-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2023, 21:00

Насип йәр

Яҡтылыҡҡа күҙе сағылып уянды. Утты һүндермәй ятып киттемме икән әллә, тип уйлап өлгәрмәне, бүлмәһенә килене Динә килеп инде.-Әллә һаман йоҡламағанһыңмы, ҡәйнәм?- Юҡ, яңы уянып киттем . Сәғәт нисә булған һуң?- Өс тула инде. Ишегеңдән яҡты төшкәнен күреп ҡалдым да, был ҡәйнәм нишләп яҡтыла йоҡлай икән, әллә һаман ятмағанмы, тип инеп киләм.- Ун берҙә ут һүнде лә ҡуйҙы. Шуның кире ҡабынғанын көтөп ятҡайным, кинамды ҡарап бөтәйем, тип. Әллә нимә сығарып алдылар, эсвитте мәлһеҙ һүндереп.Маһинур асыулынмай ғына һуҡранып алды.- Мәлһеҙ уянып хәҙер ҡалайтып кире йоҡлап китермен инде, йоҡом бер осһа, ята торғанмын таңды көтөп арып.- Бәй, сәй эсеп алайыҡ.. Ҡайным шулайта бит. Хәҙер сәй ҡуям. Хафизды ла уятырп алырбыҙ. Килене боролоп сығып та китте.Йоҡоң осһа, сәй эсеп ал, ти торғайны шул Нуриманы.Үҙе тороп, өҫтәл әҙерләй ҙә:- Әйҙә, Маһинур, миңә иптәш булып, берәй сынаяҡ эсеп ал. Самай әбит мәле, сәғәт икенсе ярты, - тип саҡыра сәғәт төнгө өс булһа ла, дүрт булһа ла.Һуңға табан аяҡтары һыҙлап төндәрҙә йоҡлай алмай яфаланғанда Нуриманын Маһинур уята ине, тор, әбит етте, тип.- Әйҙә, ҡәйнәм, төшкө сәй мәле етте, эсмәһәгеҙ,, прогул һуғам, тип көлә Хафиз.Килене дәрес әҙерләгәндер инде. Ул да һуң ята. Ғәҙәте шулай. Кеше ятып бөтмәйенсә дәрестәренә тотонмай. Кәрәктәрен мәктәпиә әҙерләп бәтәп ҡайтә былай.- Мин өкө бит. Уҡығанда ла ҡыҙҙар йоҡлап бөтмәйенсә дәрескә ултыра алмай бер була торғайным. Ғәҙәтте үҙгәретеп булмай, ул холоҡ түгел.Ярай, үҙенә ҡыйын булмаһа булған.Хафизының бәхетенә, даланына күрә ошо ҡыҙҙың, Динәнең, килеп юлығыуына мең шөкөрҙәр ҡыла Маһинур. Динә үҙе килеп юлыҡты уларға. Ул ғына ла түгел, хатта йүгереп килеп инде Маһинурҙарҙың өйөнә. Яҙған ризыҡ теш һындырып керә, тигәндәй. Улына күктән теләгәне ерҙән килде.Ире Нуриманға оҡшап, аҙ һүҙле, йомоғораҡ, йыуашыраҡ та кинйә улы Хафиз кәләш ала алмай ҡуймаһа ярар ине, тип эстән генә хафалана ине Маһинур. Йәне тартҡан йәрен тап итер сәғәте һуҡҡанды көткән икән.- Ана шуларҙың шәп ҡыҙҙары бар, бына быларҙың ҡыҙҙары эшкә лә шәп, төҫкә лә таҙа... Әллә үҙем барып һөйләшәйемме, балам?..- тип тә улының ҡылын тартып ҡарағаны булды Маһинурҙың Хафиз йылмая ғына, Нуриманы:- Ҡыялма инде, ҡәйнәң булып бараһыңмы һин дә? - ти ҙә ҡуя.- Ҡәйнәм булырһың да улың утыҙын тултырырға йөрөһә... - ти ҙә Маһинур, берәй ҡыҙ менән күрештереп, һөйләщтерергә ине , тигән уйынан бер аҙға тағы дүнә. Ҡәйнәһе Хөснәләге тәүәккәлек етмәй шул Маһинурға. Нуриманына кәләш һөйләшергә яусы булып үҙе килгәйне Маһинурҙарға мәрхүмә.- Яусы ебәрһәм, еренә еткереп һөйҙәй белмәҫтәр. Тыңдап та бөтөрмәй, бороп сығарыр ҙа ебәрерһһееҙ.Үҙ баламды минән яҡшы кем белһен? Барайым, күҙ - күрешеп үҙем һөйҙәшәйем, нимә тиһәгеҙ ҙә үҙ ҡолағым менән ишетәйем, тип килә ятам әле. Мына, балағымдың береһе эстә, береһе - тышта. Урам буйҙап ялпылдатып үттем - йәшерен - батырын эш түгел. Шартына килһен!- тип яра баҫып килеп ингәйне Маһинурҙарға Хөснә әбей. Әбей тиерлек тә булмаған иллеһен саҡ үткән Хөснәне, йәш Маһинурға оло һымаҡ күренһә лә. Ул йәйҙә Маһинур фельдшер һөнәренә уҡып бөтөп, бер райондың Ауҙан тигән ауылына эшкә йүнәлтмә алып ҡайтҡайны. Оҙаҡламай шунда эшкә китәсәк. Әллә шуны ишетеп йәһәтләне был йүнсел әсә.- Зәрә йыуаш Нуриманым. Унан ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла, тормаҫ. Үҙенә лә шулай тием дә ҡуям, сәменә тейһен, тип. Һүҙгә лә һаран килеп тороп, әллә һүҙҙе һатып ала.... Эшкә шу тиктем шәп үҙе, бөтмөр, нөғәт. Улыма мына һеҙҙең Маһинурығыҙ һымаҡ аҡылды уҫал ҡыҙ кәрәк. Деүелдәтеп көтөрҙәр ине донъяны.- Һин улай тиерһең дә ул, Нуриманың үҙе нимә уйлай икән, еңгә? - тигән булды Маһинурҙың атаһы Әғзәм ағай.- Әй, ҫыу мейе әбей, самай кәрәген әйтмәй ултырам бит! Күңел итә бит Маһинурҙы Нуриман! Хатта ғына ярата мына, ҡоҙа! Уның рөхсәте менән килдем, былай үҙ белдегем менән ҡайҙа ул. Уның ни, бер һүҙ:- Ҡыялма! - тинеме, бөттө.Төпкө өйҙөң мейесе артына йүгереп инеп киткән Маһинур уттай янған сикәләрен мейестең һалҡын кирбестәренә алмаш - тилмәш терәй, эҫе устары менән шыбыр тир маңлайын һөртөп - һөртөп ала.Ҡымшанырға ҡурҡып, ойоған аяҡтарын да шылдырып баҫа алмай. Һығылып ҡына, ишеттермәй генә тын ала торғас, күкрәге ҡыҫылды. Ни сығып китә алмай, ни бында тороп сыҙарлыҡ хәл ҡалманы. Ә түрбаштағылар икенсегә самауыр яңыртты. хәбәрҙәренең дә осо күренмәй.Кискеһен Нуриман үҙе килеп, Әғзәмдән Маһинурҙы сығартып алды. Ҡыҙының икеләнгәнен һиҙеп, әсәһе:- Бар, бар, сыҡ, һөйләш. һөйләшкәндән ҡайһы ерең кәмей? Тотоп ашамаҫ, моғайын, - тип Маһинурҙың арҡаһынан ипләп кенә этте.

- Ҡурҡма, Маһинур, мин үҙем дә... Әсәйем эткеләп - төрткөләп... Ҡайтып күҙемә күренеп йөрөмә, тип...
Маһинур Нуриманға күтерелеп ҡараны ла шаҡ ҡатты... Хоҙайым! Ҡайҙа йөрөгән был һыу һөлөгө шикелле сибәр егет?! Ҡаршыһында баҫып торған ҡойоп ҡуйған буй - һынлы, киң яурынлы, мыҡты кәүҙәле егеттең ҙур ҡара күҙҙәре киске шәфәҡтең һүрән генә яҡтыһында уйсан, моңһоу булып күренә. Уларҙа билдәһеҙлек хафаһы сағыла.
Һигеҙ йыл бер класта уҡынылар түгелме һуң?.. Армияға китергә повестка алғас, Нуриман тиҫтерҙәрен саҡырғанда Маһинур ҙа булды ҡыҙҙар менән. Хушлашҡанда Нуриман ҡыҙҙың ҡулын ебәрмәй;
- Һин ҡал әле, Маһинур, - тигәйне лә, ҡыҙҙың ҡарашынан баҙап, тап - таҡыр итеп алынған башын һыйпаған кеше булып, ҡулын ысҡындырҙы. Өс йыл ярым диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡан класташын ҡырҙа уҡыған Маһинур бөтөнләй күргәне булманыы, тиерлек. Әхирәттәренең ауыҙ һыуы ҡороп:
- Уй бынау Нуриман, кем бәхетенә тейер икән... Беҙҙе бар тип тә белмәй, - кеүегерәк һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәне.
Һәм бына бөгөн...
- Маһинур.... Мин бит һине бергә уҡыған саҡтан алып... Һинән башҡа берәү ҙә кәрәкмәй миңә, Маһинур! Яратам һине, Маһинур.
- Шуға армиянан өс кенә открытка ебәрҙеңме, Нуриман? Ярай әле тыуған көнөм бар, уларын да яҙмаҫ инең. Класташ ҡыҙҙар Нуриман фото ебәргән, тип әллә кем булып маҡтанышалар, ә мин алйот хат көттөм һинән.
- Маһинур?!
- Мин риза, Нуриман.
Килешле генә итеп ҡырын ҡалып кейгән фуражкаһын сисеп күккә сөйөп ебәрҙе Нуриман.
- Ур-раа!!!
- Уй, алйот! Маһинур егеттең ауыҙын баҫты.
Шул айлы төндә ауыл өҫтөндә гармун яңғыраны. Нуримандың өҙҙөрөп гармун уйнағанын ауыл халҡы ла тәүгә ишеткәндер, Маһинур ҙа.
Яҙғаның, үҙеңә насибың урау - урау юлдар үтеп булһа ла килеп юлыға икән. Ана бит Динә килене лә үҙе йүгереп килеп инде Маһинурҙарға бер йәйге төндә.
- Нисә йыл булып китте әле, килен? Ун, шикелле?
- Эйе, ҡәйнәм, ун йыл тулып уҙҙы быйыл августың егермеһендә.
- Иии, киленкәйем. Хафизымдың насибы. Динәнең арҡаһынан тупылдатып һөйҙө лә үҙҙәренең бүлмәһенә уҙҙы Маһинур.

Ул саҡта бесән бөтөүгә бара ине инде. Ауғыс айы ине шул. Йәйге селлә сыҡҡан көн ине.
- Тарғылбатҡандағы күбәләрҙе тарттырып, ике урынға егермешәрҙән ҡойорбоҙ. Береһе Сабирға, береһе - Заһирға. Көҙҙәүестек бесән булыр. Беҙҙең үҙебеҙгә лә, малайҙарға ла бесән артығы менән етте. Өс өйгә эшләп, арыны малайҙар. Бөгөн бөтөп ҡайтырбыҙ. Бер ыңғай кәртәләрҙәр. Өлгөрөүгә ҡарап. Эш үҙенекен апара торған.
Ат еккәндә бөгөнгә ниәт иткән эштәрен арбаға ашанты, башҡа кәрәк - яраҡтарҙы урынлаштырып, тыйғыслап торған Маһинурына һөйләп алды Нуриман.
- Һыу ташыным, мунса тоҡандырып ҡуйырһың әле, ел тымғас. Һуңғарып китһәк, аптырамаҫһың.
Төнгә ҡалып ҡайттылар. Күңелдәре күтәренке барыһының да, кәйефтәре шәп. Килендәре әҙер ашты тәрбиәләп өҫтәлгә ҡуйҙы.
- Малайҙарың арыны, әбей. Бабайың да, - тигәс, һыныҡ яҙырға бер йылтырҙы ла ҡуйҙы Маһинур өҫтәлгә. Мунса төшөп, өлкәндәре ҡайтырға йыйынды.
- Балалар ҡалһын, уятмағыҙ. Әйҙә, егет - ҡыҙ икәнһегеҙ, ти бәгән, - тип мәрәкәләне килендәрен Маһинур. - Быҙауҙарығыҙҙы ҡуштым, уларға ла байрам булһын.
- Эй шәпһең инде, әсәй, үҙең белеп эште бөтөрөп ҡуяһың, килендәреңә ҡалдырмай, - тип көлөштө малайҙары.
- Йөрөйөм инде килендәремә килен булып. Ҡалайтаң - ялынсылыҡ донъя...
- Хафиз ҡәйнеш кәләш алһа, түрҙә генә ултырырһың, ботоңдо һоноп.
Уларҙы оҙатҡас, Хафиз мунсаға инде, аталары атын тышарға китте.
Маһинур бүҫкәргән самауырын яңыртайым әле, тип аласыҡ яғына йүнәлде.
Ҡапыл ҡапҡа тышында ҡатын - ҡыҙ тауышы сар - сор итеп ҡалды. Әллә ҡысҡырышҡан, әллә илаған тауыштар ишетеп, Маһинур кире боролдо. Самауырын тупһа алдындағы тип - тигеҙ яҫы ташҡа ултыртырға ла онотоп, тыштағы сәйер тауыштар ҡабатланмаҫмы, тип көтөп торҙо Ишек алды яҡты ла ул, унан ары - дөм ҡараңғы: бағаналағы утты һүндергәндер Хафиз, ағайҙары ҡайтҡас.
Шарт итеп ҡапҡа ябылды. Кемдер эс яҡтан ҡапҡаны терәтә, буғай, кемдер тыштан этә, шикелле - дөбөр - шатыр киләләр. Тимер ҡапҡа даңғырҙығы сыға - тибә башланылар.
Нимә икәнен дә абайлап өлгөрмәне Маһинур, ихатаның бәләкәй ҡапҡаһын шар асып бер ҡыҙ йүгереп килеп инде лә Маһинурҙың эргәһенән елеп үтеп өйҙөң асыҡ ишегенән эскә йомолдо. Тик тупһаға эләгеп йығылып китте. Ҡыҙҙың артынан дөп - дөп баҫып йүгереп килеп ингән егетте таныны Маһинур - күрше ауыл Моратшаның баймабаш улы Фәнир. Маһинурға иғтибар ҙа итмәй, ҡыҙға екерҙе:
- А ну-ка тор! Кил бында!
Баҫтырып килгән ыңғайға үҙе лә ҡыҙ артынан эскә ынтылыр ине буғай ярһыған егет, тик Маһинурҙың ҡулындағы ҡайнар самауырҙан һипһенде.
- Инәй, ебәрмә... Инәй!..
Ҡыҙ Маһинурҙың артына килеп баҫҡан, үҙе бер ҡулы менән ниңәлер самауырға йәбешкән. Дер - дер ҡалтырай, бисара, теше тешкә теймәй.
- Маһинур инәй, ул минең невеста бит ул, ҡурҡмағыҙ, мин...- тип бер ни булмағандай хәбәрен һөйләй башлаған егеттең һүҙен ҡыҙҙың әсе тауышы бүлде:
- Алдай! Инәй, ҡотҡар мине!
Маһинур эштең ниҙә икәненә төшөнә башланы. Ят ҡыҙҙың был тирәнеке түгел икәнен, ниндәйҙер осраҡ арҡаһында ғына Фәниргә барып юлыҡҡанын, ҡыҙҙы бәләнән араларға кәрәклеген аңланы Маһинур.
- Килеп кенә ҡара! Тейеп ҡара, башың ике булһа! Нуриман! Хафиз!
- Хафи-и-из!
Ҡыҙҙың зәһеү тауышы төнгө һауаны ярҙы.
Мунсанан сығып килгән Хафиз яурынындағы таҫтамалын ниңәлер көрәшселәр кеүек ҡулына урап тотоп алды ла Фәнирҙең алдына килеп баҫты.
- Үҙең атлап сығып китәһеңме, әллә ҡойма аша осоп сыҡҡың киләме?
Көс - ҡеүәте ташып, беләк мускулдары уйнап торған Хафизға бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ҡыҙға ла башҡа әйләнеп тә ҡарамай баш баҫып сығып китте Фәнир.

- Ә ниңә һин шунда Нуриман! - тип ҡысҡырманың? Ярҙам һорап? Мине белә инеңме әллә?
Өйләнешеп йәшәй башлағас, Хафиз биргән был һорауға Динә яуап таба алманы.
- Белмәйем, йәнем... Минең йәрем Хафиз исемле булырға тейеш, тип уйлағанмындыр. Үҙе - Хафиз, үҙе - һин. Минеке булырға яҙылғанһың һин, бел - дең - ме?
- Ә мин үҙе килеп эләгер әле минең ҡоралайым, тип көттөм.

...Ҡыҙҙы өйгә алып инеп диванға ултыртты Хафиз.Ҡоралай балаһына оҡшатты уны егет. Сабынлыҡтарында бар ҡоралайҙар, йәш уҫаҡ араһын төйәк иткәндәр. Улар ҙа берәй нәмәнән өркһә, күҙҙәренә аҡ - ҡара күренмәй саба.
- Исемең бармы, ҡоралай?
- Динә...
Ҡыҙ һыҙырылып, сыйылып бөткән ялан аяҡтарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Йолҡа тартып сығарыла яҙған күлдәк еңен һул яурынынының яраһына баҫҡан.
- Әсәй, алмаш кейем бир әле. Әйҙә, Динә, мунсаға.
- -Ҡу -урҡам...
- Ҡурҡма, Ул кире килмәйәсәк. Тышта һаҡлап торормон.
Ҡыҙ мунсанан сығыуға, тип Маһинур өр - яңынан өҫтәл әҙерләне. Ҡапҡа төбөнән ҡыҙҙар туфлийының һыңарын табып алып, аптырап инеп килгән Нуриманға хәлде һөйләп аңлатҡайны.
- Һин инеп ят. Оялыр һинән.
Бергә генә атлап бәләкәй ҡапҡанан инеп килгән Хафиз менән Динәне күргән Маһинурҙың йөрәге жыу итеп ҡалды.
- Йә Хоҙа... Бир, Мәүләм, - тип шыбырҙаны.
Һыуһылыу һылыулығы, нәзәкәтлелеге бар ине ҡыҙҙа.Тулҡынланып торған оҙон ҡуңыр сәстәре арҡаһын ябып, биленән түбән төшөп тора. Сикәләре алһыуланып киткән. Һөрмәле күҙҙәре, ҡыйылып киткән ҡаштары, тыйнаҡ ҡына йылмайып, керпектәрен һирпеп ебәреп кенә ҡараш ташлауы, төп - төҙ генә тулы аяҡтары. - ҡалай ғына камил итеп яратылған ҡыҙ бала... Маһинур ҡарашын улына күсерҙе. Собханалла!... Хафизының күҙҙәре осҡонланған, ауыҙ йырыҡ...
- Бир, Мәүләм... Аҡ ҡорбан салырбыҙ. Ишле ит баламды.
Маһинурҙың иңдәренән ауыр йөк төшөп, тындары иркенәйеп киткәндәй булды.
Төн уртаһы ауып, таң ҡыйылғансы һөйләштеләр Динә менән. Өфө ҡыҙы икән. Ата - өсөһе юҡ, Инәһе көтөп үҫтергән. Маһинур уның инәһен ишетә белә - ярайһы уҡ таныулы шағирәне исеменән таныны. Динә быйыл Өфөнөң 2 - се һанлы педагогия училищеһын тамамлаған. Күрше ауылдағы бергә уҡыған дуҫ ҡыҙына ҡышҡы каникулда ла килгән икән. Әле лә эшкә төшмәҫ борон йөрөп ҡалайыҡ, тип саҡырғас әхирәте, ауылға килгән. Еләккә йөрөгәндәр, миндек бәйләгәндәр, бесәндә бакуй ҙа эйерешкән
- Ауылда күңелле. Миңә оҡшай ауылда.
Иртәгә ҡайтырға булғас, йәштәр ҡырға усаҡҡа сыҡҡан.
- Мин уны белмәйем дә. Күргәнем дә юҡ. Әйҙә, һөйләшәйек, тине лә... Мин юлды ла белмәйем. Йүгерҙем дә йүгерҙем. Ә ул ҡалмай, эҙләй мине, угрожает.Мин теге ауыл икән, тип уйланым. Һеҙҙең өйөгөҙ яҡтырып торҙо. Шуға мин һеҙгә индем.
Ҡалала үҫеп, русса уҡығанғалыр инде башҡортса ауырыраҡ һөйләшһә лә Динә рәхәтләнеп күңелен бушатты.
Иртә менән Хафиз Динәне мотоцикл менән район үҙәгенә алып барҙы. Юл ыңғайы әхирәт ҡыҙға һуғылып, Динәнең сумкаһын, әйберҙәрен алдылар.
- Ыста, һин ҡайҙа булдың да ҡуйҙың ул? - тип өтәләнеп маташҡан әхирәт Хафиздың бер ҡарашынан ауыҙын йомдо. Өфөгә барған автобусҡа ултыртып ҡыҙҙы ҡайтарып ебәрҙе.
- Шунан? Һөйләштеңме? Нимә тине Динә? Мин әйткәндәрҙе әйттеңме?Беҙҙә йәшәр ҙә ҡуйырһың, тинеңме? Беҙҙә эш бар икәнен әйттеңме? Маһинур улын һорауҙарға күмде.
- Нимә тип һөйләшәйем? Һөйләшмәнек. Ҡайтты.
- Уй. атаң балаһы! Мин өмөт итеп ултырам тағы.... Кит инде. Ҡулыңа ҡунған һандуғасты ла ысҡындырғас... Ул да тыумаҫ һинән, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, тыуһа ла тормаҫ. Һүҙҙе һатып ала әллә ошолар. Атаң балаһы! Был тиклем оҡшар икән кеше...
Хафиз йылмайҙы ғына. Динәне үҙ ауылындағы мәктәпкә эшкә ҡоҙаланы Хафиз. Музыка белгесе лә, логопед та кәрәк икәнен әсәһе әйтмәһә лә белә ине егет. Динә ҡушҡуллап риза булды, ҡанатланып ҡайтып китте.
Шул. Ун йыл тулып үткән ул йәйге төнгә. Яҙған ризыҡ теш һындырып керә, тигәндәй, насип йәр ҙә үҙе йүгереп килеп һыйына икән һөйгәне ҡосағына. Урау - урау юлдар үтеп булһа ла.
Нуриман менән Маһинур ҡауышҡан һымаҡ. Хафиз менән Динә табышҡан кеүек.
Һағынды Нуриманын Маһинур, шуға төн йоҡолары йоҡо түгел ошо арала. Оҙаҡламай ҡайтасаҡ ҡарты санаторийҙан. Аяҡтарым һыҙламай ҡалды, килеште , тип шылтыратҡайны кисен. Иртәгәләре ҡайтып инер насибы, Алла бирһә.

Танһылыу Валеева

Насип йәр
Насип йәр
Автор:
Читайте нас: