-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2023, 21:00

Ташлама, дуҫым, китмә!

Арып-талып эштән ҡайтып киләм. Ҡолағымда һаман да балаларҙың геүләгән, көлгән, шаярышҡан, хатта илашҡан тауыштары сыңлай. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләйем мин. Быйыл ғына педколледж бөткән тәжрибәһеҙ ҡыҙ кешенең шунан артығыраҡҡа дәғүә итергә хаҡы юҡлығын аңлатып, һағайып ҡына эшкә алдылар. Берәй йылдан ҡарап-ҡарабыҙ, йәнәһе. Әсәйем ҙурыраҡ ерҙә эшләһә, тәжрибә һорап тормаҫтар ине. Сөнки ҡайһы бер курсташташтар (минән түбәнерәк уҡығандары ла) ата-әсәләре, туғандары арҡаһында, үҙҙәре әйтмешләй «престижный» баҡсаларға эшкә инделәр. Ә минең техничка әсәй бер ни ҙә ҡыра алманы. Йә, сабыр итермен, ҡайҙа барайым. Уйлана-уйлана килеп, туҡталышымды онота яҙғанмын. Был туҡталышта йәштәр кафеһы урынлашҡан. Бер ҡасан да кешеһеҙ тормай. Минең тиңдәштәр, хатта йәшерәктәр бында ҡайнаша. Егеттәр һөйгәндәрен саҡыра. Тәмле ризыҡтар ашайҙарҙыр, һөйләшеп ултыралар, бейеп алалар. Бер-береһенән һоҡланыулы ҡараштарын айырып ала алмайҙар. Ҙур тәҙрәләр аша бөтәһе лә күренә. Шул урындан битараф ҡына үтә алмайым. Сихырланған һымаҡ көн дә туҡтайым, яртышар сәғәт ҡуҙғала алмай ҡарап торам. Үҙемде ҡупшы кейемдә, матур бер егет менән кафела ултырам тип күҙ алдына килтерәм. Ләкин минең яҡшы кейемдәрем дә, егетем дә юҡ. Өҫ-башымдың рәтле булмауы егет затынан айбанырға мәжбүр итә, хатта ҡиәфәтем бахырлыҡҡа тартым тиһәм дә була.

  Атай күптән юҡ. Уның иҫереп ҡайтып ғауға ҡуптарыуы, унан ҡурҡып өҫтәл аҫтына инеп ҡасыуҙарым иҫемдә ҡалған. Әсәйем, ауылдан ҡалаға килеп уҡырға инә алмағас, техничка булып эшкә ҡалған ҡыҙ, зәңгәр күҙенә алданып эскесе егеткә кейәүгә сыҡҡан. Осон-осҡа ялғап оҙаҡ ҡына ятаҡта йәшәгәндәр. Атайҙан ҡалған изгелек, ул да булһа бер бүлмәле фатир. Төҙөүсе булған ул, шуға фатир ала алған. Әсәй уны иҫенә төшөрөргә яратмай, файҙаһынан зыяны күберәк булды, ти. Мин, минән ун йәшкә кесе ҡустым, өсөбөҙ йәшәйбеҙ. Әсәйем атай үлгәндә дүрт айлыҡ йөк менән тороп ҡалған. Ҡустым бер айлыҡ саҡта әсәйем эшкә сыҡты. Мәктәптән үлә яҙып ашығып ҡайтып керәм, әсәйем эшкә китергә әҙерләнеп кенә тора. Сөнки, килешеү буйынса яҡындағы поликлиникаға иҙән йыуырға йөрөй. Ҡустымды тәүҙә ныҡ яратманым. Уйнарға сығыу, әхирәттәр менән аралашыу тәтемәй, өй көбәге булып үҫтем. Тиңдәштәрем менән ҡатышып үҫмәгәс, бер ҡырағай инем инде. Энекәш уҡырға ингәнсе минең өҫтә ине, һаман да шулай. Хәйер, колледжда уҡығанда, ҡустымды ниһәйәт балалар баҡсаһына алдылар. Әсәй ике эштә өҙгөләнһә лә, барыбер, мантып китә алманыҡ. Әле миңә өмөтләнә. Мин бала сағымды ла, үҫмерлегемде, хәҙер килеп ҡыҙ ғүмеремде шулай йорт хеҙмәтсеһе һымаҡ үткәрергә тейешменме икән? Минең һымаҡ ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙарҙың күпселеге юлдан яҙып, эсеү-тартыуға әүәҫләнеп бөттөләр, күрше- тирәлә йәшәүсе бер нисәһе мин уларға ҡушылмағас, үсегеп этләшеп тә йөрөнөләр. Берәүһе наркоманка булып теге донъяға киткәс, икенсеһе ҡайҙалыр олаҡты. Мин тыныс һуланым. Ләкин йәшлек үҙенекен итә. Күңел кемлегең менән иҫәпләшмәй. Егетем булһын ине, уның менән кафела ултырырға, киноға барырға, парктарҙа серләшеп йөрөргә теләйем дә бит. Тик былар буш хыял ғына. Әсәйемде беләм, минең юҡ ҡына эш хаҡымды ла ҡустым өсөн тотонасаҡ. Тинләп тигәндәй яңы компьютерға аҡса йыя. Мин тәрән көрһөндөм. Ҡайтырға кәрәк. Кеше бәхетенә күпме ауыҙ-һыуыңды ҡороторға була.

- Һеҙҙең бик тә кафеға ингегеҙ киләме? – ҡаршымда оҙон ҡаҡса буйлы егет баҫып тора. Бик ябай ғына күренде. Өҫтөндә арзанлы джинсы менән ветровка. Тулҡынлы ҡара сәстәре матур икән, шундуҡ күҙгә ташланды.    - - Кисә лә шунда тороп киттегеҙ, - тип дауам итә егет, - әйҙәгеҙ, мин саҡырам һеҙҙе. Әйҙә, беҙ ҙә инеп ултырайыҡ.

  Мин дә джинсы, ветровка кейгәнмен, бәлки, индермәҫтәр тип ҡурҡып китәм.

- Былай инергә ярамаймы ни?

- Ниңә ярамаһын. Был бит йәштәр төйәге.

- Инәйек, булмаһа, - тиҙ үк ризалаша һалам, егетем уйынан ҡайта күрмәһен.

  Инәбеҙ, бәхеткә ҡаршы буш өҫтәл дә бар икән.

- Исемең кем? – егет әллә нисек һөҙөп, һынап ҡарай.

- Исемем боронғо минең. Өләсәй ҡушҡан.

- Шулай ҙа, кем һуң? – егет ныҡыша бирә.

- Халисә. Әсәйем Алиса итергә теләгән. Мулла эргәһендә торған өләсәй «Халисә», тип әйткән дә ҡуйған. Бына шулай.

- Минең исемем тағы ла боронғораҡ – Сәфәрғәли. Ниңә тиһәң, минең предоктар ҡунаҡҡа китеп барғанда поезда табып алғандар.

  Ҡыҙыҡ, һүҙ артынан һүҙ ялғана, ултыра бирәбеҙ. Минең күңел күтәрелә. Егет мине нимә менән һыйлар икән? Күрше өҫтәлдә әллә ниндәй мин белмәгән ризыҡтар ашайҙар. Ниһәйәт, официант пәйҙә булды, егетем һутҡа заказ бирҙе. Минең ас ашҡаҙаным көтөрләп ымһынып ҡына ҡалды. Оҙаҡ ҡына ултырып һутты эсәбеҙ. Хатта һалмаҡ бейеү ҙә бейеп алдыҡ. Егет оҫта ғына йөрөтә, хәрәкәттәр бергә ҡушылды. Ул күптәнге танышым һымаҡ тойола ине. Ә былай минең егеттәр менән бейергә төшкәнем юҡ. Беҙҙең уҡыу йорто ҡыҙҙар монастыре менән бер бит.

- Миңә ҡайтырға ваҡыт, - тинем, - әсәйемдән алдараҡ ҡайтып өлгөрөргә кәрәк.

- Ҡыҙыҡ, хәҙерге заманда ла әсәй һүҙе менән йәшәгән ҡыҙҙар бармы ни? Гел шулай тыңлаусанһыңмы?

- Тыңламай булмай.

- Йә, улайһа, хуш, - Сәфәрғәли бик ҡәнәғәт төҫтә йылмая, шәкәрҙәй аҡ тештәре балҡый.

 

                                             *       *       *

 Егет кеше менән танышыуыма ике ай тирәһе үтеп бара. Аҙнаһына бер-ике осрашабыҙ. Шунан арттырып булмай. Мин әсәйемдең дөйөм ятаҡта дежур иткәнен көтәм. Ҡайһы бер ваҡыт Сәфәрғәли ниндәйҙер мәшәҡәттәр менән бәйле. Минең һорауыма мин дә ике эштәмен, ти.

- Ниндәй эш һуң?

- Береһен беләһең, урам һеперәм. Икесеһе – бер аҙ төҙөлөштә аҡса эшләп алам.

 Осрашһаҡ, ҡала ҡыҙырабыҙ, паркка һуғылабыҙ. Өшөп китһәк, кафеға инәбеҙ. Сәфәрғәли һәр ваҡыттағыса һут, морожный, ҡайһы ваҡыт минераль һыу менән генә һыйлай. Үҙенең яҙмышы менән таныштырҙы.

- Мин өләсәй ҡулында үҫкән баламын, - тине ул. – Бер ышаныр кешем юҡ. Мәктәптән һуң уҡыуҙы дауам итеү мөмкин дә түгел ине. Йә ауылда бер төрлө лә эше юҡ. Әбей-бабайҙарға утын ярып, һыу ташып, бәрәңгеһен ҡаҙышып ҡына йөрөмәһәң… Себерҙә эшләр өсөн дә һөнәр кәрәк. Өфөгә бер дуҫым саҡырҙы. Юғары уҡыу йортонда уҡый. Эш табышып та бирҙе. Дворник булып эшләй башлағас шул тиклем шатландым. Арыу ғына бүлмә бирҙеләр, ышанырлыҡмы һуң? Әйткәндәй, бынан йыраҡ түгел. Әйҙә, ҡарап сыҡ һуң.

 Мин шатланып риза булдым. Аҫҡы ҡаттағы ҡап-ҡараңғы коридор буйлап барғас, Сәфәрғәли бер ишекте асты. Танауға күптән саф һауа инмәгән иҫке фатир еҫе бәрелде. Минең танау сирыуымды күреп егет форточкаһын аса һалды. Бүлмә, ысынлап та, ҙур ғына. Тимер карауат, өҫтәл, ике иҫке ултырғыс. Тумбочка өҫтөнә электр плитаһы ҡуйылған, эргәлә раковина. Иҫке генә сәйнүк, кәстрүл, ике стакан күренә. Мөйөшкә эш ҡоралдары һөйәп ҡуйылған. Койкала иҫке япма, юрған, мендәр.

- Бына шул инде минең торлаҡ, - ти Сәфәрғәли эре генә. Күптәргә был тәтемәй.

  Эйе, арыу ғына йыһаздар, ремонт был бүлмәгә ҡот кертеп ебәрер ине. Ләкин ҡышҡы эңерҙә бында бер минут та ҡалғым килмәне. Сәфәрғәли ҙә ҡыҫтатып торманы. Мин күңел ҡайтыуын һиҙҙермәҫкә тырыштым. Ниңәлер әсәйем кәйефе килгәндә һөйләй торған әкиәттәр иҫкә төштө. Аждаһалар урлаған ҡыҙҙарҙы ҡанатлы толпарҙар менеп килеп азат иткән батыр егеттәр, шаһзадәләргә кейәүгә сыҡҡан Көлбикәләр хаҡында ине улар. Әсә кеше бик ярлы булһа ла ҡыҙын хәйерсегә бирергә теләмәй шул. Шуға ла ул мине ҡаты тота. «Һинең бар байлыһың – сафлығың, һылыулығың. Матур сепрәктәргә төрөнгән бисураларҙан ун артыҡһың»,- ти. Сәфәрғәли тыйнаҡ, сибәр егет булһа ла әсәйем өнәмәҫ тип ҡурҡам. Ни генә тимә, егетем бик оҡшай, хатта ғашиҡмын уға. Ул бит шундай баҫалҡы, уйсан, аҡыллы. Үҙен нәзәкәтле, матур тота белеүе иҫте китәрә. Минең ҡулымды күбәләк тотҡан төҫлө тыйнаҡ, һаҡ ҡына тота ул. Шул тиклем күп белә.Хатта уның ҡараңғы, төпкөл ауылдыҡы булыуына ышаным булмай.

- Мин бик күп китап уҡыным, - ти ул. – Тәүҙә башҡортса, унан рус яҙыусыларын да, сит ил яҙыусыларын да уҡыным. Сөнки өләсәйҙең телевизоры юҡ ине. Ул дини кеше, телевизорзы «дәжжал», «иблис ҡотҡоһо» ти торғайны.

  Етәкләшеп күңелле генә киләбеҙ. Ул мине өйгә тиклем оҙатты. Тәүге тапҡыр ҡосаҡлап үҙенә ҡыҫты. Мин уның йөрәге ярһып типкәнен ишеттем. Үҙем дә баҙап киттем. Ҡолаҡ төбөндә генә: «Хуш әлегә, һөйөклөм минең,» - тип шыбырҙаны, уттай ҡайнар тыны яңағымдан өттө. Үбә-ҡалһа тип көттөм. Ләкин ул тиҙ генә ҡосағынан ысҡындырып китеп барҙы. Мин подъезд төбөндә оҙаҡ ҡына аптырап торҙом. Юҡ, мин уйлағанса ябай кеше түгелдер ул.

  Иртән, эшкә барғас, ғәжәп хайран ваҡиғалар булып алды. Төркөм бүлмәһен ҡарап сыҡҡас, баҡсаға килгән балаларҙы ҡабул итә башланым. Шул саҡ етәксебеҙ Зәйтүнә Исламовна килеп инде. Ни эшләп йөрөй тип ҡурҡа ҡалдым. Тик ул бөгөн бик яғымлы, миңә мәғәнәле итеп ҡарап алды ла мыйылдаҡ тауыш менән:

- Аҡыллым, минең кабинетҡа ин әле, - тип китеп барҙы. Аптырарһың, уның өсөн буш урын һымаҡ ҡына күренә торғайным, шикелле, әле хатта үҙе саҡыра.

- Ултыр әле, аҡыллым, - ти был мызылдап киткән күҙҙәрен миңә төбәп. Бына йыуан кәүҙәһен молҡотоп өҫтәл артына кереп ултырҙы. – Хәлисә, балаҡай, һинең бик тә тәрбиәсе булып эшләгең килә бит, - тип әйтте. Ни тиергә лә белмәй тора бирәм.

- Йә, йә, ҡурҡма, яуап бир.

- Килә лә бит…

- Бына шулай тиген. Дипломыңдағы билдәләр ҙә иҫемдә бит әле. Яҡшы уҡығанһың. Имтихандарың да гел «бишле» генә. Өлкәндәр төркөмөндә тәрбиәсе булып эш башларһың, матурым.

- Гөлфиә Харрасовнаға ни булған, сирләп киткәнме әллә?

- Балаҡай, Харрасовнаға күптән ялға китергә ваҡыт. Алтмышҡа етте бит инде. Ут бөрсәһе кеүек балаларға әбей ҡарсыҡ түгел, бына һинең еүек йәш, тилбер тәрбиәсе кәрәк. Яңы педагогик алымдарҙы белеү зарур.

  Гөлфиә апайҙың - ҡарт, минең йәш булыуымды бөгөн генә күрҙеме икән Зәйтүнә Исламовна? Аптырап ҡаттым.

- Йә, Халисә, уныш теләйем. Иртәгә төркөмдө ҡабул итерһең.

  Ҡыйын булып китте.Харрасовна миңә рәнйер һымаҡ. Уның эшен тартып алырмын тип башыма индергәнем юҡ ине. Үҙемде шулай йыуаттым да китеп барҙым. Күрше төркөмдә эшләгән Ирина ҡаршыма килеп сыҡты ла:

- Ҡара һин уны, шымыҡай. Бер нимә лә һиҙҙермәй йөрөһәң дә белдем инде, - тип шаңҡытты.

- Нимә һиҙҙермәнем?

- Һаман да аңламаған кеше була. Хәтәр покровителең булған икән. Миллион ярымлыҡ машинала йөрөй. Белмәҫ инем, ишектән бергә индек. Һинең өсөн йөрөгәнен белдем, сөнки урлашып тыңлап торҙом, - тип бер тында таҡылдап ташланы.

- Нимә, нимә, һис аңламайым?

- Эй, ҡыланма инде, пожалуйста, - Ирина турһайып китеп барҙы.

  Оҙаҡ ҡаңғырып йөрөп булмай, көндәлек эштәремә тотондом. Таҡылдаҡ Иринаның фантазиялары күп булыр. Үҙ хыялдарына үҙе ышана хатта.

 

                                                 *    *    *

  Бөгөн хеҙмәт хаҡы ала торған көн. Эштән һуң сауҙа үҙәгенә барырмын. Йүнлерәк итек алып кейергә күптән хыялланам. Шуға бөтә мәшәҡәттәремде еңеллек, теләк менән башҡарҙым, дәртем ташып торҙо. Матур, уңайлы кейем-һалым алырға теләү ҙә бер стимул икән. Эш көнөм бөткәс, өйгә ҡайтып тормай сауҙа үҙәгенә киттем. Бында килеп йөрөгәнем юҡ тиерлек. Бушҡа күҙ ҡыҙҙырып йөрөргә ваҡыт та, теләк тә юҡ ине. Бөгөн тәүәкәлләнем. Шатлығым арта ғына бара, сөнки иртәгә үк минең өсөн яңы тормош башланасаҡ. Шундай күтәренке күңел менән осоноп күтәрмәнән менеп барам. Ҡараһам, ҡаршыма туп-тура икәү килә. Затлы пальто, костюм, яҡшы ботинкалар кейгән егет – Сәфәрғәли бит. Шул инде – шул. Бөҙрә сәстәре, ҡош ҡанатындай ҡыйғас ҡаштары, ауыҙ-морондары бөтә уныҡы. Эргәһендә ҡатын-ҡыҙ. Баштан-аяҡ күгелйем шәшкегә төрөнгән, һап-һары сәстәре туны өҫтөнә һибелгән. Маникюрлы бармаҡтарына нәҙек-оҙон  сигарет ҡыҫтырған.  Беҙ үксәләре менән тек-тек баҫып килә. Ҡатҡанмын да ҡалғанмын. Ир кеше «был ниндәй бөжәк тағы?» тигән һымаҡ ҡына миңә күҙ һирпеп алды, үтеп тә киттеләр. Өнмө, төшмө? Ни күренеш булды һуң? Инде итек ҡайғыһы башымдан сығып осто. Был йомаҡты сисерлек хәлдә түгелмен. Кешегә кеше оҡшай тиһәң дә, шулай уҡ булмайҙыр ул. Ике һыу тамсыһы нисек – былар ҙа шулай уҡ оҡшаш. Ҡаңғырып торғансы ҡайтайым. Автобуста ултырғанда ике тапҡыр егетемде телефондан саҡырҙым. Юҡ, алмай. Оторо йәнем көйөп, һағышҡа баттым. Ҡайтып диванға ауҙым. Ҡыл ҡыймылдатмай хәлдән тайып яттым. Әсәйем ҡайтһа, тетмәмде тетә бит инде. Телефоным тауыш бирҙе. Сәфәрғәли! Уның тауышы төҫһөҙ, тоноҡ.

- Һинең менән осрашам тигәйнем. Бара алмам, ахыры…

  Хөкөм көткәндәй тын тора бирәм.

- Алло, ниңә өндәшмәйһең? Сәсрәп ауырып киттем дәһә. Бәлки үҙең килерһең…

- Ни булды? – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Тәнемә көс-ҡеүәт ҡайтты.

- Һалҡын тейгәнгә оҡшай. Температура.

- Мин хәҙер, көт.

  Тәүҙә аптекаға йүгерҙем. Ҡиммәтле, файҙалы тип һанаған дарыуҙар алдым. Әсәйемдең ҡурай еләк вареньеһын бер аҙ һалып алмағанға үкендем. Супермаркетҡа инеп һурпалыҡ тауыҡ алырға булдым, фрукты, кәнфит тә онотманым. Йән һөйгәнемә йәл түгел.

  Ишек шаҡыным. «Асыҡ»,- тигән тауыш ишеттем. Һөйгәнем бойоҡ ҡына ҡиәфәттә урында ята. Эргәһенә барып ултырып дарыуҙарымды эсерҙем. Тауыҡты бешерегә һалдым. Был эштәрҙе етеҙ генә башҡара һалып Сәфәрғәлиҙең янына килеп ултырҙым. Ул шатлыҡтан үҙгәреп киткән: күҙҙәре балҡый, йөҙөнә ҡуйы алһыулыҡ йүгергән. Ҡулдарын тотҡайным, улар уттай ҡыҙыу, хатта йөрәге сығып килгән кеүек.

- Бик ныҡ ауырыйһың, ахыры, - мин ҡурҡа ҡалдым.

- Эйе, бик ныҡ ныҡ ауырыйым шул. Ауырыуым – Хәлисә исемле ҡыҙ. Ҡыҙыулыҡ һине шашып һөйөүҙәндер ул, - күҙҙәремә тура ҡараны ла йәнгә инерлек итеп:

- Халисәм, сыҡ миңә кейәүгә. Әйҙә иртәгә үк ЗАГС-ҡа ғариза бирәйек, - тине.

  Аптырап китеп ыҡ-мыҡ итеп торғандан һуң:

- Әсәйемдең һине күргәне лә юҡ бит әле, - тип саҡ әйтә алдым.

- Бөгөн үк күрәйек.

- Һин ауырыу…

- Һине күреү менән һауыҡтым. Дөрөҫө һине һағынып ауырып киткәнмендер. Миңә сыҡмаһаң, һағыштан һарыларға һабышырмын.

- Тел биҫтәһе икәнһең. Улайҙыр тип уйламағайным. Белгең килһә, һине торговый центрҙа күрҙем.

  Ә уның ҡылы ла һелкенмәне.

- Барған ерем түгел.

  Мин уға бөгөн күргән ваҡиғаны һөйләнем.

- Оҡшаш кешеләр булалыр ул, -  Сәфәрғәли аптыраманы ла.

  Тырыша торғас, ашты бешереп ашаныҡ. Тауыҡ һурпаһынан һуң егетем бөтөнләй күңелләнеп китте. Өҙмәй-ҡуймай беҙгә барып әсәйҙән минең ҡулды һорарға булды. Юлда барышлай егетем ап-аҡ хризантемалар алды. Ул һис тә ауырыуға оҡшамаған.

  Әсәй ныҡ асыулы ине. Ят кешене күреп үҙен тыйҙы. Кухняны ябып ҡуйып, шым булырға тырышып хәлде аңлаттым. Әсәйем сәсрәп китә яҙҙы.

- Миңә бер йыл да ярҙам итмәй, ырғандап кейәүгә сығып китергә итәһеңме ни? Ашарымды ашмай, йоҡомдо йоҡламай нисек тә һине уҡытырға тырыштым. Эшләр, ситтән тороп ВУЗ-ға инер тип өмөтләндем. Бала күңеле – далала, тиҙәр шул. Ҡасан егет осратырға, ҡасан риза булырға өлгөрҙөң? Юҡ, һис юҡ…

- Әсәй, әсәкәйем… Минең йәштә үҙең дә кейәүгә сыҡҡанһың.

- Шуның өсөн ғүмер буйы үҙемде тиргәйем.

- Үҙең эшләй алмағандарҙы минән үтәтергә тырышаһыңмы? Мин уны яратам.

- Яратыу – үтә торған хис.

- Әсәй, уны көттөрөп талашып тик торайыҡмы?

- Нисек килеп ингән, шулай сығып та китер.

- Әсәй, уның менән мине лә сығарып ебәрәсәкһең, - үҙемә үҙем аптырайым. Һис шулай ҡаршы телләшкәнем юҡ ине.

 Улай ҙа сәй ҡуйып, салат-фәлән тураныҡ, йомортҡа ҡурҙыҡ. Залда ҡустым менән Сәфәрғәли күптән таныш кешеләр һымаҡ компьютер алдында мөкиббән китеп ултыралар. Өҫтәл әҙерләгәндә ҡарай йөрөйөм, егетем компьютер менән хайран эш итә, ғүмер буйы шуның төбөндә ултырған тиерһең. Үҙе туҡтауһыҙ ҡустымды өйрәтә. Ауылдан килгәнемә йыл да юҡ ти, үҙе ҡайһылай оҫта. Әсәйем дә шым ғына тикшереп йөрөй. Сәй эстек, өҫтәлгә ҡуйылған ябай аштар ашалды. Сәфәрғәли үҙен бик нәзәкәтле, матур тотто. Аҡһөйәк нәҫеленән тип торорһоң.  Аҙаҡтан:

- Халисә менән бергә булмаһаҡ та, һеҙҙе ташламай һәр ваҡыт ярҙам итеп торормон, - тип һүҙен йомғаҡланы.

  Ҡурҡыуҙарым бушҡа сыҡты. Башта таш ҡая һымаҡ торған әсәйем йомшарҙы ла ҡуйҙы. Маҡсатына ирешкәс, егетем хушлашып ҡайтып китте.

- Йә, ярар, алдағыһы яҡшы булһын. Бындай егет юлда аунап ятмай. Бер ҡулыңдан ысҡындырһаң, аҙаҡ илап ултырһаң да ундай кейәү осратмаҫһың. Дөйөм ятаҡтарҙа, әҙәм араларында егерме йыл эшләп кемдең кем икәнлеге күп күрелде. Унан килеп, Сәфәрғәли ауылда, наҙан өләсәй ҡулында тәрбиә алған егет түгел, уҡыған, яҡшы тәрбиә алған егет ул. Уҡыған, яҡшы тәрбиә алған кешеләр балаһылыр. Бәлки, ата-әсәләре менән үпкәләшеп йөрөгән ваҡытылыр.

  Әсәйем мине шулай аптыратты. Ни генә булһа ла мин үҙемде күктең етенсе ҡатында хис итә инем. Ғариза биргәндән һуң беҙгә йыш осрашырға тура килмәне. Мин эшемә сумдым, сөнки булдыҡлылығымды күһәтергә тейешмен. Кистәрем конспекттар яҙыу менән үтә ине. Сәфәрғәли бер нисә тапҡыр өйгә килеп китте. Уны минән былай ҡустым көтөп тора. Әйтерһең, ул ҡустым өсөн килә. Әйтергә онотоп торам, Сәфәрғәли ҡаҡсалығы, еңел кәүҙәле булыуы менән бөтөнләй йәш күренһә лә, минән ун йәшкә өлкән икән. Мин инде төпкә төшөп уйламаҫҡа тырышам. Күҙем бер юлы тонған инде.

- Туй күлдәге алып бирә алмам, үпкәләмә, - ти егетем. – Йыйып ҡуйған бер аҙ аҡсам булһа ла, йәшәй башлағас кәрәк булыр.

  Әсәйем менән кәңәшләшеп, бик үк ҡиммәтле булмаған аҡ тауар һатып алып, үҙебеҙ күлдәк тегергә булып киттек. Бесеү-тегеүҙе аҙмы-күпме беләм, колледжда өйрәткәйнеләр. Тегеү машинаһы булмағас, ваҡ ҡына сәнсеп ҡул менән тектек. Харап матур килеп сыҡты. Муйын тирәһе самалы ғына асыҡ, тар ғына әүеркә ҡуйылған, тар еңле, осонда шулай уҡ әүеркә. Биле ҡыҫып, итәге ҡабарып тора. Үҙемә шул тиклем килешә.

- Һылыу кәүҙәгә һоло тоғо ла килешә, - ти әсәйем. Ул шулай мин аңлап етмәгән һүҙҙәре менән аптыратып ҡуя.

  Ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды, яҙылышыр көн етте. Икебеҙ ҙә эштән көн һорап алдыҡ. Төштән һуң барырға тейешбеҙ. Үҙебеҙҙән башҡа бер кем дә булмаясаҡ. Иртүк тороп плитә янында өйөрөлдөк. Ҡайтҡас бер аҙ һыйланмай булмаҫ инде. Ни тиһәң дә донъяла бер була торған хәл. Сәғәт ике етеп килә. Мин тәҙрәгә күҙ һалып алам. Ана подъезд төбөнә туй өсөн биҙәлгән ҙур ап-аҡ машина килеп туҡтаны. Минән башҡа ла кейәүгә сығыусылар бар, күрәһең. Миңә бындай машина тәтемәһә лә, егетем «Жигули» менән киләсәк. Тик ниңәлер һаман килеп етмәй әле. Аҡ машинанан, туй күлдәген беләгенә һалған аҡ костюмлы егет сығып беҙҙең подъездға ҡарай атлағаны күҙемдең ҡыйығына салынып ҡала. Кеше бәхетенә күҙ ҡыҙҙырып ҡапланып тороп булмаҫ. Бер нисә минуттан ҡыңғырау шылтыраны. Кеше машинаһын ҡарайым тип, үҙемдекен күрмәй ҡалғанмындыр. Ишекте асһам, киң йылмайып Сәфәрғәлием, һөйгән йәрем тора. Ҡалай һылыу, күрмәләкле ул! Уның балҡып торған йөҙөнән ҡараштарымды ала алмай торам. Ниһәйәт, саҡ аңыма барып етә: ап-аҡ костюм кейгән, беләгенә чехол эсендәге туй күлдәген һалған кейәү ул да баһа!

- Хәйерле көн, һөйөклөм!

- Сәфәрғәли, аҡса әрәм итеп тормаҫҡа, прокатҡа костюм, күлдәк алмаҫҡа һөйләшкәйнек тә инде. Хайран ҡалырлыҡ машинаһын да яллағанһың.

- Мине ишектән үткәрмәҫкә итәһеңме ни?

  Килеп еткән әсәйем дә артҡа ауып китә яҙа.

- Ашыҡмайыҡ әле, беҙҙе сәғәт 3 – кә генә саҡырғандар. Минең һеҙгә һөйләһе һүҙҙәрем бар. Ошо көнгә тиклем асыҡламай йөрөгәнем өсөн ғәфү итегеҙ.

  Йә, Хоҙай, тағы нимә һөйләргә йыйына? Бөтәһе лә асыҡ бит инде. Ә Сәфәрғәли алмаш-тилмәш беҙгә ҡарап ала һөйләй башлай:

- Халисә, мине аңла, ғәфү ит.

  Мин ҡурҡып ҡалтырана башланым. Егетем дауам итә:

- Тыштағы машина, һиңә килтергән туй күлдәге прокатҡа алынған нәмәләр түгел, үҙемдең көсөм менән табылған мал. Сөнки мин дворник булып эшләмәйем, ә үҙемдең бизнесым бар. Ҙур ғына төҙөлөш ойошмаһы хужаһы мин. Алған һөнәрем төҙөлөш инженеры. Шөкөр, бизнесым сәскә ата.

- Ә ниңә?..- мин әйтер һүҙемде әйтә алмай төйөлөп ҡалам. – Был алдау ни өсөн кәрәк булды?

- Мине тыңла. Бер нисә тапҡыр өйләнергә уҡталдым. Тик ҡыҙҙарға үҙемдән алда аҡсам кәрәк булды. Шундай булыуҙарынан күңелем ҡайтып, бөтөнләй өйләнмәм тиһәм дә, бәхетемде йәнә бер һынарға булдым. Һине осраттым. Ә теге көндө, торговый центр эргәһендә, деловой партнерымдың ҡатыны ине. Әллә нисек осраҡлы ғына килеп осрашҡайныҡ, бәхетһеҙлеккә ҡаршы һин күреп ҡалдың.

  Йә, әкренләп ҡуҙғала башлайбыҙмы? Ресторан һөйләшелгән. Ҡунаҡтар ҙа йыйылалыр.

- Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән танышмағанбыҙ, - тип ләпелдәгән булды әсәйем.

- Улар сығышы менән ауылдыҡы. Институттан һуң өйләнешеп ҡалала ҡалғандар.

- Халисә, ни эшләп ҡуҙғалмай ҡатып ултыраһың? Бәхетең баҫты бит. Юҡҡа ғына һине саф гәлсәрҙәй итеп үҫтермәгәнмен.

- Ә мин бармайым. Мине алдарға кәрәкмәҫ ине. Йәнәһе, бай бизнесмен булғас, муйынына аҫылынып ятыр тип уйлаған. Минең менән тиң дәрәжәлә булған өсөн яҡын инең.

  Атылып тороп ишек төбөндәге кейемдәремә ташландым. Кинәт кенә албырған ҡалған Сәфәрғәли беләгемдән тотоп алып, ныҡ итеп үҙенә ҡыҫты. Күҙҙәремә һоро бәрхәт кеүек күҙҙәр баҡҡан.

- Халисә, мин һинең яныңда булғанда үҙемдең кем икәнемде онота инем. Ябай бер ғашиҡ егеткә әйләнәм дә ҡуям. Ҡыҙ кеше генә  түгел, тоғро дуҫым итеп тә тойҙом. Барлы-юҡлы хеҙмәт хаҡыңды тотоноп, миңә ҡиммәтле дарыуҙар алып килдең. Шуныһы бигерәк әсир итте.

  Аяҡтарым ҡамырға әйләнде, илап ебәреп уның күкрәгенә ҡапландым.

- Ташлама, дуҫым, китмә, - ҡолаҡ төбөндә ҡайнар бышылдауын ишетәм.

Тәскирә Даянова.

Ташлама,  дуҫым, китмә!
Ташлама, дуҫым, китмә!
Автор:
Читайте нас: