+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2023, 15:00

Кем һатлыҡ?

Йәшерен-батырыны юҡ, беҙҙең халыҡ башҡорт йырсыларын эшкә һынамай. Башҡорттоң концерты йәмһеҙ, күңелһеҙ була тип тә ебәрә. Шуға ғаиләһен тейәп, һәр береһенә меңәр һум аҡса түләп билет алып, ҡалаға йә район үҙәгенә татар йырсыларының концертын ҡарарға китә.

 

Зилә Лира:

"Гастролдәр үҙен аҡлаһын тиһәң халыҡты үҙеңә эйәләштереп алыу талап ителә. Бының өсөн туҡтауһыҙ йөрөп торорға кәрәк. Был йәһәттән мин үҙебеҙҙең йырсылар араһынан Иҙел Нурғалинды өлгө итеп ҡуя алам. Ул баштараҡ ярым-ярты залдарҙа йөрөһә лә, эшен ташлап ҡуйманы, халыҡты үҙенә ҡаратып алды. Башҡорт эстрадаһында тағы ла кемдәр тулы залдар йыя ала икән – әйтә ла алмайым. Беҙҙең залдар ҙа әлегә тулы түгел, шулай ҙа яратып килеүселәр бар. Әммә күптәр билет хаҡы ҡиммәт тип килмәй. Уйлап ҡына ҡарағыҙ әле, улым менән икәүләп сығыш яһайбыҙ. Матур программа төҙөлгән. Билет хаҡы – өс йөҙ һум ғына тора. Ә беҙ теләгән хаҡты ҡуйһаҡ, килмәйәсәктәр. Уныһы көн кеүек асыҡ. Шул өс йөҙ һумды ла ҡиммәт тиҙәр. Бер ярты араҡынан да осһоҙораҡ хаҡ бит, асыуым да килмәгәйе. Ауылға уҡ килеп концерт ҡуябыҙ бит әле. Өс йөҙ һум түләп ун биш кеше килһә, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ инде, һис юғы юл сығымдарын, ҡунаҡхана хаҡын аҡлаймы икән ул концерттан алынған аҡса?! Ә бит артистың аҡсаһы ул концертҡа килеп еткәнсе сыға башлай. Афишаһы, билеты, рекламаһы кәрәк. Бензин һалмаһаң машинаһы ла йөрөмәй. Йәшерен-батырыны юҡ, беҙҙең халыҡ башҡорт йырсыларын эшкә һынамай. Башҡорттоң концерты йәмһеҙ, күңелһеҙ була тип тә ебәрә. Шуға ғаиләһен тейәп, һәр береһенә меңәр һум аҡса түләп билет алып, ҡалаға йә район үҙәгенә татар йырсыларының концертын ҡарарға китә. Татарстан артистары иң төпкөл башҡорт райондарына яңы барып етте бит. Беҙҙекеләр уларға мөкиббән хәҙер. Мин өс йөҙ һум аҡсаға (ә улар шуны ла ҡиммәт ти) ниндәй шоу эшләй алайым һуң?! Эйе, һис юғы алты йөҙ һум түләп килһәләр ҙә тамашам татар артистарыныҡынан артыҡ булһа булыр һис тә кәм булмаҫ ине. Ямғыр тураһында йырлаһам сәхнәлә ямғыр яуыр, ҡар тураһында йырлаһам ҡар яуыр ине. Янымда ансамблем дә баҫып торор, сөнки уларға түләрлек аҡсам булыр, кейгән кейемдәрем дә береһенен-береһе затлыраҡ, зауыҡлыраҡ булыр ине. Бер татар йырсыһының да төшөнә лә инеп сыҡмаған үҙенсәлекле программа әҙерләр инем. Шулай түгелме ни?

 Концерт менән килергә уйыбыҙ бар тип мөрәжәғәт иткәс, хатта үҙ районымдан, Бөрйән район мәҙәниәт йорто директорынан, билетығыҙ ҡиммәт, 250-гә төшөрөгөҙ, тигән яҙыуҙы администратор ебәргәс, ғәрлегемдән ни эшләргә белмәнем. Һаҡлап тотам шул яҙыуҙы ватсапта. Тағы ҡабатлап әйтәм инде, ә бит ситтән килгән артистар, өсөшәр концерт ҡуйып райондың ярты миллион аҡсаһын сит республикаға алып ҡайтып китә... Бик татарса тыңлағығыҙ килгәс, күсәйем һуң мин дә, тип әйтәһе килә. Ул саҡта минән һатлыҡ яһаясаҡтар. Ә бит төпкә төшөп уйлаһаң, кем һатлыҡ?" 

("Тамаша" журналының 1-се һанында донъя күргнә әңгәмәнән өҙөк).

Кем һатлыҡ?
Кем һатлыҡ?
Автор:
Читайте нас: