+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2023, 10:19

Тәнзилә Үлмәҫбаева:

Яҙмыштыр был

Тәнзилә Үлмәҫбаева:
Тәнзилә Үлмәҫбаева:

Һеҙҙең менән аралашҡанда яратҡан дикторыбыҙ Әхәт ағай Мортазин хаҡында телгә алмау мөмкин түгел. Әхәт ағай һеҙҙең кеүек шундай етди, талапсан ҡыҙҙың күңелен нисек, ниндәй сифаты менән арбай алды?

  Ихласлығы, тәрән күңелле булыуы менән, әлбиттә. Кешене арбай  белә ине ул... Һылыулығы менән дә ҡыҙҙарҙың һушын ала торғайны.  Баштараҡ мин уны бөтөнләй ҡабул итә алманым. Кеше булараҡ ҡабул итә инем.  Әммә ғүмеремде бәйләйәсәк ир-уҙаман, үҙемдең икенсе яртым сифатында түгел. Мин һайлаясаҡ кешенең тормошҡа етди ҡарашлы, аяғында ныҡлы баҫып торған булыуы шарт ине. Тик тора-бара мин уның ҡайһы саҡта еңел-елпе хәбәр һөйләүенең,  артыҡ шуҡлығының битлек кенә булуын, шул битлек аҫтында уның күңел байлығы, күңел тәрәнлеге йәшеренгәнлеген, ә был һыҙаты –  актер  булараҡ тормошҡа ашырылмаған һәләтен сағылдырыу ихтыяжы ғына икәнлеген  аңланым. Шөкөр, бер-беребеҙҙе тулыландырып, аңлашып йәшәнек.  Бер-беребеҙгә насип йәрҙәр инек. Шулай булмаһа, 30 йыл бер коллективта эшләп, бер йортта йәшәй алмаҫ та инек. Әгәр ҙә ике кеше шул сама ғүмерҙе бергә үткәреп, балалар үҫереп, татыу ғүмер итә алған икән, яҙмыштыр был. Уның менән үткән бәхетле тормошом, матур балаларым, ейәндәрем өсөн Әхәткә рәхмәтле мин.

Аңлауымса, Әхәт ағай киткәндән һуң да уның тыуған көнөн билдәләйһегеҙ?

Эйе, Әхәт, ғөмүмән, үҙенең тыуған көнөн яратты. Беҙ кистән уның менән аш-һыу бүлмәһендә тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләйбеҙ ҙә, Әхәт иртәгеһен төш мәлендә коллегаларын ихласлап һыйлай ине. Үҙе лә аш-һыуға оҫта булды. Шуға ла был көн беҙҙең ғаилә өсөн мөһим дә, ҡәҙерле лә.  Ул яратҡан ризыҡтарҙы әҙерләп, ҡоймаҡ ҡойоп, балалар менән йыйылып сәйҙәр эсеп, атайҙарын иҫкә алабыҙ.

Ә үҙегеҙҙең тыуған көндө билдәләйһегеҙме?

Ауыр һорау был... Ни өсөн икәнен аңланығыҙмы икән?..  Әхәт ағайығыҙ киткәне бирле тыуған көнөм юҡ минең. Бына быйыл, миңә алтмыш йәш тулғанда, уның китеүенә биш йыл була. Тыуған көнөмдә китеп барҙы шул... Ул көндө күсерә лә, яҙмышҡа үпкәләй ҙә алмайым хәҙер...   

 

Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА

(Мәҡәләне тулыһынса "Тамаша" журналының 2023 йылдың 1-се һанында уҡый алаһығыҙ)

Автор:
Читайте нас: