+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2023, 21:00

Йәнбикә, йәки әжәлдәрең етһә

- Әбей, – тине Сәмерхан, кухняла ҡыштыр-ҡыштыр нимәлер эшләп йөрөгән Үлмәҫбикә ишетһен өсөн, тауышын күтәрә биреберәк. – Әбей! - Ни булды? – тегеһе бабай эргәһенә сыҡманы, әммә ҡыштырҙауын ҡуйып торҙо. – Әллә, мәйтәм, ауылға ҡайтып киләйекме?Был хәбәрҙән һуң Үлмәҫбикә, итәгендәге алъяпҡысына ҡулын һөртә-һөртә, ҡарты яғына сыҡты.– Бынағайыш, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ, – тине ул көттөрөп кенә. – Кемгә төбәп ҡайтмаҡсыһың? Уттай ҡыҙыу эш мәлендә кем һине ҡолас йәйеп көтөп тора?Ҡарты өндәшмәне.– Әллә туйға килгәндә берәйһе саҡырып ҡайтҡайнымы?Әбейенең үҙенә төбәлгән үткер ҡарашынан Сәмерхан кесерәйеп ҡалғандай тойолдо.– Юҡ та. Хәлемде үҙең күреп тораһың, бөгөн былай, иртәгә... кем белә. Йәшәгән саҡлы йәшәп булмаҫ. Ҡунаҡҡа түгел, ҡайтып күреп кенә килһәк тигәйнем.– Теләһәң нишлә, мин бармайым. Инде мин йәш түгел, анауынсама ергә барып, көнөндә урап ҡайтырға. – Үлмәҫбикә үпкәләгәнен белдерергә тырышып, бәлки, Сәмерханды уйынан дүндерергә теләптер, ҡаты баҫып кухняһына ыңғайланы.– Әләйһәң, Фәрит күренһә, өндәшсәле, инеп сыҡһын.Сәмерхан, өй йылы булыуға ҡарамаҫтан, юрғанын рәтләп ябынды. Йәйҙең матур көнөндә ошолай кеше көнлө булып ятыуына эсе бошто. Юғалтҡан һаулығын кире ҡайтара алмаҫын белә, йүнәлергә өмөт тә итмәй. Ярай әле, мәлендә шуны аңлап, ҡыҙының туйын үткәреп ҡалды. Үлһә лә үкенмәҫ ине лә, бынау малайы йәлке. Атаһы барҙа башлы-күҙле була алмай ҡала. Әрмеһенән имен-аман йөрөп ҡайтһа, егет кеше бирешмәҫ тә ул. Институттың ике курсын бөтөрөп китте, ҡайтҡас, Алла бирһә, тамамлап, ҡулына һөнәр алһа, ҡайҙа барһа ла юғалмаҫ.Өфөлә дауаханала ятып, ауырыуынан төҙәлеп булмаҫын белеп ҡайтҡас та, туйҙы үҙе ҡабаландырҙы Сәмерхан. Былай, йәй башына тип уйлап торалар ине. Майҙа өйләнешеү тыйыла, ә йәйгә хәтлем хөртәйеп китһәм, минең файҙам теймәҫ, рәтем барҙа үткәреп ҡалайыҡ, тип, апрелдә үк Зәйтүнәһен кейәүгә биреп ебәрҙе. Күптән таныш, осрашып-күрешеп йөрөгән буласаҡ ҡоҙаһы Сәмерхандың хәленә инде. Ашыҡтырып дөрөҫ эшләгән, әле бына йәйҙең башы ғына, ә ул түшәгенән дә саҡ-саҡ тора бит.Туйҙа телен тыймай, әҙерәк артыҡ ысҡындырып ебәргәйне, әле бына әбейе шуға кәксәйеңкерәп йөрөй....Йәштәрҙе тәбрикләп, бүләк һалғанда, ҡайһылыр ҡоҙа:– Бай булығыҙ, бар булығыҙ. Теләгән нәмәгеҙ алдығыҙға килеп торһон, – тип башлағайны, ҡыҙмаса Сәмерхан ултырған еренән рюмкаһын күтәреп:– Һай, ҡоҙа, әйттең һүҙ, байлыҡ – ул бер айлыҡ, мөхәббәттәре булһын. Ошондай ҙа матур тормошта йәнең теләгәнен менән һөйөп-һөйөлөп йәшәүҙәргә ни етә! – тип ҡысҡырҙы ла:– Их, йәшәй белер инем дә ул, йәшлек кенәм үтеп киткән. Үкенесе генә ғүмергә етерлек... – тип, йәшкәҙәгән күҙҙәрен еңе менән һыпырып, араҡыһын төп күтәреп ҡуйҙы.– Башланы инде, хәҙер йырлайһың ғына ҡалды. – Үлмәҫбикә торорға ынтылған ҡартының салғыйынан тартып, урынына ултыртты. – Ҡартая белмәгән ҡарт ишәк! – Үҙе ҡысҡырып көлдө. Матур көлә ҡәһәрең, алтмышты үтһә лә, төҫ ташламай, һөйкөмлө генә олоғайып бара.Табындағылар йылмайышты.– Ә ниңә, йырлармын да шул, – тине ҡарты киреләнеп.– Әтеү, ҡоҙа, йырла, йырла әйҙә.

 – Тартынма, туйҙа ла йырламағас.

– Һин ниндәй ҡарт, ти, самый егет сағың. Йәле, йә, – тип дәртләндерҙеләр.

Сәмерхан инәлтеп торманы. Әкрен генә башланған йыр, тора-бара һәммәһен дә тетрәндереп, бар бүлмәне һағышҡа сорнаны.

– Биргәс, бирә икән Хоҙай моңдо, – тиеште ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар.

...Әжәлдәрен етһә, әйт үҙемә,

Йәнбикә, Йәнбикә,

Һинең өсөн үҙем үлермен...

Ошо йырҙы ғәфү итә алмай Үлмәҫбикә. Башҡа йырламам, тип һүҙ бирһә лә, мәле етеп, башына сыҡтымы, әйткән тәүбәһе онотола ла ҡуя. Зиһенендә тик бер генә йыр, бер генә исем – Йәнбикә...

Йырлап бөткәс, күҙҙәре мөлдөрәмә йәшкә мансылған ҡыҙын ҡосаҡланы:

– Ғәфү ит мин иҫәрҙе, балам, байрамыңдың йәмен ебәрҙем...

– Юҡ, атай, киреһенсә, әсәйем дә беҙҙең менән бер табында ултыралыр төҫлө тойолоп китте. Рәхмәт һиңә...

Табын бер мәлгә генә шымып ҡалды ла, үҙ яйы менән гөрләп-шаулап дауам итте...

* * *

– Нимәгә саҡырғайның, олатай? – Бабайҙың ҡаҡса тарамыш ҡулын ҡыҫып күрешкәс, Фәрит ҡаршылағы креслоға ултырҙы.

– Йомош бар ине, улым. Бөгөн-иртәгәләре буш булмайһыңмы?

Күршеһе саҡ ҡына уйланды.

– Бушмын, шикелле.

– Әләйһәң, бик яҡшы. Мине Ҡайынлыға алып барсәле. Имгәк тимәһәң...

– Ҡайынлыға уҡмы ни! – Фәрит һыҙғырып ебәрҙе. Сәмерхан уға үҙенең районы, ауылы хаҡында йыш һөйләй, Фәрит ихлас тыңлай, хатта күп кешеләрен белә лә төҫлө.

– Бик алыҫ бит әле ул Ҡайынлы. Йомошоң оҙаҡмы?

– Юҡ, юҡ, көнөнә әйләнерһең.

– Ярай, ҡасаныраҡ ҡуҙғалырға һуң?

– һинең ваҡытыңа ҡарап, Фәрит улым. Миңә ҡалһа, хәҙер осорҙай булып ятам.

– Һөйләштек, олатай, ҡайтып сәй эсеп киләйем дә. Һин дә тамаҡ ялғап, әҙерләнеп кенә тор. Юл хәлен белмәҫһең, яҡын ара түгел бит.

Сығырға ыңғайлаған күршеһенә Сәмерхан яҫтыҡ аҫтынан алып аҡса һондо.

– Бензиндан ҡалғанына юлға ваҡ-төйәк алырһың. Минең тамаҡ артынан йөрөрлөк рәт самалы...

Фәрит әйләнеп килеүгә ул әбейе әҙерләп биргән ҡоротло һурпаны эсеп, аҙ-маҙ әйберен сумкаға тултырып ҡуйғайны. Күршеһе уның эре һөйәкле, әммә һуңғы ай эсендә генә ите төшөп, шау һөйәккә ҡалып барған еңел кәүҙәһен бишенсе ҡаттан күтәреп тигәндәй төшөрҙө. Подъезд ишеге төбөндә Үлмәҫбикә әллә үпкәләп, әллә борсолоп, китеүселәрҙең артынан байтаҡ ҡарап торҙо.

Дүрт сәғәт тирәһе асфальттан елдереп кенә барҙылар. Шофёр эргәһендә һин дә мин тирә-йүнде байҡап килгән Сәмерхан, оло юлдан ҡайырылып, шоссеға төшөп, һелкетә башлағас, машинаны туҡтатты.

– Артҡы урында терәлеберәк барайым әле. Эс-бауырым өҙөлә.

– Арып киткәнһеңдер, бабай, әйҙә, әҙерәк ял итеп алайыҡ.

Машинанан сығып, кирелеп-һуҙылып алғас, Фәрит ҡырҙараҡ бормаланып аҡҡан йылғаға йүнәлде. Сәмерхан да ҡатҡан һөйәктәрен яҙырға уйланы.

– Эй, ҡарт тәре, ҡарт тәре. Майланмаған арба күсәре кеүек шығырҙай был һөйәктәр, улар ҙа ҡартая икән. Һәр ҡыбырлауың һыҙландыра, ҡәһәрең. – Ул йылғаға төшөргә хәле етмәҫен тойоп, «Жигу-ли»ға һөйәлде.

* * *

Һай, матур ҙа һун уның тыуған төйәге! Йәшел ыуыҙ япраҡлы ҡайындары, тәүге сабыйын ҡулына алып һөйөнгән әсәләй, һутҡа тулышҡан кәүҙәләрен оялсан йәшереп, селтер-селтер сер һөйләй. Туғайҙары һап-һары бәпембә, күкшел умырзая менән кәкүк сәскәһенән биҙәнеп тә өлгөргән. Үлмәҫбикәнең ауыҙ һыуы ҡоротоп маҡтаған төрөк балаҫтарың ары торһон. Ә һауаһы һуң, һауаһы! Һуңғы егерме йылдан ашыу ҡала төтөнөн еҫкәп, тыуған яҡ һауаһының сафлығын онотоп та ебәргән икән. Йылға буйына һарылып үҫкән муйыл, ҡарағат сәскәләре, йәм-йәшел япраҡ, дымҡыл тупраҡ еҫе бергә ҡушылып, тәнгә сихәт, йәнгә йәннәт өҫтәрлек тере һыумы ни! Күҙгә күренмәй генә ҡоштар сутылдай, һабантурғай менән беснәк ярышмаҡ була, ахыры. Һиҫкәндереп, яҡында ғына кәкүк моңайып ҡуйҙы.

– Кәк-күк, кәк-күк...

Инде генә уның саҡырыуын һанарға әҙерләнгән Сәмерхан, ике генә ауазды ишетеп, тертләп китте.

– Ике йылмы, ике аймы, әллә ике генә көнмө, рәхмәт төшкөрө?

Был уйҙан зиһене тарҡалып, аяҡ быуындары йомшарып, тотона-тотона саҡ машинаға инеп ултырҙы.

– Үәт, шайтаның, икәү генә тигәнсәле, – тип һөйләнде үҙе.

Саф йылға һыуында сайынып, күңеле күтәрелеп, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, дәртле баҫып Фәрит килеп етте.

– Ҡуҙғалдыҡмы, олатай? Эй, донъяның матурлығы! Көнө ниндәй бит әле, көнө!

Кәкүк саҡырыуынан йөрәгенә шом төшкән Сәмерхандың тирә-яҡ гүзәллеге хаҡында гәпләшергә теләге юҡ ине лә, яуапһыҙ ҡалыуҙы килештермәйенсә:

– Әйтмә лә, улым, ожмахың ары торһон, – тип егетте йөпләп ҡуйҙы. Ҡуҙғалып киткәс, сумкаһына башын терәп, янтайып ятты. Кәкүк тауышы... Тиккә түгелдер был ике генә саҡырыу... Теге ваҡытта ла, бынан егерме йыл әүәлерәк, ошондай уҡ сихри иртә ине бит...

* * *

Башҡа көндө йоҡоһон туйҙырып, кәләше эшен теүәлләп, сәйе әҙер булғас ҡына тора ине Сәмерхан. Бөгөн, ниңәлер, уянды да, өйҙәге тынлыҡты тыңлап ятты. Эргәһендәге бәләкәй карауатта ҡыҙы Зәйтүнә йоҡлай. Ике ҡулын да баш аҫтына һалып, бөгәрләнеп кенә ятҡан. Иртән һалҡынайта шул. Сәмерхан тороп, ҡыҙының юрғанын рәтләп япты, арҡаһынан тупылдатып яратты. Сибәр булып үҫеп килеүсе ҡыҙына матур төштәр күренәлер, күрәһең, йылмайып ҡына йоҡлай. Кескенә улы икенсе бүлмәлә әсәһе менән. Сабыйын күргеһе килеү теләген баҫып, уятып ҡуйыуҙан ҡурҡып, Сәмерхан тышҡа сыҡты.

Икмәккә генә яғып ашарлыҡ хуш еҫле ауыл иртәһе. Сут-сут сыйырсыҡ һайрай, кәкүге лә кемдеңдер ғүмерен һанап маташа. Йомошон үтәп, өйөнә ыңғайлаған Сәмерханды күрше ихатанан килгән тауыш туҡтатты.

– Ҡәһәр төшкөрө, кит бар, кит!

Ул ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, ҡойма аша күҙ һалды.

– Шәпме, инәй, нимә таң тишегенән һуҡранып йөрөйһөң? Кемдең тетмәһен тетәһең?

– Шәп кенәме, Сәмерхан улым. Әй әттәгенәһе, бынау кәкүкте ҡыуам. Ҡороғоро, нисәмә көн минең талыма ҡунып, күкелдәп тик ултыра.

– Ҡуйсәле, инәй, ошондай матур көндөң йәмен ебәреп, әрләмәсәле. Ҡысҡыраһы килгәс, әйҙә, ҡысҡырһын, ни зыяны тейә...

Әстәғәфирулла тәүбә, тьфү-тьфү, ана урманына китеп саҡырһын. Йорт тирәһендә күкелдәһә, яман була ул, улым. Аллам һаҡлаһын, бала-саға, күрше-күләнгә һаулыҡ бирһен. Көш-көш, үҙ башыңа саҡыр, мәлғүн.

Әбей ерҙән сыбыҡ-сабыҡ алып, талға һуҡҡыланы, хатта кескәй таш сүпләп, ағас араһында күренмәй генә зарыҡҡан ҡошҡа сәйләп тә алды.

Әбейҙең хөрәфәтенән йылмайып инеп барған Сәмерханды күрше инәй йәнә туҡтатты.

– Көтөү китергә лә ыуахыт, нимә һыйырығыҙ баҡырып тик тора, килен йоҡлап ҡалмағандыр?

– Юҡтыр, һауып ултыралыр.

– Һауһа, баҡырмаҫ ине. Бар әле, байҡа. Йәш саҡта йоҡонан тәмле нәмә булмай. Етмәһә, йәш бала менән йонсоп, һуң ятһа, көтөүгә һуңлап та ҡалыр.

Сәмерхан гөбөрҙәтеп һыйыр һауған кәләшен күрергә өмөтләнеп барһа ла, лапаҫ аҫтында береһе көйшәнеп ятҡан, икенсеһе ҡапҡа бағанаһына арҡаһы менән ышҡынып, баҡырып торған һыйырҙарҙан башҡа йән эйәһе юҡ ине. Шундай саф, сағыу иртәнең йәмен ебәреп һөйләнгән күрше әбейгә лә, кеше бимазалап, һыйырын баҡыртып ҡуйған бисәһенә лә асыуы килде уның.

– Эй, тор, көтөү китә, һуңлайһың бит, – тине ул бәпесен ҡосаҡлап, бер нәмә белмәй йоҡлап ятҡан Йәнбикәгә. Ҡатыны ҡымшанманы. – Үлек кеүек йоҡлайһың. Әйтерһең, эш ҡыйратып йөрөйһөң. Тор! – Сәмерхан ҡатынының беләгенә ҡағылды ла, нисек итеп ҡулын тартып алғанын да һиҙмәй ҡалды. Йәнбикәнең тәне боҙҙай һалҡын ине.

– Йәнбикә, Йәнбикә, ни булды? – тип асырғаланып ҡысҡырып ебәрҙе. Тауышҡа сабый уянып, иларға тотондо. Ир ике ҡуллап ҡатынын үҙенә әйләндерҙе. Күҙҙәре асыҡ ине Йәнбикәнең. Уларҙа әйтеп аңлата алмаҫлыҡ әрнеү һәм һыҙланыу күреп, Сәмерхан тетрәнде. Гүр һалҡыны кергән кәүҙәнән сирҡанғандай, йәһәт кенә улын ҡулына күтәрҙе. – Сеү, улым, илама, әсәйең... -Үҙе, күҙенә эркелгән йәшен йотоп, тышҡа йүгереп сыҡты.

– Инәй, инәй, Йәнбикә киленең үлеп киткән бит! – Йән өҙгөс был хәбәрҙән ҡарсыҡ саҡ һушынан яҙманы.

– Гонаһ шомлоғо, бынау кәкүкте әйтәм, килә лә ошонда күкелдәй, килә лә ошонда күкелдәй. Башҡа ер бөткәндер уға. Юҡҡа түгелдер, үҙемдең вафатымалыр тигәйнем... Ни өсөн ул йәш киленгә... – Әбей илай-һыҡтай һөйләнеп, күрше-тирәгә хәбәр итергә йүгергеләне.

Шулай көтмәгәндә китеп барҙы уның Йәнбикәһе, һигеҙ йәшлек ҡыҙын, өс айы яңы тулып уҙған улын, утыҙ бише менән генә барған ирен ҡалдырып, мәңгелек йортона күсте. Сабыйҙан һуң мандый алманы шул, тип уйланы аҙаҡ Сәмерхан. Ә ҡатынының үлеменә тиклем ул хаҡта ике ятып бер төшөнә лә инмәне. Юғиһә, гел һөйләнеп йөрөнө лә баһа мәрхүмә.

– Бөйөрҙәрем ауырта, роддомда даулағайнылар ҙа ул, берәр айҙан тағы ятып нығынып алырға ҡуштылар. Әллә барайыммы ? – тигәйне.

– Эй, һинең ауырыуың бөтмәҫ. Сөскөрһәң дә балнис, йүткерһәң дә балнис. Әллә ниндәй сырхау бисәгә тап булынды, – тип көлкөгә һабыштырҙы ла ҡуйҙы шул. Дөрөҫөрәге, Сәмерхан ҡатынынан айырылғыһы килмәне. Йөклө сағында бик ауыр, ыҙаланып йөрөнө, бер нисә рәт дауаханала ятты. Бәпәйләгәс тә тиҙ генә сығарманылар. Бүтән бисәләр аҙна үтер-үтмәҫтән ҡайтып килә, ә был айға яҡын балнис койкаһында аунаны.

Инде баланың ҡырҡы тулып, һин дә мин әҙәмсә йәшәй башлағас ҡына тағы ебәргеһе килмәне. Йәш саҡ – дәртле саҡ, кәләшенең һутлы ирендәре, йәш, тығыҙ тәне бик танһыҡ ине әле. Ыңһарлай-ыңһарлай йөрөнө лә, ҡабатлап дауахана тип ауыҙ асманы Йәнбикә. Ҡарап тороуға бынамын тигән үҙе: төҫ тиһәң – төҫө, бәпәйҙән һуң тулыланыбыраҡ киткән кәүҙәһе, балаларса ихлас, алсаҡ ҡарашы... Кем уйлаған шулай кинәт кенә көнө бөтөрөн...

Төндә сабыйын имеҙеп ятҡан еренән иренә тауыш итте:

– Сәмерхан, эҫе генә сәй яһап бир сәле.

Тәмле йоҡоһон бүлдергәнгә уныһының шул ҡәҙәр асыуы килде:

– Көнө буйы йомошауың етмәгән, инде төн ҡалдымы? Хәҙер ете төн уртаһында һиңә сәй ҡайнатып йөрөрмөн, – тип бурылданы.

– Улайһа, һыу ғына бир, тамағым кипте.

– Таптың ялсыны, – тине Сәмерхан әсенеп, – һин бәпәй ҡосаҡлап ят, ә мин һиңә һыу ташырға тейеш.

Ярай әле шул саҡ боролоп ятмаған, бүлмәһенән сығып, сүмес тултырып һыу килтерҙе. Йәнбикәһе башын ҡалҡытып, бер-ике йотом ғына уртланы ла, әллә нисек йәлләнес итеп ҡарап:

– Рәхмәт, өҫтәлгә ҡуй, кәрәкһә, ынтылып алырмын, һине борсоп тормам, – тине. Карауат башындағы стенала элеүле төнгө лампаның һүрән яҡтыһында йөҙҙәре ап-аҡ булып күренгән ҡатыны менән улына күҙ ташлағас, Сәмерхан, эйелеп, сабыйҙың маңлайынан үпте лә, үҙ яғына сыҡты. Бала мыжып йоҡо бирмәгәс, ошо бүлмәлә айырым ята башлағайны Йәнбикә. Бәлки, төн йоҡоһо бирмәйһегеҙ, тип һөйләнгән иренән дә ҡасҡандыр, бахыр. Тамсы һыу ҙа бирә алмаһа, ғүмерлеккә ҡалыр ине үкенесе. Хәйер, хәҙер ҙә үкенә лә бит, мәлендә дауаланһа, һауығып та китер ине кәләше. Бөйөрҙәре эшләүҙән туҡтаған, тинеләр. Йөрәктән үлеүҙәре билдәле, бөйөрҙән дә әҙәм үлә икән, тип аптыраны Сәмерхан.

Ни өсөн кеше яҡынының ҡәҙерен юғалтҡас ҡына аңлай һуң?

Шаңҡыған балыҡ хәлендә йөрөп, мәрхүмәнең өсөн, етеһен уҡытып, туған-тыумаса, күрше-күлән ҡайнап торғанға ғына беленмәгән, көндөң ҡайһылай үткәне лә һиҙелмәгән. Бала ҡулдан-ҡулға тапшырылды, барлығы ла тойолманы. Аят уҡытылып, һәммәһе таралғас башланды ла инде донъяның ыҙаһы.

Сәмерхандың әсәһе баланы бағыуҙан баш тартты.

– Килеп ҡараштырып, ашатып йөрөрмөн, әммә үҙемә ала алмайым. Үҙ хәлем үҙемә саҡ, – тине.

Ә Йәнбикәнең икенсе районда йәшәгән әсәһе ысынлап та үҙе кеше көнлө, хәжәтенән башҡа тышҡа ла сыға алмай ине.

Әҙәм ниндәй генә кәңәш бирмәһен, Сәмерхан балаларын хөкүмәт йортона тапшырыу хаҡында уйламаны ла. Медпункттан сабый өсөн аҙығын биреп торалар, ҡыҙы ҡул араһына инә башланы, көнө буйы ҡустыһын ҡарай. Тик төндә генә мәшәҡәт. Тороп һыу ҡайнатаһы, һөт йылытаһы, сабыйҙың аҫтын алыштыраһы бар. Был ҡатын-ҡыҙ нисек түҙә икән, йоҡоң – йоҡо түгел, арыуҙың сигенә сығаһың. Йонсота, көноҙон күҙ йомола яҙып йөрөйһөң. Бер нәмә белмәй, төнө буйы уянмай йоҡлаған саҡтарына ышанмай ҙа хатта Сәмерхан. Арыуы күңел яңғыҙлығына, Йәнбикәһен юҡһыныуға ҡушылып, йәнен әрнетә, йөрәген һыҙлата...

Келтерҙәп кенә барған тормош арбаһы, Йәнбикәнең вафатынан һуң, ҡапыл кирегә тәгәрәп киткәндәй булды. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Тәүҙә ҡайныһы, күп тә үтмәй ҡәйнәһе үлеп китте. Өлкән кешеләр ине улар, кем әйтмешләй, ашарын ашаған, йәшәрен йәшәгән. Ғаиләлә кесе ҡыҙ ине Йәнбикә. Әллә кинйәкәйҙәренең үлемен шулай ауыр кисерҙеләрме, бер-бер артлы фани донъянан китеп барҙылар. Бәхетле ата-әсәнең һөйөклө ҡыҙы Йәнбикә... Тәүге балалары тыуа тора, үлә тора. Алты-ете баланы һаҡлап ҡала алмағас, өмөтөн өҙгән ир менән ҡатын алыҫта йәшәгән күрәҙәсегә юл тота. Теге уларҙың аһ-зарын тыңлағас, оҙаҡ итеп доға ҡыла, бетеү тегеп бирә һәм, сабыйҙары тыуһа, хикмәтле исемдәр ҡушырға бойора. Йыл үтә, улдары Ғоморҙаҡ, ҡыҙҙары Үлмәҫбикә менән Йәнбикә тыуа. Сабыйым тере ҡалһа, бер ауыҙ ауыр һүҙ әйтмәҫ инем, тип теләгән ата-әсә балаларын өф итеп кенә үҫтерә. Ғоморҙаҡтары институтта инженер һөнәре алып, Себергә эшкә ебәрелде. Онотҡанда бер ҡайтып күренә. Хәйер, танһыҡ күстәнәстәр килеп тора тороуын. Үлмәҫбикә эргәлә генә, Мәләүездә кейәүҙә, бухгалтер.

Үлмәҫбикә менән Йәнбикәнең аралары алты йыл булыуға ҡарамаҫтан, бик дуҫ, татыу үҫтеләр. Өлкәне атаһына оҡшап, оҙон буйлы, етендәй сәсле, зәңгәр күҙле һылыу булһа, кесеһе, әсәһенә тартып, ҡыҫҡа буйлы, йоморораҡ кәүҙәле, сөм-ҡара күҙле сибәркәй. Бала саҡтағы татыулыҡ үҫә килә серҙәшлеккә әйләнде. Бер ауылда йәшәргә, көн дә күрешеп, ҡунаҡҡа йөрөшөргә хыялланған ҡыҙҙарҙың киләсәген яҙмыш үҙенсә хәл итте. Үлмәҫбикә училещела бергә уҡыған төҙөүсе егеткә кейәүгә сығып, бер-бер артлы ике малай тапты. Тәүҙә яҡшы ғына барған тормоштары, ире эсә башлағас, яйлап тигеҙлектән сыҡты һәм, соҡор-саҡырлы юлдан ана ауам, бына түңкәреләм, тип тәгәрәгән арба кеүек, оло хәүефкә әүерелде. Көнө-төнө айыҡмаған иренең әр-битәренән арынмаған Үлмәҫбикә һеңлеһен бик бәхетлегә һанап, бер аҙ көнләшә ине. Тәүҙәрәк үҙе ҡалала, бөтөн уңайлыҡтары булған фатирҙа, ә ҙур уҡыу бөткән «әртис» ҡарындашының ауылда йәшәүенә һауаланыбыраҡ ҡарай торғайны. Аҙаҡ уның ғаиләһенең татыулығына ҡыҙыҡты. Бала саҡта сәй эсеп ултырғанда ла көңгөр-мөңгөр ауыҙ эсенән көйләп, йә һикереп тороп, төрлө хәрәкәттәр яһап бейеп киткәнен мәрәкә күрһәләр, ҙурайғас, Йәнбикәнең шулайтып яңы бейеү һалғаны, көй сығарғаны асыҡланды.

Техникумды тамамлап, ошо районға эшкә ебәрелгәс, башкөллө бирелеп тотондо Йәнбикә һөнәренә. Клубта художество етәксеһе булып эшләгәс, ҡара төнгәсә унда, ә көндөҙ мәктәптә төрлө түңәрәктәр алып бара. Ауылдың ялҡытҡыс төҫһөҙлөгөнә яңы һулыш өрҙө, концерттар, спектаклдәр, байрамдар, онотолған йолалар... Өр-яңы йырҙар яңғыраны, әллә ниндәй милләт бейеүҙәре сәхнә күркенә әйләнде. Ситтән килеүселәрҙе бик һынап, силәктән үткәреп кенә, һайлап эҫендергән Ҡайынлы Йәнбикәне тиҙ үк үҙ итте, «Үҙебеҙҙең килен» тип йөрөттө. Ике йыл самаһы эшләгәс, артынан тотам ҡалмаған Сәмерханға яҙмышын бәйләне. Ике апаһы уны ҡалала төпләнергә өгөтләне. Ләкин Йәнбикә ауылда ҡалыуҙы хуп күрҙе. Стәрленең зәңгәр төтөнөн һулауым да бик еткән, ҡаланы маҡта ла, ауылда тор инде ул, тип ризалашманы. Колхоздың алдынғы шофёры Сәмерхан эшкә бөтмөр, ғаиләһе, хужалығы өсөн янып торҙо. Өс-дүрт йылда үҙ көсө менән йорт һалып сыҡты, кәртә-ҡура, мунса-аласыҡ күтәрҙе. Ҡыҙҙарының баш ҡалала йәшәүенә ғорурланып бөтә алмаған ата менән әсә генә улының ауылда ҡалыуына бот сабып аптыраны, бар ризаһыҙлығын килендәренә төшөрҙө. Эш тип мөкиббән киткән Йәнбикәнең ҡайны-ҡәйнәһе ыңғайына торорға ваҡыты ла, уйы ла булманы. Әйтерһең, ул ысын тормошта йәшәмәй, ә үҙе ҡорған хыял донъяһында, әллә ҡайҙа, күктә осоп йөрөй. Өйләнешеп, йыл ярым самаһы үткәс, Зәйтүнәне тапты ла, йәше тулыр-тулмаҫ эшкә сыҡты. Икенсе бәпәй хаҡында ишетергә лә теләмәне. Сәмерхан:

– Әйҙә, берәй ул йә ҡыҙ алып ҡайт әле, Зәйтүнәгә иптәш кәрәк бит, – тиһә,

– Һаулығым юҡ таһа, Сәмерхан, – ти ҙә ҡуя.

Һыуыҡ клубта көн тимәй, төн тимәй сабып, ысынлап та йыш сирләй башлағайны ул. Үпкәһенә, бөйөрҙәренә һалҡын тейҙереп, бер нисә мәртәбә дауаханала ятырға ла тура килде. Тик уның был һүҙҙәрен Сәмерхан ғына етдигә һанаманы, һуңғы арала бик теңкәһенә тейгәс, ауырға ҡалды Йәнбикәһе.

– Әммә ҡара уны, бәпәй табам тип, мин үлеп ҡалһам, балаларҙы етем итмә. Ҡаҡмай-һуҡмай үҫтер, үҙеңә лә балаһыҙ берәй тол ҡатын осрар әле. Балалар йортона тапшырып, интектерә күрмә. Мәңге бәхиллегем булмаҫ, – тигәйне.

– Кит әле, һантый, юҡ менән баш ҡатырма, һин үҙең әллә нисә ирҙе үлтерерһең, бисәләр ғүмере нисә тиҙәр әле, ҡырҡ сыраҡмы?

– Уныһын Хоҙай белә. Ләкин минән ҡалһаң, ысын әйтәм, йәштән кәләш алма. Үҙе бала тапһа, минекеләрҙе ҡағыр. Йә өлкәнерәкте, йә бәпесе булмаҫтай ҡыҫырҙы ал...

Көйөнөсө бушҡа булған, бәпәйҙән иҫән-имен бушанды ла ул Йәнбикәһе, тик келт-келт һуҡҡан ғүмер сәғәтенең һуңғы туҡталышҡа етеп килеүен генә шәйләмәгәндәр. Өс айлыҡ Тимерханын күкрәк һөтөнән мәхрүм итеп керҙе шул һалҡын гүрҙәргә...
Ерләшергә килгән Үлмәҫбикә һеңлеһенең өҫтөнә ҡапланып иланы:

– Ошондай донъяңды, алмалай сабыйҙарыңды ҡалдырып, нимә тип кенә киттең инде, Йәнбикә... һиңә кәрәкмәгән донъяң кемгә кәрәк?.. – тип һулҡылданы.

Кәрәге булған икән шул.

– Улың бигерәк йәл. Үҙем генә алып көтөр инем, бажаңдың холҡо юҡ, сабыйға көн күрһәтмәҫ. Үҙем саҡ һыйып йәшәйем, – тип үрһәләнгән ҡайынбикәһенә Сәмерхан:

– Юҡты һөйләмә, тере сағымда баламды кешегә бирә буламмы һуң! Ҡалайтһам да үҫтерермен, – тип йыуатты.

– Атлап киткәнсе ауыр булыр. Ярай, йышыраҡ килеп торорбоҙ, ярҙамдан ташламабыҙ.
Ысынлап та һүҙендә торҙо Үлмәҫбикә, йыш килде, бигерәк тә ата-әсәһе вафат булғас, юлға туҙан ҡундырманы. Тәүҙә эштән һорап киттем, отгул алдым, тип аҡланһа, торараҡ ни сәбәп менән килеүен аңлатып тороуҙы кәрәк һанаманы. Йөҙ илле саҡырым яҡын ер түгел, көнөнә генә ҡайта алмаһа, ҡуна ла ҡалғыланы Үлмәҫбикә. Өйгә ҡот ҡунды, балалар ҙа эҫенде. Тәүҙәрәк ҡайынбикәһенән уңайһыҙланған Сәмерхан да яйлап күнекте, оҙағыраҡ күренмәһә, борсола ине. Эскесе иренә ҡушылып, үҙе лә төшөргөләгән ҡатын Сәмерхандың араҡыға битараф булыуына бер һөйөнһә, иплелегенә йөҙ ҡыуанды. Ә бер көн килеп бөтөнләйгә тороп ҡалды. Күрше-тирәнән, туған-тыумасанан тартынып, Сәмерхан уның тиҙерәк бажаһынан законлы айырылыуын һәм ЗАГС-ҡа тороуҙы талап итте. Үлмәҫбикә шатланып ризалашты, сөнки иҫерек иренән ғарыҡ булған, ир еткән ике улынан да күңеле ҡайтҡайны.
Ауылдан атаһы килгәйне Үлмәҫбикәнен. Бик ныҡ ауырып, табипҡа күренеп, һалһалар, дауаханала ятып алыу ине иҫәбе. Эштән ҡайтҡан ҡыҙы менән йүнләп һөйләшергә лә өлгөрмәнеләр, һуҡмыш малайҙары ҡайтып инде Үлмәҫбикәнең.

– О, ҡартатай приехал, здорово, – ҡосаҡлап күрештеләр. Әсәһе табынға саҡырҙы.

– Осрашыу хөрмәтенә бер ярты ҡуйырһың ул, мам?

– Әҙерләп торалар ти ине һиңә, икмәклек тә аҡса юҡ.

– А то пусть дед үҙе ултыртһын, он пенсионер, иң аҡсалы кеше. Ҡартатай не откажет. Ул мировой парень. Видишь, даже миҙалдарын да тағып алған. Герой!

Дауаханала этләнеп сиратта тормаҫ өсөн генә таҡҡан орден-миҙалдары өсөн ҡарт былай ҙа уңайһыҙлана ине.

– Ҡуйығыҙсы, балалар, юҡ менән булмағыҙ. Һеҙгәме һуң эсеп йөрөргә, самый уҡып, һөнәр алыр сағығыҙ. Ә миңә ярамай, йөрәк шаяра, давлением күтәрелә лә китә, – тип ҡаршы төштө.

– Ну ты даешь, дед. Һиңә нельзя, а нам можно. Бер илле тәңкәң жалко что ли?!

– Аҡса йәл түгел, ә йәштән ошо зәхмәткә башығыҙҙы тыҡҡан һеҙ йәл.

– Спокойно, ҡарт, не лезь. Эсһәк, үҙебеҙҙекен әсәбеҙ, һинекен түгел.

Ғүмер буйы ауылдың хөрмәтле эшсеһе, олоһо ла, кесеһе лә аҡһаҡал тип тыңларға күнеккән бабай, ейәндәре лә әйткән өгөт-нәсихәтенә ҡолаҡ һалыр, тигәндер, артабан дауам итте.

– Үҙегеҙҙекен дә эсмәгеҙ. Бына ҡандай матур табын, ҡайнар аш, тамаҡ ялғағыҙ ҙа, ятығыҙ йоҡларға. Әсәңә лә ял кәрәк, эштән арманһыҙ булып ҡайта.

– Ә һин, ҡартлас, беҙҙе өйрәтмә. Беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ хужа.

– Етәр, балам, ҡартатаңа ауыр һүҙ әйтмә. Былай ҙа сирләп саҡ йөрөй, – тип яҡлашты Үлмәҫбикә.

– Тогда пусть заткнется. Нашелся умник, деревенщина!

Атаһын был һүҙҙәр бик ғәрләндерҙе булһа кәрәк.

– Тьфү, һеҙгә ауыҙ бысратҡансы, – тип өҫтәл артынан тороп китмәксе ине, кесе ейәне уны яғаһынан матҡып туҡтатты.

– Кемгә төкөрәһең һин, старый черт?

Өлкәне ауыҙын салышайтып, ҡустыһын йөпләп, мыҫҡыллап ултырҙы.

– Покажи ему, браток, бик шашмаһын. Ана, беҙҙең пап башы эшләгәс, үҙе лә эсә, беҙҙе лә һыйлай, нотация уҡымай.

Төпкө бүлмәлә ләх ятҡан аталары ишетмәне, бик маһайыр ине, юғиһә. Буйсан көслө егет, ысҡынмаҡсы булып тартҡылашҡан ҡаҡса бабайҙы бер генә һалып осорҙо, теге һыңҡ итеп ишек яңагына бәрелде лә тынып ҡалды.

Үлмәҫбикә сәсрәп һикереп торҙо:

– Ай, үлтерҙең бит, балаҡайым, бар сығып китегеҙ, йәшенегеҙ. Хәҙер «скорый» саҡыртам, бер-ике көнһөҙ ҡайтмағыҙ, – тип сарбайланы.

Эштең былайға боролорон абайламаған егет ишараттары шымтайып, сығып юғалды. Икеһе лә мотоцикл урлаған өсөн милицияла иҫәптә тора һәм шартлы рәүештә хөкөм ителгәйне.

Атаһы, иҫенә килмәйенсә, икенсе көндө дауаханала йән бирҙе. Үлмәҫбикә менән ике улынан башҡа был ҡурҡыныс енәйәтте һис кем белмәне. Ҡан баҫымы юғары булғас, ҡолап, һуштан яҙыуына шик тыуманы. Ни әйтәһең, һикһән йәшенә етеп килә ине бит. Ғүмер баҡый сөкөрҙәшеп кенә йәшәгән әсәһенең теләге бойомға ашты – ҡарты артынса ул да мәңгегә күҙен йомдо. Ошо бабайымдан ҡалдырмаһын, унһыҙ нисек көн күрермен, ти торғайны, бахырҡай.

– Берәй ҡасан, берәй кешегә ауыҙ асып һүҙ өндәшһәң, үҙеңде лә ҡартатай артынан ебәрербеҙ, – тип ҡурҡытты Үлмәҫбикәне улдары. Шулай эшләйәсәктәренә шикләнмәне ҡатын, йөрәгенә хәүеф үрмәләне. Ошонан һуң уларҙан ҡотолор өсөн кейәүенең йортона һәм күңеленә юл һала башланы ла инде.

* * *


Үлмәҫбикә менән һүнеп барған йортҡа ҡояш нуры ла керҙе. Көнө-төнө эш тип сапҡан Йәнбикә өй таҙалау, донъя бөтәйтеүгә бер ҙә иғтибар итмәгән икән. Аяғөҫтө ашап, йүгереп тик йөрөгән. Әле апаһы килеп, өйгә ҡот кереткәс кенә шәйләне быны Сәмерхан. Беренсе эш итеп Үлмәҫбикә бар йыһазын сығарып, ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, өйҙө ағартты. Бөтөн кер йыуылды, ҡорған-пәрҙә алмаштырылды. Балаларға килгән пенсияға иң тәүҙә Сәмерхандың өҫ-башын бөтәйтте.

– Шофермын, тигәс тә, йөрөмә ҡарасҡы ҡошап, трико кейеп. Хәҙерге заманда уҡытыусы ни ҙә, көтөүсе ни. Айырма юҡ, – тип ебәрҙе. Ысынлап та, бик килешә ине Сәмерханға һорғолт-ҡара костюм-салбар. Ҡиммәтле куртка, туфли-кроссовкалар ҙа ярап ҡалды. Өҫтәлдән тәм-том өҙөлмәне. Үҙе лә ҡунаҡҡа йыйынғандай кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп кенә йөрөнө. Сәмерхандың ҡыҙы Зәйтүнәне лә суҡтай кейендереп, сәсен матур итеп тарап үрҙе.

Был үҙгәреш кеше күҙенә күренмәй ҡалманы, әлбиттә. Әле генә Йәнбикә тип ауыҙ һыуы ҡоротҡан әбей-һәбейҙең дә, Сәмерханды йәлләүсе ир-аттың да уның яны йәмәғәтен маҡтап «теше төштө». Яйһыҙ тойолһа ла, Сәмерханға ла оҡшаны хәҙерге тормошо. Тик ваҡыты-ваҡыты менән йөрәген ниҙер сәнсеп, һулҡылдатып ала, йәнә «Йәнбикә»не йырларға тотона:

Баҙарҙарға барһаң, аҡ тула ал,

Хаҡҡынайын үҙем түләрмен...

Сәмерхандың күңелендә үлгән ҡатынына ҡарата йылы хистәрҙең һүнеүенә бер ваҡиға сәбәпсе булды.

Бөтөн ерҙе пыр туҙҙырып, рәтләп йөрөгәндә, Йәнбикәнең ҡағыҙҙары араһынан хат килеп сыға. Уны вафатына ике-өс көн ҡала Йәнбикә яҙған. «Сәмерхан! Был донъяла миңә бүленгән ваҡыт үтеп бара, буғай. Ләкин мин яҙмышыма үпкәләмәйем. Үкенмәйем. Сөнки мин һинең алдында бөткөһөҙ ғәйепле, улай ғына ла түгел, гонаһлы. Ниндәй гонаһ икәнен йөрәгенә яра һалып, яҙып тормайым. Шулай ҙа һинең кисереүенде, бәхиллегеңде һорайым. Рәхмәт, Сәмерхан, мин һинең менән бәхетле булдым. Ғәфү ит һәм, зинһар, балаларҙы етем итмә».
Был хатты, әлбиттә, иң алда Үлмәҫбикә уҡыны. Күңеленә ауыр булыр, иҫләтеп тормайым, тип, тәүҙә Сәмерханға бирмәҫкә лә уйлағайны. Аҙаҡтан, киреһенсә, Йәнбикәнең фәрештә түгеллеген белеп, йәһәтерәк төңөлөр, тигән ҡарарға килеп, аманатты тапшырҙы. Сәмерхан хатты бер ни өндәшмәй уҡып сыҡты ла утҡа яҡты. Ҡатынын ғәйебе булыуға ул ышанманы, ауыл ерендә хәбәр тиҙ йөрөй, әгәр хилаф эш ҡылһа, әллә ҡасан ишетелер, сүпте сүмәлә итергә әҙер тороусылар күптән сәйнәп ырғытыр ине. Күңелендә мәрхүмәгә үпкәләү тойғоһо яралды, хәйер, ҡара гүр кемдәрҙе генә һыуындырмай! Әммә Йәнбикәнең йөрәкте әрнетерлек яңылығы бының менән генә бөтмәгән, имеш.

– Бынағайыш, Йәнбикә композитор икән дә баһа. Бына, күр!

– Үлмәҫбикә иренә ялтырап торған матур тышлы ҡатырға һуҙҙы.

– Үәт, йомоҡ, шуны ла йәшереп йөрөһөн сәле. Исмаһам, һиңә әйттеме?

Улар бөтәһе лә Йәнбикәнең шиғырҙар, көйҙәр яҙыуын белә ине, тик эшкә кәрәк булған өсөн, концерттарға, кисәләргә йәм өҫтәр өсөн генә тип ҡабул иткәндәр, күрәһең.

– Юҡсы, – Сәмерхандың күкрәк тапҡырында ниндәйҙер ҡорт ҡымырйып ҡуйҙы, тере сағында ҡыҙғанмағанды, үлгән кешене үҙенә ышанмауҙа, хәләл иренән дә йәшерен сере булыуы, хатта гонаһлы икәнен белеү ризаһыҙлыҡ, улай ғына ла түгел, рәнйеү, асыу тыуҙырҙы. Ул ус аяһындай ҡатырғаны әйләндереп-тулғандырып ҡараны. Бер йылдан ашыу элегерәк бирелгән. Тап шул мәлдә семинар типме, әллә кәңәшмә типме, баш ҡалаға барып ҡайтҡайны шул. Ундай саралар йыш булғас, нимә эшләүҙәре хаҡында ул һорашманы, ҡатыны өндәшмәне. Әйтһә ни, ауыҙына һуҡмаҫ ине әле. Бәлки, Сәмерхандың мыҫҡыллауынан ҡасҡандыр. Сөнки Йәнбикәһе:

– Тыңла әле, мин бер көй яҙҙым, – тип пианинола йә баянда уйнай башлаһа:

– Башты ҡатырма әле, әйтерһең, мин берәй нәмә аңлайым. Лутсы әйҙә сәй эсер. Әтеү профессор бисә менән ас ҡарынға музыка тыңлап ҡына йәшәлә, – тип, үҙ йүненә бора ла ебәрә.

* * *
Ғәйепле генә түгел, оло гонаһлы ла ине Йәнбикә ире алдында. Ошо ялтыр ҡағыҙҙы алыр өсөн бер йыл самаһы элек баш ҡалаға барҙы. Автобус киске биштәр тирәһенә килеп етте. Тура Композиторҙар союзы етәксеһенә инде ҡатын. Сөнки иртәгәһенә Йәнбикәне Союзға алыу-алмау мәсьәләһен ул хәл итәсәк. Алтмышҡа еткән сал сәсле, ныҡ кәүҙәле, оҙон буйлы мөләйем ир ҡаршы алды уны. Йәш, сибәр Йәнбикәнең әле генә килеп төшөүен, урынлашып өлгөрмәүен белгәс, ул ҡатынды ҡапҡылап алырға саҡырҙы. Итәғәтле баш тартҡан Йәнбикәне өгөтләп күндерҙе. Ябай ғына ресторанда киске аш ашанылар, оҙаҡ ҡына тормош, ауылдағы көнитмеш, Башҡортостанда милли музыка кимәле һәм киләсәге хаҡында һөйләштеләр. Ауылда үҙенә бындай етди мөғәмәлә күрмәгән, ир бисәһе булып ҡына йәшәгән ҡатынға шундай ҙур мәсьәләләр тураһында кәңәшләшеп, уның фекерен һорап, ҡатын-ҡыҙ итеп комплимент әйтеп тороуҙары аңлата алмаҫлыҡ кинәнес килтерҙе, үҙенең әле саҡ утыҙҙы тултырған йәш ҡатын икәнлеген хәтеренә төшөрҙө. Талғын көйгә бер-ике мәртәбә вальс өйләнделәр. Киске уттар ҡабынып, меңәрләгән йондоҙ шикелле балҡып торған Өфө урамына сыҡтылар. Рәйес йәш ҡатынды өйөнә саҡырҙы. Оялышынан ҡып-ҡыҙыл булған Йәнбикәнең ҡаршы тешәүенә:

– Ҡурҡма, һылыу, мин кеше ашамайым. Үкенескә күрә, һый-хөрмәт күрһәтә алмайым, хәләл ефетем өйҙә юҡ. Әммә баш төртөр мендәр табылыр, – тине. Был һүҙҙән һуң Йәнбикәгә уңайһыҙ булып китте. Өлкән кеше, бәлки, ысынлап та уны ҡайғырталыр, ял итергә урын ғына тәҡдим итәлер. Ә ул, диуана, әллә ниҙәр уйлай. Бахыр ауыл ҡатыны, эт һөйәккә ымһынмаймы һуң инде... Терһәген тешләрҙәй булып, был ҡылығына, бер ҡатлылығына үкенде лә бит аҙаҡ. Ҡаршылашып маташҡан ҡатын: «Ә бит һинең сәнғәттәге киләсәгең минең ҡулда. Теләйем икән, йондоҙ итеп балҡытам, теләмәһәм...» – тигән хужаларса талаптан ҡойолдо ла төштө, әҙәп кәртәһе емерелде...

Юҡ, ул етәксене ғәйепләмәй. Бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй икәнен ул яҡшы белә. Күңеле нисек кенә ытырғанмаһын, аҡылы менән Йәнбикә үҙен мәжбүр итте түгелме? Илаһи сәнғәт күгенә осорға рөхсәт һорауы, йәшел юл асырға маташыуы ине ҡатындың. Тәнем бысранһа ла, йәнем менән мин тик Сәмерхандыҡы ғына, тип үҙенә күпме тәҡрарламаһын, аҡылы эшләгән хыянатты үҙ күңеле онота ла, кисерә лә алманы. Шуға күрә, билдәле сәнғәт әһелдәренең фатиха биреп, үҙ даирәһенә алыуҙары ла көтөлгән ҡәнәғәтлек, шатлыҡ килтермәне. Союзға инеүе хаҡында Сәмерханға әйтмәүенең сәбәбе ошо ине. Был уға үҙенең түбәнлеге, хурлығы менән маһайыуын күрһәтеү булып тойолдо. Ниндәй бысраҡ, түбән хаҡ түләп алды бит ул ошо кескенә ҡағыҙ киҫәген.

Бәлки, ваҡыт үтеү менән онотолор ҙа ине был гонаһ. Йөрәк аҫтында сабый яралыуы аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итте Йәнбикәгә. Тиҫтә йыллап ире менән түшәк бүлешһә лә, ни өсөндөр, ошо гонаһһыҙ йән теге гонаһлы төндә яралғандыр шикелле тойолдо. Алтмышҡа еткән иргә күҙҙәрен сытырҙатып йомоп, теләмәй генә буйһондоролған тәндә ниндәй осҡон булыуы мөмкин, юҡ, булмаҫ, тип үҙен ышандырырға маташһа ла, йәйенең бер мөйөшө һулҡылдап, «Ә шулай ҙа?..» тип йөрәкһене һәм бар тыныслығын алды. Кәләшенең малай табыуын һорап һарыуын ҡайнатҡан Сәмерхан улы Тимерханды сөйә-сөйә түбәһе күккә тейгәндәй ҡыуанғанда, Йәнбикәнең күңеле һыҡрай, ғазаплана барҙы.

Бәлки, бөтөн ошо тетрәнеүҙәр-үкенеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр буйы Алланан ярлыҡау һәм тейешле яза көтөү уның былай ҙа нескәргән ғүмер ебен ҡыҫҡартҡандыр. Сөнки был ғазап уты көндән-көн көсәйә, намыҫын кимерә, ялмай бара, улының йөҙ-ҡиәфәтендә баш ҡалала ҡылған гонаһ сәбәпсеһе менән оҡшаш һыҙаттар күреүҙән ҡурҡыу йөрәк әрнеүен түҙеп торғоһоҙға әйләндерә. Иренең тупаҫланыуын, баланын мыжыуын, үҙенең сирен бахыр ҡатын үҙ бизмәне менән үлсәп, әлеге хыянатына япһара, башы түбән эйелгәндән-эйелә

 

Сәмерхандың уйҙары Үлмәҫбикәгә күскәйне. Ауыл халҡы һынап ҡарап, тамам үҙ иткәйне уңған ҡатынды. Сәмерхандың ҡалала йәшәргә теләп тә, Йәнбикәнең һүҙен йыға алмай ғына ауылда йәшәргә мәжбүр булыуын белгәс, уның бар уйы ирен ҡалаға күсереүгә бәйләнде. Сәмерхан ҡаршы түгел ине түгеллеккә, ләкин шап-шаҡтай донъяһын, яңы өйөн ташлап, билдәһеҙлеккә сығып китеүгә шикләнеп ҡараны. Кем һине ҡолас йәйеп, фатир әҙерләп тора. Ә ул арала өлгөр ҡатын ҡайҙандыр Ҡайынлыла бер бисәгә йортҡа ингән ирҙең Стәрлелә фатиры барлығын белеп ҡалған. Нисек итһә итте, үҙҙәренең дүрт бүлмәле ҙур өйөн ике бүлмәле фатирға алмаштырыуға өлгәште. Етмәгәнен өҫтәп, мал-тыуар, ҡош-ҡортто һатҡан аҡса менән түләнеләр.

Шулай итеп, Йәнбикәнең вафатына йыл ярым үттеме-юҡмы, икенсе ҡатынлы һәм ҡала кешеһе булып китте Сәмерхан. Зарланырлыҡ йәшәмәне улар. Тик тәүге мәлдә үҙе өсөн өҙөлөп торған ҡатынының, йәшәй-йәшәй мыжыҡланып, үҙ һүҙен генә һүҙ итергә тырышып еңмешләнеүе ирҙең намыҫына тейә, бәҫен төшөрә барҙы.

– Һинең балаларың хаҡына үҙемдекеләрҙе ташланым, бар ғүмеремде һеҙгә, Зәйтүнә менән Тимурға арнаным (ул Тимерханды бер ҡасан да ысын исеме менән атаманы, йәнәһе, хәҙерге заманда ниндәй Тимерхан ти ул, үҙ исемебеҙ ҙә ҡатлы-ҡатлы моҡ заманғы булыуы етмәгәнме), – тип, әленән-әле иҫкә төшөрөп, игәп тороуы ирҙе екһендерҙе. Киреһенсә, был хаҡта иҫкәртмәһә, Сәмерхан бисәһенең ҡәҙерен нығыраҡ белер, изгелеген онотмаҫ ине, тик Үлмәҫбикәнең яҡшылығы өсөн хаҡ талап иткән кеүек ҡыланыуы күңелен ҡайтарҙы. Әйтәһе түгел, һүҙ тигеҙмәй, үҙ балаларылай күреп тәрбиәләне. Зәйтүнәһе иҫ белгәс, «апай» тип, улы сабый сағынан «әсәй» тип өйрәнгәс, үҙ әсәһе түгел икәнен белгәс тә, ҡарашын үҙгәртмәне, әсәй тип өҙөлөп торҙо. Балаларының бәхете өсөн ата кеше Үлмәҫбикәгә бар йөрәктән рәхмәтле. Шул арҡала ғына үҙәген өҙгән мәлдәрҙә лә ҡаты һүҙ әйтә, яман ҡарай алманы Үлмәҫбикәгә. Әммә тамаҡ туҡлыҡтан, өй таҙалыҡтан, етеш тормоштан, балалар шатлығынан да өҫтөн рухи яҡынлыҡ, уртаҡ тойғолар бар икәнлегенә төшөнә барҙы. Ошо инаныу уны Үлмәҫбикәнән алыҫайтып, әллә ҡасан үткәндәрҙә ҡалған Йәнбикәһен йышыраҡ иҫенә төшөрҙө, онотолған хистәр ҡуҙғыны, терелә алмаҫлыҡ итеп баҫтырылған һөйөү осҡоно быҫҡып-быҫҡып, киренән тоҡанды һәм оло һағыш-үкенескә әйләнде.

* * *

Сәмерхан ҡарттың уйын юлдашы бүлде.

– Кемгә төбәп ҡайтаһың, олатай, ҡаршы алыр кешең бармы?

Бәй, уйланып, Ҡайынлыға килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалғанда баһа. Тыуған ауылына ата-әсәһен ерләшергә генә ҡайтып уранылар, хәҙер һуңғы килеүенә лә туғыҙ-ун йыллап барҙыр. Ҡайынлы тағы ҙурайған, төҙөкләнгән. Элекке кеүек кесерткән, алабута баҫҡан тыҡрыҡ юҡ. Бөтөн ерҙә йәшеллек, аллы-гөллөгә буялған ҡапҡа-ҡойма, тәҙрә ҡапҡастары. Еңел машиналар байтаҡ күренә.

Һоҡланыулы-хәсрәтле ҡарашын тәҙрәнән алмай, көттөрөп яуап бирҙе:

– Атай-әсәй көтә.

Фәрит һыҙғырып ебәрҙе.

– Бәхетлеһең һин, Сәмерхан бабай. Ошо йәшендә лә ата-әсәйле булып, көтөп торғас.

– Эйе-е, бәхетлемен, – тип һуҙҙы Сәмерхан, уйҙары солғанышынан сыға алмай.

Икенсе урамға боролоп, магазин ҡырынан өҫкә күтәрелделәр. Осраған ир-ат баш ҡағып, әбей-һәбей маңлайына ҡулын ҡуйып ҡарап ҡала. Әллә сырамыталар, әллә юҡ. Әммә ауылдың яҙылмаған ҡануны буйынса, береһе лә һаулыҡ һорашмай үтмәй, һул яҡлап урам осондараҡ тәпәшәк, ләкин ҙур ғына йорт янына туҡтанылар. Тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡатылған, ҡапҡа алдын, баҡсаны әрем, кесерткән, һап-һары бәпембә баҫҡан. Ишеген асып, бабайға машинанан төшөргә ярҙамлашҡан Фәрит, был сәйер күренешкә аптырап, һораулы ҡарашын Сәмерханға төбәне.

– Атаҡ, олатай,... ней... көтә тигәйнең дә...

– Көтәләр. Ана улар... – Сәмерхан хәлһеҙ ҡулын күтәрә бирҙе лә, ярамағанлыған иҫенә төшөрөп, эйәге менән түбән осҡа ымланы. Унда киске ҡояш нурында ҡыҙғылт булып ялтырап, ярым айҙар күренә ине. Зыярат... Фәрит уңайһыҙланып көрһөндө, ғәйепле кешеләй урынында тапанды.

– Тамаҡ ялғап кит, улым. Сумкала бөтөн нәмә бар, ҡайнар сәй ҙә термоста. Яҡын ер түгел бит, – тине ҡарт күршеһенә. – Бынауында, йәшел сирәмдә ултырып, бер сәй эсеп алайыҡ әле. Ҡабат әллә яҙа улайтып ирәүәнләнеп бәпкә үләнендә ултырыу, әллә юҡ. Бер Хоҙай Тәғәлә ҡулында.

– Ә һин ҡалаһыңмы ни, олатай? – Фәрит ни эшләргә белмәй аптыранды. – Ҡасан ҡайтаһың? Әйткән көнөңдә килеп алырмын.

Сәмерхан һыҙлаған аяҡтарын көс-хәл менән бөкләп, ҡуйы үләнгә сүгәләне, йомшаҡ сирәмде һыйпап-ҡапшап ҡараны.

– Бабай булып йөрөлә шул, – тине ул үкенгәндәй итеп. – Ә бит миңә, улым, алтмыш йәш тә юҡ. Һаулығың булмаһа, тәнең дә ҡартая, йәшәүҙең дә йәме китә икән. – Бер аҙ шымып, тирә-яҡты хәсрәтле ҡарашы менән байҡап алғас, дауам итте. – Ҡалам, Фәрит улым, шуның өсөн дә ҡайттым да баһа. Ҡабат Стәрлегә барып тормам, ахыры... Кәкүк тә... – Һүҙен әйтеп бөтмәне. Ирендәре ҡалтырап китте... Тамағына төйөлгән әсе төйөрҙө йотҡас, шулай тип өҫтәне: – Килерһең, улым, йәме. Ике көндән... Үлмәҫбикә инәйеңде алып килерһең...

Автор:Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева.

 

Фото: https://unsplash.com/

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-192878295?day=17022022&w=wall-192878295_32574%2Fall

 
Йәнбикә, йәки әжәлдәрең етһә
Йәнбикә, йәки әжәлдәрең етһә
Автор:
Читайте нас: