-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2023, 13:00

"Хыялға хыянат итмәйем"

Ф.Бүләковтың «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?»һендә Фатима, «Бәлеш»ендә Дилара, Ә.Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр»ында Дилбәр, А.Мөбәрәковтың «Бисәкәй»ендә Шәрғиә, З.Биишеваның «Тылсымлы ҡурай»ында Көмөшбикә, З.Исмәғилевтең «Ҡоҙаса»һында Йәмилә, С.Әбүзәровтың «Хыялый»ында Шәрифә һәм башҡа бик күп ролдәр башҡарған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры актрисаһы Әлфирә Йосопова ғәжәйеп бер үҙенсәлекле таланты менән арбай. Улай ғына түгел, тамашасыһын үҙенә ғашиҡ иттерә, илаһи сәнғәт донъяһына илтә. Һәр геройын үҙенә генә хас бер оҫталыҡ менән башҡара, ҙурмы, бәләкәйме, һәр образға күңел йылыһын, йөрәк моңон һала. Сибай театрында 37 йылға яҡын хеҙмәт итеп, етмештән ашыу образ тыуҙырып, үҙ тамашасыһын һөйөндөргән бәхетле актрисаларҙың береһе ул. Уның күҙҙәренән һәр саҡ нур балҡып тора, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Нәзәкәтле, мөләйем, һәр саҡ зауыҡ менән кейенгән был ханым Сибай урамдары аша үткәндә, күптәр артист кеше тап шулай булырға тейеш, тип уйлайҙыр. Тышҡы матурлығы менән эске кисерештәре тура килгәндә, актер тамашасыһы өсөн бер бөтөнгә әйләнә. Был сифаттарҙың барыһына ла эйә минең геройым. Ә ысын таланттар, бер һүҙһеҙ, ихтирам тойғоһо уята, үҙ артынан әйҙәй, тормошто яратырға, матурлыҡты күрә белергә өйрәтә.

Күптәр уны «әртис булып тыуған», ти һәм яңылышмай. Бала саҡтан һәр ҡыҙ актриса, һәр малай космонавт булырға теләгән кеүек, Әлфирә Фәйзрахман ҡыҙы ла бәләкәйҙән сәхнә кешеһе булырға хыяллана.

– Беҙ бәләкәй саҡта ауылға артистар гастролгә йыш килә ине. Күбеһенсә беҙгә фатирға төшә торғайнылар. Атай-әсәйем – сәнғәткә ғашиҡ кешеләр. Сибай драма театры артистары ла беҙҙең Ҡыйғы яҡтарын урап үтмәне. Тап улар бәләкәй ҡыҙҙың күңеленә: «Һин мотлаҡ артистка булырһың», – тип осҡон һалды. Бәлки, йырлауымды ишетеп шулай тигәндәрҙер, әммә улар буласаҡ яҙмышымды хәл итергә, сәхнә тормошон һайларға ҙур этәргес, күңелемә ҡанат бирҙе, тип әйтә алам.

Мәктәп йылдарында төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаштым – алып барыусы булдым, драма түңәрәгенә йөрөнөм. Киләсәктә кем булырға икәнлеген аныҡ төҫмөрләнем, атай-әсәйем дә сәнғәт юлын һайлауыма ҡаршы булманы. Әммә тормошта барыһы ла һин теләгәнсә генә килеп сыҡмай. Унынсы класты тамамлағас, бер аҙ тыуған ауылым Түбәнге Ҡыйғыла ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп алырға тура килде. Киләһе йылына Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға индем. Ҡулыма диплом тотоп, йәнә тыуған яғыма эшкә ҡайттым. Был юлы Үрге Ҡыйғы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эш башланым, – тип ғүмер ебен тағатты әңгәмәсем.

Буласаҡ һөнәрен мөкиббән бирелеп, яратып башҡара ул. Халыҡ театрында уйнай, ауылдар буйлап спектаклдәр ҡуя. Клубтарға халыҡ эркелеп килә, тамашасы алҡыштары... Әлфирә Фәйзрахман ҡыҙының күңелендәге илһам нуры тағы ла сағыуыраҡ балҡый, көндән-көн сәхнәгә ғашиҡ була бара һәм унһыҙ йәшәй алмауын аңлай.

Ҡыҙ башкөллө сәнғәт донъяһына сума, сәхнә уның өсөн йәшәү рәүешенә әйләнә, бар булмышын биләй. Йәшлек – хыялдарҙың тормошҡа ашыу осоро, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Ҡасандыр ғүмерлек һөнәр һайлауына булышлыҡ иткән Сибай артистары йәнә ул йәшәгән ауылға спектакль менән килә. Был юлы үҙе лә мәҙәниәт өлкәһендә бер аҙ эшләп, нығынып алған йәш ҡыҙ ул саҡтағы театр режиссеры Фәтхелислам Ғәләүетдинов менән таныша һәм яҙмышында ҡырҡа боролош яһарлыҡ тәҡдим ала. Алдан әйтеүемсә, Әлфирә Йосопованы сәхнәгә хыял алып килә. Уға хыянат итмәүе уны йылдар үткәс, үҫтерә, балҡыта һәм тамашасыларҙың иң яратҡан актрисаһына әйләндерә.

Бар яҡлап талантлы ҡыҙҙы тәжрибәле режиссер үҙҙәренә эшкә саҡыра. Саҡырыу алғас та, Әлфирә бер аҙға юғалып ҡала, ризалығын тиҙ генә бирмәй. Ике йыл уйланып, бер аҙ тәжрибә туплағас ҡына, ниндәйҙер етди ҡарарға килеп, Сибай театрына эшкә барырға тәүәккәллек итә.

Ҡыйғы һылыуы Сибай сәхнәһендә тәүҙә үк балҡып килеүҙең иҫерткес бәхетен кисерә. Сибәр, нәзәкәтле, зауыҡлы һәм бөхтә кейенә белеүе, үҙен бик мәҙәниле тотоуы менән башҡаларҙан бер аҙ айырылып тора ул. Иң мөһиме – тәүге көндәрҙән үк уға ышанып төп ролдәр бирелә.

– Яҙмышыма рәхмәт: миңә иҫ киткес режиссерҙар ҡулында эшләү бәхете тейҙе. Рафаэль Әйүпов, Лек Вәлиев, Олег Ханов, Вәкил Йосопов, Сәлихйән Әфләтүнов, Дамир Ғәлимов мине актриса булараҡ асты, үҫтерҙе. Икенсенән, мин бергә уйнаған партнерҙарымдан уңдым. Улар – Рәсәйҙең халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Нурзиә Әбдрәшитова, Юнир Ғәйнуллин, Венер Сөнәғәтов, атҡаҙанған артистар Рәдиф Янбаев, Юнир Мансуров, Айгөл Хәкимова, Әлфирә Ғәлләмова һәм башҡалар, – тип йылмая ул.

Һуңғы йылдарҙа уның иң яратып башҡарған геройҙарының береһе – Рәсәйҙең йәш драматургы һәм сценарисы Ярослава Пулиновичтың әҫәре буйынса «Һағыштарым тулы ғазаптарым...» спектаклендәге Эльза роле Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова ҙур оҫталыҡ менән башҡара.

«Бәхетте һуңға ҡалдырырға ярамай» тигән тәрән фәлсәфәүи фекер һалынған был әҫәргә. Ул спектаклдә ҡыҙыл еп булып үтә. Ғүмере буйы яратмаған ир менән йәшәү, үҙен көн һайын кәмһеткән кешене күреү, уның холоҡ-ҡылығына түҙеп йәшәгән Эльза, ниһайәт, 76 йәшендә яңынан ғашиҡ була. Ире вафат булғас, тормошон үҙгәртергә теләгән ҡатын иң тәүҙә магазиндан күтәрмәле туфли барып ҡарай һәм һатып ала. Ғүмере буйы аяғынан резина галуш төшмәгән ҡатын, яңы туфли кейгәс, үҙенең күңеленең күтәрелеүен тоя. Ә инде ике яңғыҙ йәрҙең бер бөтөн булып осрашыуы мөхәббәткә бер ваҡытта ла һуң түгеллеген аңлата. Шул ваҡытта Эльза бәхетте бер ваҡытта ла һуңға ҡалдырырға ярамағанлығына ышана. Бәхет шул минутта, сәғәттә, көнөндә булырға тейеш, ти.

– Олег Ханов сәхнәләштергән был премьералағы геройымды шул тиклем яратып башҡарҙым. Эльза ябай ҡатын-ҡыҙ түгел, был образда ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәрән психологияһы, ғаиләһе һәм ире өсөн үҙен ҡорбан итеүе, дөрөҫөрәге, ҡатын-ҡыҙ бәхетен ситкә ҡуйып, тик ғаиләһе өсөн йәшәүе һүрәтләнә, – ти актриса.

Әле театр сәхнәһендә ҙур аншлаг менән барған Флорид Бүләковтың «Их, күгәрсенкәйҙәрем!» исемле лирик комедияһында ла төп ролдәрҙең береһен башҡара ул.

Әлфирә Йосопованың йәнә бер яратҡан шөғөлө хаҡында әйтеп үтмәһәк, дөрөҫ булмаҫ. Һуңғы ваҡытта алмас мозаикаһы буйынса ла, майлы буяуҙар ярҙамында ла сағыу картиналар ижад итә.

Гөлдәр үҫтереүгә, сәскәләр тәрбиәләүгә, ғаиләһенә тәмле аш-һыу әҙерләүгә лә ул үҙенең күңел йылыһын һала. Һәр эшкә ижади ҡарауы һоҡландыра. Хатта «тимер ат»ын ауыҙлыҡлағанда ла уға ҡарата бик иғтибарлы һәм хәстәрлекле. «Мин тормошто яратам!» тигән һүҙҙәрендә лә тулы хаҡлыҡ бар. Бигерәк тә тәбиғәт менән гармонияла булырға, урман гиҙергә, ҡоштар моңон тыңларға, сәскәләргә һоҡланырға, емеш-еләгенән ауыҙ итергә, ҡолас ташлап күлдә йөҙөргә һәм рәхәтләнеп мунса керергә ярата әңгәмәсем.

– Ялан аяҡ йәм-йәшел бәрхәт үләнгә баҫып, тирә-яғымдың матурлығына һоҡланып, уйнаған образдарымдың һәр береһен яратып, уларҙың һәммәһен дә күңелем менән тойоп, йөрәгем аша кисереп уйнай алам икән, тимәк, мин бәхетле. Тормошта барыһы ла булды – янып-көйөүҙәр ҙә, һөйөп-һөйөлөүҙәр ҙә, күңел ғазаптары ла... Ауырлыҡтарға сыҙап, уңышһыҙлыҡтарҙы үткәрә, түҙемле була алғаныма һөйөнәм. Кемдер – һынды, бәғзеләре һындырҙыҡ тигәндә, ҡайтанан турайып баҫа алыуыма, арҡамды төҙ тотоп, йылмайып атлай алыуыма һөйөнәм. Иң мөһиме – мине яратҡан һәм хөрмәт иткән тамашасыларым, ғаиләм, ауыр саҡта таянырлыҡ дуҫтарым, коллегаларым бар. Бала саҡтан хыялланып, уны тормошҡа ашырып, ғүмерем буйы хыянат итмәгән Сәхнә тигән бөйөк донъяны үҙ итеүем менән икеләтә бәхетлемен, – ти Әлфирә Фәйзрахман ҡыҙы.

Кәримә Усманова

Сибай ҡалаһы.

"Тамаша" журналы, 6-сы һан, 2022 йыл.

"Хыялға хыянат итмәйем"
"Хыялға хыянат итмәйем"
"Хыялға хыянат итмәйем"
Автор:
Читайте нас: