+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2023, 13:00

СӘХНӘ ТҮРЕНӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӘ

Тамашасының театр сәнғәтенә талаптары үҫә, ҡатмарлана барған осорҙа йәшәйбеҙ. Актер өсөн сәнғәт институтында бирелгән генә базаның етмәүе лә бар. Ул ғүмере буйына белемен камиллаштыра, яңы үрҙәргә ынтыла. Ә дөйөм алғанда, актер – ул йыйылма һөнәр: әгәр табип ролен уйнайһың икән – һин табип булырға тейешһең, уҡытыусыны кәүҙәләндергәндә – ысын уҡытыусы, балеринаны уйнағанда һин пуанттарҙа баҫып торорға һәм фуэтены әйләнә белергә тейешһең, ашнаҡсы икән – тимәк, сәхнәлә торт бешереү һәм уны тамашасыға тапшырыу зарур. Актерҙар системаһын ойоштороусы К.Станиславский буйынса, актер ролен үҙенең ғүмере кеүек итеп йәшәргә тейеш. Шундай ысынбарлыҡ тамашасы күңелендә эҙ ҡалдыра, сәхнәлә ысын булмаған тормош икәнлеген оноттора, ваҡиғаларҙы аңларға һәм кисереп сығырға мәжбүр итә. Был бик ауыр, шул уҡ ваҡытта ғәжәп тә: һәр ролең менән тормошта яңылыҡ асаһың һәм уны үҙләштерәһең. Шуғалыр ҙа сәнғәттең сихри икәнлеген тойоп-белеүселәр актер һөнәрен һайлай. Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Юлдашбаевтар ғаиләһе, һөнәрҙәре буйынса төрлө өлкә кешеләре булһа ла (әсәһе – шәфҡәт туташы, атаһы – полиция хеҙмәтендә) – сәнғәткә ғашиҡ йәндәр. Улар йорто бөгөн дә йыр-моңдан өҙөлмәй. Ғаилә башлығы Наил Ғәлимйән улы йырсы ла, ҡурайсы ла, баянсы ла. Ә йортҡа йәм биреүсе әсәләре, Әлимә Фәтхулла ҡыҙы – бейеүсе. Ошондай йыр-моң тулҡынында тирбәлеп үҫә Салауат. Ә бер мәл, Сибай драма театры спектаклен ҡарарға насип була. Салауат ул спектаклде ҡарап ҡына хушһынмай, театр уға атаһы, әсәһе һөнәрен берләштерер юл булып күренә. Хыял тыуа. Мәктәпте тамамлағас, бар ҡыйыулығын йыйып, шағир әйтмешләй, «Хыял ҡанаттарын ат итеп», Салауат Наил улы Өфө дәүләт сәнғәт академияһына (бөгөнгө Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) уҡырға инә. Профессор, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева курсына эләгеүен актер бәхетле осраҡ тип хәтергә ала.

 2009 йылда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына Илгиз Таһиров, Роберт Йылҡыбаев, Шәһит Хамматов, Лилиә Исҡужиналар менән бергә гөрләп килеп инде Салауат Юлдашбаев. Үҙенең Мәрәһиме менән (М.Кәрим, «Донъяның ярҙары икәү» ) актер күп кенә йәш ҡыҙҙар йөрәген йышыраҡ тибергә мәжбүр иткәйне шул! Артабан Ҡәҙерғол (Т.Ғарипова, «Ғилмияза»), Меркуцио (В.Шекспир, «Ромео һәм Джульетта»), Ирдәүләт (М.Кәрим, «Ҡыҙ урлау»), Сильва (А.Вампилов, «Өлкән ул») һәм тағы бик күп ролдәре аша геройҙарының күңел донъяһын тамашасыға илтте. Ун йыл эсендә дүрт тиҫтәгә яҡын төрлө ғүмер – һәм уларҙың барыһы ла бер кеше тарафынан йәшәлгән... Ә үҙенә утыҙ дүрт кенә әле. Хәйер, актер өсөн сәхнә образдары ғүмер йылдары булып һаналмай, улар – ижад емеше.

«...Бәләкәй ҡапҡа шар асылып китте. Тәүҙә Мортаза ағайым күренде. Унан ап-аҡ ат килеп инде. Атлап түгел, бейеп инде. Ергә баҫып килмәне ул, күктән осоп төштө, бөтә нәмә яҡтылыҡҡа сумды, уның ҡуйы оҙон ҡойроғонан, туҙғаҡ ялынан, әйтерһең, ап-аҡ нурҙар ергә ағыла. Шулай итеп керҙе беҙҙең ҡураға, беҙҙең донъяға ат сифатындағы илаһи бер йән эйәһе. Исемен, төҫөнә ҡараптыр инде, Аҡсал тип ҡуштылар...» (М.Кәрим, «Ап-аҡ мөғжизә»). Ғорур, шул уҡ ваҡытта ҡыйыуһыҙ аҙымдар менән килеп ингән Аҡсал тамашасының йөрәк түренән урын ала, ҡараштарын яулай. Спектаклдең ахырынаса ошо күҙҙәр һәм йөрәктәр ышығында ғына йәшәргә тура килә Аҡсал ролен башҡарыусы актер Салауат Юлдашбаевҡа. Сабышмы, һағышмы, изгелектең яуызлыҡты еңеүен билдәләүме – былар барыһы ла уның хәрәкәтендә, һәр аҙымында, ишараһында сағыла. Һүҙҙәр менән уйналған ролдәргә ҡарағанда, өндәшмәгәне күпкә ауырыраҡтыр. Әммә актерҙың һомғол, бейек, ябыҡ кәүҙәһенә, асыҡ (выразительный) күҙҙәренә ҙур мәғәнә һыйҙы, өнһөҙ генә фекер еткерә алыуы һоҡландыра. Әйткәндәй, Л.Пантелеев һәм Г.Белых әҫәре буйынса ҡуйылған «Республика ШКИД» спектаклендәге Савушкаһы ла һүҙһеҙ, әммә бик йылғыр егет роле.

Ысын актерға ташламалар яһалмай, ул төрлө шарттарға өлгөр булырға тейеш. Салауат Наил улы үҙенең физик әҙерлегенә ҙур иғтибар бүлә. Балалар өсөн тамаша булһынмы, драма, трагикомедия, йә комедияла ла бик еңел, осоп-ҡунып йөрөр образдар уйнарға тура килә уға. З.Биишева әҫәре буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектаклендә – Ел-дауыл, М.Ладоның «Йәшәгән ти...» драмедиһында – Әтәс, М. Багаевтың «Аҡса булһа, бер муҡса» музыкаль комедияһында – Сәлим, З.Фәйзуллинаның «Р-һыҙ ҡалған Мырҙабай» әкиәтендәге Әтәс образдары ана шундайҙарҙан.

2019 йылда театрҙа К.Чуковскийҙың «Айболит һәм Бармалей» әкиәте буйынса мюзикл ҡуйылды (ҡуйыусы режиссеры – Р.Хәкимов, композиторы – И.Яхин). Бар хайуандарға изгелектәр эшләп йөрөүсе Айболит ролендә – Салауат Юлдашбаев. Бала күңелле актерҙың рәхәтләнеп роле менән йәшәүе әллә күпме саҡрымдан күренә. Был роле менән ул йәш тамашасы өсөн ысын геройға әйләнде.

Быларҙан тыш төрлө жанрҙағы У.Хубтың «Нух кәмәһе» спектаклендә – Нух, А.Н.Островскийҙың «Йәшен»ендә – хеҙмәтсе, Дж.Родариҙың «Чиполлино» әкиәтендә – эт Мастино, М.Кәримдең «Яуҙы еңгән мөхәббәт»ендә – агитатор, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә – Сәмиғулла, «Үлмәҫбай»ында – Вәли Нафиҡов, А.Цагарелиҙың «Ханума»һында – Коте, М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы» романтик драмаһында – Баҙарғол, төрөк авторы Р.Н.Гюнтекиндың «Уйҙарымдан ғына юғалма» музыкаль драмаһында – моңло Йософ әфәнде, Таңсулпан һәм Зөһрә Буракаеваларҙың «Арба» әкиәтендә – Шайтан, Аждаһа, Йырсы, Н.Хикмәттең «Мөхәббәт тураһында легенда»һында – билдәһеҙ кеше, Ҡояш һәм тағы бик күп ролдәре сәхнә түренә йылылыҡ бөркөп, тамашасы йөрәгендә урын алды.

Ролдәр, ролдәр! Театрҙа, кинола. Салауат Юлдашбаевтың һөнәре асылы, һәр актерҙыҡы кеүек ролен аңлауҙа, сығарыуҙа, икенсе донъяға, мөхиткә һәм дәүергә «күсенеүҙә» сағыла. Ролдәренең төрлө булыуы актерҙы үҫтерә, таныта һәм холҡон бар итә. Н.Саймондың «Яҙмышымдың икенсе бүлеге» трагикомедияһында хәстәрһеҙ Лео Шнайдер, ҡатынының үлеме арҡаһында тәрән депрессияға киткән төп герой Джордждың ҡустыһы. Ағаһы хаҡында борсолоп һәм уны бер ҡатын менән таныштырырға тырышып, ул үҙе лә сетерекле хәлдәргә эләгә яҙып ҡуя. Сәхнәлә бик күп хәрәкәт – 1970 йылдар картинаһы дөрөҫ һайланған музыка һәм оҫта хореография менән тамашасыға барып етеүе менән отошло (ҡуйыусы режиссер – БР халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, хореограф – Рената Крицкая). Салауат Юлдашбаев (Гөлшат Ғайсина менән бергә) хисле бейеүҙәр аша үҙенең әлегәсә асылып бөтмәгән күп ҡырлы таланты, көсө барлығын күрһәтә алды. Йылдар үтеү менән, был актерға ышаныс тағы-тағы нығыясаҡ!

Ә бөгөнгә тамашасы сәхнәлә артистың ҡупшы, һығылмалы һәм хәрәкәтсән буй-һынын күрергә ғәҙәтләнгән. Геройымдың үҙенә генә хас, салауатса ишараһы ла, тәьҫирле тауышы ла залда ултырыусыларҙы битараф ҡалдырмай.

Сәхнәнән тыш аралашҡанда, Салауат Юлдашбаев һинең һорауҙарыңа бер һүҙ менән генә яуап бирмәй: берсә дәртләнеп китә, берсә моңһоуланып, хыялға бай уйҙарына бата, шунан ҡапыл фекерен йомғаҡлап, шаян һүҙ уйынына күсә. Уйҙары, хыялдары күп: уларының байтағы сәнғәт менән бәйле булыуы ҡыуаныслы. Актер булараҡ әле асылып бөтмәгән яҡтары бихисап уның. Үҙе төҙөгән ғаиләһендә лә сәнғәт һулышы хөкөм һөрә. Киләсәктә, моғайын, аталарының күңел, рух байлығын таратыу оҫталығынан, әсәләренең (Сәлимә Юлдашбаева – Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле артисы) моңло тауышынан илһам алып, йөрәктәрҙе елкендерер хыял тулҡындарын ысынбарлыҡ итеп, сәнғәт, мәҙәниәт үрендә Юлдашбаевтар балҡыр әле, тигән өмөт бар.

Рәзилә Ырыҫҡужина

 

СӘХНӘ ТҮРЕНӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӘ
СӘХНӘ ТҮРЕНӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӘ
СӘХНӘ ТҮРЕНӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӘ
СӘХНӘ ТҮРЕНӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӘ
СӘХНӘ ТҮРЕНӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӘ
Автор:
Читайте нас: