

Мәғәфүрә менән Ғәйнетдин яңы йорт һатып алып сыҡтылар. Йәшәгән өйҙәре бәләкәй генә ине шул, биш балалы күмәк ғаилә өсөн тар ғына. Әҙерәк йыйнаған йыйынтыҡ аҡсалары бар ине, өй һала башлаһаң оҙаҡҡа китер тип, әҙерҙе һатып алырға булдылар.
Дүрт бүлмәле ҙур, яҡты өйгә күсеп килгәс үҙҙәрен бәхеттең етенсе ҡатындағылай тойҙолар. Бигерәк тә, балалар ҡыуанды. Яңы ҙур өйҙә, тормош гөрләп алға тәгәрләне. Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, Мәғәфүрә менән Ғәйнетдин пар килгәндәр ине. Бер егәрлегә бер ялҡау, бер ялҡауға бер егәрле тип әйтә икән Хоҙай, шунан яңылыш ҡына, бер егәрлегә бер егәрле тип әйтеп һала ти. Мәғәфүрә менән Ғәйнетдин ана шул бер егәрлегә бер егәрле булып тап килешкәндәр инде.
Кәртә тултырып мал аҫранылар, ҡош ҡорт үрсеттеләр. Ике картуфлыҡ тултырып картуф сәстеләр. Баҡса емерелеп уңды. Хөкүмәт эшендә лә өлгөрҙөләр, доньялары ла ялтлап торҙо. Тормоштары етеш булыуҙан тыш, үҙҙәре бигерәк татыуҙар ине ир менән ҡатын.
Бер береһен хөрмәт итеп кенә йәшәүсе ғаиләнән көнләшеүселәр ҙә күп булды ауылда. Насар һүҙҙәргә, ғәйбәттәргә иғтибар итмәй генә йәшәүҙәрен белде улар. Кеше менән булышманылар, ғәйбәт һөйләп йөрөмәнеләр.
Ал да гөл барған тормош бер аҙ артҡа тәгәрәй башланы. Яңы өйгә сыҡҡаны бирле, мал ҡото китте уларҙың. Йә һыйыры ятып үлде, йә һарыҡтарын эт тамаҡланы, ҡош ҡорттоң ҡырылыуының иҫәбе юҡ ине. Һуғымға тип инселәгән ҙур үгеҙҙәре, тәүге ҡар күҙе төшкән көндә зым зыя юҡ булды. Бет итеп эҙләп тә таба алманылар. Мәғәфүрә ултырып сеңләп иланы, кемгә ниндәй зыяным тейҙе икән, бер түгел ике һыйыры ҡазаланды. Һөтһөҙ ҙә, итһеҙ ҙә ҡалдылар. Быуаҙ танаһы бар ҙа ул, уныһы ҡасан быҙаулай ҙа, ҡасан һауынға өйрәтеп алыр йәш нәмәне. Етмәһә, өлкән ҡыҙы Нәргизәне һораттылар. Һуғымды һуйып алғас туйларбыҙ, тип һөйләшкәйнеләр буласаҡ ҡоҙалар менән. Бар нәмә тиҫкәре китте лә барҙы.
Малы мал, баштары һау булһа табылыр. Яҙғыһын оло ҡаза кисерҙе улар ғаиләһе. Улдары фажиғәле һәләк булып ҡуйҙы. Үлгән артынан үлеп булмай, тере кеше тереклек итә. Улдарының доньяны ташлап китеүенә һигеҙ ай ғына булды, йөрәктәре әрнеһә лә туйға әҙерләнде атай менән әсәй.
Ит һатып алырға тура килде. Әҙерләнеүе генә көс, туй ней шаулап гөрләп үтте лә китте. Нәргизәне оҙатып ҡайтҡас, Мәғәфүрә урам ҡатындарын саҡырып кейәү сәйе эсерҙе, кейәү бүләге өләште. Тәүге туйҙары, тәү тапҡыр ҡайны ҡәйнә, ҡоҙа ҡоҙағый булыуҙарына ҡыуанып ҡына ултырыуҙары ине. Күрше ҡатыны Мәхүпьямал әҙерәк кәйефен ҡырҙы Мәғәфүрәнең.
- Ир бәхете яҙылмаған ул ҡыҙҙың маңлайына, ир рәхәте күрмәҫ, бына күрерһең, тип эргәһендә ултырған Сәйҙәгә шыбырланы ул. Шыбырлап ҡына әйтһә лә, ишетте шул Мәғәфүрә. Күрше хаҡы тәңре хаҡы, һый тулы өҫтәле артында уның балаһына бәхетһеҙлек юрап ултырыусыға өндәшмәне Мәғәфүрә. Йөрәге семетеп ҡуйһа ла, бер ни һиҙҙермәне. Мәхүпьямал Мәғәфүрәнән арыу уҡ йәшкә өлкән. Яулығын өсмөйөшләп ябынып, аҫтан һөҙә ҡарап йөрөүсе яман ҡарсыҡты кешеләр яратмай һәм ҡурҡа инеләр. Сихырсы тигән даны ла сыҡҡан ине йәштән үк. Мәғәфүрә күсеп килгәндән уларҙан сыҡманы Мәхүпьямал. Иртәнге сәйгә лә, төшкө ашҡа ла, киске тамаҡҡа ла йылпылдап килеп инер ине. Ашап эсеп, оҙон оҙаҡ хәбәр һөйләп ултырған әбейҙе Мәғәфүрә лә Ғәйнетдин дә сабыр ғына тыңланылар. Көнөнә йөҙ инһә лә, төҫтәрен боҙоп ризаһыҙлыҡ белдермәнеләр. Балалар инәй ҙә инәй тип өлтөрәп торҙо. Йомош һорап теңкәләренә тейһә лә, бер ваҡытта ла буш сығарманылар. Энә һорап та инде, шырпы һорап та инә, һорамаған нәмәһе юҡ үҙенең. Йә икмәге бөткән, йә тоҙо, йә кәстрүл кәрәк, йә таба.
Кеше килә алманы Мәғфүрәгә, инде генә берәйһе килеп һөйләшеп ултырырға мөмкинселек юҡ.
- Һаумыһығыҙ, хужалар өйҙәмеүүү, - тип һөрәнләп Мәхүпьямал әбей килеп инә. Мәғәфүрә күршеһенең шул холҡон яратмаһа ла, үҙенә өндәшә алманы. Мәғәфүрәнең һеңлеһе Мәғәмүрә генә шарт та шорт үсегеп китер ине.
- Апайыма килеп бер иркенләп ултырып булмай. Тертәңләп килә лә инәһең. Нимә ҡарайһың ошонда, ана үҙ ҡыҙҙарыңа барып ултыр. Нисә килһәң дә ошондаһың!
- Аһ, аһ, аһ!!! Тамағыңа таш булып тораммы ней, сығам, ҡайтам, инде Мәхүпьямал үсегеп китә лә ярһып дөңкөлдәтә баҫып, ишекте шарт ябып сығып китә. Артынан йүгереп сыҡҡан Мәғәфүрәгә лә эләгә.
- Инде тупһаңа баҫмайым! Ҡороғор, ҡороп китегеҙ, бер сынаяҡ сәйең йәлкеме?
- Ҡуй, апай асыуланма. Ҡайтма, ин кире, һеңлемдең холҡон беләһең бит.
- Инмәйем! Сәсрәгеҙ! Күрҙең бит, тағы ла күререң алда әле, кәнтәйләреңдән күрерһең әле.
Күршеһе ҡарғана-ҡарғана сығып китте. Мәғәфүрә йөрәге һыҙлап тороп ҡалһа ла, күршеһенә бер ваҡытта ла үпкәләмәй. Яңғыҙы ғына ғүмер итә бит. Бабайы үлеп ҡалған, балалары әсәһе тупһаһына аяҡ та баҫмайҙар. Мәхүпьямал үҙе лә бармай шикелле. Балаларының ниңә әсәйҙәренә килмәүен дә белмәй ул. Кеше тормошона ҡыҫыла торған холҡо булмағас, һорағаны ла юҡ.
Уның ҡыҙҙарын кәнтәйҙәр тип йөрөтә Мәхүпьямал. Юрауы юш килде. Нәргизәһе тора алманы, балаһы менән атай йортона ҡайтып килде. Мәхүпьямал әбейҙең Мәғәфүрәнең ҡоҙағыйҙарына барып ара болғап йөрөүен аҙаҡтан ғына ишеттеләр. Кеше һүҙенә төшөп, ҡыҙҙарын балаһы менән ҡыуып ҡайтарған ҡоҙағыйы менән осрашҡыһы килмәне Мәғәфүрәнең. Иланы иланы ла, эсемә һыйған балам тышыма ла һыйыр, тип ҡыҙының әйберҙәрен барып алдылар.
Мәхүпьямал әбей инеп ашап-эсеп йөрөһә лә, Мәғәфүрә менән ныҡ булышты. Артында яманлап һөйләне, үҙҙәре өйҙә юҡта нәмә ҡуйманы. Инеп эҙләнеп, биҙрәме, тасмы, нимәне булһа ла тотоп ҡайтып китер ине. Яҙғыһын ҡош ҡорт алған ваҡытта бигерәк үҙәктәренә үткәрҙе ул. Мәғәфүрәләр ҡаҙ, өйрәк себешен ҡырҡлап, иллеләп алалар. Көн һайын икешәрләп юғала ла ҡуялар. Йыл һайын ун биш, егерме себешен күршеһе урлап тора. Белһәләр ҙә, талашып та булмай, кире алып та булмай. Саҡ ҡына ҡырын һүҙ әйтһәң әбей ҡулының һырты менән ҡарғарға тотона.
Нәргизәләре оҙаҡ яңғыҙ ултырманы. Күрше ауыл егете менән танышып, Бер-береһен оҡшатып, сәстәрен сәскә бәйләнеләр. Тик, ҡойроҡло киленде ҡайны-ҡәйнә үҙ итмәне. Ҡойроҡло тигәне, уның балалы булыуы инде.
Мәхүпьямал әбей Нәргизәнең яңы ҡәйнәһе менән дуҫлашып алды. Баҙарҙамы, больнис коридорында врачҡа сират көткәндәме ике әбейҙең сөкөрләшеп тороуҙарын йыш күрергә тура килә ине. Хаят әбей әхирәте менән осрашыуҙан һуң, бөтөнләй ярһып ҡайтып инә өйгә. Киленгә көн дә юҡ, төн дә юҡ. Уға ҡайныһы ҡушыла. Сәсе менән ер һеперһә лә, ҡәйнәһенә ярай алманы Нәргизә. Улын игәгәнен дә ишетеп йөрөнө. Уңайы сыҡҡан һайын, юҡ нәмәне алдың бит, айыр, айыр, тип тызыны. Тамсы тама, тама таш тишә, әсәһе гел тиҫкәре һүҙ биреп торғас, улы ла холоҡһоҙланды. Эсеп ҡайтып ҡатынын туҡманы, ике йәшлек кенә малайын шарылдатып ҡайыш менән ярҙы. Күрше-тирәләре белеп күреп торҙо. Ипләп кенә Нәргизәгә аҡыл өйрәттеләр.
- Туҡмалып, балаңды туҡматып, аждаһа ҡайны ҡәйнәнә иҙелеп йәшәмә. Ҡайтып кит, тип кәңәш бирҙеләр. Нәргизә ҡайтыуҙы уйламаны, тәүгеһенән ҡайтты, хәҙер тағы ҡайтһа атай әсәһенә анһат буламы, тип уйланы ул. Ҡағылып һуғылһа ла, тешен ҡыҫып түҙҙе.
Мәхүпьямал әбей уларҙың тормошона китмәҫтән килеп ингәндер. Ғүмере буйы Мәғәфүрәнән сыҡманы, ҡыҙы Нәргизәгә лә етте оҙон ҡулы менән әшәке теле. Хаяттың үҙенең аҡылы булманымы икән, Мәхүпьямал нимә һөйләһә лә дөрөҫ тип ҡабул итте. Нәргизә ҡәйнәһенең ниндәй этлектәр ҡылғанын белмәй, тик бер хәлде үҙ күҙе менән күреп аптырашта ҡалды. Иртәнсәк тороп тәҙрәгә күҙ һалды, ишек алдында ҡәйнәһе нимәлер һибеп йөрөй ине. Сыҡманы ла, үҙенә өндәшмәне лә. Ҡәйнәләренән айырым сығып башҡа торалар ине ул ваҡытта. Бер ҡыҙ балаһы йүгереп йөрөй ине инде, өсөнсөгә ауырлы ине Нәргизә. Ҡәйнәһе әрләһә лә, ҡатын бер ваҡытта ла ҡаршы ирешмәй ине. Өндәшмәй тора ла ҡуя, ҡәйнәһе ҡысҡыра ҡысҡыра ла ҡайтып китә. Таң атыу менән, Хаяттың иң беренсе эше, улы менән килене йортона барып, уларҙың тормошон тикшереп әрләп ҡайтыу ине. Елтерәтә баҫып килеүсе ҡайны-ҡәйнәһе күренһә күршеләре, һөйөнсө, прокуратура килә тип көлөрҙәр ине. Балаларына тыныс йәшәргә мөмкинселек бирмәне ҡайны -ҡәйнәһе. Уларҙан тыш, иренең төрмәнән ҡайтҡан ағаһы үҙәктәренә үткәрҙе. Әйберҙәрен урлап һатып эсте. Ҡустыһы менән һуғышып, доньяларын онтап йөрөнө. Әсәһе һүҙенә төшөп, эшкинмәгән киленде ҡыуып йөрөнө. Бысаҡ тотоп килеп, бөтәгеҙҙе лә салам тип тә ҡурҡытты.
- Балаларыңдың береһе үлһә, һыйырымды һуйып ҡорбан итер инем, тигән ҡәйнәһенә аптыраны Нәргизә. Үҙен яратмау етмәгән, үҙенең улының балаларына үлем теләүенә иҫе китте.
Ир бәхете яҙмаған был ҡыҙҙың маңлайына, тигән Мәхүпьямал әбейҙең һүҙҙәре иҫенә төштө Нәргизәнең. Оҙаҡ йылдар ҡаңғырыҡ тормошта йәшәүсе Нәргизәнең өйөнә бер көндө сегәндәр килеп инде. Башҡа сегәндәр һымаҡ һөмһөҙләнмәне былары. Ваҡ төйәк һорап алдылар ҙа сығып киттеләр. Өлкән генә сегән ҡатыны ултырып ҡалды.
- Эй, ҡәҙерлем. Тамуҡта йәшәйһең бит һин. Ирең менән һинең араңда бер ҡатын тора, любовница түгел. Әсәһеме икән, һеҙҙе йәшәткеһе килмәй. Насар ҡатын, ҡара уйлы. Оло фажиғәләр кисерерһең, йырып сығырһың. Тоҙ өшкөрөп бирәм, әҙләп иреңдең ашына һал. Ирең һинең һүҙеңдән сыҡмаҫ. Сихырлағандар. Ишек алдыңа әтмәлләп нәмә һибелгән, һеҙ шуны тапап йөрөйһөгөҙ. Күсеп китегеҙ был өйҙән. Мине тыңлаһаң тормошоң ыңғай китер, тыңламаһаң ғүмер буйы этләнерһең...
Сегән ҡатыны оҙаҡ һөйләне, тоҙ өшкөрөп бирҙе. Ләкин, Нәргизә уны тыңламаны, ышанманы ла. Тоҙҙо ашлыһыуға ташланы.
Йылдар үтә килә сегәндең әйткәндәре барыһы ла тормошҡа аша барҙы. Мин күсмә сегән түгел, ултыраҡ тормошобоҙ тип адресын әйткәйне. Нәргизә эҙләне ул ҡатынды, тик таба алманы.
МИҢЗИФА ҠАШҠАРОВА.