+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2023, 21:00

Тамамланмаған хат. Мәүлит Ямалетдин

Яңғыҙлыҡтан тамам биҙрәгән Ғәйшә әбей һуңғы йылдарҙа дингә һыйынды. Был донъяла ике ауырлыҡ бар: береһе – үлем, береһе – яңғыҙлыҡ тигән хәҡиҡәттәрҙең һуңғыһы башына төшкәс, ул тәүҙәрәк ауылдағы ҡайһы бер яңғыҙаҡ бисәләргә эйәреп, эскегә бирелеп ҡараны. Йәнәһе, өлөшөнә яҙған тормош әсеһен уның үҙенән яман асы эсемлек менән баҫа, әхүәлен еңеләйтә. Эйе, еңеләйтерһең, еңеләйтмәй ни! Һүҙ юҡ – иблис һыуһынының тәүге йотомдары, башты еңелсә әйләндереп, хәсрәтле уйҙарҙан арындыра, кәйефте күтәрә. Үҙеңде һүҙ менән аңлатып булмаҫлыҡ рәхәтлектән туҡылған икенсе донъяға барып юлыҡҡандай хис итәһең. Әлеге ләззәт тойғоһоноң оҙағыраҡҡа һуҙылыуын теләйһең. Ә уның өсөн баяғы кәйеф сығанағы менән тамаҡты өҫтө-өҫтөнә сылатып торорға кәрәк. Ғәҙәттә, бындай сылатыуҙар, йәки халыҡ телендәгесә, Хабаровскиға китеүҙәр, бер нисә көнгә һуҙыла. Тик һәр бер сәйәхәттең аҙағы булғандай, барыуҙың ҡайтыуы бар шул. Аһ, әлеге Хабаровскиҙан ҡайтыуҙарҙың михнәттәре!.. Уны тик башына төшмәгән әҙәмдәр генә белмәйҙер. Юл йөрөү ауырлығы менән сағыштырыр өсөн ҡулланылған гүр ғазаптары ары торһон. Ярай ҙа, иҫән-һау ҡайта алһаң! Ә бит унан әйләнеп ҡайта алмайынса, туп-тура йәһәннәмгә олаҡҡандар ҙа бар. Һуңғы осорҙа бындай әҙәмдәрҙең һаны күбәйгәндән-күбәйә. Тормошо тәүлектең эңерен хәтерләткән шундай яманһыу көндәрҙең береһендә Ғәйшә әбейгә район үҙәгендә йәшәгән һенлеһе Гөләйшә шылтыратты. Апаһын электән эҫе күргән ҡатын, ҡан ҡәрҙәшенең аймыл юлға тартылыуынан шөбһәләнеп, һуңғы арала хәл-әхүәл белешеүен бермә-бер йышайтҡайны. Ғәҙәттәге һүҙ башынан аҙаҡ бөгөн улар араһында ошондай һөйләшеү булып алды: – Апай, әллә һин дә намаҙға баҫып ҡарайһыңмы? Бер аҙға урынлашҡан тынлыҡтан һуң сымдың теге осондағы Ғәйшә әбей телгә килде: – Һин мине сәпсим юҡҡа сыҡҡан кешегә һанайһың инде?.. – Юҡсы, апай... Улай тип уйлаһа, шундай хәбәр һөйләйме кеше? – Әсәй мәрхүмә: «Һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала?» – ти торғайны. Шуның шикелле, бер оянан ике абыстай буламы? – Эй, апай, ҡыҙыҡһың да инде! Ғибәҙәт ҡылған һәр кем мулла йәки абыстай булалыр шул. Бында бөтә ғаиләләре менән намаҙ уҡығандар бар. – Уҡый инде... Мәсет өҫтө булғас ней... – Намаҙға тороу өсөн мәсет кәрәкмәй, һин бына әсәйҙе иҫкә алаһың. Ә бит уның: «Әҙәм көлдөрөп йөрөйһө булмағыҙ», – тигән һүҙе лә бар ине. Ғәйшә әбейҙең тауышы һиҙелер-һиҙелмәҫ үсегеү ғәләмәте менән ҡуша яңғыраны: – Әллә!.. Бығаса берәүҙең дә көлгәнен ишеткәнем юҡ... – Һы! – тине Гөләйшә. – Кешенең алдан түгел, арттан көлә торған ғәҙәте барлығын белмәйһеңдер шул! Тормошоң шулай дауам итһә, теймә-бер әҙәм йөҙөңдән алыр көнгә лә күп ҡалмаҫ. – И-и, һеңлекәйем! – тип әсенде Ғәйшә әбей. – Һин Аллаға рәхмәт уҡыр өсөн намаҙға баҫҡанһың. Алғыш әйтерлегең бар – тормоштан уңдың, бәхетлеһең. Ә минең яҙмышым рәхмәт уҡырлыҡмы ни? – Ҡуйсы, апай. Яҙмышҡа рәнйеү – Аллаға рәнйеү менән бер. Һәр кешенең ғүмере – Хоҙай бүләге. Әҙәм балаһына тәҡдир ҙә Уның тарафынан һынау өсөн бирелә... Мәсеткә йөрөп, әлифте таяҡтан айырырға өйрәнгән, намаҙға тороуына дүрт-биш йыл үткән Гөләйшә ул көндө апаһын иман юлына баҫырға оҙаҡ ҡына өгөтләне. Өмөтһөҙлөккә бирелеүҙән, рухың һыныуҙан һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы дини инаныс икәнен аңлатырға тырышты, Аллаға һыйынып, яңғыҙлыҡтан ҡотолоу осраҡтарын бихисап миҫалдар менән нығытты. Һәм һынды Ғәйшә әбей, күнде. Яңғыҙлыҡтың йән иҙгес ҡотһоҙлоғонан ҡайһы саҡта башын ташҡа орор хәлгә еткәс, күнмәй ҡайҙа барһын инде... Ә былай, исмаһам, ни тиһәң дә, рухи таяныс, үҙе бер таймаҫ терәк. Гөләйшә әйтмешләй, бер үҙең булған саҡта ла яңғыҙ түгелһең – икенсеһе Алла. Әгәр янында икенсе берәү булһа – өсөнсөһө Алла. Бары тик Раббыны ихлас йөрәк менән ҡабул ҡылып, Уның ҡөҙрәтенә тәрән инанырға кәрәк.

 

Ғәйшә әбейҙең күңеле, ысынлап та, рухи таянысҡа, ышанысҡа бик мохтаж ине. Бөткөһөҙ уйҙарҙан уйылып китмәле яңғыҙлыҡты көндөҙҙәрен кисереүе еңелерәк: йә йорт-ҡуралағы эш-көшкә әүрәйһең, йә урамға сығып, күрше-күлән менән аралашаһың. Унан ҡалһа, һирәкләп берәйһе килә лә, уның менән хәбәр һөйләшеп, эс бушап ҡала. Ә бына төндәрен!.. Еңелерәк тиһәң дә, яңғыҙлыҡ көндөҙ ҙә шәрбәт түгел, сөнки өй араһындағы арлы-бирле эшең тотоноп та өлгөрмәҫтән тамамлана. Гел генә урам ҡыҙырып йөрөһәң, «ауылсы» тигән ҡушамат тағыуҙары бар. Гәпләшеп ултырыр серҙәштәр ҙә онотҡанда бер генә инеп сығыусан. Ярай әле, көңгөр-ҡаңғыр килеп йөрөргә өйҙә бесәйе, ихатала ике һарығы бар, юғиһә, аҡылға зәғиф булып ҡалыуынды көт тә тор. Ул мәхлүктәр яуап ҡайтарыу ҡөҙрәтенән мәхрүм булһалар ҙа, һәммәһен аңлай, ҡоромағырҙар. Ана, яңыраҡ теге һарыҡтарҙың береһе йәйҙәүесләгәйне. Бәрәстәре игеҙ – береһе тәкә, икенсеһе орғасы. Ғәйшә әбей, йортона ҡот килтергән һарығын бер нисә көн ихатала тоткандан һуң, бәрәстәрҙе тамам утыҡҡанға һанап, көтөүгә ҡыуҙы. Иртәнсәк дүртәүләшеп ҡуранан сығып киткән һарыҡтар кискеһен өйгә өсәү генә ҡайтты – бәрәстәрҙең берәүһе ҡайҙалыр тороп ҡалғайны. Быны күргән Ғәйшә әбей һарығына ябырылды:

– Бәрәстәреңдең берәүһен ҡайҙа итеп киттең, бисура? Ҡарап йөрөмәҫкә, күҙең сыҡҡанмы әллә? К...дән килмәгәс, ниңә икәү итеп тороп бәрәнләнең, ә?..

Әмәлгә ҡалғандай, бәрәстәрҙең тәкәһе ҡайтмағайны. Хужабикә уның да тетмәкәйен тетте:

– Зимагур! Тыуып өлгөрмәгән, аҙғын яғы әйләнеп тә тора! Темеҫкенмәһә, тәкә тигән исеме юғалыр! Иркәк булдымы бер мал – һуйып ашауҙан башҡаға эшкинмәй!..

Ғәйшә әбей туҙынып ҡына ҡалманы – күҙен мөлдөрәтеп ғәйепле төҫтә хужабикәгә текләп торған һарыҡты кире урамға сығарып ебәрҙе:

– Бар, торма бында йән көйөгө булып! Бәрәсеңде эҙләп тапмаһаң, минән яҡшылыҡ көтмә!

Хужабикәһенең һәр бер һүҙен диҡҡәт менән тыңлап торған һарыҡ баҡыра-баҡыра урам буйлап китте һәм күп тә үтмәҫтән, аҙашып тороп ҡалған бәрәсен эйәртеп ҡайтты. Ошонан һуң һарыҡты аңра тип әйтеп ҡара!

Унан ҡалһа, Ғәйшә әбей бесәйе менән бер яҡлы әңгәмә ҡороп ала:

– Нимә, элмәнләйһең? Әле генә ашаның бит... Уф, мәскәй, ҡасан туйырһың икән?..

– Тағы өҫтәлгә мендеңме, аскернә! Холоҡһоҙланып йөрөй бирһәң, берәй ергә апарып, аҙаштырып китәм икән...

– Мин иҙән йыуып бөткәнсе тик кенә ултырып булмаймы ни, оятһыҙ! Аяҡһып, әбизәтелнә кибер-кипмәҫ иҙәнде тапарға кәрәк. Бар, сығып кит, күҙемә күренмә!..

* * *

Гөләйшә ярҙамында намаҙға баҫҡандан һуң, Ғәйшә әбейҙең яратҡан мәхлүктәре менән бындай әйтемләшеүҙәре һирәгәйҙе. Намаҙға баҫыу тигәс тә, ул көнөнә биш мәртәбә ғибәҙәт уҡыуҙан ғына тормай. Үҙеңде Аллаһы Тәғәләгә тулыһынса бағышлайым тиһәң, дингә ҡағылышлы ғилемде өйрәнеү фарыз. Ә бының өсөн төрлө дини китаптар уҡырға, яңынан-яңы аят-сүрәләр ятларға кәрәк. Өҫтәүенә, уның намаҙға баҫҡаны асыҡланғас та, абыстай итеп төрлө аят мәжлестәренә саҡырыуҙар башланды. Бына ошондай дингә, иманға ҡағылышлы сауаплы ғәмәлдәрҙе үтәүгә байтаҡ ваҡытыңды сарыф итергә кәрәк ине.

Апаһын дини әҙәбиәт менән Гөләйшә тәьмин итеп торҙо. Күберәген татар телендә нәшер ителгән китапсыҡтарҙың, гәзиттәрҙең ниндәйе генә юҡ: дини тәғлимәт нигеҙҙәре, намаҙ уҡыу тәртиптәре, доғалыҡтар, хәҙистәр, бәйғәмбәрҙәр тарихы һәм башҡалар. Ғәйшә әбей бигерәк тә татарса һәм башҡортса баҫылған дини календарҙарҙы уҡырға ярата. Уларҙа мосолманға кәрәкле бөтә мәғлүмәт тупланған: намаҙ ваҡыттары, әхлаҡ, шәриғәт ҡанундары, ҡыҫҡа доғалар, ислам тарихы, Ҡөрьән тәфсире. Уҡырға теләгең менән ваҡытың ғына булһын!..

Бер көндө өйлә намаҙынан һуң кәйефе уғата күтәрелгән Ғәйшә әбей ҡулына Ҡаҙанда баҫылып сыҡҡан «Ғәлләм Болғари календары»н алды. Уны яңыраҡ, район үҙәгендәге мәсеттән һатып алып, Гөләйшә бүләк итеп киткәйне. Календарҙың күңеленә хуш килерҙәй биттәрен ҡараштырып ултырғанда, күҙенә ризыҡ тураһындағы бер яҙыу салынды: «...Иртәнге ашты бер үҙең генә ашау – шайтан менән бергәләп ашауҙыр...»

Бына һиңә мә!.. Ишетмәһәң, ишет иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Ғәйшә әбейҙең өҫтөнә ҡапыл эҫе һыу һиптеләрме ни! Ул ҡолаҡ остарының яна башлауын тойҙо. Был кинәт көйәләнеүҙән ҡан баҫымының күтәрелә башлауын аңлата ине. Күҙ алдары сыбарлана башлауға ҡарамаҫтан, әбей календарҙы йөҙөнә яҡыныраҡ килтереп, тағы бер ҡат уҡып сыҡты – бәлки, яңылышалыр?.. Юҡ, аҡҡа ҡара менән яҙылған баяғы һөйләм уның йөрәген йәнә берҙе көйҙөрөп үтте. Тимәк, рәхимһеҙ яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған Ғәйшә әбей әллә нисәмә йылдар буйы шайтан менән табындаш булған. Ул яңғыҙлыҡты һорап алғанмы ни? Ә һуң ошондай яҙмышҡа дусар булғандар әҙме был донъяла?

Ғәлләм Болғари календарындағы сәйер яҙманы шәхсән үҙенә төбәлгән мыҫҡыл рәүешендә ҡабул иткән Ғәйшә әбей бер нисә көн шаңҡып йөрөнө. Ятһа ла, торһа ла башында бер уй: «Шайтан табындашы!.. Шайтан табындашы!..» Ниндәй мәсхәрә! Ҡайғырыуҙан, хурлыҡтан был көндәрҙә әбейҙең тамағына аш бармай йөҙәтте хатта. Сәй ҡайнатып, элеккеләй ирәйеп китеп ауҡатланырға әҙерләнһә генә, өҫтәл аръяғындағы ҡаршы ултырғыста шөкәтһеҙ бер йән эйәһе пәйҙә булғандай тойола. Тәне зымбырлап ҡуйған әбей хатта уның төҫ-ҡиәфәтен дә сырамытҡандай: элегерәк ололар һүрәтләгән кеүек кәзә тояҡлы, сусҡа башлы. Ҡойроғо һыйырҙыҡы һымаҡ оҙон, ауыҙынан бармаҡ оҙонлоғондай ике эт теше һерәйеп күренә. Тьфү, мәлғүн!.. Кәйефе ҡырылған, тамаҡланыу ҡайғыһы киткән Ғәйшә әбей, белгән доғаларын уҡый-уҡый өҫтәл артынан тора ла, тәүбә намаҙы уҡыр өсөн тәһәрәт яңыртырға керешә.

Бер нисә көн аңҡы-тиңке булып йөрөгәндән һуң, Ғәйшә әбейгә аныҡ фекерләү ҡеүәһе әйләнеп ҡайтты. Әҙерәк тыныслана биргәс, баяғы һүҙҙәрҙең айышына төшөнөргә тырышты. Нимәне күҙ уңында тота, ниҙе аңлата был һөйләм? Йәштән өйрәнмәгәс, дин ғилемен аңлап етмәүебеҙҙең бер ғәләмәтеме был? Әллә дин әһелдәренең тормош ысынбарлығын белеп етмәүеме? Календарҙы төҙөгән кеше ғәрәп илдәрендә уҡып ҡайтҡан бик уҡымышлы кешелер, моғайын. Үҙенә хат яҙып ебәрергәме әллә? Килешер микән? Ә ниңә килешмәһен?..

Ниәт – ғәмәлдең яртыһы, тигәндәй, Ғәйшә әбей оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, хатының мөрәжәғәт өлөшөн яҙып та ҡуйҙы: «Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтуһ, мөхтәрәм Ғәлләм Болғари әфәнде! Был хатты һеҙгә алыҫ Башҡортостандан дини ҡәрҙәштәрегеҙҙең береһе Ғәйшә апайығыҙ яҙа...»

Хаттың хәл-әхүәл һәм сәбәп өлөшөнән һуң Ғәйшә әбей төп һүҙгә күсте:

«...Мин ябай ғына бер ҡатынмын. Һеҙ бик яҡшы беләһегеҙҙер: совет заманында беҙ дини тәрбиә алыуҙан мәхрүм инек. Ярай әле, бәхетебеҙгә күрә, үҙгәртеп ҡороуҙар башланды, дин тотоуға ихтыяр бирелде...»

Ошо ерҙә Ғәйшә әбей, ручкаһын яҙып ултырған ҡағыҙы өҫтөнә һалып, уйҙарға бирелде. Эйе, дингә мөнәсәбәт үҙгәрҙе, тик бигерәк һуң түгелме? Үрмәксенән күрмәксе, тигәндәй, яҡын-тирәлә мәсет төҙөүҙәр йышайҙы. Тик, халыҡ әйтмешләй, мәсете булһа, имамы юҡ, имамы булһа, иманы юҡ. Ишетелеүенсә, мәсеттәрҙең буш торғандары ла бар. Халыҡ йөрөмәй, тиҙәр. Бигерәк тә ир-ат битараф. Ә уларһыҙ – донъя һанһыҙ. Их, саҡ ҡына иртәрәк булһасы был үҙгәртеп ҡороуҙары! Ошонан илле-алтмыш йыл элек халыҡ, бер ниндәй тыйыуҙарға, эҙәрлекләүҙәргә ҡарамайынса, дини йолаларҙы үтәргә тырыша ине. Ул замандарҙы уйлаһа, Ғәйшә әбейҙең һәр саҡ әсәһе хәтеренә төшә. Ураҙа айы етһә, ул көн һайын өйҙөң тәҙрәләрен кистән ҡалын юрғандар менән томалап ҡуя. Өсөнсө класта уҡып йөрөгән Ғәйшә:

– Әсәй, ниңә тәҙрәләрҙе ҡаплап ҡуяһың ул? – тип һорай.

– Таңда сәхәр эскәндә ут күренмәһен өсөн.

Ҡыҙыҡай артабан төпсөнә:

– Ә ут күренһә, нимә була?

– Саҡыртып әрләйҙәр йәки штраф һалалар, – ти әсә.

Ғәйшә һаман төбәшә:

– Ә кем улайта?

– Силсәүит...

Ғәйшә әбей моңһоу ҙа, татлы ла уйҙарынан арынып, хатын дауам итте: «...Беҙҙә лә халыҡ әкренләп дингә ылыға, намаҙ уҡып, ураҙа тотоусылар күбәйә, Аллаға шөкөр. Мин дә хаҡ динебеҙҙең фарыз ғәмәлдәрен хәлемдән килгәнсә үтәргә тырышыусыларҙың береһемен, әлхәмдүлилләһ. Был ғәмәлдәрҙе башҡарырға дини китаптар, үҙ телебеҙҙә баҫылған мосолман календарҙары ныҡ ярҙам итә. Уның өсөн һеҙҙең кеүек уҡымышлы дин әһелдәренә ҙур рәхмәт инде. Һеҙ сығарған календарҙы ла халыҡ бик яратып уҡый, изге мәнфәғәттәрҙә файҙалана. Тик унда баҫылған яҙмаларҙың бәғзе бер урындарын аңлап бөтмәйбеҙ. Күрәһең, ғилемебеҙ етмәй. Бына, быйылғы календарығыҙҙа: «Иртәнге ашты бер үҙең генә ашау – шайтан менән бергәләп ашау була», – тип яҙылған. Уйлап-уйлап ҡарайым да, шуның айышына төшөнә алмайым. Уны аңламаусылар бер мин генә түгелдер. Ә бит минең кеүек яңғыҙаҡ ҡарт-ҡоро менән донъя тулған. Улар быны үҙҙәренә төрттөрөү тип ҡабул итеп, хурланыуҙары ихтимал...»

Ҡағыҙға төшкән аҙаҡҡы һөйләмдән йәне әрнеп ҡуйған Ғәйшә әбей яҙыуынан тағы туҡтап ҡалды. Ул һуңғы көндәрҙә үҙенең ғәрлектән, кәмһенеүҙән ауара хәлендә йөрөгәнен иҫенә төшөрҙө. Эйе, яңғыҙлыҡты берәү ҙә теләп алмай – ул һәр кемдең башына төшөүе бар. Ә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, яңғыҙлыҡ – әҙәм балаһының булмышына һалынған ҡотолғоһоҙ тәҡдир. Ғүмер тип аталған сәхифә сиктәрендәге ике төп ғәмәл дә был фекергә ҡеүәт – кеше был донъяға яңғыҙ тыуа, япа-яңғыҙ баҡыйлыҡҡа күсә. Туған-тыумаса, хәләл ефет, балалар, дуҫ-иш, шөғөл һәм төрлө мауығыуҙар шул ҡот осҡос тойғонан бер аҙға арыныу, фанилыҡҡа әүрәү сараһы ғына.

Яңғыҙлыҡтан ҡотолоу сараһының иң серлеһе, иң сетереклеһе – әҙәм балаһының үҙ һыңарын эҙләп сәбәләнеүе. Ғүмер эсендә кеше үҙ ишен йә таба, йә юҡ. Уныһы әлеге лә баяғы тәҡдиргә, маңлайыңа нимә яҙылыуына бәйле.

Ун һигеҙ йәшендә Ишбулатҡа кейәүгә сыҡҡан Ғәйшә донъяла бындай төшөнсәләр барлығын яҙа-йоҙа ғына белә ине. Ололарҙан ишетеүен ишетә йөрөһә лә, тормоштоң әлегә тик сөсөһөн татыған ҡыҙ бала уның әсеһен нисек күҙ алдына килтерһен?

Тыумышы күрше райондан булған Ишбулат Сибай механизацияланған колоннаның бер бригадаһы менән уларҙың ауылына электр үткәрергә килде. Егет әлеге төркөмдә шофер булып эшләй ине. Әрме хеҙмәтендә булып ҡайтҡан һәм арыу уҡ теш ҡаҡҡан Ишбулат ҡаҙҙар араһындағы аҡҡош һымаҡ ауылдың башҡа ҡыҙҙарынан айырылып торған Ғәйшәгә күҙ һалды. Күңеле иләҫ-миләҫ килгән ҡыҙ ҙа уға битараф түгеллеген белдерҙе. Ҡыҫҡаһы, бығаса ҡараңғы булған ауылды балҡытҡан Ильич лампалары менән бергә улар араһында мөхәббәт уты ҡабынды.

Эш өйләнешеү тәҡдименә килеп терәлгәс, егеткә яуап бирерҙән алда Ғәйшә әсәһенән кәңәш һораны. Ә ул нимә тиһен? Тәүҙә:

«Әллә...» – тине, торараҡ: «Үҙең беләһең», – тип өҫтәне. Ире һуғышта ҡорбан булған, ике ҡыҙын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырам тип нужа һурпаһын байтаҡ эскән ҡатындың бөтә кәңәше шул булды. Әсәнең «әллә» тигәнен «бәләнән баш-аяҡ» тип аңларға була ине. «Бар», тип әйтһәң, тормошо уңмауы ихтимал. Аҙаҡтан: «Һинең һүҙеңде тыңлап, әрәм булдым», – тип битәрләйәсәк. «Барма», – тиһәң дә ҡыйын, һуңынан кейәү сыҡмай ҡуйһа: «Һинең арҡаңда ҡарт ҡыҙ булып ултырам», – тип өҫтөндән өйҙәй буласаҡ. Әсә кешенең «үҙең беләһең» тигәне ризалыҡ биреүгә һаҡ ҡына ишара ине. Йәнәһе, мин ҡаршы түгел, ләкин бер-бер хәл килеп тыуһа, үҙеңә ҡарап үпкәлә.

Ризалығын ситләтеп кенә белдерһә лә, Ғәйшәнең әсәһе эстән ҡәнәғәт ине. Ниңә тиһәң, элек ололар гонаһ шомлоғо итеп күрәҙәлек ҡылған замандар тыуҙы –тирә-яҡта «ул ҡыҙ ата-әсә фатихаһынан тыш кейәүгә ҡасып сыҡҡан, был ҡыҙ ғәйептән бала тапҡан» тигән хәбәрҙәр ара-тирә ишетелеп тора. Уның ҡыҙы, исмаһам, кәңәшләшә, рөхсәт һорағанын белдерә.

Бар хәл, юҡ ял менән уҙғарылған туйҙан һуң Ишбулат Ғәйшәне үҙҙәренең ауылдарына күсереп алып ҡайтты. Айырым торлаҡ йүнәтеп алғанға ҡәҙәр ҡайны йортонда йәшәргә ҡарар итеп, кейәү егеттең етмештән уҙған ата-әсәһе менән бергә тора башланылар. Ишбулат тәүге йылда совхоздың бер бүлексәһе булған ауылда төрлө эштә йөрөнө, икенсе йылдың йәй аҙағында уны йөк машинаһына ултыртып, урып-йыйыу эшенә ҡуштылар. Ул арала Ғәйшә туптай малай табып алды. Балаға Ишморат тип исем ҡуштылар.

Тормош шулай көйлө генә барғанда, Ғәйшә, баш балаһына ярты йәш тулыр-тулмаҫтан, икенсегә ауырға ҡалды, һирәк-һаяҡ осраған әлеге хәлдең дөрөҫлөгөнә шиге ҡалмағас, ул быны Ишбулатҡа әйтте. Йәнәһе, ҡыуандыра. Уныһы һөйөнөр урынға ризаһыҙлыҡ белдерҙе:

– Нимә, бер дәжжәл әҙерәк була тиһеңме?

Иренең был һүҙҙәре Ишмораттың илаҡлығына төрттөрөү ине. Әйтмәксе лә, уларҙың көтөп алған бәпәйҙәре ифрат мыжыҡ булып сыҡты. Бер илай башлаһа, тымыҙып алырмын тимә. Уның әлеге өйәнәгенән бигерәк тә төндә яфаландылар. Бәлки, ниндәйҙер сир тынғыһыҙлап, шуға илайҙыр, тип, совхоз үҙәгендәге дауаханаға алып барып ҡараһалар, бала һап-һау. Әллә берәй табиптар белмәгән ауырыуҙан ыҙалана микән, тип, шундағы «Уржумиха» ҡушаматлы имсе мөрйәнән әмәлләтеп ҡаранылар, ләкин ул да ярҙам итмәне.

Өйҙә ҡалғандарға еңелерәк ине – баланың көндөҙгө йоҡоһонда уларҙың серем итеп алыу форсаты бар. Ишбулатҡа ҡыйын – төнө буйы йүнләп йоҡламаған көйө көн оҙоно эшләргә кәрәк. Етмәһә, кабинала йылы, йән менән тәнде иҙрәтеп мотор геүләй. Ул хатта бер нисә мәртәбә руль артында йоҡлап китә яҙҙы.

Иренең һөйләнеүе бер хәл, Ғәйшәнең йышлап түл йәйеүе ҡәйнәһенә лә оҡшап етмәне. Баяғы хәбәр ҡолағына салынғас, ул аулаҡта былай тип бупылдап алды:

– Ҡуян һымаҡ һулы һайын бала табамы кеше!.. Зат-зәүерҙә булмағанды...

* * *

Эйе, әйтерһең, Ғәйшә үҙен үҙе ауыр аяҡлы иткән. Ғәрлегенән ятып үлерлек!.. Ул үлеүен үлмәне, әммә йәшлек дыуамаллығы арҡаһында бүтәнсә әсә булыу бәхетенән мәхрүм ҡалды. Ишбулаттың ҡәнәғәтһеҙлегенән, ҡәйнәһенең әсе теленән хурланған Ғәйшә тотто ла ҡатындарҙың толҡатын төшөрөү менән аҫтыртын шөғөлләнгән Фатимаға барҙы. Фатима ҡарында уҡ үгәйһетелгән яралғыны төшөрҙө, ләкин уның артынса аҡҡан ҡанды туҡтата алманы. Әгәр шул көндә Ишбулат төшкө тамаҡ ашарға ҡайтмаһа, хәтәр үҙешмәкәрлектең аҙағы ни менән тамамланыры Хоҙай ҡулында ине.

Күп ҡан юғалтыуҙан өҙлөккән Ғәйшә район үҙәгендәге дауаханала байтаҡ ятты. Йәшлек үҙенекен итте – операцияһын да күтәрҙе, реанимацияһын да үткәрҙе. Ғәйшә аяҡҡа баҫты ла, тик уның ғүмерен һаҡлап алып ҡалған табиптарҙың һығымтаһы аяуһыҙ ине: башҡа бала таба алмаясаҡһың!

Ул дауахананан ҡайтҡанда кескәй Йшморат кәзә һөтөнә өйрәнеп, шуның менән йән аҫрап ята ине. Былай бирешмәгән – төҫ-башы төҙөк. Хатта бер аҙ тулыланып, өлкәнәйеп киткәндәй. Бәлки, оҙаҡһыҙ күрмәгәнгә шулай тойола ғыналыр. Һөйләүҙәренсә, тәүге мәлдә сабыйҙың эсе китеп ыҙалатҡан. Ғәжәп итәһе түгел – кәзә һөтө бит ул! Юҡҡа ғына: «Кәзә һөтө ҡуйы була – ҡаймаҡ була ла ҡуя», – тип таҡмаҡ сығармағандарҙыр. Уның әсә һөтөнән башҡаны татымаған ашҡаҙанына күп кәрәкме инде?

Ғәйшә улын өҙөлөп һағынғайны. Ишектән инеү менән «Балаҡайым!» тип ҡулына алырға ынтылһа, уныһы, әллә ятһыныуҙан, әллә оҙаҡҡа ҡалдырып киткәнгә үпкәләүҙән, уймаҡтай ауыҙын бәлшәйтеп, йәлләмес тауыш менән иланы ла ебәрҙе. Күҙенә йәш һауған Ғәйшә сабыйын күкрәгенә ҡыҫты, йөрәк төпкөлөнән сыҡҡан иркә һүҙҙәр менән йыуатты, әсәһен танып, ҡапыл шымып ҡалған ғәзиз йән эйәһенең маңлайын, биттәрен үпте, сәстәрен һәм муйынын еҫкәне.

Ул Ишморатты кис булғас ҡына ҡулынан төшөрҙө. Унда ла төшөрмәҫ ине – йоҡоһо килгән сабый иҫнәй башланы, бер-ике тапҡыр мышҡылдап алды.

– Әһә, йоҡо тауышы сыҡты, – тине килене алдында үҙен ғәйепле һиҙеүҙән ни биреп, ни ҡуйырын белмәгән ҡәйнә кеше. – Бына, ошо һөттө имә-имә йоҡлап китә торған... Хәҙер мәм-мәм бирәм. Беҙ инде ҙурайҙыҡ, аҡылландыҡ, төндә иламайбыҙ. Шулай бит, улым?..

Ғәйшә һөтлө шешәгә ҡуш ҡул менән сарт йәбешеп имә-имә әүен баҙарына китеп барған сабыйына байтаҡ ҡарап ултырҙы. Бахырҡай, иҫ кермәҫ борон нужа күреп тә өлгөрҙө. Бәхетең бар икән шулай ҙа – әсәң тере ҡалды. Ә бит бөтөнләй икенсе төрлө булыуы мөмкин ине...

Ошоларҙы уйынан үткәреп, йөрәге һыҙлаған Ғәйшә көрһөндө лә:

– Ҡолонсағым!.. Берҙән-берем! – тип ҡуйҙы.

Һуңғы һүҙҙе ҡәйнәһе оҡшатманы:

– Атаҡ, атаҡ! Берҙән-берем, тип ни! Әле йәшһегеҙ, күңелеңде киң тот...

Ғәйшә йәш тулы күҙҙәрен ҡәйнәһенә төбәп, уны бүлдерҙе:

– Минең бүтән балам булмаясаҡ...

Бер һөрөнһәң – иртәнән ҡара кискәсә, тигәндәй, ошонан һуң күп тә үтмәй, Ишбулат бойҙай урлап тотолдо. Был саҡта ураҡтың ҡыҙған мәле ине. Баҫыуҙарҙа һары таңдан ҡараңғы төшкәнгә тиклем комбайндар геүләй, машиналар ырҙын табағына бер туҡтауһыҙ иген ташый.

Эңер ҡараңғылығы ҡуйырғанға хәтле эштән бушамаған Ишбулат бер көндө машинаһының кузовында ике тоҡтай бойҙай алып ҡайтты. Ауылда йәшәгәс, ҡош-ҡорт аҫрамаһаң, булмай. Ә уның өсөн ем кәрәк. Әлбиттә, совхоз малдарына аҙыҡҡа тип ҡалдырылған елгәртелмәгән былтырғы бойҙайҙы яҙҙыртып алып була, ләкин уның өсөн былай ҙа наҡыҫ ҡына эш хаҡынан аҡсаңды тотоп алып ҡалалар. Ошондай хәлдә ауылдағы һәр кем, нисек булдыра ала, шулай яйын табып, үҙ йүнен үҙе күрергә мәжбүр.

Ихаталағы ҡош-ҡорт үҙҙәренә Ишбулат тарафынан инселәнгән бойҙайға ике көн генә тейешеп ҡалды. Өсөнсө көндө иртәнсәк уларҙың өйө янына халыҡ «бубик» тип йөрөткән еңел машина килеп туҡтаны. Унан ике кеше төштө. Береһе совхоздың партком секретары, икенсеһе кейеҙ эшләпә кейгән тәбәнәк буйлы, ҡыҫығыраҡ күҙле таныш түгел әҙәм. Был ваҡытта Ишбулат күптән эштә, Ғәйшә йоҡонан яңы уянған бәпәй менән булыша, ҡайныһы төнгөлөккә тышап ебәрелгән атын ҡарарға киткән, ә ҡәйнәһе, әмәлгә ҡалғандай, иркенгә сығарырҙан алда ашатайым тип, ҡаҙҙарға ем биреп йөрөй ине. Теге икәүҙең ҡапҡанан килеп инеүе әбейҙең бер-береһен тапай-тапай ризыҡҡа ынтылған ҡаҙҙарҙың тағарағына бойҙай һалып торған мәленә тура килде.

– Әһә! – тине партком секретары, һаулыҡ-фәлән һорашып тормаҫтан, – бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәрме әле?..

Ғәйшәнең ҡәйнәһе, көтөлмәгән хәлдән тертләп, ҡулындағы алдырын төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ахырҙа, албырғауҙан:

– Әле һаумыһығыҙ! – тигән булды.

– Һаубыҙ, һаубыҙ, – тип дауам итте партком. – Бойҙай ҡайҙан?

– Белмәйем. Төнә улым алып ҡайтты, рәхмәт төшкөрө.

Шул саҡта кейеҙ эшләпә телгә килде:

– Ләғнәт төшкөрө тип әйт. Һинең улың – бур, дәүләт милкенә ҡул һоноусы!

Өҫтөнә кинәт боҙло һыу һибелгәндәй тойғо кисергән әбей ҡурҡа төштө. Ҡапыл быуынһыҙға әүерелгән ҡулы ҡалтырап, тотоп торған алдыры тағараҡҡа йомолған ҡаҙҙар өҫтөнә ҡапланды. Үҫмер сағың яуҙан алдағы шомло йылдарға, йәшлегең һуғыш ваҡытына тура килһә, ҡурҡмаҫ ереңдән ҡурҡырһың! Ул хәйерһеҙ йылдарҙа бер ус бойҙай өсөн әҙәмдәрҙең башын төрмәгә тыҡтылар бит... Уй, ҡалай ҡурҡыныс хәбәр һөйләй бынау бәндә, әстәғәфирулла! Партком таныш, уныһы, ярай, үҙебеҙҙең кеше. Ә был кем икән? Милиция тиер инең – кейеме оҡшамаған.

Үҙе өсөн түгел, улы өсөн хафаланған әбей, хәлдең ҡырҡыулығын бер аҙ йомшартырға була:

– Ҡустым, һин кем булаһың әле? Танымай торам, – тине, кейеҙ эшләпәгә ҡарап.

Юлдашы өсөн партком секретары яуап бирҙе:

– Ул халыҡ контроле комитетының башлығы, райондан килгән. Улығыҙ бойҙай алып ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк ауылығыҙҙан кемдер уға хәбәр иткән. Иптәш шуны тикшереп йөрөй.

Был һүҙҙәрҙән кәүҙәһен турайтыбыраҡ ҡуйған район түрәһе үҙе телгә килде:

– Дә-ә... Хәбәр дөрөҫләнде. Эш ҡағыҙҙа ҡалды.

Бынан һуң халыҡ контроле комитеты рәйесе, ҡырт боролоп, сығыу яғына йүнәлде, уның артынан партком секретары эйәрҙе. Ҡурҡыуҙан, шомло уйҙарҙан шаңҡыған әбейҙең ҡолағына уларҙың үҙ-ара һөйләшкән: «факт... акт... совхоз директоры... прокуратура...» тигән айырым һүҙҙәре генә салынып ҡалды...

* * *

Совхоз директоры ҡайҙандыр ситтән килгән Нестеренко фамилиялы украин кешеһе ине. Элекке колхоздар урынына совхоздар ойошторола башлағас, уларҙың етәкселәрен тәғәйенләп ҡуйыу тулыһынса райкомдар ҡулына күсте. Күпселек осраҡта совхоз директорҙарын икенсе яҡтан килтереп ҡуйыу үҙенсә бер йолаға әүерелеп киткәйне. Ғәҙәттә, ул икенсе милләт кешеһе була. Быныһы үҙенең ҡул аҫтындағыларға һәм урындағы халыҡҡа ҡарата аяу белмәһен өсөндөр инде.

Тормошта һәр ҡағиҙәнең сығармаһы була. Шуның шикелле, Нестеренко ҡанһыҙ уҡ кеше түгел ине. Әлбиттә, етәксе булараҡ ҡатҡыл, ҡул аҫтындағыларға ҡарата талапсан. Әммә Хоҙай Тәғәлә уға эш артында тере кешеләр торғанлығын күреү һәләтен биргәйне. Нәҡ шул кеше йәнлелеге арҡаһында ул, халыҡ контроле комитеты рәйесе менән һөйләшеп, эште прокуратураға алып барып еткермәү сараһын күрҙе, совхоз милкенә ҡул һуҙыусыға ҡарата урында ҡаты яза бирергә вәғәҙә итте.

Фәлсәфәүи күҙлектән ҡарағанда, Нестеренконың «ҡаты яза» тигәнен ташҡа үлсәйем тип атап булыр ине. Ул Ишбулатты үҙенә саҡыртып, оялтыу ҡатыш битәрләү телмәре тотоп алғандан һуң, башын баҫып шымтайып ултырған ғәйеплегә ошондай хөкөм сығарҙы:

– Мин һине эшендән ҡыуырға мәжбүрмен. Шау-шыу баҫылғансы, берәй ерҙә йөрөп торорһоң. Аҙаҡтан күҙ күрер...

Совхоз директоры был эште ошолай ғына үткәреп ебәрергә уйлағайны. Ихтимал, ул Ишбулатты яңынан ултыртыр ине машинаһына, һәр хәлдә Нестеренконың «аҙаҡтан күҙ күрер» тигәне шуға ишара ине булһа кәрәк. Әммә халыҡ контроле комитеты рәйесенең был тәңгәлдә үҙ фекере бар ине. Ул, Нестеренко менән асылда ризалашһа ла, башҡаларға ғибрәт булһын өсөн, урып-йыйыу барышында район күләмендә ҡылынған мутлыҡтар тураһында урындағы гәзиттә мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. «Дәүләт милкенә ымһыныусылар» тип аталған ул мәҡәләләге өс-дүрт кеше араһында Ишбулаттың да фамилияһы бар ине.

Уларҙың ауылды ғына түгел, хатта республиканы ташлап китеүенә тап шул мәҡәлә сәбәпсе булды. Үҙенең эштән ҡыуылыуына ла, бүлексәлә төрлө эш тәҡдим итеүҙәренә лә күнеп, уларҙы ғәҙел яза рәүешендә ҡабул итергә әҙерләнгән Ишбулат совхозға ғына түгел, бөтә районға рисуай булыу ғәрлеген күтәрә алманы. Бер нисә көн хурлыҡтан ҡара янып, уйланып йөрөгәндән һуң, ул эш эҙләп, күрше Силәбе әлкәһенең Ҡыҙыл районына сығып китте. Сәфәргә юлланғанда болотло көндө хәтерләткән Ишбулат ике тәүлектән ҡояш кеүек балҡып ҡайтып инде.

– Эш беште! – тине ул, ишектән инер-инмәҫтән. – Муйын булһа, ҡамыт табылмай торғаны бармы? Күсеп китәбеҙ! Ҡайҙа ла бер ҡояш...

Шулай итеп, йәш ғаилә Ҡыҙыл районындағы Богдановск совхозының үҙәк усадьбаһынан алыҫ түгел урынлашҡан Гусевка ауылында йәшәй башланы. Ул совхоздың икенсе бүлексәһе ине. Халҡы ҡатнаш – сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү кампанияһы барышында яңы ойошторолған хужалыҡҡа илдең төрлө төбәгенән йыйылғандар. Халыҡ әйтмешләй, ҡырҡ ата балаһы. Күбеһен урыҫтар тәшкил иткән совхозда комсомол путевкаһы буйынса килеп төпләнгән украиндар, белорустар ҙа йәшәй. Мосолман халыҡтарынан ҡаҙаҡтар бар, башҡорттар ҙа байтаҡ ҡына.

Төп йүнәлеше игенселек булған хужалыҡта механизаторҙар етешмәй ине. Шуға күрә, Ишбулатты барыу менән өр-яңы тракторға ултырттылар, бер нисә ғаиләгә иҫәпләнгән барактан фатир бирҙеләр. Ҡайҙа ла бер ҡояш тиһә лә, ул бында башҡасараҡ булып сыҡты. Дөрөҫөрәге, ҡояш шул уҡ, әммә уның нуры икенсерәк ине. Сағыштырыу өсөн әйтелгән был кинәйәгә бәйле мөғжизәләр йәш ғаилә Гусевкала төпләнгәс тә башланды. Иң тәүҙә, Ишбулат менән Ғәйшәне ғәжәпләндереп, бүлексәләге ферманан уларға бушлай бер һыйыр малы бирҙеләр. Ул йәш ғаиләләрҙе ҡыҙыҡтырып, яңы совхозға эшсе көстәрҙе йәлеп итеү өсөн булдырылған йола, имеш. Баҡтиһәң, был аптырауҙың башы ғына икән. Аҙна-ун көн үтеүгә, уларҙың ҡураһы эргәһенә өлкән кәбәндәй бесән бушатып киттеләр, тағы бер нисә көндән ҡышҡа етерлек утын алып килеп ауҙарҙылар. Был хәстәрлектәр ҙә совхоз хеҙмәтсәндәре хөкүмәт эшенән албырғамаһын, шәхси хужалыҡтарындағы мәшәҡәттәре менән баш ҡатырмаһын өсөн күрелә икән.

Шулай ҙа, Ишбулат менән Ғәйшәнең иҫтәре киткән күренеш – бында ҡош-ҡорт еменә иркенлек булды. Уны хөрриәт тип атап була, сөнки ҡаҙ, өйрәк аҫраған, тауыҡ көткән һәр ғаиләнең өй алдына иген ташыған машиналарҙан асыҡтан-асыҡ бойҙай бушатып китәләр икән. Һәр кемде тигеҙ ҡарағас, бер-береһен ошаҡлау ҙа, уғрылыҡ та юҡ. Әлбиттә, утын, мал һәм ҡош-ҡорт аҙығы буш түгел – улар өсөн иң кескәй баһа менән эш хаҡынан тоталар. Эшселәрҙе дәртләндереү маҡсатында, юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкәндәрҙең бурыстарын иҫәптән бөтөнләй юйып ташлау ҙа киң таралғайны бында. Иң ғәжәбе шул: баяғы хеҙмәтләндереү өсөн күпме генә тотһалар ҙа, бындағы эш хаҡы тыуған яҡтағы совхоздағынан күпкә юғары ине.

Гусевкала ун йылға яҡын йәшәү дәүерендә Ишбулат менән Ғәйшә, серегән бай уҡ булмаһалар ҙа, хәлле кешеләр рәтенә инделәр. Ишморатҡа биш йәш тулғас, бүлексәлә быҙау ҡараусы сифатында эш башлаған Ғәйшәнең хеҙмәт хаҡы иш янына ҡуш булып, йыйған болдары артҡандан-арта барҙы. Йәштәр, совхоз бүләк иткән һәүкәштең түлен ишәйтеп, ике һыйыр һауалар ине. Уларҙың береһенән тыуған башмаҡты һәр йылда ҡышҡы һуғымға ҡалдырып, икенсеһенекен көҙ көнө тереләй совхозға тапшырып торҙолар. Ул да өҫтәмә табыш сығанағы ине.

Донъяла мәңгелек бер ҡанун бар: балыҡ һыуҙың үренә, халыҡ һыйҙың түренә ынтыла, һарҡыта әйткәндә, һәр йән эйәһе яйлынан-яйлыны көҫәй, уңайлынан-уңайлыға ымһына. Тереклектең тәбиғәтенә шулай һалынған. Кешеләрҙе генә алайыҡ. Әлеге сифат әҙәм балаларының һәммәһенә лә хас булыу сәбәпле, элек-электән ерҙәге барлыҡ талаш-тартыш менән ҡан-яу шул уңайлыҡтарға һәм өҫтөнлөктәргә эйә булыу өсөн көрәш нигеҙендә тыуған. Ҡыҫҡаһы, уңайлылыҡҡа, ләззәткә ынтылыу юлында яҡшыһынан яманы, именлегенән фажиғәһе күберәк. Быға тарихта миҫалдар бихисап. Артабан һүрәтләнәсәк ваҡиғалар ҙа быға бер дәлил.

Елкенсәк етә, юҡ бөтә тигәндәй, ул арала Ишморат Гусевкалағы башланғыс мәктәпте тамамланы. Был тирәләге урта мәктәп Богдановкала, ләкин унда уҡыр өсөн әлегә ятағы юҡ. Көн дә йөрөп уҡырға бала кеше өсөн ара байтаҡ ҡына – ун-ун ике саҡрым. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеү зарур: белем биреү эшен камиллаштырыу совхозда әлегә хәл ителеп бөтмәгән мәсьәләләрҙең береһе ине. Шуға күрә, хужалыҡтың бүлексәләрендә йәшәгән ата-әсәләр, балаларын артабан уҡытыр өсөн, уларҙы Богдановкалағы таныш-белештәренә, туған-тыумасаларына урынлаштырырға мәжбүрҙәр.

Богдановкала ни йүнле дуҫ-иштәре, ни зат-зәүерҙәре булмаған Ишбулат менән Ғәйшә, төрлөсә уйлап ҡарағандан һуң, үҙәк усадьбаға күсергә ҡарар иттеләр. Ә ниңә форсат барҙа күсмәҫкә? Унда урта мәктәп, дауахана, бына тигән культура йорто, магазиндар һәм башҡа кәрәкле ойошмалар. Ҡыҫҡаһы, тормош шарттары бөтөнләй башҡа. Икенсенән, Ишбулаттың күптәнге ниәте – машинала эшләү. Өҫтөнлөклө яҡтарын нисек кенә маҡтама, трактор – трактор инде. Ни тиһәң дә, шофер – уның бала саҡтан хыяллана йөрөп эйә булған һәм яратҡан һөнәре. Ишбулат үҙенең теләген уйынлы-ысынлы итеп бер-ике тапҡыр автогараж мөдиренә белдереп тә ҡуйғайны. Мөдир былай кире һуҡманы, кил, ҡарарбыҙ, тине, әгәр кәрәк булһа, уны автогаражға күсереү тураһында совхоз директоры менән үҙе һөйләшергә вәғәҙә итте.

Тап килһә, килә бит: йәй уртаһында Богдановканан Латвияға күсеп китергә әҙерләнгән бер ғаиләнең шәхси йорттарын һатырға йыйыныуы ишетелде. Быны яҙмыштың йылмайыуы кеүегерәк ҡабул иткән Ишбулат менән Ғәйшә, әлеге йортто һатып алып, үҙәк усадьбала йәшәй башланылар. Ишбулат бер йыл яғыулыҡ ташый торған машинала эшләне. Уның важибәтенә совхоздың бер нисә бүлексәһендәге техниканы бензин, солярка менән тәьмин итеп тороу, нефтебазанан урындағы резервуарға яғыулыҡ ташыу эштәре ҡарай ине. Икенсе йылына Ишбулатты йөк машинаһына ултырттылар. Махсус белеме менән һөнәре булмаған Ғәйшә Богдановкалағы икмәк бешереү цехына эшкә урынлашты.

Тормош шулай гел көйлө һәм тигеҙ генә барһа икән! Үкенескә күрә, уның көтөлмәгән боролоштары, хәтәр һикәлтәләре һағалап ҡына тора. Ишбулат барып юлыҡҡан бәләне упҡын тип атарға була, сөнки күк йөҙөндәй зәңгәр ике күҙ уны төпһөҙлөгә менән арбаны. Сираттағы рейс алдынан тәмәке һатып алырға аҙыҡ-түлек кибетенә барып инһә, унда һыу һөлөгөндәй һатыусы тора. Ҡашыҡҡа һалып ҡына йотмалы тиһәк, уның Хоҙай биргән һылыулығы аңлашылыр, моғайын.

Һатыусыны күргән көндән алып тынғылығын юғалтты Ишбулат. Ятһа ла, торһа ла теге күк йөҙөндәй ике упҡын-күҙ уйынан сыҡмай маҙаһыҙлай. Улар Ишбулатты көндән-көн нығыраҡ арбай, татлы хыял булып үҙҙәренә әйҙәй. Аҡылға буйһонмаған йөрәк күкрәк ситлегенә һыймай талпына, аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре әлеге кибет яғына ыңғайлай.

Ишбулаттың тынғылығын ғына түгел, башын юғалтырға мәжбүр иткән һатыусының исеме Фая булып сыҡты. Ҡасаба халҡының теле менән әйтһәк – Файка. Нуғайбәк ҡатыны икән. Иренән айырылғас, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китеп, яңыраҡ Богдановкаға килеп юлыҡҡан. Утыҙ йәштәр самаһындағы Фая, ысынлап та, ғәжәп һылыу ине. Әйтерһең, даһи рәссам яҙған картинанан төшкән – ҡарап тороуға килмәгән ере юҡ. Ул урамдан үткән саҡта ҡасаба өҫтөндә тылсымлы нурҙар уйнап, ике яҡтағы йорттар ҡыуаныстан балҡып торған төҫлө ине. Ә, бәлки, ул иҫен юйыр дәрәжәлә ғашиҡ булған Ишбулатка ғына шулай тойолғандыр, һәр хәлдә, иҫен юймаған кеше үҙенең ғаиләһен, улар алдындағы бурысын онотамы ла, шул йәштә үлә яҙып икенсе ҡатынға әүрәйме? Йә иһә, аңын-тоңон белмәйенсә һәләкәтле упҡынға ташланамы?

Һөйәркәһенә яҡыныраҡ булыр өсөн рабкопҡа шофер булып урынлашҡан Ишбулат менән Фаяның эҫенешеүҙәренә ярты йыллап ваҡыт уҙғас, уларҙың шипкерте бөтә ҡасабаға фаш булды. Август урталарының иҫ киткес сыуаҡ бер көнөндә Бауыржан исемле оло ғына ҡаҙаҡ Тулыбай тигән ерҙә совхоз таналарын көтөп йөрөй ине. Һалам эҫкерте янында туҡтап торған машинаны күргән шул көтөүсе, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса, ғиш-ғишрәт менән мауығышып ятҡан Ишбулат менән Фаяның өҫтәренә барып сыҡты. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡаҙаҡтың тештәре сағыштырмаса теүәл ине. Шуға күрә, утыҙ тештән сыҡҡан хәбәр утыҙ өйгә таралды, тип ҡурҡмайынса әйтергә була. Әйтәгүр, был көндәрҙә өр-яңы ваҡиғаны сәйнәп бөтә Богдановка тыш-быш килде. Хатта бер йор һүҙлеһе әлеге мажараға арнап шиғри көләмәс сығарҙы:

Бери Файку,

Езжай на Тулыбайку,

Стели фуфайку...

Аҙағы оятһыҙ һүҙҙәр менән сыбарланыу сәбәпле күп нөктә ҡуйырға тура килгән был ауыҙ-тел ижады өлгөһө һәм уның тыуыуына этәргес биргән шаҡ ҡатырғыс хәбәр Ғәйшәгә лә ишетелде. Тик ул ҡапылғара быға төшөнмәне, сөнки кеше ышанмаҫ һүҙҙе аңы ҡабул итмәне. Абау, ни һөйләйҙәр ул? Ҡалай ҡурҡыныс хәбәр! Кит, булмаҫ, моғайын, ғәйбәттер әле!..

Их, ҡана һуң, ғәйбәт кенә булһа! Ул саҡта быға тиклем һәйбәт кенә йәшәп ятҡан ир менән ҡатын араһында оло ғауға ҡупмаҫ ине, ғүмерҙә уйламаған рәнйеү ҡатыш нәфрәтле һүҙҙәр әйтелмәҫ ине. Был һүҙҙәр хурлыҡтан, ғәрлектән илаған Ғәйшәнең йөрәгенән урғылды, әсе күҙ йәштәренә мансылып Ишбулатты ҡайыҙланы:

– Оятһыҙ! Хыянат итер булғас, ниңә минең башымды ҡаңғырттың, ниңә ун биш йыл буйы йәшәнең? Майыңа сыҙай алмай башланыңмы, ҡарт сусҡа?.. Ул бисәнең ҡайһы ере минекенән артыҡ? Әллә бер ағзаһы алтын, икенсеһе көмөшмө? Уйнаш тәүҙә балдан татлы, һуңынан тиҙәктән һаҫыҡ. Шуны ла белмәйһеңме, битһеҙ?.. Хурлығы ни тора! Егет булып бөткән балаңдан оялыр инең әҙерәк!.. Хәҙер үк сығып кит, күҙемдән юғал! Йәшә шул кәнтәйең менән. Ана Файкаң, ана тора фуфайкаң – түшәп ятырға кәрәк булыр. Дүрт яғың ҡибла!..

Ярһыған ҡатын Ишбулаттан аҡланыу һүҙҙәре көткәйне, ул бөтәһен дә инҡар итә башлар, бар ғәйепте һөйәркәһенә япһарыр, тип уйлағайны. Бер аҙҙан ғәйебен танып, ғәфү үтенер, гонаһын ярлыҡауҙы һорар, тип өмөтләнгәйне. Бындай осраҡта, бәлки, сатнаған тормоштары кире ялғанып та китер ине – ҡатын-ҡыҙ йәне иреүсән, булмышы кисереүсән бит ул. Ләкин Ишбулат ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәне – күрәһең, тәтәй һөйәркәнең матурлығынан ҡамашып, күңел күҙе һуҡырайғайны. Икенсенән, дөрөҫ һүҙгә ни тип кенә яуап ҡайтарһын инде? Ул өн-тынһыҙ урынынан торҙо ла, иң кәрәкле әйберҙәрен ҙур ғына сумкаға тултырып алып, һаубуллашып та тормайынса өйҙән сығып китте...

Шулай ҙа, Ғәйшәнең күңел төбөндәге йәшерен теләге ҡабул булды – күрәһең, ул фәрештәнең «амин» тигән сағына тура килгәйне. Бер йыл элек һөйәркәһен ҡултыҡлап, әллә кем булып БАМ төҙөлөшөнә юлланған Ишбулат көндәрҙән бер көндө бахыр ғына ҡиәфәттә беренсе ҡатыны алдына килеп башын эйҙе:

– Ғәфү ит инде мине, Ғәйшә! Ныҡ яңылыштым – һин дөрөҫ әйткәнһең. Нишләтһәң дә ризамын, тик ҡыума ғына! Башҡаса сит ҡатын-ҡыҙға әйләнеп тә ҡарамаясаҡмын. Билләһи!..

– Юҡ инде, ҡушағам! – тип уны бүлдерҙе Ғәйшә. – Бер алданғаным да еткән. Ә-ә, яңылышҡаныңды яңы аңланыңмы ни? Тормошобоҙҙо үҙең боҙҙоң, яҙмышыңды үҙең һайланың. Инде хәҙер мин нимәгә кәрәк – һинең ҡурсаҡ кеүек бисәң бар бит...

– Юҡ шул, – тине Ишбулат бошонҡо ғына итеп, – ташланы ул мине, бер урыҫ егете менән ҡасып китте.

Бер йыл эсендә танымаҫлыҡ булып уҫалланған Ғәйшә асыҡтан-асыҡ мыҫҡыллауға күсте:

– Ай-яй-яй!.. Ҡалай әрәм булған, йә инде! И-и, меҫкен, шундай һәйбәт бисәнән ҡолаҡ ҡаҡҡас, зар илағанһыңдыр инде...

– Ярай, көлмә, йәме...

– Ә ниңә? – тип дауам итте Ғәйшә. – Ысынлап та, дан бисә икән – һине, ҡарт ишәкте шартына килтереп уҡытҡан бит! Ҡалай ғына йәтеш иткән! Мин маҡтайым уны. Хатта уға хөрмәтем артып китте. Башҡаса осратып булмаҫ инде, күрһәм, рәхмәт йөҙөнән күлдәк кейҙерер инем шул Файкаға.

– Һинең алдында ғәйебем ҙур, Ғәйшә. Шайтан ҡотортто. Ана, атта дүрт аяҡ, ул да һөрөнөп китә. Улыбыҙ хаҡына кисер, зинһар.

– Аһ-аһ!.. Балаһы бар икәне иҫенә төшкән берәүҙең! Ай, афарин, Файка – көлкөңдө генә түгел, хәтереңде лә яңыртҡан!

– Зинһар ярлыҡа. Теләйһеңме, алдында тубыҡланам.

– Юҡ! Теҙләнеү түгел, имгәкләһәң дә ярлыҡау булмаясаҡ!..

Шулай ҡырт киҫте Ғәйшә. Ғорурлығына баш була алмайынса, ҡаты бәғерлелек күрһәтте. Ә бит ваҡытында унан да нескә, йомшаҡ күңелле кеше юҡ ине. Ғәйшәнең йөрәге хыянат тыуҙырған ғәрлек һәм кәмһенеү уттарында янып-көйҙө, айырылышыу ғазаптарынан һыҙланы, һағыштарынан һарғайып кипте. Ҡасандыр саф булған һөйөү хистәрен көнө-төнө түгелгән әсе күҙ йәштәре йыуып төшөрҙө. Улар урынына йәндә нәфрәт тойғолары хасил булды. Ә нәфрәт күңелде ҡатыра ғына...

Бынан һуң ярты йыл үткәс, Ғәйшәнең берҙән-бер йыуанысы һәм терәге булған Ишморат әрме хеҙмәтенә алынды. Әсә улын Ҡыҙылға тиклем оҙата барҙы. Район үҙәгендәге хәрби комиссариат алды хеҙмәткә алынған егеттәрҙе оҙатыусылар менән тулы. Хушлашыу мәлендә генә була торған төрлө ауаздарҙан майҙан гөж килә. Бер нисә урында ойошторолған түңәрәк эсендә өҙҙөрөп гармун тарталар, бейейҙәр. Ана, ситтәрәк урта йәштәрҙәге ата менән әсә рюкзак аҫҡан улдарына кемуҙарҙан кәңәш-теләктәрен әйтә, икенсе яҡта буласаҡ һалдат үҙенең һөйгән ҡыҙы менән хушлаша. Бер һүҙ менән әйткәндә, оло баҙар, кесе йәрминкә!

Һаубуллашыу ваҡытында бар көсөнә күтәренке күңелле булырға тырышҡан Ишморат шулай ҙа түҙмәне – майҙанда шау-гөр килгән халыҡ төркөмөнә бер килке ҡарап торғандан һуң, күңелен өйкәгән тойғоһон белдерҙе:

– Их, әсәй, юҡҡа ғына индермәнең атайҙы! Исмаһам, мине лә икәүләп оҙатыр инегеҙ...

Ишмораттың был хыялы тормошҡа ашты – күрәһең, ул саф йөрәктән ихлас әйтелгәйне. Эйе, Ишбулат менән Ғәйшә берҙән-бер улдарын икәүләп оҙаттылар. Тик был әрме хеҙмәтенән тутыя табутта ҡайтҡан һалдаттың һуңғы юлы ине.

Фажиғә тураһындағы тетрәткес хәбәр ғүмерҙә күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән Афғанстандан килде. Ул ишетелгәндә ҡара көҙ ине. Хәбәр артынса, яҙ көнө генә әрмегә киткән Ишморат тыуған йортона инеп ятты. Дөрөҫөрәге, хәрби кейемдәге өс-дүрт кеше уның тутыя табуттағы кәүҙәһен ҡайғынан ҡара көйгән Ғәйшәнең өйөнә индереп һалды. Я, Раббы! Өнмө был, әллә төш кенәме?.. Өндөр, ахырыһы – төш улай уҡ ҡурҡыныс булмаҫ. Атаҡ, ни һөйләйҙәр ул? Имеш, уның улы ниндәйҙер интернациональ бурыс үтәгәндә батырҙарса һәләк булған?! Һуң, ул бит әрмегә үлергә түгел, ә хеҙмәт итергә киткәйне. Ишморатмы был? Әгәр ул булһа, нишләп табутты астырмайҙар, йөҙөн күрһәтмәйҙәр? Бәлки, был бөтөнләй Ғәйшәнең улы түгелдер? Бынау хәрбиҙәр нимәнелер бутап, яңылышып йөрөмәйҙәр микән? Ысынлап та, был Ишморат түгел шикелле. Әгәр шулай булмаһа, уны Башҡортостанға алып ҡайтып, мосолман зыяратына ерләргә рөхсәт итерҙәр ине. Имеш, һалдат ҡайҙан саҡырылған хәрби хеҙмәткә, шунда ер ҡуйынына тапшырылырға тейеш.

Ишморатты һуңғы юлға бөтә ҡасаба оҙатышты, тиһәң дә була. Йәненә иҫ киткес ауыр ҡайғы ишелеүҙән, Ғәйшә бер нисә мәртәбә иҫен юғалтты. Өҫтөнә күк көмбәҙен ҡаплап алған ҡуңыр болоттар түңкәрелде, донъя төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа сумды тигәндә, уны уколдар ҡаҙап әсе ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙылар. Аһ, ниңә уны көсләп бынау ғазаплы донъяға кире тартып алалар!.. Инде тормоштоң ни мәғәнәһе? Ғәйшәгә бит был донъяға ҡарағанда, улы юлланған теге донъя ҡәҙерлерәк!..

Иҫе үңгәләгән Ғәйшә ул ҡәһәрле көндәге ваҡиғаларҙы урыҡ-һурыҡ булып үткән мәхшәр төҫлө генә хәтерләй. Унда, бер-береһен алмаштырып, ниҙер һөйләнеләр, бер нисә тапҡыр мылтыҡтан аттылар. Кемдәрҙер иланы, ҡайһы бер кешеләр уны ҡосаҡланы, ҡайғыһын уртаҡлашты. Бәй, Ишбулат та бында, имеш. Уға ла ҡыйындыр – улы бит. Ҡыҙыҡ, ҡайҙан ишетте икән? Хәйер, уға аптырайһы түгел – ана бит, төрлө ерҙән күпме халыҡ йыйылған. Ләкин Ишморат был донъяла инде булмағас, уның урынына бер өйөм ҡара тупраҡ ҡына тороп ҡалғас, был һүҙҙәрҙең, ул ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүҙәрҙең ни мәғәнәһе? Улар кемгә кәрәк? Кемгә? Кемгә?..

Хәтирәләренең мәңге уңалмаҫ яралай әрнеп торған ошо тәңгәленә килеп еткәс, Ғәйшә әбей айнып киткәндәй булды. Әйтерһең, нисәмә йылдар буйы һулҡып, үҙен әленән-әле һиҙҙертеп торған йәрәхәт уны һиҫкәндереп, ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Туҡта, нишләп ултыра әле ул? Хат яҙа. Кемгә? Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән сит-ят бер кешегә. Әйтмәксе лә, ә уға кәрәкме был хат? Ғәлләм Болғари Ғәйшә әбейҙең хатына ла, үҙенә лә мохтажлыҡ кисереүе бик икеле. Уның баяғы календары баҫылып сыҡмаҫ борон булһа, бер хәл. Унда ла, дини яҡтан өйрәнсек бер ҡарсыҡтың төпкөлдән яҙған хатын ҡолағына әллә элер ине, әллә юҡ. Дин өйрәтеүенсә, хатта һәр төрлө кәмселектәрҙән азат булған Аллаһы Тәғәлә һис бер йәнгә мохтажлыҡ кисермәй. Киреһенсә, ике донъяны бар ҡылыусы ғаләмдәр хужаһына үҙе мохтажлыҡ кисерә бәндә. Уҡымышлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙе Алланың бер ҡоло булған кешегә Ғәйшә әбейҙең хаты нимәгә хәжәт? Бигерәк тә, уның яҙғанына ризаһыҙлыҡ ғәләмәте.

Ҡыҙыулыҡ менән яҙа башлаған хатты дауам итеүҙең мәғәнәһе ҡалманы. Ғәйшә әбейҙең изге ниәттән тоҡанған теләге һүрелде. Уның күңелендә бары тик үкенеү менән ғәрлек араһындараҡ торған әсе тойғо ҡалды. Ғәҙәттә, кемгәлер үҙеңдең хәлеңде аңлатырға йыйынып та, тыйылырға мәжбүр булғанда күкрәктә ошондай хистәр ҡайнаша. Ярай, уныһы ла баҫылыр әле – тормоштоң ғазаптарын үткәреп өйрәнгән баш. Сабырлыҡ кәрәк. Әлбиттә, тел һөйәкһеҙ – ни әйтмәҫ тә, ни һөйләмәҫ. Уға ҡалһа, Ғәйшә әбейҙең әйтер һүҙе юҡмы ни? Ул күргәнде күрһә, Ғәлләм Болғари анау һөйләмде яҙырға ҡыймаҫ ине, моғайын. Ә әйтәһе һүҙҙәргә килгәндә, Ғәйшә әбейҙең күңелендә улар бихисап. Уның күргән-кисергәндәрен бәйнә-бәйнә яҙа башлаһаң, хатҡа түгел, китапҡа һыймаҫ ине. Мәҫәлән, улының фажиғәһенән аҙаҡ ауырып аяҡтан йығылыуы, оҙаҡ ваҡыт дауаханала ятыуы, йәненең үлем менән йәшәү араһында өҙгөләнеүе, донъянан төңөлөр дәрәжәгә етеп өмөтһөҙлөккә бирелеүе. Ахыр сиктә тыуған ауылға ҡайтып, күптән мәрхүмә булған әсәһенең өйөнә килеп йығылыу. Ә яңғыҙлыҡтың йоҡоһоҙ төндәрендә, толҡаһыҙ көндәрендә яралған уйҙар һуң? Уларҙы яҙыр өсөн диңгеҙ һыуынан ҡара иҙһәң, ул да етмәй ҡалыр ине. Ихтимал, Ғәйшә әбей үҙенең бөтә ғүмер юлын берәй саҡ хәтирә рәүешендә яҙып ҡалдырыр. Береһен дә йәшермәйенсә барлыҡ һөйөнөстәре менән көйөнөстәре, күҙ асып йомғансы йәшнәгән йәшендәй ҡыҫҡа рәхәттәре менән оҙон-оҙаҡ күкрәгән күктәй дауамлы хәсрәттәре мөлдөрәмә тулы тормошон тасуирлар. Әлбиттә, унан иҫтәлек һәм аманат итеп бағышлар нәҫел ҡалмай, шулай ҙа был күңел йәдкәренең киләсәк быуындар өсөн ғибрәт вә фәһем булыуы бар.

Мәүлит Ямалетдин.

"Шоңҡар" журналы төркөмөнән алынды.

Тамамланмаған хат. Мәүлит Ямалетдин
Тамамланмаған хат. Мәүлит Ямалетдин
Автор:
Читайте нас: