+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2023, 21:00

Эрзинкә итек

-

 
Хәйернисаның онһоҙ ҙа икмәк бешергән саҡтары булды. Ай, ул ауыр һуғыш йылдары! Ауыл тирәһендә мысай, дегәнәк, кесерткән кеүек үлән ҡалмағайны бит ул ваҡытта. Кесеркәнде аш иттеләр. Мысай орлоғо өлгөргәнен ҡарап ҡына торорҙар ине. Шунан һыпырып йыйырҙар ҙа, киптереп тарттырылған дегәнәк тамыры онона ҡушып көлсә итерҙәр ине. Астан ас килеш ул дегәнәк тамрын соҡоп алып ҡара! Эй, ғүмерҙәр...
Нәфисә лә ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләште, өй йыйыштырышты. Түр яҡта мөйөштә ултырған телевизорҙың сигеүле япмаһын төшөрөп ҡуйҙы, диванға ҡорама һуҙма түшәне, ағаһы ташып торған ултырғыстарға түшәк һалды. Селтәрен рәтләйем, тип карауатҡа өйөлөп ҡуйылған мендәрҙәрҙе ҡолатты. Ярай әле әсәһенең һуҡранырға ваҡыты юҡ, тиҙ генә кире йыйып ҡуйҙы ла, уңған ҡыҙына һуғылған балаҫты алғы өйҙәге урындыҡҡа түшәргә ҡушты. Бәләкәй ҡыҙсыҡ теленең осон сығарып, балаҫтың әле бер өсөн тартып, әле икенсе осон рәтләп, ҙур урындыҡҡа түшәп бөткәнсе, тәғәйенләнгән ҡунаҡ ваҡыты ла етте.
Иң беренсе Файза инәй килеп етте. Уның ғәҙәте шулай, теүәл йөрөй, башҡа әбейҙәр был ауылдың ғәҙәте буйынса һуңлатып, һуҙылып килә. Өҫ-башы менән дә айырылып тора: һарыға ваҡ ҡына ҡыҙыл сәскәләр төшкән блузка өҫтөнә сейә төҫөндәге сарафан кейә, ап-аҡ сәстәрен ҡабартып тарап ҡуя, аяғында – йомшаҡ туфли. Үҙе был Ырыҫбайҙыҡы түгел ул, ҡайҙандыр ҡала яғындағы райондан, ти. Ҡасандыр ауыл мәктәбенә уҡытырға ебәрелгән, шунан төпләнеп ҡалған.
-Туфлийымды тупһаңа өҫкәрәк алып ултыртайым әле, килен, үпкәләмәҫһең, йәме. Алдан килгән урын өсөн, ти, йә калуш менән тапап бөтөрләр, – тип ишек төбөнән үк хәбәрен теҙеп килеп инде. – Һаулармыһығыҙ!
- Әле шәпбеҙ әле! Үтегеҙ, үт, Файза апай! – Нәфисәнең әсәһе Хәнифә бер ҙә үпкәләмәгән әле ул, йылмайып ҡаршы алды ҡунаҡты.
- Ошо аяҡтан ҡуҙғалып булмай ҙа ҡуя бит. Ғүмер буйы яҙын-көҙөн ҡара һыуыҡта эрзинкә итек кейеп йөрөп әрәм булдым. Ҡуй инде, ҡуй, Хәйерниса, беҙҙең өлөшкә төшкәнде әйтәйем. Ирҙәр фронтта, беҙ мында. Шул еңеүҙе яҡынайтам, тип аяҡһыҙ ултырам мына. Һин нисек, һыҙланмайһыңмы?
- Әллә инде аны. Мынау йәштә һыҙланмай булмай инде. Беҙ эрзинкә итек кеймәнек бит, Файза. Шуғамы, шөкөр, аяҡҡа зарланмайым.
- Шулайҙыр. Мин йөрөнөм бит...
- Һин, Файза, төпъяҡҡа инеп ултыра тор, булмаһа.
- Киленгә булышайым, - тип ҡәрсәһе ҡунаҡты урынлаштырып түрбашҡа боролдо.
Нәфисә иһә ҡунаҡ әбейҙәрен ҡаршы ала торған үҙенең урынына, ишек алдындағы таҡта аласыҡтың янындағы эскәмйәгә йүнәлде. Бына ошонда, ҡәрсәһе ултырып ял итә торған эскәмйәнән тупһа яҡшы күренә. Ана, иң түрҙә Файза инәйҙең ялтыр туфлийы ултыра. Ул берәү генә, башҡаларҙан айырылып тора. Ә ҡалған инәйҙәр бөтәһе бер иш һай ғына үзбәк калуштар кейеп килә. Ингән саҡта һәр береһе “Ошонда ғына ултыртам, һинеке менән буталып ҡуймаһын” тигән булып инеп китәләр. Ике-өс самауыр алмаштырып, ҡәҙимге генә гәп һатышып, әллә шул хәбәрҙәренә, әллә йөҙҙөргәнсе эскән ҡаты сәйҙәренә баштары әйләнеп, килеп сығалар. Бына шул ваҡытта инде Нәфисә ярҙамға килә. Ул ҡайһы инәй калушын ҡайҙа ултыртҡанын иҫендә ҡалдыра ла, һәр береһенә әйтеп, күрһәтеп тора. Маладис та, маладис, һай, отҡор бала, тип әбейҙәр маҡтай-маҡтай сығып китә. Юҡһа, ҡәрсәһе үткән бер ҡунаҡҡа Нәфисәһеҙ генә барғайны, калушын алмаштырып ҡайтҡан. Миңнисаның калушы, тип тәүҙә шунда барҙылар. Унда, һөт еҫе генә сығып торған аласыҡта ултырып сәй эсеп, һөйләшеп ултырҙылар ҙа, ҡайтырға сыҡҡайнылар, калуш Миңниса инәйҙеке булмай сыҡты. Разияныҡы, тип ҡуйҙылар. Киттеләр, Миңниса инәй ҙә эйәрҙе, йәнәһе, уның калушы ла алмашынған, яңылыш шунда түгелме икән? Унда барып инһәләр, шул уҡ буталған аяҡ кейеме юллап Зөлхизә инәй килгән икән. Балан еҫе сыҡҡан аласыҡта ултырып, тағы бер самауыр бушатып, калуштарын табып, алмаштырышып, кис еткәндә саҡ ҡайтып еттеләр. Шулай ул, хәйләкәр әбейҙәр. Калуш алмаштырған булып, иртәгәһе көн дә сәйгә йөрөшәләр.
Сәскәле күлдәктәрен ялпылдатып, камзул таҫмаларын ялтыратып, биҙәкле яулыҡтарын дүртмөйөшләп бәйләп, берәмләп тә, төркөмләп тә әбейҙәр йыйылышып бөттө. Бер талай теүәлләнеп, бер-береһенә төрттөрөп мәрәкәләшеп, берәр тәрилкә һурпа ашап алғас, Нәфисәне кәртә артында атаһына булышып йөрөгән Марат ағаһын саҡырырға йүгерттеләр. Әллә күпме профессорҙар алдында ҡаушамай сығыш яһап ҡыҙыл диплом яҡлаған егет, сәскәле-биҙәкле көләс әбейҙәр алдында уңайһыҙланып ҡына инеп баҫты.
- Шәп, улым, шәп, шунан башҡа һүҙебеҙ юҡ, – был әлеге кеше калышун алыштырып кейеп бутала торған Разия инәй һүҙ башланы. – Ҡәрсәйең менән ата-әсәйеңдең генә шатлығы түгел был, балам, тотош ауылдыҡы. Кемдеке – шуныҡы. Кемдә тәүге ҡыҙыл диплом, һигеҙ йыллыҡ ҡына мәктәпле Ырыҫбайҙа. Инде һөнәрең буйынса эшләп, хөрмәт ҡаҙанырға булһын, иншалла.
- Эйе, шулай, шулай. Беҙҙең балалар ҙа артыңдан эйәрер. Институтта уҡыу булдыра торған эш икән, тиерҙәр, – инәйҙәр бергилке Маратты ебәрмәй, арҡаһынан тупылдатып һөйөп яратып, сығарҙылар.
- Марат улыңды мин уҡытманым инде, Хәйерниса. Йәш килен уҡытыусыға бирҙеләр уларҙың класын. Тырышып уҡыны шул, - Файза инәй үҙенең ғәҙәтенсә мәктәп тураһында һүҙ башланы. Ул шулай ҡайҙа ғына ҡунаҡҡа барһа ла, үҙенең уҡытыусылыҡ иткән саҡтарын, һуғыш йылдарынд эрзинкә итек кейеп ауылдың теге осонан был осона йүгереп йөрөп йәмәғәтселек иткән осорон һөйләп ала торған холҡо бар ине. - Ә мына атаһы, Әхмәҙуллаңды әйтәм, уҡыттым. Берҙә генә лә тырышманы. Бөгөнгөләй хәтерләйем, яҙыуы ла анан-мынан ғына. Үҙе килеп тороп еңмеш, ауыҙын ҡымтый ҙа тора, һаулыҡ һорашыуҙан башҡа йүнле һүҙ белмәй. Дәрескә гел һуңланы ла йөрөнө. Мин һуңлағандары индермәй инем бит дәрескә, хәҙер генә ул...
- Теттең инде! – өндәшмәй генә ултырған Сафура әбейҙең тауышына шып туҡтаны Файза инәй. Уҡытыусы һөнәренә хөрмәт йөҙөнән уны һәр саҡ бүлдермәй генә тыңлайҙар ҙа, артабан дөйөм һүҙгә кире ҡайталар ине. Сафура әбей һымаҡ ҡырҡа ғына былай бүлгәндәре юҡ ине. Хәйер, бығаса элекке уҡытыусы менән мәктәп йыйыштырыусыһының икеһе бер табынға эләккәне лә юҡ ине, шикелле.
- Теттең инде, - Сафура әбей тағы ҡабатланы. – Ул балалар ауылдың теге осонан мәктәпкә килә, аяҡтарында силғау урынына уралған сепрәк тә туҙып бөткән сабата. Һуғыш бара, атайҙар фронтта, тип тормайҙар, белем алабыҙ, уҡыйбыҙ, тип өшөп-туңып килеп етәләр, һин бында дәрескә индермәйһең, торалар бахырҙар мәктәптең яғылмаған коридорында шаҡылдап. Аптырап өйөмә ҡайтарып ебәрәм, ҡыңғырау шылтыратыр алдынан үҙем ҡайтып алырмын, тип. Теттең инде. Нисә йыл эшләнем мәктәптә йыйыштырыусы булып, һинең һымаҡ уҡытыусыны күрмәнем. Күпме баланы мәктәптән биҙҙерҙең. Улар һинең һымаҡ эрзинкә итек менән йөрөнөмө ни? Һин йөрөнөң эрзинкә итек кейеп, упалнамуш эйәртеп, кеше башын төрмәлә серетеп. Үҙебеҙҙең ауыл кешеһе әйтмәһә, ситтән килгән кеше ҡайҙан белһен нисә ус бойҙай етмәгәнен сәсеүгә? Келәттә эшләп, һинең ошаҡ менән төрмәлә ятып ҡалған Ниғәмәтулла ағайым инмәйҙер төшөңә, эрзинкә итек кейеп йөрөп аяғым һыҙлай, тимәҫ инең. Сабата ла сабата ғына ине шул беҙҙең аяҡта. Күптән ҡыҙыл дипломлы була ине ауыл. Шул Хәйернисаның Әхмәҙуллаһы кеүек еңмеш балалар ғына мәктәптән кире боролоп ҡайтмай етене бөттө. Әле лә мынамын тигән ир. Колхоздың алдыңғы механизаторы, белмәгән тимер-томоро юҡ. Һаумы тигәндән башҡа йүнле һүҙе юҡ, тип ултырырға әле. Хәйерниса уны яңғыҙы үҫтерҙе, таяныр кешеһе һуғышта ҡалғас. Семәрләп матурлап хәбәр һөйләп өйрәтергә ваҡыты булмағандыр.- Сафура инәй нисек ҡыҙып китһә, шулай кинәт кенә туҡтаны. Табын да шымып ҡалды. Түрбашта йөрөгән Хәнифә килен ҡулына алған сәйле батмусын бер алды, бер кире ҡуйҙы. Ниндәйҙер ым-ишара көтөп, бейеменең яғына ҡарап-ҡарап алды. Хәйерниса әбей иһә күлдәк итәгенең ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ сирыштарын һыпырған ҡулдарынан ҡарашын күтәрә алмай тик ултыра. Файза инәйҙең сағыу кейемдәре ҡапыл төҫһөҙләнеп ҡалғандай булды, хатта ҡабартып тарап ҡуйған аҡ сәстәре лә һыпырылып төшкәндәй итте. Ул табындағы бер уң күршеһенә, бер һулына ҡараны, тамаҡ ҡырып ҡуйҙы, тик берәү ҙә өндәшмәне. Файза инәйҙе хуплап һүҙ ҡатманы. Сафура инәйгә лә, кеше өйөндә ҡунаҡтың йөҙөнән алаһың, тип ризаһыҙлыҡ белдермәне. Табында ултырғандарҙың күптәренең балалары ишек төбөндә сабата менән аяҡтары боҙ иҙәнгә йәбешеп туңып торған, күптәре урам буйлап “упалнамуш” эйәрткән эрзинкә итекле уҡытыусыны күреүгә, беҙгә генә инеп ҡуймаһын, тип ҡурҡып ултырған. Яҡлар кешеләре - фронтта, ә район үҙәге вәкиле менән ауылдың парторгы вазифаһын үтәгән ситтән килгән уҡытыусы берҙән-бер власть булған. Ауылдың хөрмәтле ҡарты, келәт мөдире вазифаһын үтәп, күптәрҙе астан ҡотҡарған сырхау бабай төрмәнән ҡайтмай ҡалған. Тол ҡатындар үҙ балаларының ауыҙынан өҙөп алып, план үтәгән, штраф түләгән...
- Йүг(е)реп йөрөп баҡса сәстем,
Үҫтеләр һуғандарым.
Бергә-бергә татыу ғына
Йәшәйек туғандарым, - табындағы уңайһыҙ тынлыҡты боҙоп, Зөлхизә инәйҙең моңло ғына көйләүе яңғыраны.
Һәй, бар ине шул заманалар...-тип һуҙҙы икенсеһе көрһөнөп.
- Туҙмай ине сабаталар – тип ҡушылды өсөнсөһө. Шым ғына көлөшөп алдылар, шунан тағы берәүһе һөйләп алып китте:
- Бер эштән һуң ғына ҡайттым. Балалар йоҡлай, ойоғомдо мейес башындағы утынға элеп киптерергә ҡуйып йоҡларға яттым. Иртә менән тағы эшкә. Уянһам, мейес башынан миңә бер күҙле, ике мөгөҙлө нәмә ҡарап тора. Ҡотом осто. Ҡулыма иң беренсе йәмкә эләкте, шуның менән елгәрҙем. Теге нәмә даһыр-доһор килеп төштө, ҡараһам, үҙемдең ҡырҡ ямаулы тишек йөн ойоғом булып сыҡты. Ултырып көлә-көлә иланым да, кибеп өлгөрмәгән ойоғомдо кейеп эшкә киттем...
Был табынға йыйылған инәйҙәр булмышы менән зарланып ултырыусылар түгел ине. Һуғыш ауырлыҡтары уларҙың йәшлеге менән бәйле ине, шуға үткәндәрҙе моңһоу һағыш менән иҫкә алдылар ҙа, күңелле хәтирәләргә бирелделәр. Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә иҫтәлектәре менән бүлештеләр, хатта берәүһе шаяртып уң ҡулын күтәрҙе, йәнәһе, миңә лә һүҙ бирегеҙ әле. Файза инәй генә башҡаса һыҙлаған аяҡтары һәм был ауылдың эшкинмәгән уҡыусылары тураһында ауыҙ асып һүҙ әйтмәне...
Ҡунаҡтар таралышып бөткәс, иң аҙаҡтан Сафура инәй ҡуҙғалды.
- Хәйерниса килен, һин үпкәләмә инде, ҡунағыңдың йәмен боҙҙом. Телем – дошманым булды инде ғүмер буйы. Күпме кешен рисуай итеп, хәҙер әҙәм булып ултырыуына енем ҡотора ла китә, - тип уңайһыҙланып ҡына табын хужабикәһенә өндәште.
- Эй, Сафура еңгә. Күптәребеҙҙең ауыҙынан алып әйттең дә һуң. Хоҙай беләлер ҙә үҙе беләлер. Ҡуй, булышма, еңгә, рәнйеш алма. Эс бушатыр кешеһе юҡтыр, күрәһең бит, зарығып та китәлер яңғыҙы. Яҡшымы, яманмы, уҡытты бит. Үҙенән бигерәк һөнәренә хөрмәт бар. Ҡуй, еңгә...
Нәфисә был ҡунаҡта инәйҙәргә калуштарын биреп булышып торманы, ул шкафтан йылы ойоҡ алып, кәртә артында тимер-томор менән булышып йөрөгән атаһына йүгерҙе.
Шау сәскәле биҙәк төшкән күлдәк итәктәрен ялпылдатып урам-урам булып әбейҙәр ҡунаҡтан ҡайта. Сейә төҫөндәге сарафан кейгәне генә яңғыҙы. Ялтыр туфлийы менән шаҡылдата баҫып йөрөгән әбей йылдар үткән һайын сүгә барыр. Бәпембәләй ап-аҡ сәстәрен дә тора- бара яулыҡ аҫтына йәшерер. Хәйерниса инәйҙән һуң ауыл әбейҙәре тағы әллә күпме сәйгә йыйылышыр. Диплом алыу шатлығын да уртаҡлашырҙар, бәпес туйына ла әйтерҙәр, килен-кейәү сәйенә лә саҡырырҙар. Файза инәй ҙә йөрөр, уны ла ҡалдырмаҫтар. Тик береһен дә кире үҙенә сәйгә алмаҫ. Элекке ауыл парторгы һәм уҡытыусыһының, һуғыш йылдарында ауылдағы берҙән-бер “эрзинкә итекле” кешенең, институт тамамлар, килен-кейәүле һәм ейән-ейәнсәрле итер балалары юҡ ине...
Гөлсимә Иштанова-Алламоратова
Эрзинкә итек
Эрзинкә итек
Автор:
Читайте нас: