+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март 2023, 21:00

Ҡомартҡы көсө

Нәзифә иренең артынан ишек ябылыуға, сәхәр ашаған ҡашығаяҡты йыйыштырҙы ла ҡулына таҫтамалға уралған “Ҡөрьән” китабын алып, яратып һыйпап ҡуйҙы. Был ҡупшы итеп ҡул менән яҙылған, тышы күн менән көпләнгән боронғо китапты бик ҡәҙерләп тота ул.Ҡасандыр хажи олатаһы уны яҡшы бер айғырға алыштырып алған, тиҙәр. Нәзифә йәй буйы умарталары менән мәж килеп, баҫалҡы ғына йөрөп ятҡан олатаһын саҡ ҡына хәтерләй әле. Ап-аҡ күлдәк-ыштанда намаҙлығына баҫҡаны һаман күҙ алдында тора. Ә бына атаһы ауыл ғөрөф-ғәҙәттәрен теүәл үтәһә лә, хәҙер беҙ яңыса, Ленинса йәшәйбеҙ, тип күкрәк ҡағып йөрөнө, балаларын да советса тәрбиәләне. Төп нигеҙҙә йәшәгән ҡустыһы өйөн ҙурайтып, ҡыйығын яңыртып япҡанда ошо ҡомартҡыға тап булып, шаҡ ҡатты. Күпме ваҡыт үтһә лә, китапҡа бер нәмә лә булмаған. Өй башынан һаҡлыҡ менән төшөрөп, йылдар туҙанын һөртөп, тышын майлағас, өр-яңы һымаҡ булды ла ҡуйҙы.– Ғәжәп бит, ә! Олатайым хаж сәфәрен XIX быуаттың аҙаҡтарында ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа нәмә тура килә ултырып, бер йыл тигәндә үтәп ҡайтҡан булған. Бик ғилемле, Ҡөрьәнде яттан белгән ир-уҙаман, тип иҫләрҙәр ине ололар. Күрәһең, XX быуат башындағы буталыштар башланғас, кеше-ҡара күҙенә салынып, көйөк булып тормаһын, тип киндер муҡсаға һалып ҡыйыҡ эсенә йәшергән инде. Бик зирәк, аҡыллы ҡарт булған шул. Хәҙер заман башҡа – заң башҡа, рәхәтләнеп уҡы ине лә бит, тик ғәрәпсә бер хәреф тә белмәйем. Әлепте таяҡ тип тә белмәгән быуын балалары инде беҙ, – тип әсенеп, китапты әйләндереп-әйләндереп тотоп ҡараны, ләкин ҡайҙа башы, ҡайҙа аҙағы икәнлеген дә аңламаны.– Борон-борондан “Ҡөрьән” – иң хөрмәтле китап иҫәпләнгән, ул бөтәбеҙҙән дә оло, – тип ҡәҙерләп китап кәштәһенең башына һалып ҡуйҙы.Кем уйлаған инде шул изге ҡомартҡы нисә йылдан һуң тап уның ҡулына килеп эләгер тип?! Уныһы ла ҡыҙыҡ килеп сыҡты.Бер йыл бөтә туғандар ата-әсәһенең рух-шәрифтәренә бағышлап Ҡөрьән ашы үткәрергә, тип йыйылышып ауылға ҡайтҡайнылар. Шунда ҡустыһы:– Мин яңыраҡ ғәжәп бер төш күрҙем әле. Олатайым инде бит төшөмә. Аҡ йөҙлө, йылмайып ҡына торған нурлы бабай. Ул ошоно Нәзифәгә бир, тип ҡулыма бер ҡалын китап тотторҙо. Уянғас, был ни хикмәт булды икән, тип бик оҙаҡ уйланып яттым. Бына бөгөн саҡ башыма барып етте. – Нәзифә апай, беҙҙең арала иң абруйлыһы ла, белемлеһе лә һин. Һиңә тейеш ул, – тип “Ҡөрьән” китабын тотторҙо.Шул тиклем ҙур мәртәбәле бүләкте ҡулына алғас, Нәзифә хатта ҡаушап ҡалды. Өҫтөмә бурыс өҫтәлә тип алмаҫҡа ла иткәйне, тик күҙен ҡыҫыбыраҡ башын сайҡап торған олатаһының рухы алдында оялды. Ололарҙың иманы ныҡ булып, биш намаҙын ҡалдырмағаны, дини байрамдарҙы көтөп алғандары иҫенә төштө. Үҙенән-үҙе дингә тартылып, төрлө китаптар һатып алды ла яйлап сүрәләрҙе өйрәнде, ҡабат-ҡабат уҡып, мәғәнәһен аңларға тырышты. Бер ҙә теле әйләнмәҫ, бер һүҙ ҙә хәтерендә ҡалмаҫ һымаҡ ине, үҙе лә һиҙмәҫтән аяттар ятланды, матур ғына итеп уҡырға өйрәнде. Кешелектең бөтә йәшәү рәүеше, ҡанундары Ҡөрьәндә яҙылғанын белеп, хайран ҡалды. Ябай ғына әйберҙәрҙе лә белмәй нисек йәшәлде икән, тип ғәжәпләнә хәҙер. Тышҡы ҡиәфәте лә, эске торошо ла ныҡ үҙгәрҙе. Элек ирен үҙгәртергә тырышып, көнө-төнө игәп торһа, хәҙер үҙе өҫтөндә күберәк эшләй. Дөрөҫ ниәтләп доға ҡыла, сабыр булырға, күтәрелеп-бәрелеп бармаҫҡа тырыша.

Йәне һәм күңеле тынысланды. Ҡөрьән аяттарын ғәрәпсә өйрәнеп уҡый башлағас, бик хикмәтле хәлдәргә лә шаһит булды. Иң тәүҙә ире ҡапыл эсеүҙән туҡтаны, шунан балалары уҡып бөтөп, уңышлы эштәргә урынлашты, иманлы кешеләр менән башлы-күҙле булды.
Ә бер төндә иҫ киткес бер мөғжизәгә тап булды. Изге Рамаҙан айы бара ине. Ураҙаны тотмай ине әле, тик биш намаҙын ҡалдырмай уҡырға тырышҡан мәле. Йылы йәй. Төн уртаһы. Томра. Ишек-тәҙрәләр асыҡ. Рәхәтләнеп иҙрәп йоҡлап киткән ҡатын ниндәйҙер көслө шау-шыуға терт итеп ҡалды. Күҙен асып ҡараһа, бөтәһе лә иҫ белмәй йоҡлай, ә өйҙә ел-дауыл уйнай. Асыҡ тәҙрәләр шаҡ-шоҡ килә, тәҙрә ҡорғандары, ишек шаршауҙары өҙөлөрҙәй булып елберләй, иҙән таҡталары күтәрелеп-күтәрелеп китә. Аш-һыу яғындағы мейес аҫтынан һөйләшкән тауыш ишетелә:
– Бер тыныслыҡ юҡ был өйҙә. Анау бисә көнөнә әллә нисә тапҡыр доға уҡый ҙа уҡый. Бөтә тәнемде яндырып бөттө, сыҙарлыҡ әмәл ҡалманы. – Тәүҙә әллә ер тетрәй инде тип торорға ынтылған Нәзифә ҡурҡышынан карауатына кире һеңде. Берәй ауаз сығарырға итә, тик өнө сыҡмай. Шулай шым ғына ятһа ла, уянғанын һиҙҙеләр.
– Эй, ни эшләп ятаһың унда? Әйҙә беҙҙең менән! – тине йылан ыҫылдаған тауыш. Шомло ҡараңғылыҡ. Йөрәге өшөп китте.
Шул ваҡыт күҙгә күренмәгән нәмәләр өй буйлап тып-тып йүгерергә, сыйылдарға, шатыр-шотор килеп әйберҙәрен йыйнарға тотондо.
– Һин, нимә өндәшмәйһең? Һинең арҡала бында йәшәп булмай бит! Тамам йонсоттоң! Тор! – тине эргәһендә генә өшәнес тауыш.
Был ниндәй ғибрәт булды әле тип шаңҡып ятҡан ҡатын телен саҡ әйләндерҙе:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим... – Юҡ! Хәле бөттө. – Башы зыр әйләнде, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй.. Иҫен юйҙы.
Бер аҙ ятҡас, аңына килде:
– Хоҙайым, ярҙам ит! Тағы бер доға белә инем дә һуң! – Башы буп-буш, хәтерләй алманы. Үҙе бөтә нәмәне күреп-тойоп ята.
– Әғуҙү билләһи минәш-шәйтанир раджим... Мин бер Аллама һыйынам. – Теле нисектер үҙе әйткән һымаҡ.
Теге заттар өйҙөң аҫтын-өҫкә әйләндереп йөрөнөләр ҙә йүгереп барып мейес эсенә инеп киттеләр. Шунан бер-береһен этеп-төртөп, тапашып, ҡот осҡос тауыш менән аҡырышып мөрйәнән сыйылдап сығып олаҡтылар.
Нәзифә ҡымшанырға ла ҡурҡып, карауатында бик оҙаҡ ятты. Ғибрәт бит! Өйөндә ниндәй хәлдәр булып ята, ә береһе бер нәмә белмәй йоҡлай. Ғифләт йоҡоһондамы ни?! Яйлап ҡына тороп, балаларын, өйөн урап ҡарап сыҡты. Бөтә нәмә үҙ урынында, тик өй эсе иркенәйеп, һауа сафланып ҡалғандай тойолдо. Кеше ышанмаҫтай хәлде ысын булһа ла һөйләмә тиҙәр, шуға күрә бер кемгә лә өндәшмәне.
Ошо хәл уны бер Аллаһы Тәғәләгә табынырға, уның ҡөҙрәтенә ышанырға этәргес көс бирҙе. Тап шул көндән башлап бөтә дини йолаларҙы ла теүәл үтәргә тырыша. Ҡөрьән аяттары менән шифа табып, балаларын, туғандарын өшкөрә башланы. Хәҙер тирә-яҡ ауыл кешеләре лә килә, барыһын дә ҡабул итә. Бигерәк тә йәш ҡатындарға, бәләкәй балаларға:
– Ярҙамды бер Раббымдан һорағыҙ. Һәр кеше үҙ-үҙен һаҡлап йөрөтөргә бурыслы, гелән тәһәрәтле булығыҙ һәм “Фатиха”, “Аятел-Көрси”, “Фәләк”, “Нәс” сүрәләрен уҡып йөрөгөҙ, – тип йомшаҡ ҡына өгөт-нәсихәтен биреп бара.
Иренә һөйөп бағып:
– Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләмдең ҡабырғаһынан беренсе ҡатын-ҡыҙҙы, Һауаны, яралтҡан. Бөтә нәмә парлы булғас, кешеләр ҙә пар-пар булып йәшәһен, тигән. Мин һинең шул бер кәкре ҡабырғаң, йәнем. Һинән тора инде беҙҙең ошо донъяла нисек йәшәүебеҙ: яңылыш ныҡ итеп ҡыҫһаң, бөгөлөп төшөрмөн, ә инде ҡурсалап, һаҡлап тотһаң, һин дә һап-һау, ышаныслы йөрөрһөң, мин дә һинең терәк-таянысың булырмын. Өлөшөңә төшкән көмөшмөн. Нисек бармын, шулай ярат, – тине.
– И-ий, минең фәлсәфәүисем, бөтә нәмәне донъя кимәлендә аңларға тырышаһың инде, – тип ире тәү күргәндәй аптырап ҡараны. Шул көндән ҡорған донъялары күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Тормош иптәше элекке ҡәҙимге хәленә ҡайтты, юҡ-барға боларманы, өйҙә иреш-талаш туҡтаны. Элек Нәзифә иренә ярарға тырышып бер алдына, бер артына биш сыҡһа, хәҙер ул үҙе йәлләп, бөтә эштәрҙә лә ярҙамлашып тора. Бына әле лә, ҡара таңдан, төнө буйы яуған ҡарҙан ихатаны, ҡапҡа алдын таҙартырға, малды ҡарарға сығып китте. Нәзифә ире эш бөтөрөп инеүгә сәй табыны хәстәрләргә кереште. Иң тәүҙә бисмиллаһын әйтеп ләүешкә ҡамыр баҫты ла, тиҙерәк ҡабарһын өсөн, табағын йылы мейес башына ҡуйҙы. Шунан әсегән һөткә йомортҡа туғып ҡамыр иҙҙе лә ике табала шажлатып ҡоймаҡ ҡойоп алды. Таба еҫе менән өйгә бәрәкәт, ҡот таралды.
Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә “Юлдаш” каналын тыңлай-тыңлай һөйөклөһөн эҫе ҡоймаҡ, мәтрүшкәле сәй менән һыйларға ярата Нәзифә.
Шул саҡ һалҡын һауа эйәртеп утын ҡосаҡлаған ире килеп инде, артынан бер әсмүхә сәй тотоп күрше егете лә эйәргән.
– Нәзифә әбей, оҙон юлға сығырға торам. Зинһар өсөн, фатиханды бир әле? – Нәзифә ихластан доға ҡылды.
– Ин шә Аллаһ, Аллаһы Тәғәлә тел асҡыстары биреп, аң-белемдәрең асылып, имтихандарыңды уңышлы биреп, иҫән-һау йөрөп ҡайтырға яҙһын, балам. Аҡ юл һиңә!
Гөлназ ҒӘБИТОВА.
 
Ҡомартҡы көсө
Ҡомартҡы көсө
Автор:
Читайте нас: