Илгиз бүлмәләш Гөлназ апайҙың егете булып сыҡты, бергә йөрөй башлауҙарына бер ай самаһы ғына ине. Ул да мине тәү күреүҙән оҡшатып, тиҙҙән ауылдашы менән араларын өҙҙө. Гөлназ апай уны яратҡан булған, һыр бирмәҫкә тырышһа ла, байтаҡ ваҡыт яуапһыҙ һөйөү утында янды. Осло беҙҙе тоҡта йәшереп һаҡлап булмай- бүлмәләш ҡыҙҙар минең Илгиз менән осрашып йөрөүемде белде. Әлбиттә, кәрәкте бирҙеләр: мине илатҡансы әрләп-әрләп, һөйләшмәй, ваҡ-төйәк этлек ҡылдылар..Түҙер әмәл ҡалмағас, уларҙан ҡасып, бер әбейгә фатирға късеп сығырға мәжбүр булдым. Фатир өсөн аҡса түләргә кәрәк бит, иҙән йыуырға эшкә төштөм. Уҡып та, эшләп тә йөрөүе ауыр ине, шуға ла кире ятаҡҡа ҡайттым, миңә икенсе бүлмәнән урын таптылар. Дүртенсе курстар уҡыуҙарын тамамлағас, еңел тын алдым.
Тиҙҙән Илгизде армияға алып киттеләр. Ул тәүҙә Ашхабадта "учебка" үтте, шунан Афғанстанға эләкте.
"Бында ни рәхәт, ҡыҙыу ҡояш аҫтында ҡыҙынып тик йөрөйбөҙ, ике ҡулға бер эш-руль әйләндереү, саң ғына йонсота",-тип хаттар яҙҙы. Хаттарына ҡарағанда, тып-тыныс урында еңел генә хеҙмәт итәме ни! Аҙаҡ ҡына унда тамуҡ булыуын, һыуһыҙ интегеүҙәрен , туҡтауһыҙ сирләүҙәрен, иптәштәрен юғалтыуҙарын һөйләне. Илгиз яраланып, госпиталдә ятыуы хаҡында ла белдермәгәйне, аныҡ ҡына ҡасан ҡайтып етерен дә хәбәр итмәне, сөнки үҙе лә белмәне. Хаттары тулы һөйөү, киләсәкккә пландар ине.
Ул армиянан ҡайтҡан мәлдә мин ата-әсәйем менән күрше өлкәлә туғандарҙа булдым. Ағайым менән еңгәм аварияға тарып, хәлдәрен белешергә барғайныҡ. Барабыҙ ҙа ҡайтабыҙ, тип уйлағайным. Ләкин мине шунда ике айға ҡалдырҙылар-туғандарға ауыр ваҡытта бала ҡарарға ярҙам итешергә...Хәҙерге кеүек кеҫә телефондары, Интернет, социаль селтәрҙәр булһа, Илгиз менән хәбәрләшеп, юғалтышмаҫ инек, ә ул заманда хаттар аша ғына бәйләнеш тотҡайныҡ. Икенсе өлкәгә юлланыуыбыҙ тураһындағы хатым уға барып өлгөрмәгән. Илгиз армиянан ҡайтҡан булған. Ул мине юғалтып, Гөлназ мине ҡаршы алманы, ташланы, тип бошонған.
Август аҙағында өйгә ҡайтыуыма Илгиздән килгән телеграмма, әллә нисә хат мине көтә ине. Ҡыуаныстан үрле-ҡырлы һикереп, илай-илай хаттарын уҡыным, яуап яҙҙым. Күп тә үтмәне Илгиз күрешергә килеп етте. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, киләсәккә пландар ҡорҙоҡ. Минән бәхетле кеше юҡ ине. Ләкин бер нисә айҙан ҡурҡыныс хәбәре менән шаңҡытты:
- Минән бер ҡыҙ ауырлы. Мин өйләнергә мәжбүр...
Уның хыянаты мине быуынһыҙ итте. Илгиз армиянан ҡайтҡас, бер нисә көн буйына дуҫтары менән эсеп, байрам итеп йөрөгән. Шунда ауылға әхирәтенә ҡунаҡҡа килгән ҡыҙ менән йоҡлап, эште боҙғандар.Ҡыҙҙың ауырға ҡалыуы асыҡланғас, уның ата-әсәһе Илгизде эҙләп килгән...
- Йәшәмәйем мин уның менән, өйләнешеүебеҙ - формаль, тиҙҙән айырылышам, мин һине генә яратам, ташлама мине,- тип Илгиз күҙ йәшен түгеп инәлде. Һәм мин уның хыянатын ғәфү итеп, аралашыуҙы дауам иттем. Бер егетте лә яҡын юлатманым. Илгиз ана айырылыша, бына айырылыша, тип көттөм. Ә уларҙың улдары тыуҙы. Игеҙәктәр. Илгиз, минең алда шатлығын күрһәтмәҫкә тырышһа ла, сикһеҙ ҡыуанғайны. Улдарым әҙерәк үҫһен, нығынһындар ҙа, айырылышырмын, көт инде, тип өмөтләндерҙе. Игеҙәктәрҙең береһе йыш ауырыны. Ауырыу баланы ниндәй намыҫ менән ташлап китәәйем, көт, түҙ, тип Илгиз тағы көттөрҙө.