+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Май 2023, 17:00

Тәбиғәт-ыҙан йолалары

 Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемсәк, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булғандай әбейҙәрҙе һайлайҙар. 

Май сәйе.

Элгәре был йола сәсеү бөткәс, болондар сәскәгә күмелгәс, тауҙа уҙғарылған. Унда сәй ҡайнатып, сәй, ҡымыҙ эсеп,күңел–сафа ҡорғандар.

-Сәселгән ашлыҡтар уңып, ризыҡҡа яҙһын,-тип мул уңвш теләгәндәр. Көн кискә һарыҡҡас, май миндеге һындырып, ҡайтышҡандар. Хәҙерге көндә был йола икенсерәк формала йәшәй. Май байрамында йәштәр тауға менә, уйындар уйнай, уларға эйәргән өлкәндәр май миндеге һындыра, теләк теләү юҡ.

Ҡарға бутҡаһы.

Ҡарға бутҡаһы байрамын үткәрер алдынан ҡыҙ-ҡырҡын, бисә –сәсә, әбей-һәбей йыйыллып кәңәш- төйөш итәләр.Байрймды ҡайҙа, ҡайһы көн үткәреү, уға ҡайһы ауылдарҙан кемде саҡырыға һүҙ беркетәләр. Үткенерәк еткән ҡыҙҙарҙан, килендәрҙән саҡырыусылар һайлана.

Ҡарға бутҡаһы – халыҡ байрамы. Әммә унда ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша ала. Бешерем-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын да бергәләп күтәрәләр. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр.

Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемсәк, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булғандай әбейҙәрҙе һайлайҙар.

Ауыл буйлап бүләк,ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтар таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-сағ эйәрә. Улар шулай тип ҡысҡырыша;

-Ҡарға әйтә; “Ҡар-ҡар.

Ҡарғатуйға бар,бар.

Ҡарғатуйға бармағандың

Күңеле булыр тар,тар,

Күңеле булыр тар,тар-

Ҡарғатуйға бар,бар.”

 

Ер һыҙыу

Ҡар иреп, түбәләрҙә йәшел үлән,ағастарҙа бөрөләр тулыша башлағас, ауыл ҡарттары йыйылып тауға баралар. Унда ил йолаһы һабантуйҙы нисек, ҡайҙа, ниндәй ҡунаҡтарҙы саҡырышып, үткәреү тураһында кәңәш ҡоралар. Майҙан урыны билдәле булғас, утыҙ-ҡырҡ йәштәге ир ҡорона ингән уҙаманды ат саптырып, һабантуй урырынына бағана ҡағырға һәм ер ҡаҙырға ҡушалар. Ололарҙың ышанысын үтәп, был кеше эйәргә арҡан, арҡан осона ҡамсы, аҡ йә ҡыҙыл төҫтәге йыртынды сепрәк бәйләп, байрам булаһы урынды билдәләп, бер нисә рәт, ғәҙәттә, өс әйләнеп сабып сыға. Быны “ер һыҙыу” йә “майҙан һалыу” тиҙәр. Һуңынан бер нисә ир майҙан уртаһына бағана ултырта. Ҡатын-ҡыҙҙар майҙанды биҙәй; ағастарға суҡ, таҫмалар бәйләй.

Аҡһаҡалдар кәңәш ҡора. Улар ил хәлдәрен һөйләшеп, уйлашып бата әйтә, зыяратҡа барыу көнөн билдәләп ҡайталар.

 

ҠУҘҒАЛАҠ БАЙРАМЫ

Ҡуҙғалаҡ байрамы яҙ булғас, ер-һыу кибеп, ҡуҙғалаҡ сыҡҡас үткәрелгән. Унда бөтә ырыу ҡатнашҡан. Ауыл халҡы йыйылышып, ҡорбан салған. Уйын-көлкө, йыр-моң һәр урында яңғырап, ялан-туғай тулған, бейеүҙәр башҡарылған. Беренсе тапҡыр ҡуҙғалаҡ ҡапҡанда: "Мин киләмен - ауыҙың ас, мин киләмен - зәңге, ҡас!" — тигәндәр.

ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ

Һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һ. б. халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелгән.
АТ САБЫШЫ
Иң тәүге бәйге - ат сабышы. Унда, ғәҙәттә, үҫмер малайҙар сабыша. Бәйгегә тиклем аттарҙы тәрбиәләйҙәр. Бәйгенең беренсе бүләген (һебәһен) ауыш ҡолғаға тағып ҡуйыр булғандар. Беренселекте алыусы, сабып килешләй үк, ул бүләкте эләктереп алған.
КӨРӘШ
Көрәш бәйгеһен дә малайҙар башлаған. Шунан ғына ир ҡорона еткәндәр бил һынашҡан. Көрәшселәр буй йә ауырлыҡҡа ҡарап түгел, ә йәрәбә, шыбаға буйынса көрәшкән. Ғәҙәттә, һәр ауыл үҙенең батырын махсус әҙерләгән: тәкә һуйып, ай буйы ашатып, һыйлап йөрөткәндәр. Борон йома көн иртән һуйылған малдың ҡанын мөгөҙгә һалып (йә туҫтаҡ менән) батырға эсергәндәр. Батыр даны ырыу данына әйләнгән.
АТТАН ТАРТЫШЫУ
Көс, йылдамлыҡ, сослоҡто һынау өсөн һыбайлылар бер-береһен аттарынан тартып төшөрөргә тырыша.
ТАШ ЫРҒЫТЫУ
Бик боронғо көс һынашыу алымы. Батыр егет оло ташты күтәреп сорғота. Ни тиклем алға ташлай — тимәк, шул хәтлем көслө.
ТАҠМАҠ ӘЙТЕШЕҮ
Түңәрәк уртаһына ҡурайсылар, ҡумыҙсылар баҫа. Түңәрәктең икенсе ҡатында таҡмаҡ әйтәләр, сәмгә һалып ярышып бейешәләр. Түңәрәктә ауыл менән ауыл таҡмаҡ әйтешә, мәрәкәләшә. Ҡурайсы, йырсы, сәсәндәрҙең, бейеүселәрҙең ярышы һабантуй буйына бара.
МӘРӘКӘ УЙЫНДАР
Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, тоҡ кейеп йүгереү, бүрәнә өҫтөндә эсенә юнысҡы, бесән тултырылған тоҡ менән “һуғышыу”, күҙ бәйләп әйбер киҫеү, аҙым һайын исем әйтеү, тулы күнәктәр менән йүгерешеү, ике кеше “бер кеше” булып (береһенең һул аяғына икенсеһенең уң аяғы бәйле килеш) һикереү һ.б. Мәргәнлекте һынау өсөн бейек ҡолғаға тағылған түбәтәй йә бүреккә уҡ атышыу, бүкән өҫтөндә ултырған сеүәтәгә атыуҙар, ағас ботағына йә ҡолғаға аҫылған нәмәгә таяҡ менән бәреүҙәр һ.б.

 

 

Тәбиғәт-ыҙан йолалары
Тәбиғәт-ыҙан йолалары
Автор:
Читайте нас: