+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2023, 17:00

Патаму шта ул аҡ, ҡара түгел!

"Мин тамам" тигән ерендә икебеҙҙең дә күҙҙән субырлап күҙ йәше ағып китә - хисләнеүебеҙ шул тиклем көслө! Был йырҙы, йәғни йырҙың ике юлын ун биш-егерме тапҡыр башҡарып арығас ("заевшая пластинка" ла кәрәкмәй, үҙебеҙ уны уҙҙырабыҙ), "Ҡышҡы романс"ҡа сират етә:- Һин күмееееер алыштарыыыыым,Һин минеееең ағыштаныыыымм....Тамаҡтың хәле бөткәс, ҡабаттан япраҡтарҙы өйәбеҙ ҙә, ҡыштыр өйөмгә сумабыҙ. Шул мәлдә мәктәп баҡсаһы яғынан беҙҙең янға бер ағай, өлкән класс уҡыусыһы, килеп сыҡты:

Миңә 8-9 йәш...
Клубта ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт ҡуйғайны, беҙ, бала-сағаларҙың етеҙерәктәре, танк урынына бөтәһен дә гөрөп, терһәктәребеҙ менән уңлы-һуллы этеп-төртөп, иң алдан инеп урын ала алдыҡ. Беренсе рәттә Гөлшат менән бер креслоға тығылышып ултырҙыҡ. Эргә-тирәләге урындарға башҡа малай-ҡыҙҙар менеп ҡунаҡланы. Мин шунан инәйемдәргә арттараҡ урын барып алдым да, уларҙың ингәнен көтөп, ҡуҡандап ултырҙым. Ниһайәт, иң матур күлдәктәре өҫтөнән плащ, курткаларын кейеп, баштарына шифон шарфтарын, яулыҡтарын ябынып, апайҙар, әбейҙәр инә башланы. Иң беренсе дәү кәүҙәле Мөнирә әбей килеп инде, уның артынса тығыҙ тәнле Венера апай күренде, шунан иң матур инәйем - ул ҡиммәтле трикотин күлдәктә, аҡһыл плащта ине. Инәйемә урынды тапшырғас, кире Гөлшат янына ашыҡтым. Тәмәке төтәткән ыңғайы сәйәсәт тураһында фәлсәфә һатып бөтөп, клуб эсенә, "Беломорканал" еҫтәренә уралып, бәләкәйерәк буйлы, ҡаҡса, интеллигент ҡиәфәтле Тәлғәт бабай, күркәм ауыл ирҙәре Илфат ағай менән атайым инеп ултырғас, башҡаларға ҡарап та торманым.
Концертты ҡуйыусылар сәхнәнең һул яғындағы кескәй баҫҡысынан эре генә бер менеп, бер төшөп, кемдәрҙелер эҙләне, ашыҡтырҙы, йүгерекләне. Артистарҙың кемеһелер шаршауҙың ситен генә асып беҙгә, тамашасыларға, күҙ һалды, гармун сыңҡылдағаны ишетелеп-ишетелеп ҡалды. Зал шығырым тулғас, артҡы рәттән Нәғим ағай, йә, башлағыҙ инде, тип гөрһөлдәне һәм бөтәһе лә шуны ғына көткәндәй, сәпәкәй һуғырға тотондо. Алҡыштар бушҡа булды, шаршау асылманы. Ҡул сабыу тулҡыны яйлап кәмеп, ахырҙа туҡтаны. Биш-алты минут үттеме-юҡмы, һауынсы Хәнифә апайҙың көр тауышы яңғыраны: "Етәр инде, башлағыҙ!" Клуб тағы алҡыштарға күмелде... Беҙ ҙә, бала-сағалар, ныҡ иткәнсе сәпәкәй һуҡтыҡ. Бер-беребеҙгә күҙ һала-һала бар көскә усты-усҡа еппәрҙек кенә! Сөнки шундай мәлдә, беренсенән, ауылдаштар менән берҙәмлекте асыҡ тояһың, икенсенән, устың ҡыҙарып ҡыҙып китеүе хәтәр оҡшай!
Әллә дүртенсе тапҡыр алҡышлап, концертты башлауҙарын талап итә торғас, шаршау асылды. Сәхнәлә - гүзәллектең үҙе, гүйә - ап-аҡ ҡына блузкалар, ҡап-ҡара ғына итәктәр кейгән бөхтә, һылыу өлкән ҡыҙҙар бер рәт булып теҙелешеп баҫҡан. Ситтә торған Наил ағай баяны күркен иркен тартып уйнап ебәрҙе һәм ысын тылсым башланды!
Һағынғанда аҡ болотҡа ҡара
Аҡ болоттар булып мин киләм,
Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимә,
Күҙ йәштәрҽ булып мин тамам...

Һин ғүмер ағыштарым,
Һин минең hағыштарым,
Һин минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу, табыштарым...

Һәр сығыштан һуң устар ауыртҡансы сәпәкәй һуҡтыҡ. Ошо ике матур йырҙың бер нисә юлын отоп та алдыҡ.
Икенсе көндө мәктәп янындағы ҡайынлыҡҡа барып, бер ағастың ҡыйшайып үҫкән ботағынан ергә һикереп уйнап туйғас, күүүп иткәнсе япраҡ өйөп йыйҙыҡ та, шуны өҫкә һирпә-һирпә, ҡулдарҙы ситкә йәйеп, япраҡтар аҫтында өйрөлөп-өйрөлөп, йырларға керештек. Хәйер, "йырларға" тиһәм, кеше көлә инде, сөнки икебеҙҙең дә ҡолаҡҡа айыу баҫҡан. Ҡат-ҡат баҫҡан. Әммә был беҙгә моңланырға һис тә ҡамасауламай. Һөрәнләп-һөрәнләп, бер-беребеҙҙе уҙырға тырышып, бөтә ҡайынлыҡты яңғыратып моңланабыҙ:
Шыыыбыыыр-шыыыбыыыыыр ямғыыыыыр яуааааа, тимәәәәә
Күҙ йәштәреееее булыыыып мин тамаааам.
"Мин тамам" тигән ерендә икебеҙҙең дә күҙҙән субырлап күҙ йәше ағып китә - хисләнеүебеҙ шул тиклем көслө! Был йырҙы, йәғни йырҙың ике юлын ун биш-егерме тапҡыр башҡарып арығас ("заевшая пластинка" ла кәрәкмәй, үҙебеҙ уны уҙҙырабыҙ), "Ҡышҡы романс"ҡа сират етә:
- Һин күмееееер алыштарыыыыым,
Һин минеееең ағыштаныыыымм....
Тамаҡтың хәле бөткәс, ҡабаттан япраҡтарҙы өйәбеҙ ҙә, ҡыштыр өйөмгә сумабыҙ. Шул мәлдә мәктәп баҡсаһы яғынан беҙҙең янға бер ағай, өлкән класс уҡыусыһы, килеп сыҡты:
- Кемдәр аҡыра икән тиһәм, Озерныйҙың ике һармағы икән...
Ул ҡулын һелтәй-һелтәй атлап, Баттал яғына китеп барҙы. Беҙ Гөлшат менән көлә-көлә һын ҡатты:
- Беҙ Озерныйҙың ике һармағы, ха-ха-ха! Һин минеееең ағыштаныыыымм...
Арып-талып, йырлап күңел булып, ҡайтып килешләй, Гөлшаттан һорап ҡуйҙым:
- Күмер-күмер инде ул, ә ниңә аҡ ыштан тураһында йырлайҙар ул һуҙып-һуҙып тороп?
Гөлшат миңә көлөмһөрәп ҡараны, йәнәһе лә, шуны ла аңламайһыңмы ни "Озерный һармаҡтарының береһе":
- Патаму шта ул аҡ, ҡара түгел!
- А-ааа, аңлашылды, - тинем мин, ысынында иһә бер нимә лә аңламаһам да. Һәм беҙ тағы дәртләнеп, ауылға еткәнсе йырланыҡ:
Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимә,
Күҙ йәштәрҽ булып мин тамам...
 
Баныу Ҡаһарманова
https://vk.com/aylibanu
Патаму шта ул аҡ, ҡара түгел!
Патаму шта ул аҡ, ҡара түгел!
Автор:
Читайте нас: