+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2022, 17:00

БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШМӘГӘС БАШҠОРТ БУЛАМЫ НИ КЕШЕ

Олатай-өләсәйҙәр менән ейән-ейәнсәрҙәр мөнәсәбәтен үҙемдең тормош тәжрибәмде бәйән итеүҙән башлағым килә. Ни өсөн тигәндә, күберәген оләсәй ҡулында тәрбиәләнеп үҫкәнгәме, минең өсөн өләсәйҙәр, нисектер, яҡыныраҡ кеүек.

Олатай-өләсәйҙәр менән ейән-ейәнсәрҙәр мөнәсәбәтен үҙемдең тормош тәжрибәмде бәйән итеүҙән башлағым килә. Ни өсөн тигәндә, күберәген оләсәй ҡулында тәрбиәләнеп үҫкәнгәме, минең өсөн өләсәйҙәр, нисектер, яҡыныраҡ кеүек.

Туған телебеҙгә һөйөүгә тәү нигеҙҙе атайым менән әсәйем (улар икеһе лә уҡытыусылар ине), бигерәк тә оләсәйем башлап һалғандыр тип уйлайым. Хәҙер урамға сыҡһаң, сөй буйлыҡ бала ла белер-белмәҫ көйө урыҫса һупалап маташа. Ә инде район үҙәгенә барып, башҡортлоғо йөҙөнә сыҡҡан бала-сағаға үҙебеҙҙең телдә һүҙ ҡушһаң, ҡайһы береһе яурынын һикертеп кенә ҡуя, ә күпселеге: "Что сказали? Я не понимаю по-башкирски", - тип тә ебәрә әле. Был нимә? Атай-олатайҙарыбыҙ телен ихтирам итмәүме, әллә урыҫлашып, ассимиляцияға бирелә барыуыбыҙмы? Уйлаһаң, ҡурҡыныс булып китә. Аллаһ һаҡлаһын! Быуаттар буйына илем-ерем, телем, халҡым тип ҡан ҡой, ҡырталаш та, бөгөн килеп милли ҡаҙаныштарҙы үҙ ҡулдарыбыҙ менән юҡҡа сығар ҙа ҡуй әле? Ҡот осҡос бит!
...Асҡарҙағы сәнғәт мәктәбенә ейәнсәрҙәремде (бөтәһе 21 ейән-ейәнсәргә олатаймын) бер нисә йыл уҡырға алып йөрөнөм. Ундағы балалар мине танып бөткән."Здрасьте!" тигәнгә һәр ваҡыт "Һаумыһығыҙ!" тип яуаплайым. Тора-бара шулай итеп, бында уҡыған байтаҡ бала башҡортса иҫәнләшергә өйрәнде. Хәҙер үҙҙәре башлап: "Һаумыһығыҙ!"- тип сәләмләй һалалар һәм бының менән бик ҡәнәғәт ҡалалар. Ә бына, үкенескә, уларҙың ата-әсәләре араһында аңһыҙыраҡтары байтаҡ, тип әйтер инем. Ошоға ҡағылышлы эс бошорғос бер хәл һаман күңелде өйкәп тора. Мәктәпкә ингән ерҙә, ғәҙәттәгесә, уҡыусылар менән башҡортса аралашып ултырам. Шунда бер маңҡорт "атай" ишараты торҙо ла:"Һин нимә шуларҙы ыҙалатаң телдәрен боҙоп? Через лет 20 башкирский язык вообще булмаясаҡ", - тип һалдырмаһынмы! Тәүҙә ни әйтергә белмәй, шаңҡып ҡалдым. Бер аҙ һушымды йыйғандан һуң: "Дөрөҫ әйтәһең, ҡустым, - тинем, - һинең кеүек "атай"ҙар барында телебеҙҙең юғалыуы бик ихтимал. Телебеҙҙең дә, илебеҙҙең дә..." Теге әҙәм шундуҡ телен тешләне. Ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшә алманы, әммә уңайһыҙланманы ла, ҡыҙарынманы ла хатта. Аҙаҡ мине күрһә, урап үтер булды...
Үҙемә килгәндә, балаларымды туған телдә һөйләштерергә тырышам. Ҡайһы берәүҙәр кеүек мәжбүр итмәйем, ә тырышам. Исмаһам, өйҙә булһа ла үҙ телендә һөйләшһендәр, ә урыҫсаға улар былай ҙа өйрәнә: мәктәп, гаджет, телевидение өйрәтә. Үҙебеҙ бит 10 класты бөткәнсә урыҫса һөйләшмәнек, әммә бер еребеҙ ҙә кәмемәне, хур ҙа булманыҡ, уның ҡарауы, йөрәгебеҙгә башҡорт рухы мәңгелеккә һеңде. Өлгөргәнлек аттестаты алдыҡ, әрме хеҙмәтендә булып ҡайттыҡ, техникум, институт бөтөрҙөк, мәгәр телебеҙҙе онотманыҡ. Параллель урыҫ класында уҡыған бер һабаҡташым гел үкенә ине: "Эх, ниңә мин һеҙҙең менән уҡыманым икән? Хәҙер бына ни урыҫ, ни башҡорт түгелмен. Үҙебеҙҙең яҙыусыларҙың китаптарын да уҡый алмайым..." Һуңлап килгән үкенесме? Бәлки. Баяғы, 20 йылдан башҡорт теленең бөтөүен көҫәп йөрөгән маңҡорттоң балаларына ла ошо рәүешле үкенергә тура килмәгәйе бер заман...
Ейәнсәрем Елизавета Белова саф башҡортса һөйләшә, башҡортса йырлай, шиғырҙар һөйләй, хатта үҙе уҡып йөрөгән Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназияһында тиңдәштәре араһында тәржемәсе ролен башҡарырға ла тура килгеләй икән уға. "Олатай, беҙҙә гимназияла берәү ҙә башҡортса һөйләшмәй, ә үҙҙәре - башҡорт. Ә кеше башҡортса һөйләшмәгәс, башҡорт буламы икән һуң?"- тип аптырай Лизабыҙ... Ул үҙе, әйтеүемсә, ике телде лә яҡшы белә, халыҡса әйткәндә, "һатып ебәрер".
Күп тел белгәндең рухы ла бай була. "Теле барҙың - иле бар" тигән бит бөйөк шағирыбыҙ. Илебеҙҙең нигеҙен нығытайыҡ, тиһәк, телебеҙҙе һаҡлайыҡ. Ә туған тел тәрбиәһе ғаиләнән башлана икәнен онотмаһаҡ ине.
Иҙрис НОҒМАНОВ.
Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылы.
"Киске Өфө" гәзите.

БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШМӘГӘС БАШҠОРТ БУЛАМЫ НИ КЕШЕ
БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШМӘГӘС БАШҠОРТ БУЛАМЫ НИ КЕШЕ
Автор:
Читайте нас: