- Башҡорт халыҡ йыры үҙенә күрә йырсы өсөн иң юғары оҫталыҡ мәктәбе ул. Халыҡ йырын йырлай ала икән, тимәк, ул опера арияларын да, эстрада йырҙарын да башҡара ала. Мин үҙемде халыҡ йырҙарын йырлаусы тип иҫәпләйем, әммә быны, мин шулай һәләтле, йәки мин йырларға өйрәнеүҙең шундай юғары дәрәжәһенә еткәнмен, тигән мәғәнәлә әйтмәйем. Халыҡ йыры - минең ҡанымда. Эйе, мин ҡасандыр халыҡ йырын йырларға өйрәнгәнмен, тик ул минең эске булмышымдан, ҡан хәтеренән дә килә. Бәләкәйҙән ошо көйҙәр тирбәлешендә үҫкәнмен. Һәм үҙемде башҡорт халыҡ йырҙарынан тыш күҙ алдына килтермәйем, шуға ла йырсы булараҡ та уға тоғромон. Сит милләт тамашасыһы уны диапазоны, мөмкинлектәренән сығып баһалаһа, башҡорт тамашасыһында ла ана шул ҡан хәтере бар. Шуға ла бөгөнгө көндә үҙ тамашасым булыуы, концерттарға йөрөүе - йырсы булараҡ миндә ҡәнәғәтләнеү тойғолары уята. Ваҡытында Илһам Шакиров, Хәйҙәр Бегичевтар менән бергә концерттарҙа йырларға тура килгәйне. "Башҡорт халыҡ йырын йырлау өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк", - тип йәшермәй әйтә ине Илһам Шакиров та. Йырсылар ҙа аттестация үтә бит инде, профессор Миләүшә Мортазина ла: "Нисек йырлағанһың, шулай йырла", - ти ине. Композитор йырҙарын да яратам, атайым да ғүмере буйы халыҡ йырҙарын йырлаһа ла, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың "Ниғмәт" арияһын, башҡа йырҙарын, бигерәк тә "Сайҡалалар кәмәләр"ен йырлай торғайны. Атайығыҙ ғына түгел, ағайҙарығыҙ, ҡустығыҙ ҙа халыҡ артистарына торошло моңло йырсы икәнен беләбеҙ. Уларҙың һәр береһе исемләп халыҡҡа таныш, йыры менән генә түгел, лайыҡлы эштәре менән дә... - Атайымдың алты улы ла халыҡ йырын шәп йырлай. Бары мин генә сәхнәгә тартылдым, ағайҙарым, ҡустым иһә йырҙы юлдаш итһәләр ҙә, башҡа һөнәр һайланы һәм һәр кеме үҙ юлында уңыштар ҡаҙанды. Ағайҙарым шаяртып мине "Народный" тип йөрөтә, әммә моң барыбыҙға ла тигеҙ күскән. Бесәнгә китеп барабыҙмы, утынғамы, атайым беҙҙе гел йырлата ине. Буш ваҡытында өйҙә лә берәмләп тә, бергәләп тә йырлата, илтифат һалып тыңлай, төҙәтә. Эстрада йырҙарын йырлаһаҡ, бер генә һүҙе булды: бындай мәғәнәһеҙ йырҙарҙы йырламағыҙ. Улары ла таҡмаҡ кеүек еңелсәрәк, "Әҡлимә" кеүек популяр йырҙар әле! Бөгөнгө эстрада йырсыларының берәйһе "Әҡлимә"не йырлаһа, ҡолаҡҡа май булып яғылыр ине әле. "Буранбай", "Урал" йырҙарын иң киткес итеп башҡарыр ине. Заманында, политпросвет мәктәбендә уҡығанда Ғәзиз Әлмөхәмәтовты күргән. "Ул йырлағанда тәҙрә быялалары, люстралар зыңлап тора ине", - тип гел һөйләне беҙгә. Бөйөк Ватан һуғышынан офицер булып ҡайтып, аҙаҡтан колхоз рәйесе булып эшләне, ваҡыты ла булмағандыр, әммә беҙҙе күҙ уңынан ысҡындырманы. Әсәйем менән 60 йылға яҡын бергә йәшәп, 8 бала үҫтерҙеләр. Улар бер-беребеҙгә ҡарата туғандарса йылы мөнәсәбәт тә тәрбиәләй алдылар. Бөгөн туғандарымдың ҡурсыуын, хәстәрләүен тойоп йәшәүе миңә шул тиклем рәхәт. Атай ҡанға һеңдергән ғәҙәт - осрашыуҙар йырлы-моңло байрамға әүерелеп китә... Халыҡ йырын башҡарыусылар бар ул, тик уны еренә еткереп йырлаусылар һирәк. Бөгөн йәштәр халыҡ йырын замансалаштырып йырлай, быға нисек ҡарайһығыҙ? - Тамашасыға тыңлауы еңел булһын өсөн заманлаштырабыҙ, тигән аҡланыуҙарҙы ҡабул итмәйем. Был дөрөҫ түгел, тигән фекерҙәмен. Халыҡ йырын тик ҡурай йә баянға ғына ҡушылып башҡарырға кәрәк. Шоу эшләүҙең башҡаса ысулдары барҙыр, тик халыҡ йырынан кәмит яһарға кәрәкмәй. Уны тойорға, уның менән йәшәргә, унда һөйләнелгән ваҡиғаны йөрәгең менән ҡабат-ҡабат кисерергә тейешһең. Шул саҡта ғына тамашасы һине ишетәсәк. Шулай ҙа халыҡ йырын йырлаған йәштәр юҡ тимәҫ инем. Ҡандарында булһа, йырларҙар. Кәңәш һорап килеүселәр булһа, үҙем дә өйрәтәм, ҡыйынһынмайым. Үҙем дә өйрәнәм. Юлай ағай Ғәйнетдиновтан әллә күпме халыҡ йыры өйрәндем, рәхмәтлемен уға. Ә халыҡсан йырсылар электән аҙ булды, тәбиғәт үҙе нисектер тигеҙләйҙер, күрәһең... Әйткәндәй, Альберт Хызыр улы ошо көндәрҙә юбилейын да билдәләй. Ир кеше өсөн 60 йәш ғүмерме ни ул: йырсы булараҡ та, башҡорт халҡының лайыҡлы улы булараҡ та баш әйләндерерлек уңыштарға һәм бәхеттәргә алдағы көндәре лә мул булһын, тип теләйбеҙ. http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=4167 Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште. |