+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2023, 12:00

Рәссам, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Вера Фролова бөгөн тыуған көнөн билдәләй

 -


Фролова Вера Александровна 1983 йылдың 7 мартында Башҡортостанда тыуған. 2009 йылда Заһир Исмәғилов исемендәге сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2010 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар Союзы ағзаһы. 2002 йылдан Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының региональ бүлегенә ҡараған Көньяҡ Башҡортостан рәссамдар Ассоцияцияһы ағзаһы. Өфө, Белорет, Ишембай, Салауат һәм Силәбе өлкәһенең Аша һ.б.ҡалаларҙа 20-нән артыҡ шәхси күргәҙмәһен уҙғарған. Псковта 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына бағышланған ”Рәсәйҙең йәш тәбиғи һәләттәре” исемле Бөтә Рәсәй конкурсының “Живопись” номинацияһында еңеүсе. Башҡортостан Республикаһының Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт премияһының 2013-2014 йылдарҙағы лауреаты. 2015 йылдан Башҡортостанда заманса ижад итеүсе йәштәр араһында һынлы сәнғәт буйынса лидерҙар рәтендә. Вера Фролова йәше буйынса йәш булһа ла, ижадының эске тәрәнлеге һәм һөнәри сифаттары буйынса күптән инде өлгөрөп еткән, үҫешкән шәхес. Рәссамдың гражданлыҡ позицияһы аныҡ, ул – рус рәссамдар мәктәбе йолаларын дауам итеүсе реалист булараҡ танылыу тапҡан. Белгестәр таыуынса, авторҙың ижадына яҡташыбыҙ М.В.Нестеровтың йоғонтоһо һиҙелә. Бөйөк рәссамдың йүнәлешен дауам итеп, Вера Фролова үҙенең картиналарында тормоштоң әхлаҡи ҡиммәттәрен һүрәтләүгә өҫтөнлөк бирә, геройҙарының рухи халәттәрен асыуға өлгәшә. Нескә тәьҫирләнеүсәнлек һәм һиҙгерлек һәләтенә эйә рәссам булараҡ, ул ябай ғына ваҡиға, күренештәрҙә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә тоя, шуларҙы ҡылҡәләм аша башҡалар күрерлек итеп бирә белә. Уның портреттарында, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙың төп булмышы – әсәлек, быуындар бәйләнеше, башҡорт халҡының тарихи боронғолоғо һәм милли йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәренең матур үҙенсәлеген асыусы темалар ярылып ята. Үҙенең сағыу хис-тойғолары аша ҡабул иткән донъяның матурлығын, матдилығын төрлөлөккә бай, ҡеүәтле, ҡуйы төҫтәр менән сағылдыра ул. Йәш автор, үҙенең һөнәри оҫталығын ышаныслы файҙаланып, күп фигуралы композицияларҙы ла, портреттарҙы ла, натюрморттарҙы ла берҙәй ҡыйыу яҙа.Тормоштоң күп яҡлылығын аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм шуларҙы һүрәтләү– уның һөнәри булмышы. Вера Фролованың ижады күп милләтле Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, юғарыраҡ кимәлдәрҙә толерантлылыҡҡа, милләт-ара татыулыҡҡа, халыҡ-ара мәҙәни аралашыуға сағыу миҫал. Уның әҫәрҙәре Өфөлә М.В.Нестеров һәм Чечен Республикаһының А.Ҡадыров исемендәге музейҙарында, Белорет, Ишембай һәм Салауат ҡалаларының картиналар галереяларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
2017 йылдың 21 октябренән 9 ноябргә тиклем Мәскәүҙең Милләттәр йортонда Вера Фролованың шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда авторҙың Башҡортостан тәбиғәтен һәм мәҙәниәтен сағылдырған 30 эше ҡуйылғайны. Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең дәүләт хакимиәте органдары һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Ғәфүров Азат Марат улы күргәҙмәне тантаналы асыу өлөшөндә яҡташыбыҙ Вера Фролованың ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы бик йылы тәбрикләп, авторҙы артабан да Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Рәсәйҙең башҡалаһында киң танылған башҡорт милли мәҙәни үҙәге “Аҡ тирмә”нең сығышы был сарала ҡатнашыусыларға Башҡортостан мөхитен сағыу күҙалларға мөмкинлек бирҙе.
Сараның һуңында унда ҡатнашыусылар менән иҫтәлеккә фотоға төшкән арала был мөләйем, алсаҡ, нәзәкәтле ханым менән бераҙ аралашырға өлгөрҙөк:
-Картиналарығыҙ араһында башҡорт тарихы, башҡорт мәҙәниәте менән бәйлеләре күберәк икәне күҙгә ташлана. Нилектән? Милләтегеҙ буйынса һеҙ башҡорт түгелһегеҙ.Телде беләһегеҙме?
-Был һорау бераҙ сәйерерәк. Мин бит Башҡортостанда, Ишембай ҡалаһында тыуып-үҫкәнмен. Йөҙөмә ҡарап башҡорт түгеллегем күренеп торһа ла, Башҡортостан – минең Тыуған илем. Шәжәрәм тамырҙарын тәрәнерәк байҡаһаң, унда ниндәй генә милләттәр ҡатышмаған! Эштәремдә милләтем кем булыуының әһәмиәте ҙур түгел, хатта юҡ кимәлдә. Үҙ ғүмеремдә аралашырға тура килгән һәр бер башҡорт милләтле кешеһе миндә ыңғай тәьҫир ҡалдырған. Бәләкәйҙән, балалар баҡсаһынан уҡ, һуңынан мәктәптә уҡығанда, башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам ҡаныма һеңдерелгән. Уҡытыусыларҙан да уңдым.
Рәссамдар союзы республиканың иң алыҫ райондарына даими рәүештә ойошторған сәфәрҙәрҙә күп ҡатнаштым. Барған бер ерҙә шул яҡтар менән бәйле риүәйәттәр менән танышыу миңә ныҡ тәьҫир итә ине... Оло йәштәге башҡорт инәйҙәренең беҙҙе ихлас ҡаршылап, үҙҙәрендә һаҡланған әсәй-оләсәйҙәренең милли кейемдәрен күрһәтеүҙәре һоҡланғыс күренеш булып иҫемдә һаҡлана. Улар минең ниндәй милләттән икәнлегемә бер ниндәй ҙә әһәмиәт бирмәйенсә, хатта телде белмәгән осраҡта ла, эскерһеҙ ҡунаҡсыллыҡ күрһәтәләр ине....Уларҙың кейемендәге тәңкәләрҙең сыңлауы,аҫалы балаҫтарындағы ҡусҡар биҙәктәренең төҫтәре эсендә йәне булған берәйһен битараф ҡалдыра микән? Башҡорт ҡатындары төҫтәрҙе лә, биҙәктәрҙе лә тәбиғәттең үҙенән, нисек бар-шулай үҙләштергән. Уларҙың көнкүреш сәнғәтенә мин рәссамдарса һоҡланам! Ошондай сәфәрҙәрҙән һуң яҙылған картиналарымдың ҡайһы берҙәре М.В.Нестеров музейына эләкте. Өфөлә ике йыл уҙғарылған милли кейемдәр парады – минең өсөн иң сағыу байрамдарҙың береһе. Ул байрам, һыу өҫтөнән тәрәнгә һурып алып инеп китеүсе өйрөлтмәк шикелле, үҙенә тарта! Башҡорт милли кейемдәре, ғөмүмән минең яратҡан темам.Әлбиттә, ул минән ҙур яуаплылыҡ талап итә, сөнки бәләкәй генә яңылышлыҡ, кәмселек ебәрһәм дә,тотош халыҡты рәнйетер, кәмһетермен кеүек! Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған картиналарымды яҙыр алдынан, башҡорт милли кейемдәре тарихын ныҡлап өйрәндем.Телде белмәһәм дә, төпкө аңым, күңелем менән башҡорт халҡын яҡшы ҡабул итәм, тоям.
- Башҡорт классиктарының ҡайһылары һеҙгә айырыуса яҡын?
- Ә.Ф.Лотфуллин. Рәссамдар союзы менән берлектә беҙ ул йәшәгән һәм ижад иткән урындарҙа булдыҡ. Ошо сәфәрҙән илһамланып, мин “Аҡ еп” тигән эшемде яҙҙым. Был картиналағы инәй Әхмәт Лотфуллиндың киң билдәле әҫәрендәге өс ҡатындың уртансыһың ҡыҙы.
- Әҫәрҙәрегеҙҙә руханиҙар темаһы ла йыш осрай...
- Эйе, һәр рәссамдың картиналары уның тормошоноң төрлө этаптары менән бәйле булалыр. Ябай мәктәптән тыш, кистәрен храм эргәһендәге православие мәктәбен дә тамамланым. Хорҙа йырланым. Иконалар яҙыу сәнғәтен өйрәндем. Спектаклдәргә декорациялар яҙҙым. Шул усаҡтарҙа православие диненә ярашлы иконалар,тәреләр күтәреп йөрөү сараларында ҡатнаша инем.Был шөғөлөм минең күп кешеләрҙән торған картиналар яҙырға яратыуыма сәбәпсе булды. Ижадымдың бөтә осоронда ла рухиәт темаһын, кешенең нескә күңел донъяһын һүрәтләргә ынтылам. Картиналарымдың геройҙары ниндәй милләттән, ниндәй диндән булыуы түгел, ә рухи көс һәм саф аҡыл эйәһе булыуы мөһим. Шуға күрә бер үк ваҡытта православие һәм ислам динендәге руханиҙарҙың портреттарын яҙа алам. Ғөмүмән, портрет жанры миңә яҡын һәм ылыҡтырғыс өлкә. Бигерәк тә оло йәштәгеләрҙең портретын яҙғанда, биттәрендәге һырҙарын уларҙың ғүмер юлының биҙәктәре итеп тоям һәм шулар аша кешенең күңел донъяһындағы асылмаған серҙәргә юлығам...
-Күп картиналарығыҙҙа Башҡортостан тәбиғәте күренештәрен яҙаһығыҙ.
- Эйе. Тыуған яҡ ҡояшы һәм тәбиғәтенең гүзәллеге минең ижадымдың һүнмәҫ сығанағы. Башҡортостан тыуып. Шунда йәшәүем менән бәхетлемен.
- Ни өсөн ижадығыҙҙа һуғыш темаһына килдегеҙ? Һәм һеҙ уны бөгөнгө заман күҙлегенән, үҙенсәлекле яҡтыртаһығыҙ. Яу күренешен түгел, һуғышта булғандар менән уны тарихтан ғына белеп үҫкән хәҙерге быуын вәкилдәренең бәйләнешен оҫта һүрәтләйһегеҙ. Мәҫәлән, ”Үлемһеҙ полк” триптихындағы парадта ҡатнашыусылар күтәреп килгән портреттарҙа һеҙ бик күп конкрет геройҙарҙы мәңгеләштергәнһегеҙ. Ә “Байрам шиғыры” исемле картинағыҙҙың геройы ысынбарлыҡтағы кешеме? Кем ул?
-Һәр ҡатын-ҡыҙҙа балаһын хәүеф-хәтәрҙән ҡурсылау, донъяның имен булыуын теләү уның әсәлеккә ынтылыу менән бергә бирелгән иң тәүге тәбиғи һәләтелер. Был темаға тотоноуҙың нигеҙендә шул ниәт ята. Ә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Асхан Караевич Бабичевтың портретын яҙырға тотонғас, хәл-ваҡиғалар ошолай булды: эш ваҡытында оҫтаханала ейәнсәре уның тирәләй шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап йүгергеләп, уйнап йөрөгөлә ине. Шул саҡ башыма уй килде: “Күптән булған, үҙебеҙ күрмәгән һуғышты һүрәтләп булмай, ветерандың портретын рәсми репортаж рәүешле яҙыу ҙа яңылыҡ түгел. Яугирға ҡарата күңелдә булған рәхмәтебеҙҙе баланың олатаһына булған мөнәсәбәте аша еткереп буласаҡ!” Ошо картиналарым аша, әлбиттә, замандаштарымды тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, барыбыҙға уртаҡ булған Тыуған илебеҙҙе берҙәй яратырға, ҡурсаларға, үҙ-ара татыу йәшәргә саҡырам...


Рәшиҙә Ғиззәтуллина

Рәссам, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Вера Фролова бөгөн тыуған көнөн билдәләй
Рәссам, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Вера Фролова бөгөн тыуған көнөн билдәләй
Автор:
Читайте нас: