-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2023, 21:00

Көтөлмәгән кейәү

Ҡыҙарынып-бүртенгән Ғәйфи, бер ҡабаланып ҡамыр баҫҡан ҡатынына, бер диванда күҙҙәрен йомоп уҡынып ултырған әсәһенә ҡараны. Күрмәмешкә һалышалар, һөйләшмәйҙәр, ә?!  - Юҡ, аңламайым, мин ул балаға атай түгелме ни?  Йорт хужаһы ҡатынының эргәһенә ултырғысты таһырлатып алып килеп ултырҙы ла, түҙмәй, тағы һүҙ ҡушты.  Ҡәнәғәтһеҙлеген һәм борсолоуын йөҙөнә сығармаҫҡа тырышҡан Хәтирә, шулай ҙа, йәне көйөп:  - Уф, Ғәйфи, әллә нимә һөйләйһең! Һин булмай, кем тағы? - тип яуапланы.  - Һуң, шулай булғас! Нишләп бөтөнләй кешегә һанамай ул мине?!  - Кейәүгә сығыу - кешегә һанамау түгел инде, һин бигерәк…  Ғәйфи ырғып тороп, һөйләнә-һөйләнә бүлмә буйлап йөрөй башланы.  - Бер ай элек барҙым бит әле мин уға! Тейәнеп! Әлләсе, бер ир затын да күрмәнемсе… Нисек инде, шул арала кемделер тапҡан да, кейәүгә лә сығып киткән? Бер нәмә аңламайым!  Ҡырылмаһа-ҡырҡ һорауына яуап алырға теләгәндәй, ҡатынына текләп торҙо ярһыған ир. Тегенеһе өндәшмәй-нитмәй, һаман тырышып һалма йәйеүен белә. Әйтерһең дә, ул ғына был өйҙә ҡайғыра, аптырана, ә ҡалғандарға уның йән һыҙлауҙары бер ни түгел! Үҙ эштәре менән булыуын беләләр!  - Юҡ, утыҙ йәшкә етеп, ҡасып-боҫоп тигәндәй, кейәүгә сығып ятсы әле! - тип дауам итте ул. - Ҡарале, нимә тип яҙа ялбырбаш, уҡып ҡара! "Кейәүгә сыҡтым. Иртәгә кис танышырға алып ҡайтам". Ул нимә тигән һүҙ ул, ә? 

  - Йөҙ тапҡыр уҡыныҡ бит инде… Бөгөн ҡайтып төшөрҙәр, Алла бирһә, барыһын да аңлатырҙар. 

- Телефонын да һүндереп ҡуйған бит әле ул. Ярай, ҡайтһын ғына, бөтөнләй һөйләшмәйем мин уның менән! Эт белһен инде хәҙер, кем балаһы ул кейәү тигән нәмә? Нимә менән шөғөлләнә? Бәлки берәй криминалдыр, йәки альфонстыр? Йәшереп сыҡҡас тиккә түгелдер! 

- Әстәғәфирулла! - Асия әбей ҙә улының һүҙҙәренән шомлана төштө. 

- Ыста тиһәң дә, тимәһәң дә, әсәй, телевизорҙан, ана, вис һөйләп, күрһәтеп торалар. Ҡыҙ баланы алдап, булған мөлкәтен үҙҙәренә яҙҙыралар ҙа фьюит! юҡ та булалар. 

Ҡатынының уҡлауҙы "шаҡ" итеп ташлап ебәргәненә терт итеп ҡалды ла Ғәйфи, бер ни булмағандай һөйләнеүен дауам итте. 

- Нисек шулай факт алдына ҡуйырға мөмкин? Иртәгә кейәү алып ҡайтам, бына һиңә биш тәңкә! Бәлки беҙ әҙер тугелдер? Бәлки өйҙә ашарға юҡтыр? 

- Юҡты һөйләмә әле! Барыһын да өлгөртәбеҙ… 

- Өлгөртәһең өлгөртмәйҙә! Баянан бирле шул ҡамырыңды тызыйһың да тызыйһың! 

- Уф, башымды ҡайнатып сығарҙың кисәнән бирле! Бар әле, малды ҡараштырып ин! 

Йәне көйгән хужабикә ирен сығарып ебәрергә ашыҡты. Ярҙам итер урынына, әрләшеп, ҡамасаулап ҡына йөрөй аш-һыу тирәһендә! Кисә кисен ҡыҙынан шундай хәбәр килеп төшөүгә Хәтирә үҙе лә ултыра төштө инде былай, ҡәйнәһе бөтөнләй илап ебәрҙе… 

Шулай ҙа, үҙеңде ҡулға алырға, кейәүҙе кешесә ҡаршыларға кәрәк бит! Әйтмәгән тип, буҙлап ултырырғамы ни хәҙер… 

- Ана шулай инде, Ғәйфи һеҙгә һыйыр артынан йүгерер өсөн генә кәрәк! Ә туйға тигәндә инде, тәк, әйтмәһәң дә була! 

Тамам үпкәләгән ир, һөйләнә-һөйләнә еңелсә көртөйөн кейеп, ишек яғына ыңғайланы. 

- Һуң, булмаған бит туй… 

Ҡатынының тынысландырырға тырышып әйткән һүҙҙәре ут өҫтөнә май һипкән кеүек кенә булды. 

- Уат именны! Булмаған шул! - Ғәйфи кире боролоп, ҡулын болғай-болғай теҙеп алып китте. - Ә мин нимә, бер бөртөк ҡыҙымды кейәүгә биреп, ауылды дер һелкетеп, бер гөрләтеп алырға дастуйын түгелме ни?! 

- Ай Аллам! Гөрләтһәң әллә ҡасан гөрләтер инең! - быныһын түҙемлеге бөткән Асия әбей өндәште. - Ауылдың бөтә егеттәрен биҙҙереп бөттөң бит инде! Бының балаһына бирмәйем, быныҡын яҡынлатмайым тип, эреләнгән булып… 

- Эй, әсәй, һин дә… Әйттең инде… 

- Һа! Дөрөҫө шул булғас! Һинең холҡоң арҡаһында ултырҙы ла инде ул бала утыҙға тиклем. Ярай әле, Өфөгә эшкә сығып китергә башы эшләне. Ана, кейәүе лә табылды, иншалла. 

- Ярай, Өфөнөң бер бешмәгән әшкәригын һөйрәп ҡайтһа, белерһегеҙ әле… 

Өй хужаһы бөтөнләй үсегеп, ишекте шарт ябып, ниһайәт, сығып китте. 

Ике ҡатын бер береһенә ҡарап, иркен һулап ҡуйғандай иттеләр. 

- Уф, ошоноң дыуамаллығы… - Хәтирә асыуһыҙ ғына йылмайып ҡуйҙы. 

- Әйтмә, килен… 

Ғәйфиҙең ҡыҙыулығына өйрәнеп бөткәндәр инде күптән. Дөрләп янып китеп, әйтерен әйтеп бөтә лә, үҙе тиҙ генә тыныслана, бер асыу һаҡлап, кенә ҡыуып йөрөмәй. Шулай ҙа, өйләнешеп йәшәй башлағанда бер береһен еңә алмай, йыш ҡына талашып китә торғайнылар инде ҡатыны менән… Ваҡыт үтеү менән Хәтирә уға артыҡ өндәшмәй, ҡанын ҡайнатмай ғына бәхәстәрҙе ябырға өйрәнде. Ҡәйнәһе лә, иғтибар итмә, ҡайтымһаҡ ул тип, һәр ваҡыт тынысландырып, аҡыллы кәңәштәрен бирә килде. 

Асия әбей, доғаларын уҡып бөтөп, тәсбихен ҡәҙерләп сөйгә элеп ҡуйҙы ла, нисәнсе тапҡыр инде һандығын асып, ейәнсәренә тип күптән әҙерләгән бирнәһен барлай башланы. 

- Ҡарале, теге төш тәки дөрөҫкә сыҡты бит, - тине ҡапыл Хәтирә. 

- Ә? 

- Һуң, ике аҙна элек, иҫләйһеңме, төшөмдө һөйләгәйнем? Бер ҡара айғыр ҡойма аша ҡарап тора, тип. 

- Ә-ә… эйе шул… Ай-һай, ике айғыр бер өйгә һыйыша алырмы икән, - тип оло ҡатын кеткелдәп көлөп ебәрҙе. 

Төштән һуң инде йорт ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнай ине. Кемдер тауыҡ йолҡа, кемдер сәк-сәк бешерә, ә ҡайһы берәүҙәр өйҙө йыйыштыра… Ауыл тормошо шулай - хәбәр тиҙ тарала. Был юлы ла, Хәтирәнең өлгөрә алмайым тип, тулҡынланып китеп, еңгәһе менән апһынына шылтыратып өндәшеүе булды, күршеләре, тыуған-тыумасалары ла яйлап килә башланы. Ҡала кейәүе тураһында белгеләре килеп, хужабикәне һорауҙар менән йөҙәтеп бөттөләр. 

Кискә ҡарай, егермеләп кеше йыйылып, ҙур өҫтәлдәрҙе берләштереп, күркәм итеп табын ҡороп, йәштәрҙе көтә башланылар. 

- Кит инде, етем ҡыҙҙың туйындай иттегеҙ,- тип көлдө Асия әбей. 

- Уй, нишләп улай тиһең ҡәйнәм, - тип аптырап ҡуйҙы былай ҙа тулҡынланған Хәтирә. 

- Элек шулай тиҙәр ине беҙҙә. Табын ғына тиһәң, бигерәк оло, туй тиһәң - барып етеңкерәмәй… 

Шулай көлөшә-көлөшә әҙерләнеп йөрөгәндә, кемдер: "Килделәр, шикелле! "- тиүенә, ҡаршы алырға тип, Асия әбейҙән башҡаһы, дәррәү тышҡа ағылды. 

Бөтәһе лә кейәү егетен тиҙерәк күреп, баһа бирергә теләне. 

- Һоо, Ғәйфиҙең кейәүе ни, ҡара айғырҙа ғына килеп төштө түгелме? - тине кемдер. 

Ыҡсым ғына машинан төшөп, ҡапҡа алдында торған халыҡтың күплегенә аптыраған Юлиә, иренең ҡулынан етәкләп, ата-әсәһе янына килде. 

- Сәләм! Таныш булығыҙ, кейәүегеҙ - Азат, - тине ул оялып ҡына. 

Ғәйфи ҡапыл юғалып ҡалды. Ниңәлер, ул буласаҡ кейәүен сибек кенә, бәлки күҙлек тә кейгән ҡала малайылыр, тип уйлағайны. Ә уның алдында мөһабәт кәүҙәле, ҡояшҡа янған егет баҫып тора. Ҡаушап торҙо ла, аҫтан өҫкә ҡарап, ҡулын һуҙып: 

- Ошомы? - тип һорап ҡуйҙы. 

- Ошо, - тип йылмайҙы ҡыҙы. 

Ғәйфиҙең холҡон белеп, ни булырын ҡыҙыҡһынып ҡарап торған ауылдаштары көлөп ебәрҙе. 

- Әйҙә, әйҙә рәхим ит, балаҡай, - Хәтирә килеп икеһен дә ҡосаҡлап алды. - Үтегеҙ, яйлап танышайыҡ, һөйләшәйек, - тип өйгә әйҙүкләне. 

Өҫтәл артына ултырып, шау-гөр килеп, табынды асып ебәргәс, һәр береһе һорауҙарын биреп ҡалырға ашыҡты. 

Ҡайҙан? Нуриман районынан икән… Бына һиңә ҡала кейәүе, ҡунаҡтар көлөшөп алды. Ата-әсәһе иҫәнме? Әә, бик һәйбәт… 

Ғәйфи лә өҫтәлдең икенсе осонда ултырып, сысҡанды күҙәткән бесәй кеүек өндәшмәй бергилке ҡарап ултырҙы. Әйләнгән һайын: "Күп эсмә", - тип бөйөрөнә төрткән ҡатынына иғтибар итмәй, рюмкаларҙы бер-бер артлы бушатып, ярайһы уҡ ҡыҙмаса булып алды. Тамам ҡыйыуланып киткән йорт хужаһы: "Яҡыныраҡ танышырға тура килер, пажалый," - тип, ултырғысын алып, йәштәрҙең эргәһенә килеп ултырҙы. 

- Шунан, эштәр нисек… кейәү? - тамаҡ ҡырып хәбәр башланы ул. 

- Эшләйһе эштәр эшләнеп бөтөлгән инде ул… ээ… ҡайным, - тип шуҡ йылмайҙы Азат. 

Үәт һин аны, "ҡайным" дан һалдыра бит әле, тип эстән көлөп ҡуйҙы Ғәйфи. Ҡолаҡҡа рәхәт икән дә баһа! Кәйефе күтәрелеп китеп, тағы яҡыныраҡ шылып, ҡасан, нисек танышҡандарын төпсөргә тотондо. 

Юлиә атаһының дыуамал холҡо тураһында һөйләп, күптән киҫәтеп ҡуйғайны инде ирен. Нимә тип әйтһә лә үпкәләмәҫкә, бирешмәҫкә тип һүҙ бирҙеләр бер-береһенә. Хәйер, тәбиғәттән үтә тыныс Азат, һорауҙарға бер ҙә ҡыйынһынмай яуап биреп, өҫтәл аҫтынан ғына һөйгәненең ҡулын ҡыҫып, бәхетле йылмайып ултыра бирҙе. Үҙен шулай тотошо менән ул Ғәйфиҙе лә нисектер тынысландырып, эсендә янған үпкә утын баҫа биреп ҡуйҙы. 

 

Төн уртаһы ауғас ҡына таралышты ҡунаҡтар. Кемдер үҙ аяғы менән, бәғзеләре ҡатынына йәбешеп сығып бөткәс кенә Хәтирәгә ҡыҙы менән аулаҡлап һөйләшергә форсат тыуҙы. 

- Һағындырып ҡына ҡайтырһың инде хәҙер, - тине ул Юлиәне ҡосаҡлап, тыңлауһыҙ сәстәренән һыйпай-һыйпай. 

- Ғәфү ит инде, өндәшмәгәнгә… Әллә нисек ҡапыл ғына килеп сыҡты… Мәсеткә барып никах уҡыттыҡ та, загсына ла инеп ғариза яҙҙыҡ та сыҡтыҡ… - тине ҡыҙы иркәләнеп. - Алдан алып ҡайтып күрһәтһәм, атай тағы һөйләнә башлар, бер нәмәһен уйлап сығарыр тип, ҡурҡтым да ҡуйҙымсы… Берәү менән дә һәйбәтләп аралашырға форсат бирмәй, гел кәмселектәр эҙләй ҙә ултыра бит! Оҡшаттымы ул кейәүен, юҡмы? Минең менән бөтөнләй һөйләшмәй… 

- Әй, бер кәзәһе төкөгәс, әйтмәй инде ул, - Хәтирә көлөп ҡуйҙы. - Ярар, ҡайғырма, холҡон беләһең бит. Итәғәтле егет күренә, бәхеттәр насип итһен… 

- Ҡара әле, әсәй, Азат ниндәй балдаҡтар бүләк итте. Быныһы никахта, быныһы - загста. Матурмы? 

- Матур. 

- Минең фамилиям да икенсе бит хәҙер! Паспортымды күрһәтәйемме? - ҡыҙы нәҡ бәләкәй сағында, яңы тәтәйе менән маҡтанған һымаҡ әйтеп ҡуйҙы. 

- Күрһәт, - тип йәштәре аша йылмайҙы Хәтирә. 

Шулай ҡосаҡлашып, бер-береһенең күңел йылыһына төрөнөп, әсә менән ҡыҙ оҙаҡ ҡына ултырҙы серләшеп. 

Март ҡояшының нурҙары сикәләрен ҡыҙҙыра башлағас ҡына уянып китте Юлиә. Их, өйҙә рәхәт, хатта һауаһы ла икенсе! Әйләнеп һөйгәнен ҡосаҡлайым тип үрелде лә, урынында тапмағас, тороп ултырҙы. Аш-һыу бүлмәһенә үтеп, ҡоймаҡ ҡойоп торған әсәһенән башҡа берәү ҙә булмауын күреп, аптырап китте. 

Хәтирә ҡыҙына әйләнеп: 

- Нимә, һөйгәнеңде юғалттыңмы ни? Балыҡҡа сығып киттеләр, - тип йылмайҙы. Ҡыҙының аптырап, күҙҙәрен әйләндергәнен күреп, көлөп ебәрҙе. - Үҙемдең дә иҫем китте. Атаңды бахмурҙан башын да күтәрә алмай ятыр тип уйлағайным. Таң һарыһы менән тороп йыйынды ла, кейәүҙе уятып алып сығып та китте. 

- Бына һиңә мә… 

Төш ауғас ҡына, ыбыр-сыбыр балығын һөйрәп ҡайтып инде ике ир. Хәтирә нимәлер әйтмәксе ине лә, хәләл ефетенең ҡәнәғәт йөҙөн күреп, ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы. 

Иртәгеһенә: "Мунсаға утын бөтөп бара," - тип, урманға алып сығып китте йорт хужаһы. 

Ҡыҙы менән һаман һөйләшмәһә лә, Ғәйфи әллә ҡыҙыҡ күреп, әллә һынамаҡ булып, кейәүен унда-бында эйәртеп йөрөнө лә йөрөнө… 

Күп балалы ғаиләлә үҫкән, ауыл эштәренә күнегеп бөткән Азатҡа яңы кешеләр, ят тәбиғәт мөйөштәре менән танышып, ҡайныһына эйәреп йөрөү бер ҡыйынлыҡ тыуҙырмай ине. 

- Нишләп шул хәтле әрһеҙләйһең кешене? Йонсотоп бөттөң инде кейәү балаҡайҙы! - тине ахырҙа Хәтирә. 

- Һаа, ниндәй балаҡай булһын ул һиңә! Кәләш алырға эшкингән уҫтаптай ир бит ул, - тип көлөп кенә ҡуйҙы ҡайны кеше. 

Өс көн эсендә тотолмаған балыҡ, ҡағылмаған ҡаҙаҡ ҡалманы. Юлиә ирен кискә ҡарай ғына күрә ине. 

- Ғүмер буйы малай таптырып аптырата ине, әйҙә күңеле булһын, - тип ҡуйҙы Асия әбей, тегеләрҙең “мәш” килгәнен тәҙрәнән күҙәтеп. 

- Эй, ҡәйнәм, әллә нисәүһен бүләк итер инем дә, һаулыҡ ҡушмағас ни… Ҡыҙымды ла үлмәйем дә ҡалмайым тип, саҡ табып алдым инде… 

 

Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ серләшеп-сөкөрҙәшеп, ә ирҙәр ҡайҙалыр сабып йөрөп, әҙ генә ял көндәре елдереп үтеп тә китте. Йәштәрҙе оҙатырға ваҡыт етте. Ҡапҡа тышына сыҡҡас, Ғәйфи кейәүенә тейәнергә ярҙам итеп, тегеләрҙең илап бөткәнен бер килке көтөп торҙо. 

- Йә инде, армияға оҙатаһығыҙмы әллә, - тине ул түҙеме бөтөп. - Кил әле бында, ҡыҙым, - тип Юлиәне ҡосаҡлап алды. 

Арҡаһынан һөйөп, күҙҙәренә ҡараны ла: 

- Ярай әле, арыу кешегә юлыҡҡанһың, ялбырбаш, - тип сәстәрен туҙҙырҙы. 

 

Март айының булыр-булмаҫ ҡарын, туңған күләүектәрен шытырлатып ҡуҙғалып киткән машинаны күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды моңайып ҡалған ата-әсә. 

- Шунан, нисек һиңә беҙҙең кейәү? - Хәтирә иренең ҡабырғаһына төрттө. 

- Аһ, өс көн эсендә кешене белеп буламы ни?! Бына отпускыға ҡайтһындар, әйтәйек, бесән эшләргә… Үәт шунан һуң инде баһа бирергә була. 

- Әй, ошоны, - тип ҡулын һелтәне лә ҡатыны өйгә инергә ашыҡты. 

 

Ғәйфи, эскәмйәгә килеп ултырҙы ла, яйлап сигәритен көйрәтеп ебәрҙе. Бына һиңә "ялбырбаш"! Тәүәккәл ҡыҙыҡай булып сыҡты әле ул, тип башын сайҡап ҡуйҙы. Башҡа балалары булмаҫын аңлағас, Ғәйфи берҙән-бер ҡыҙын күҙ ҡараһылай һаҡлап, ҡурсып үҫтерҙе. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, йөрәгенең бер осонда һәр ваҡыт ҡурҡыу һәм борсолоу йәшәй ине… Мәктәпте бөткәс тә алыҫҡа ебәрергә ризалашмай, күрше ҡаласыҡтағы медучилищигә уҡырға индерҙе. Ҡайтып йөрөһә лә, үҙҙәре барһа ла яп-яҡын. Эшләп йөрөгән поликлиникаһынан китеп, Өфөгә юлланыуын да ауыр кисергәйне ваҡытында. Борсолоуы тағы көсәйгәндәй булғайны… 

 Ә хәҙер… өрлөктәй һаҡсыһы янында! Әҙерәк тынысланғанда ла була… Хәйер, нисек тынысланаһың, ейәндәрен үҫтерәһе бар бит әле! Уны иҫәптән ташламағыҙ әле, кәрәге тейер!

Йәшел сиҙәмдә уйнаған ейәндәрен күҙ алдына килтереп, йәштәрен һөртөп ҡуйҙы хисләнеп киткән йорт хужаһы. 

 

Бер нисә көн эсендә тормошоноң ағышы, хатта мәғәнәһе үҙгәреп киткәнен бөтә күңеле менән тойған Ғәйфи: 

"Шулай ҙа, ала башмаҡты һуйып, кешесә туй үткәреп ҡуям әле барыбер", - тип ҡәнәғәт йылмайҙы.

 

ЯҘГӨЛ БАЙРАМҒОЛОВА

"Ейәнсура таңдары"нан. 

Көтөлмәгән кейәү
Көтөлмәгән кейәү
Автор:
Читайте нас: