөнәре буйынса слесарь, йәш сағында Магнитогорск металлургия комбинатында эшләгән. Ғаилә ҡорғас, тыуған яҡтарында урман ҡараусы була.

– Йәмле Ҡараташ буйҙары уның ҡурсыуы аҫтында булды.

«Эй, Ҡараташ, Ҡараташ та,

Байлыҡ бирҙең һин миңә,

Ҡапҡан һалып, бүре алһам,

Рәхмәт әйтермен һиңә», – тип йырлай-йырлай Ҡараташ буйы-13 кварталында йөрөр ине, – тип хәтерләй Дамир.

Әсәһе  – Вәсилә Әнүәр ҡыҙы, Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылынан.

Ябай, эшсән ауыл ғәиләһендә өс бала донъяға килә. Ағалары кеүек үк һәләтле, уңған Даян ҡустыһы, Айзилә һеңлеһе бар Дамирҙың.

Ҡустыһы  БДПУ-ла художество-графика факультетын тамамлай, һеңлеһе шул уҡ уҡыу мәктәпкәсә белем йүнәлеше  буйынса уҡып йөрөй.

Дамир урта белемде тыуған ауылында ала. Мәктәп йылдарында һәр ваҡыт тиерлек сәхнәлә йырлай, төрлө сараларҙа алып барыусы була. Ҡыш бабай ролен яратып башҡара. Үҙешмәкәр спектаклдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Әммә киләсәктә артист, профессионал вокалист булыу теләге менән янмай. Радио тулҡындарында, төрлө кассета, дисктар аша республиканың эстрада йырсыларын яратып тыңлай, әммә хәрби кеше булыу теләге ҙурыраҡ була. Хәрбиҙәрҙең һәр ваҡыт бөхтә йөрөүенә ҡыҙыға. Ә шулай ҙа, сәхнәгә тартылыуы еңә. Нәҫелдән нәҫелгә тапшырыла килгән йыр-моңға һөйөү эҙһеҙ үтмәгәндер, асылда.

– Әсәйем Вәсилә Әнүәр ҡыҙы, мине һәр ваҡыт йырларға өйрәтте, ул үҙе гармунда, мандолина уйнай. Был һәләт уға ҡартатаһы Дауыттан һәм атаһы Әнүәр Дауыт улынан күскәндер. Сөнки ҡартатайым Әнүәр Дауыт улы гармунда һыҙҙыра, мандолинала ла оҫта уйнай ине. Ул үҙе алдынғы комбайнер булды. Иген яланындағы уңышты урырға иң беренсе ул башлап төшөр булған. Эшен шул тиклем яратты. Баймаҡ районының иң хөрмәтле, абруйлы игенсеһен өлгөлө хеҙмәте өсөн Ҡара диңгеҙгә, Чехословакияға һәм башҡа ерҙәргә юлламалар менән бүләкләгәндәр. Ҡартатайым менән ғорурланып мин «Дан һиңә, игенсе» исемле йырыма клип эшләттем. Ул унда төп ролде башҡара. Клип төшөргән ваҡытта ҡыҙыҡ хәлгә лә тарып бөттөк. Иген баҫыуына килеп еткәс, ҡартатайыма режиссер: «Олатай, һеҙ анау ерҙән атлап киләһегеҙ ҙә, комбайнға инеп ултыраһыҙ», тип аңлатты. Килештеләр. Оператор төшөрә башланы: «Мотор! Снимаем!»

Ә ҡартатай ярты юлды үткәс, туҡтап тороп: «Ээээййй! Кем сапҡан был игенде?! Вис ятып ҡалған ерҙә!» – тип әрләшә башланы. Элек, үҙе иген иккән саҡта, күрәһең, бер башаҡ та ерҙә ҡалмағандыр инде. Ҡартатайымдың атаһы Дауыт бабайым да ныҡ көслө, моңло тауышлы йырсы булған, ауылдағы халыҡ сходҡа, йә төрлө йыйылыштарға йыйылғанда сара башланғансы һәр саҡ уны йырлатҡандар. Сара бөткәс тә,  Дауытты йырлатмайса ҡайтмайбыҙ, тип таралышмай көтөп ултырғандар.

Атайым яғынан сәнғәткә яҡын кеше тип – атайымдың атаһы Ғәффәр олатайымды әйтер инем. Атайым һөйләүе буйынса, уның олатаһы – Дан ордены кавалеры Тайып ҡарт ҡурай уйнап йырлағанда янында аты бейеп торған, ти.

Өлкән кластарҙа уҡығанда, әйтеп үтеүемсә, мәктәп, ауыл, район тормошондағы төрлө сараларҙа күп ҡатнаштым. Шуларҙың береһендә, район конкурсында жюри рәйесе булған Сәғит Ғәлибай улы Хызыров (Вәхит Хызыровтың бер туған ағаһы) минең йырлауымды оҡшатып ҡалған, түбән ноталарға иғтибар иткән һәм конкурс аҙағында, яныма килеп, вокал буйынса үҙенән дәрестәр алырға тәҡдим итте. Мин ҡыуанып риза булдым, аҙнаһына 2-3 тапҡыр Буранғол-Асҡар юлын тапай башланым. Беҙ ғаиләлә 3 бала, күп балалы ғаилә һаналғас, автобуста бушлай йөрөү мөмкинселеге лә бар ине. 2 йыл шөғөлләнгәс, йырлауҙың нимә икәнен аңлай башланым, ябай ғына йырлау түгел, ә микрофонһыҙ, күкрәк тултырып, үҙ тауышың менән  халыҡ йырҙарын, романстар, эстрада өлгөләрен башҡарыуҙа һәм башҡа йүнәлештә оҫталығымды арттырҙым. 11-се класты тамамлауға, күңел ҡушыуы буйынса сәнғәт һәм йыр иленән башҡа йәшәй алмаҫымды төшөнгәйнем инде. Сәғит Ғәлибай улы үҙ машинаһында мине тәүге тапҡыр Өфөгә алып килде, уҡытыусылар менән таныштырҙы һәм имтихан биргәндә янымда булды. Музыкаль мәктәп бөтмәһәм дә, ҡуш ҡуллап уҡырға алдылар. Быларҙың барыһы өсөн дә мин Сәғит Ғәлибай улына рәхмәтлемен.

Сәнғәт училищеһында йыр буйынса уҡытыусым Наилә Ғабдулхай ҡыҙы Йосопова булды. 4 йыл эсендә ул мине тиҫтәләгән конкурстарға әҙерләне. Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә «BELLA VOCE» тип аталған тәүге халыҡ-ара конкурста уҡ 1-се урын! Шатлыҡтың сиге юҡ ине! Шунан башланды ла инде: «Радик Гәрәев» конкурсы – 1 урын, «Башҡортостан таланттары» бәйгеһе – 1-се урын һәм башҡалар.

Икенсе курста уҡығанда, миңә 18 йәш ине, повестка килде һәм армияға киттем. Уҡып бөткәс барыу мөмкинселеге лә бар ине, әммә ләкин, бала саҡтағы хыял – «хәрби» булыу теләге еңде лә, шунда уҡ риза булдым. Әстрәхан өлкәһе Капустин Яр тигән легендар урында хеҙмәт иттем. Хәрби тормош бик оҡшаны, хатта контракт менән ҡалыу теләге лә булғайны... Хоҙай аралағандыр, асылда.

Әрменән ҡайтып, уҡыуҙы дауам иттем. Унан инде, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем.

Был уҡыу йортонда мин, йәнемдең яртыһы – кәләшем, балаларымдың әсәһен, яратҡан Нәргизәмде осраттым. Ул – Сибай сәнғәт колледжын, ә мин Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, юғары белем алырға килгән абитуриент-студенттар уҡырға инеү хәстәре менән мәж килеп йөрөгән осорҙа, имтихандар ваҡытында таныштыҡ. Бер күреүҙән ғашиҡ булдым! Икебеҙ ҙә уҡырға индек, 5 йыл бергә уҡыныҡ, бергә дәрестәргә йөрөнөк. Өсөнсө курста мин уға кәләшем булырға тәҡдим яһаным. Ҡыҙҙың ҡулын һорап, кейәүгә сығырға тәҡдим яһау кеүек мөһим аҙым эшләргә миңә дуҫтар ярҙам итте. Күңелемдә тыуған матур идеяны хуплап, Линар Тәлғәт улы Дәүләтбаев йәштәр оркестрының бәләкәй составын йыйҙы. Тенор тауышлы (был тауыш – мөхәббәт билгеһе тип һанала) ижадташ дуҫтарым – Марсель Ҡотоев, Рәфис Сирусин, Айгиз Уйылданов, Алмаз Әйүпов, Иҙел Аралбаев «О, соле мио» («О, ҡояшым минең») неополитан йырын башҡарҙылар, иң аҙаҡтан мин дә ҡушылып, бик матур тамаша булды ул. Социаль селтәрҙәрҙә лә яратып ҡабул иттеләр.

Сәнғәт акдемияһында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Опера һәм балет театры солисы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Йәмил Әбделәхәт улы Әбделмәнов ҡулы аҫтында уҡыу бәхете тейҙе. Ул мине 7 йыл уҡытты (5 йыл институтта, 2 йыл аспирантурала). Уға ошо йылдар эсендә алған белемем, туплаған тәжрибәм өсөн ҙур рәхмәтлемен. Ул мине йырларға ғына түгел, үҙеңде сәхнәлә тоторға, ғөмүмән, сәхнәлә генә түгел тормошта ла нисек булырға, яҡшынан яманды нисек айырырға өйрәтте. Әле лә кәңәштәр алып йөрөрлөк оло йөрәкле остазым-дуҫым булыуға бик шатмын. Институтта уҡыу йылдарында бик күп конкурстарҙа ҡатнашырға, еңергә насип булды. Нариман Сабитов, Заһир Исмәғилов, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Федор Шаляпин исемендәге бәйгеләрҙә 1-2-се урындар! «Иҙел моңо», «Ирәндек моңдары» йыр-моң бәйгеһендә гран-при (2018) һәм башҡалар.

Артист булараҡ сынығыу тип ҡабул иткән бер ваҡиға булды. Сәнғәт институтында уҡыған йылдарҙа, ҙур бер концертҡа әҙерләнәбеҙ. Бөтә республиканан балалар хоры йыйғандар, 600-ҙән ашыу бала Опера һәм балет театрында оркестр менән йырлайбыҙ, иң мөһим репетициялар ваҡытында әсәйем: «Дамир, өләсәйең мәрхүмә булып ҡалды, ҡайтырға мөмкинселек булһа ҡайт...» – тип шылтырата. Мин, әлбиттә, ҡайтырға йыйындым. Ойоштороусылар баҙап ҡалды: күпме бала йыйылған, күпме әҙерләндек, бәлки, ҡайтмаҫһың?» – тигәс, ныҡ ҡыйын булһа ла әсәй менән кәңәшләшеп, ҡайтманым. Ярай ул көн үтте, иртәгәһенә шул концерт алдының көсөргәнешле мәле етте. Ярты сәғәт ҡалғас, телефон шылтырай: «Дамир, атайың мәрхүм булды…» Күҙ алдарым ҡараңғыланып, уй-фекер буталды, нимә эшләргә лә белмәйем, медиктар валерьянка эсереп тынысландырҙы. Уҡытыусыма шылтыраттым: – Мин ҡайтам! Уҡытыусым шунда әйтте: – Һин – артист! Һинең тормошоңдағы сетерекле хәлдәргә тамашасы ғәйепле түгел. Сәхнәгә сыҡ, үҙ эшеңде эшлә! Шунда һин ысын мәғәнәһендә профессионал булаһың! Ул, әлбиттә, йомшаҡ итеп әйтте, ҡайғымды уртаҡлашты, әммә уның ошо һүҙҙәре оло һабаҡ булып иҫтә ҡалды. Мин хәҙер, йәшәй килә, уның менән килешәм.

Әйтеп китеүемсә, бик күп конкурстарҙа, фестиваль, концерттарҙа ҡатнашырға тура килде, Хакасияла «От Ыры» бәйгеһендә, Зәки Мәхмүтов исемендәге конкурста 1-се урындар миңә ҡанат ҡуйҙы. Санкт-Петербург ҡалаһында үткән йырсылар йәрминкәһендә ике номинация буйынса – «Оперное пение» һәм «Камерное пение» буйынса гала-концертҡа үтеп, лауреат булдым. Ул конкурста бер кемгә лә урындар бирмәйҙәр, лауреат исеме генә тапшырыла, ошо ике номинацияның береһен яулаһаң, гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғы алаһың. Ә мин ике номинацияны ла үттем. Был сараларҙан һуң илдең төрлө ҡалаларына эшкә саҡырыуҙар йышайҙы. Барманым, миңә үҙ мөхитемдә, баш ҡалабыҙ Өфөлә ҡалыу мөһим ине.

Кәләшем менән бергә уҡыу бик күңелле һәм рәхәт булды. Бер профессия кешеләре булғас, ижад юлында ла, тормошта ла аңлашыуы еңел. 4-се курста өйләнешеп, беҙ ғәилә булараҡ уҡып бөтөп, диплом алдыҡ. Уҡыуҙы тамамлағас, дөйөм ятаҡтан тура Өфө эргәһендәге ауылда һатып алған үҙ йортобоҙға күстек. Аспирантурала уҡып йөрөгәндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров стипендиаты булдым. Унан һуң 2 йыл үткәс, 2021 йылда Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте стипендиаты булыу бәхете тәтене. Аспирантураны бөткәндә арҙаҡлы йырсы Мөслим Магомаев тормошона арналған диплом яҡланым. Ә 5-се курсты тамамлағанда «Евгений Нестеренко, камерное и оперное исполнение» тигән темаға диплом эше яҡлағайным. Былар барыһы ла минең бас-баритон тауыш үҙенсәлегенә бәйле ине.

– Дамир, беҙ һине үҙенсәлекле тауышлы, егәрле, һәләтле йырсы итеп бик яратабыҙ. Ә шулай ҙа, Баязит исемле, күңелдәрҙе ҡанатландырып, күҙҙәрҙе ҡыуандырып башҡортса һөйләшеүсе малайҙың атаһы икәнен белгәс, һеҙгә хөрмәтебеҙ мең тапҡырға артып киткәндер. Милләтебеҙҙең алтын ашығы булырҙай балаҡай хаҡында һөйләп үтсе әле. Нисек итеп һеҙ уға, тел, туған тел мәсьәләләре ҡатмарлы торған заманда, үҙ телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй алдығыҙ?

– Аспирантураға уҡырға инеп, бер йыл үҙ йортобоҙҙа йәшәгәс, Баязит улыбыҙ тыуҙы! Үҙеңде атай итеп тойоу ҙур бәхет һәм оло ҡыуаныс икәнен татыным.

Улыма һәр саҡ йырлай инем, йоҡлатҡанда, әүрәткәндә, уйнатҡанда ла, халыҡ йырымы, башҡортса-русса-французсамы. Барлыҡ белгән репертуарымды өйҙә ятлап, көйләп йөрөгәндә, Баязит дөрөҫ итеп отоп ала ине. Минең ярты репертуарҙы белә, тиергә була. Ике йәш тә өс айында, минән ишетеп, Кармен операһынан бик ҡатмарлы Ж.Бизеның Тореадора маршы куплеттарын ятлап йырлағайны. Шулай уҡ ауыр йырланыусы йырҙарҙан һүҙмә-һүҙ итеп, дөрөҫ ноталарҙа Александра Пахмутованың «Өмөт» («Надежда») йырын да башҡарҙы ул өс йәше лә тулмаҫ борон. Баязит балалар өсөн бик күп башҡортса йырҙар белә, уның йырҙары социаль селтәрҙә үҙ диуарында бар. Әммә, кешеләр күпләп яҙыла, дуҫлыҡ тәҡдим итә башлағас, хатта ике көндә 5 меңдән артыҡ яҙылыусы, видеоларын 50-100-шәр мең кеше ҡарағас, социаль селтәрҙәге битен ябып торҙоҡ, күрәһең, беҙ әлегә ундай иғтибарға күнекмәгәнбеҙ .

Ниндәй телдә йырлаһа ла, балалар менән майҙансыҡтарҙа рус телендә һөйләшһә лә, русса йәнһүрәт ҡараһа ла, беҙ уға һәр ваҡыт башҡортса өндәшәбеҙ, аңламаған һүҙҙәренең тәржемәһен аңлатабыҙ. Өйҙә мотлаҡ башҡортса ғына һөйләшәбеҙ! Әлеге көндә Баязит улыма 1 сентябрҙә 4 йәш тула. Ике телдә лә, русса һәм башҡортса иркен һөйләшә. Кем ниндәй телдә сәләмләй, артабан ул шул телдә аралаша. Ә миңә, әсәһенә, Сара һеңлеһенә тик башҡортса ғына һүҙ ҡуша. Берәй һүҙҙе русса әйтһәләр, үҙе килеп башҡортса тәржемәһен һорай. Баязит улыма ике йәш тулғанда ғаиләбеҙгә йәм өҫтәп Сара ҡыҙым тыуҙы. Кәләшемә өҙлөкһөҙ ике декрет «ялы» ҡыйыныраҡ булды, әлбиттә. Ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырыштым һөйгәнемә. Буш сағымда балаларҙы алып ҡалып, бер нисә сәғәтлек булһа ла ял ойошторам уға. Баязит ағаһына эйәреп аралашып, Сара ҡыҙымдың да теле иртә асылды, тулы итеп үҙ теләген, 5-6 һүҙҙән торған һөйләмдәр менән башҡортса аңлатып һөйләй, Аллаға шөкөр.

Хеҙмәт юлың ҡайҙан, нисек башланды?

– Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләйем. Ә унда нисек эшләйҙәр, тип һораусылар була. Музыкаль әҙәби лекторийҙар, төрлө темаларға концерттар бирәбеҙ. Балаларға, студенттарға, ололарға, һәр кемгә яраҡлы темаларыбыҙ бар. Балалар баҡсаһынан алып, мәктәптәр, ололар йортона тиклем ҡайҙа ғына сығыш яһамайбыҙ инде. Хатта төрмәлә лә сығыш яһаған бар... Эшемде бик яратып башҡарам. Ошо төп эшемдән тыш үҙемде телевидениела ла һынап ҡараным. Өс йыл Ҡурай ТВла ҡотлауҙар программаһында эшләнем, аҙаҡ БСТ каналына тура эфир алып барырға саҡырҙылар. Ике йыл иртәнге эфир алып барҙым. Тәжрибә өсөн рәхмәтлемен! Минең өсөн иң мөһиме тапшырыуҙарға килгән әллә күпме матур, шөһрәтле ҡунаҡтар менән танышыуҙар, төрлө ҡыҙыҡлы, уңышлы  кешеләр менән аралашыуҙар булды. Тапшырыу өсөн тулҡынланыуҙар, борсолоуҙар, эҙләнеүҙәр, эфирҙан һуң ҡыуаныуҙар – барыһы ла сыныҡтырҙы, тәжрибәлерәк итте, һабаҡ бирҙе. Телевидениела эшләгән йылдарҙа ла йырлау минең өсөн төп урында торҙо. Һәр ваҡыт, көсөмдө ҡыҙғанмай, төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнаштым. Чечен Республикаһының баш ҡалаһы Грозныйҙа үткән Мөслим Магомаев исемендәге конкурста 2-се урын, Миләүшә Мортазина һәм Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге конкурстарҙа – 1-се урындар яулаған йыр-моң бәйгеләре бигерәк тә уңышлы булды. Орган залында ария, романстар йырлап, ҙур залда күберәге эстрада йырҙары менән һәр яңы миҙгел һайын концерттар ҡуйҙым. Сираттағы концертым икенсе йыл март айында орган залында уҙасаҡ, Алла бирһә. Теүәл биш йыл эшләгәндән һуң, үҙ теләгем менән, телевидениены ҡалдырып торорға булдым. Мин тәү сиратта йырсы, профессиональ вокалист! Ә вокалисҡа төндәрен, таңдарын йоҡо һәм ял кәрәк. Йоҡо булмаһа, тауыш тулыһынса яңғырамай, тоноҡлана, тауыш ултыра, тиҙәр. Ә телевидениела иртәнге эфир тип, төн йоҡламаған саҡтар ҙа күп булды.

Төрлө илдәргә гастролгә сығып концерт ҡуйыуҙар бик ҡыҙыҡлы, рухи яҡтан да байыта.

Туған халҡымды, үҙ илемдең генә түгел, төрлө илдәр халҡын үҙемдең йыр-моңом менән ҡыуандырып йөрөй алыуым менән бәхетлемен.

Ғаиләм һау-сәләмәт, илебеҙ имен, йырҙарымды тыңлар тамашасылар күп икән – йырсы өсөн ошо инде иң ҙур бәхет.

Миләүшә Ҡыҙрасова

"Тамаша" журналы, 2023 йыл, 4-се һан. 

Дамир Тайыпов: "Хәрби кеше булыу теләге ҙурыраҡ ине"
Дамир Тайыпов: "Хәрби кеше булыу теләге ҙурыраҡ ине"
Дамир Тайыпов: "Хәрби кеше булыу теләге ҙурыраҡ ине"
Дамир Тайыпов: "Хәрби кеше булыу теләге ҙурыраҡ ине"
Дамир Тайыпов: "Хәрби кеше булыу теләге ҙурыраҡ ине"
Автор:
Читайте нас: